“Борай районы хужалыҡтары һәр саҡ бүтәндәргә өлгө булды, маяҡ ролен үтәне. Ә инде “Салауат” хужалығы рәйесе Ринат Раянов кеүек уңған да, хәстәрлекле лә етәкселәр күберәк саҡта ауыл хужалығы тармағы ярайһы үҫеш кисерәсәк”, – тигәйне агросәнәғәт комплексы буйынса киңәйтелгән ултырышта сығыш яһаусыларҙың береһе. Күп тә үтмәне, ошо тарафтарға юл төштө. Ысынлап та, бында бөтәһе лә шыма барамы икән? Уңыш серен белеү ниәтенән, ҡайһы бер уй-ниәттәрҙе үҙгәртеп, барыһын да үҙ күҙҙәребеҙ менән барып күрергә ҡарар ҡылдыҡ.
“Салауат” ауыл хужалығы предприятиеһында Әбдрәшбаш ауылы кешеләре эшләй, хужалыҡтың идараһы иһә Муллала урынлашҡан.
– Төрлө яҡҡа сәфәргә йыш сығырға тура килә, республикабыҙҙы арҡырыға-буйға киҫтем, – тип башланы һүҙен Ринат Раянов. – Халыҡтың, айырыуса имәндәй ирҙәрҙең ситтә йөрөүенә йәнем әрней. Хәҙер хатта Мәскәү, Санкт-Петербургка ла барып еттеләр, Себер тураһында әйтәһе лә түгел. Тырыштар нисек тә аҡса таба, бәхетте ят ерҙән эҙләмәй. Принцибым шундай: ир-ат ғаиләһе янында булырға тейеш, балаларға бигерәк тә атай таянысы кәрәк. Әйтәйек, кемдер малсы икән, ул төп эшенән һуң үҙенең шәхси хужалығындағы йөктө тарта, донъяһын ҡарай.
Салауаттар малсылыҡта ла, үҫемлекселектә лә һынатмай. Йылдан-йыл һыйыр малын арттырыуҙы маҡсат иткәндәр. Бында биш йөҙгә яҡын баш һауын һыйыры иҫәпләнә, улар дөйөм һыйыр малдарының өстән бер өлөшөн тәшкил итә. Хужалыҡтың бөгөнгө төп маҡсаты – ит етештереүгә иғтибарҙы арттырыу.
Ринат Хәким улы һөйләүенсә, бер йүнәлештән барыу етәксене һәр йәһәттән дә үҫтерә, заман менән бергә атларға этәргес бирә, халыҡҡа эш урындары артыуына көслө йоғонто яһай. Әйткәндәй, һыйыр малдары артҡан, шул уҡ ваҡытта сәсеүлек майҙанын да киңәйтеүгә йөҙ борғандар.
– Төрлө кешеләр осрай, 30 йыл етәксе булғанда кемдәр менән генә танышманым, – ти рәйес. – Берәүҙәрҙе үҙ итеп, икенселәрҙе үгәйһетеп ҡараманым, һәммәһенә лә тигеҙ мөнәсәбәттәмен. Улар менән бергә ҡайнағас, барыһын да күреп йөрөйөм. Һәр береһен, һеҙ миңә ҡарағанда ла егәрле һәм өлгөр булырға тейеш, тип дәртләндерәм. Ғүмер буйы механизатор булған туғаным тиккә генә “йылы һүҙ – йән аҙығы” тимәй торғайны.
Йәштәрҙе эшкә йәлеп итеү – Ринат Раяновтың төп маҡсаты. Әле бына баш бухгалтер Линар Ғәниев “Салауат”ҡа килеүенә ҡыуанып бөтә алмай.