Миндаль һөтө14.06.2016
Әүәл һыйыр һөтө хаҡында ғына белһәк, һуңғы йылдарҙа пальманыҡы, миндалдеке барлығы тураһында ла ишетәбеҙ. Мәҫәлән, хәҙер миндаль сәтләүегенән алынған һөттөң донъя баҙарын яулай барыуы мәғлүм. АҠШ менән Бөйөк Британия уны һатыу буйынса хатта соянан арттырып ебәргән. Уның даны беҙҙә лә арта бара.
Донъяла миндаль ағасының 80 проценты Калифорнияла үҫтерелә, әммә бында һуңғы йылдарҙа ҡоролоҡ бәкәлгә һуға, сөнки мул уңыш алыу өсөн һыу күп кәрәк. Тыуған ере Урта Азия иҫәпләнгән был үҫентене Украинала, Ҡырымда, Кавказда, Чехияла һәм башҡа илдәрҙә лә осратырға мөмкин. Ул аҡһымға, витаминдарға, минераль матдәләргә бай. Унан әҙерләнгән һөт бәғзеләр өсөн кәсеп, табыш төрө булараҡ иҫәпләнһә, икенселәргә – диетик эсемлек, сөнки арабыҙҙа организмы һыйыр аҡһымын үҙләштерә алмағандар ҙа юҡ түгел. Яңы эсемлектең халыҡ араһында тиҙ таралыуына ошо ла сәбәпсе.
Азия халҡы сәтләүек һөтөн күптән ҡуллана. Хатта йорт шарттарында ла блендер ярҙамында уны эшкәртеп алалар. Бәғзеләре йогурт әҙерләй. Унда ла башҡа сәтләүектәрҙәге кеүек үк файҙалы элементтар бар. Ҡайһы бер илдәрҙә йөрәк ауырыуҙарынан яфаланғандарға ошо емештән әҙерләнгән эсемлекте тәҡдим итәләр.
Белгестәр миндаль һөтөнөң зарарһыҙ булыуын билдәләй. Әммә һәр нәмәлә сама белергә кәрәклеген оноторға ярамай. Шуға ла ул башлыса диета тотҡандарға тәҡдим ителә. Уны бешермәҫкә – файҙалы матдәләре юҡҡа сыға.
Сифаты йәһәтенән ғәҙәти һыйыр һөтөнә тиңләшә алмаһа ла, яһалма аҡ бөгөн баҙарҙың алты процентын биләй. Элегерәк соянан алынған һөттө халыҡ әүҙемерәк ҡулланһа, хәҙер сират миндаль һәм башҡа сәтләүектәрҙән “һауылған”ына етте. Әлбиттә, уны етештереүселәр тауарын күберәк һатыу өсөн үҙ көсөн ҡыҙғанмай, хатта бәғзеләре саманы онотоп, ул һыйыр һөтөнән ҡайтыш түгел, тип тә ебәрә.
Яһалма һөт башлыса Азия илдәрендә, айырыуса Японияла киң таралған. Бында сәсеүлек майҙандары аҙ булыуы барыбыҙға ла мәғлүм. Был үҙ сиратында малсылыҡ тармағының үҫешенә ярайһы кәртә булып тора. Тап шуға ла илдә халыҡтың һөттө аҙ ҡулланыуы билдәле. Һөҙөмтәлә япон халҡы тыумыштан уҡ лактозаны ҡабул итә алмай. Шуға ла уларға ғәҙәти һөт урынына яһалмаһын файҙаланырға тура килә. Мәҫәлән, кокос һөтөн – аш әҙерләгәндә, сояныҡын – төрлө бутҡа бешергәндә.
Белгестәр донъяла миндаль һөтөн ҡулланыусыларҙың арта барғанын иғтибарға алған. Уның күпселек өлөшө башлыса тормош кимәле түбән булған илдәргә тура килә. Африка өсөн хатта ҙур булмаған ҡаптарҙа ҡоро һөт етештерә башлағандар. Уны бер стакан һыуҙа иретеп, йәһәт кенә эсемлек әҙерләргә була.
Яһалма эсемлектәрҙе ҡулланыу миҡдары артһа ла, уларҙың тәбиғи һыйыр һөтөнә конкурентлыҡ тыуҙыра алыуы икеле.
Был йәһәттән “Союзмолоко” вәкиле Мария Жебет уның кескәй ҡалаларға, ауылдарға үтеп инмәүен билдәләй. Ә бына табип-диетологтар донъяла халыҡтың бер-береһенән күреп, ишетеп, үҫемлек һөттәренә тартылыуын ниндәйҙер шауҡым тип баһалай. “Нимә генә тимә, һыйырҙан алынған аҡ менән башҡа эсемлектәрҙе йәнәш ҡуйыу мөмкин түгел. Был алма менән балыҡты сағыштырған кеүек килеп сыға” тигән фекерҙә ул. Йәнә һәр аҙыҡтың ыңғай, кире яҡтары булыуын да билдәләй эксперт. Беренсенән, ғәҙәти һөттә ысынлап та холестерин бар, ә ул йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарының киҫкенләшеүенә булышлыҡ итә. Икенсенән, холестерины башҡаларҙан юғарыраҡ булып та майлы ризыҡ менән даими туҡланғандар бар. Кеше аҙыҡ менән холестериндың ни бары 20 – 30 процентын ала. Ҡалғаны организмда үҙе барлыҡҡа килә.
Үҫемлектән алынған аҙыҡтарға ла шундай уҡ күренеш хас. Уларҙа ҡатын-ҡыҙ организмында гормондар эшмәкәрлеген көйләгән файҙалы матдәләр бар. Әммә ул ир-ат өсөн бик файҙалы түгел. Бынан тыш, һөт ҡушылмалары әҙерләгәндә ҡулланылған сояның күпселеге генетик йәһәттән үҙгәртелгән. Сысҡандарҙа эшләнгән тәжрибәләр күрһәтеүенсә, был киләсәк быуынға насар тәьҫир итә.
Әлбиттә, шифалы тип һаналған аҙыҡты ла артығынан тыш файҙаланғанда зарарлы булыуы бар. Шуға күрә һәр нәмәлә сама белергә кәрәк. Ә инде халҡыбыҙ менән әүәл-әүәлдән йәнәш көн күргән һәүкәшкәйҙәр биргән һөт беҙҙең өсөн иң файҙалыһы булыуын онотмайыҡ. Юҡҡа ғына ата-бабаларыбыҙ “Хоҙай аҡтан айырмаһын” тимәгән.