Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Аҡ ҡылғанлы ерҙең аҡ ҡымыҙы
Аҡ ҡылғанлы ерҙең  аҡ ҡымыҙы Һуңғы йылдарҙа йылҡысылыҡ тармағын үҫтереү, ҡымыҙ етештереүҙе арттырыу маҡсатында республикала байтаҡ саралар ойошторола. Башҡортостан Хөкүмәтенең йылҡысылыҡты үҫтереү программаһына ярашлы республикала ауыл хужалығы кооперативтары, крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары, эшҡыуарҙар һауылған һәр литр ҡымыҙ һәм һәр йылҡы өсөн дотациялар ала. Былтыр төбәктәге бөтә төр хужалыҡтарҙа 2 325 тонна ҡымыҙ етештерелгән. Айырыуса Әбйәлил, Бәләбәй һәм Учалы райондары әүҙем эшләй.

Әле бейәләрҙең ҡолонлау осоро. Көтөүлектәрҙә үлән һутҡа тулышып, көндәр ныҡлап йылынғас, аҡ һөт, аҡ ҡымыҙ миҙгеле башланды. Һыйыр һөтө лә, ҡымыҙ ҙа хужалыҡтарға ҡулаҡса килтерә. Үҙ сиратында ошо аҡсаға яғыулыҡ-майлау материалдары, запас частар һатып алырға мөмкин.
Күптән түгел республикабыҙҙың Ауыл хужалығы министрлығында ҡымыҙ етештереү, уны һатыу һәм республика шифаханаларына, дауаханаларға, башҡа һаулыҡ һаҡлау учреждениеларына оҙатыу мәсьәләләренә арналған кәңәшмә уҙғарылды. Ветеринария идаралығы, Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау комитеты, Ауыл хужалығы министрлығы белгестәре, ҡымыҙ етештереүсе предприятиелар, шифахана һәм курорттар вәкилдәре араһында йөкмәткеле һөйләшеү барҙы. Башҡортостан ауыл хужалығы министрының беренсе урынбаҫары Азат Йыһаншин йылҡы үрсетеүҙәге һәм ҡымыҙ етештереүҙәге күп мәсьәләләргә асыҡлыҡ индерергә ярҙам итте. Ошоға тиклем йылҡы аҫрау – табышлы тармаҡ, ат талымһыҙ, күп ашамай, йыл әйләнәһенә тиерлек тибендә йөрөй, шул уҡ ваҡытта йәйгеһен көнөнә 5-6 мәртәбә һауҙыра, тигән ҡараш нығынған ине. Әммә, һыйырҙың һөтө телендә, тигәндәй, ҡолонло бейәләр йәй көнө лә һутлы болон үләненән тыш өҫтәмә ҡатнаш аҙыҡ талап итә икән. Ялан кәртәлә ҡышлаған аттарға ла аҙыҡ кәрәк. Fөмүмән, йылҡы­сылыҡҡа, ауыл хужалығының башҡа тармаҡтары кеүек, үҫеш, инвестициялар, инновацион алымдар кәрәк.
Шул йәһәттән ҡарағанда, бөгөн республиканың күп ҡымыҙ етештереүселәре ата-бабаларҙың боронғо ысулын ҡулланып, төшөмлө кәсепте алға тарта. Йәйге ҡымыҙ фермаларының матди-техник базаһы ярлы, барлыҡ эштәр ҙә ҡул менән генә башҡарыла. Бейәләрҙе һауыу, һөттө бешеү процесы, инвентарҙың таҙалығы, шулай уҡ бейәләрҙең эсәр һыуы, ашаған аҙығы һәм көтөүлеге лә даими күҙәтеү талап итә. Һауыуҙан алып һөттө тутыҡмай торған ҡорос мискәләрҙә бешеүгә һәм әҙер ҡымыҙҙы һауыттарға ҡойоуға тиклем барлыҡ эш автоматлаштырылған, таҙа, бөтә донъя стандарттарына яуап бирерлек заманса ҡымыҙ фермалары төҙөү көн тәртибенә баҫа. Мәҫәлән, 119-сы Өфө