Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Әүәл һыйыр һөтө хаҡында ғына белһәк, һуңғы йылдарҙа пальманыҡы, миндалдеке барлығы тураһында ла ишетәбеҙ. Мәҫәлән, хәҙер миндаль сәтләүегенән алынған һөттөң донъя баҙарын яулай барыуы мәғлүм. АҠШ менән Бөйөк Британия уны һатыу буйынса хатта соянан арттырып ебәргән. Уның даны беҙҙә лә арта бара.

Донъяла миндаль ағасының 80 проценты Калифорнияла үҫтерелә, әммә бында һуңғы йылдарҙа ҡоролоҡ бәкәлгә һуға, сөнки мул уңыш алыу өсөн һыу күп кәрәк. Тыуған ере Урта Азия иҫәпләнгән был үҫентене Украинала, Ҡырымда, Кавказда, Чехияла һәм башҡа илдәрҙә лә осратырға мөмкин. Ул аҡһымға, витаминдарға, минераль матдәләргә бай. Унан әҙерләнгән һөт бәғзеләр өсөн кәсеп, табыш төрө булараҡ иҫәпләнһә, икенселәргә – диетик эсемлек, сөнки арабыҙҙа организмы һыйыр аҡһымын үҙләштерә алмағандар ҙа юҡ түгел. Яңы эсемлектең халыҡ араһында тиҙ таралыуына ошо ла сәбәпсе.
Азия халҡы сәтләүек һөтөн күптән ҡуллана. Хатта йорт шарттарында ла блендер ярҙамында уны эшкәртеп алалар. Бәғзеләре йогурт әҙерләй. Унда ла башҡа сәтләүектәрҙәге кеүек үк файҙалы элементтар бар. Ҡайһы бер илдәрҙә йөрәк ауырыуҙарынан яфаланғандарға ошо емештән әҙер­ләнгән эсемлекте тәҡдим итәләр.
Белгестәр миндаль һөтөнөң зарар­һыҙ булыуын билдәләй. Әммә һәр нәмәлә сама белергә кәрәклеген оноторға ярамай. Шуға ла ул башлыса диета тотҡандарға тәҡдим ителә. Уны бешермәҫкә – файҙалы матдәләре юҡҡа сыға.
Сифаты йәһәтенән ғәҙәти һыйыр һөтөнә тиңләшә алмаһа ла, яһалма аҡ бөгөн баҙарҙың алты процентын биләй. Элегерәк соянан алынған һөттө халыҡ әүҙемерәк ҡулланһа, хәҙер сират миндаль һәм башҡа сәтләүек­тәрҙән “һауылған”ына етте. Әлбиттә, уны етештереүселәр тауарын күберәк һатыу өсөн үҙ көсөн ҡыҙғанмай, хатта бәғзеләре саманы онотоп, ул һыйыр һөтөнән ҡайтыш түгел, тип тә ебәрә.
Яһалма һөт башлыса Азия илдә­рендә, айырыуса Японияла киң таралған. Бында сәсеүлек майҙандары аҙ булыуы барыбыҙға ла мәғлүм. Был үҙ сиратында малсылыҡ тармағының үҫешенә ярайһы кәртә булып тора. Тап шуға ла илдә халыҡтың һөттө аҙ ҡулланыуы билдәле. Һөҙөмтәлә япон халҡы тыумыштан уҡ лактозаны ҡабул итә алмай. Шуға ла уларға ғәҙәти һөт урынына яһалмаһын файҙаланырға тура килә. Мәҫәлән, кокос һөтөн – аш әҙерләгәндә, сояныҡын – төрлө бутҡа бешергәндә.
Белгестәр донъяла миндаль һөтөн ҡулланыусыларҙың арта барғанын иғтибарға алған. Уның күпселек өлөшө башлыса тормош кимәле түбән булған илдәргә тура килә. Африка өсөн хатта ҙур булмаған ҡаптарҙа ҡоро һөт етештерә башлағандар. Уны бер стакан һыуҙа иретеп, йәһәт кенә эсемлек әҙерләргә була.
Яһалма эсемлектәрҙе ҡулланыу миҡдары артһа ла, уларҙың тәбиғи һыйыр һөтөнә конкурентлыҡ тыуҙыра алыуы икеле.
Был йәһәттән “Союзмолоко” вәкиле Мария Жебет уның кескәй ҡалаларға, ауылдарға үтеп инмәүен билдәләй. Ә бына табип-диетологтар донъяла халыҡтың бер-береһенән күреп, ишетеп, үҫемлек һөттәренә тартылыуын ниндәйҙер шауҡым тип баһалай. “Нимә генә тимә, һыйырҙан алынған аҡ менән башҡа эсемлектәрҙе йәнәш ҡуйыу мөмкин түгел. Был алма менән ба­лыҡты сағыштырған кеүек килеп сыға” тигән фекерҙә ул. Йәнә һәр аҙыҡтың ыңғай, кире яҡтары булыуын да билдәләй эксперт. Беренсенән, ғәҙәти һөттә ысынлап та холестерин бар, ә ул йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыу­ҙарының киҫкенләшеүенә булышлыҡ итә. Икенсенән, холестерины башҡа­ларҙан юғарыраҡ булып та майлы ризыҡ менән даими туҡланғандар бар. Кеше аҙыҡ менән холестериндың ни бары 20 – 30 процентын ала. Ҡалғаны организмда үҙе барлыҡҡа килә.
Үҫемлектән алынған аҙыҡтарға ла шундай уҡ күренеш хас. Уларҙа ҡатын-ҡыҙ организмында гормондар эшмә­кәрлеген көйләгән файҙалы матдәләр бар. Әммә ул ир-ат өсөн бик файҙалы түгел. Бынан тыш, һөт ҡушылмалары әҙерләгәндә ҡулланылған сояның күпселеге генетик йәһәттән үҙгәр­телгән. Сысҡандарҙа эшләнгән тәжрибәләр күрһәтеүенсә, был киләсәк быуынға насар тәьҫир итә.
Әлбиттә, шифалы тип һаналған аҙыҡты ла артығынан тыш файҙа­ланғанда зарарлы булыуы бар. Шуға күрә һәр нәмәлә сама белергә кәрәк. Ә инде халҡыбыҙ менән әүәл-әүәлдән йәнәш көн күргән һәүкәшкәйҙәр биргән һөт беҙҙең өсөн иң файҙалыһы булыуын онотмайыҡ. Юҡҡа ғына ата-бабаларыбыҙ “Хоҙай аҡтан айырма­һын” тимәгән.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде

Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде 30.10.2026 // Иҡтисад

Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында республиканың агросәнәғәт комплексы алдынғыларын бүләкләнеләр. ......

Тотош уҡырға 4

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан статистиктары ҡулланыусылар продукттарына хаҡтарҙың үҙгәреүе хаҡында хәбәр итте....

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне...

Тотош уҡырға 3

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде 29.10.2026 // Иҡтисад

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде...

Тотош уҡырға 4

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды 28.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды...

Тотош уҡырға 4

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра 28.10.2026 // Иҡтисад

30 октябрҙән Һамар — Пермь поезы йөрөй башлай. Өфө менән Пермь араһында тәүге тапҡыр тура тимер юл ......

Тотош уҡырға 4

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде 28.10.2026 // Иҡтисад

Күрһәткес ағымдағы йылдың нормаһына ҡарата 6,8% артҡан....

Тотош уҡырға 3

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде 26.10.2026 // Иҡтисад

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде...

Тотош уҡырға 4

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде 26.10.2026 // Иҡтисад

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде...

Тотош уҡырға 7

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола 23.10.2026 // Иҡтисад

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола...

Тотош уҡырға 3

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы 23.10.2026 // Иҡтисад

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы...

Тотош уҡырға 6

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта 22.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта...

Тотош уҡырға 5


Комментарий өҫтәргә