йылҡысылыҡ заводының ярҙамсы хужалығында яңы ҡымыҙ цехы асылған. Унда өр-яңы технологиялар ҡулланыла. Билдәле температурала ҡорос мискәләрҙә бешелгән ҡымыҙ ата-бабалар ысулы менән бешкәндән һис тә кәм түгел, хатта сифаты буйынса яҡшы булмаһа әле! Шунда уҡ урынлашҡан лабораторияла һөт тә, бешелгән ҡымыҙ ҙа тикшерелә. Завод етәкселеге әлеге цехын республикалағы ҡымыҙсыларға тәжрибә майҙансығы булараҡ тәҡдим итә.
Беҙҙә йылҡысылыҡ, ҡымыҙ етештереү, уның файҙаһы тураһында уникаль хеҙмәттәр яҙылған. Һуңғы 10 йылда ҡымыҙҙың төрлө ауырыуҙарҙы дауалауҙағы, сирҙәрҙе иҫкәртеүҙәге файҙаһы, бигерәк тә хирургик операцияларҙан һуңғы реабилитация осорондағы шифаһы тураһында бихисап мәҡәлә баҫылған, 10 кандидатлыҡ, өс докторлыҡ диссертацияһы яҡланған. Әммә 2012 йылдан башлап бер генә шифахана ла, туберкулез диспансеры ла, исмаһам, бер литр ҡымыҙ һатып алмаған. Баҡтиһәң, 2012 йылда Рәсәй һәм Башҡортостан Финанс министрлыҡтары ҡымыҙҙы медикаменттар исемлегенә индергән. Ә уға тиклем дауаланыусыларға һәм ял итеүселәргә ҡымыҙ эсемлек булараҡ тәҡдим ителгән.
Үкенескә ҡаршы, ҡымыҙ етештереүселәр араһында халыҡты ҡымыҙға шәкәр йәки һыу өҫтәү юлдары менән алдарға тырышыу, күберәк табыш алыу маҡсатында һыйыр һөтөнән эшләнгән эсемлекте лә “ҡымыҙ» тип һатыусылар осрай. Башҡортостан сертификатлау һәм экспертиза үҙәге директоры урынбаҫары Нәзифә Сөғәйепова билдәләүенсә, бейә һөтөнән бешелгән эсемлек кенә ҡымыҙ тип таныла. Ә кәзә, һыйыр һөтөнән әсетке ҡушып яһалғаны “ҡымыҙ продукты” тип аталырға тейеш. Бынан тыш, бейә һөтөн киптереп эшләнгән порошоктан яһалған эсемлек тә ҡымыҙ була алмай, уны “ҡымыҙ эсемлеге” тип һатыуға сығарыу дөрөҫөрәк.
Бөгөн республикала ҡымыҙ етештереүсе эреле-ваҡлы күп предприятие һәм хужалыҡтар санитария-гигиена шарттарын үтәй, сертификатҡа ла эйәләр. Әммә ҡайһы бер намыҫһыҙ эшҡыуарҙар нисек тә булһа мутлашыу юлына баҫа. Техник регламент буйынса сифат һынауын үтә алмаған етештереүселәргә штрафтар ҡаралған. Мутлашҡан эшҡыуарҙар язаға тарттырылырға тейеш тә бит. Әммә осһоҙ хаҡ ҡуйып, кемдәрҙер “башҡорт ҡымыҙы” исеме менән тендерҙа ота. Һөт ризыҡтары буйынса Рәсәйҙә быйыл 1 июлдән ҡабул ителәсәк яңы техник регламент тауарҙың хаҡы ғына түгел, сифаты буйынса ла талаптарҙы көсәйтә.
Кәңәшмәлә ауыл хужалығы министрының беренсе урынбаҫары Азат Йыһаншин: “Башҡорт ҡымыҙын Рәсәй, сит ил баҙарҙарына сығарыу мөмкинлеге әлегәсә өйрәнелмәгән”, – тип билдәләне. Шул уҡ ваҡытта Көнбайыш Европа илдәрендә ҡымыҙ менән дауалауға ҡарата ҡыҙыҡһыныу артҡан. Дөрөҫ менеджмент һәм маркетинг булғанда, башҡорт ҡымыҙы, башҡорт балы кеүек, бөтөн донъяла киң танылыу аласаҡ.



Автор: Рәшиҙә ИШЕМБӘТОВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Үҙәк банк төп ставканы һаҡлап ҡалды
Балтас районында юл участкаһын ремонтлау эштәре тамамланды

Балтас районында юл участкаһын ремонтлау эштәре тамамланды 10.09.2026 // Иҡтисад

Был юл республиканың төньяҡ-көнсығышындағы өс районды тоташтыра һәм Пермь крайына илтә....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда урмансылар рөхсәтһеҙ ағас ҡырҡыуға ҡаршы рейдтарға сыға

Башҡортостанда урмансылар рөхсәтһеҙ ағас ҡырҡыуға ҡаршы рейдтарға сыға 08.09.2026 // Иҡтисад

Улар лицензия һәм рөхсәт ҡағыҙының булыу-булмауын тикшерәсәк....

Тотош уҡырға 0

Ял көндәренә Өфөгә яғыулыҡ күберәк биреләсәк — Сәнәғәт министрлығы

Ял көндәренә Өфөгә яғыулыҡ күберәк биреләсәк — Сәнәғәт министрлығы 30.07.2026 // Иҡтисад

Ял көндәренә Өфөгә яғыулыҡ күберәк биреләсәк — Сәнәғәт министрлығы...

Тотош уҡырға 0

Республикала ярты миллион тонна иген һуғып алынған

Республикала ярты миллион тонна иген һуғып алынған 30.07.2026 // Иҡтисад

Республикала ярты миллион тонна иген һуғып алынған...

Тотош уҡырға 0

Республикала мал аҙығы культуралары майҙандарының яртыһы йыйып алынған

Республикала мал аҙығы культуралары майҙандарының яртыһы йыйып алынған 30.07.2026 // Иҡтисад

Республикала мал аҙығы культуралары майҙандарының яртыһы йыйып алынған...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда АИ-95 бензинын етештереү күләме арта

Башҡортостанда АИ-95 бензинын етештереү күләме арта 28.07.2026 // Иҡтисад

Башҡортостанда АИ-95 бензинын етештереү күләме арта...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров МХО шарттарында Башҡортостан властарының төп бурыстарының береһен атаны
Үҙәк банк йәнә төп ставканы кәметте

Үҙәк банк йәнә төп ставканы кәметте 24.07.2026 // Иҡтисад

Үҙәк банк йәнә төп ставканы кәметте...

Тотош уҡырға 0

Баш ҡалала АЗС-тарҙа сират 700 машинаға тиклем кәмегән

Баш ҡалала АЗС-тарҙа сират 700 машинаға тиклем кәмегән 22.07.2026 // Иҡтисад

Баш ҡалала АЗС-тарҙа сират 700 машинаға тиклем кәмегән...

Тотош уҡырға 0

Рәсәй хөкүмәте Башҡортостандың дәүләт предприятиелары акцияларын һатыуға сығарҙы
Башҡортостанда тәүлегенә яғыулыҡ ҡулланыу 3,5 мең тоннаға тиклем артҡан

Башҡортостанда тәүлегенә яғыулыҡ ҡулланыу 3,5 мең тоннаға тиклем артҡан 21.07.2026 // Иҡтисад

Башҡортостанда һуңғы ваҡытта яғыулыҡты ҡулланыу тәүлегенә 3 мең тоннанан 3,5 мең тоннаға еткән. Был ......

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә