Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Барыбер ситтән килтерелә
Бөгөн Рәсәй халҡын үҙебеҙҙә үҫтерелгән йәшелсә, емеш-еләк менән туҡландырыу тураһында һөйләйбеҙ, һәм был йүнәлештә ярайһы эш алып барыла.

Белгестәр әйтеүенсә, донъяла бер ил дә үҙен тулыһынса яңы йәшелсә, емеш-еләк менән тәьмин итә алмай. Йәй, көҙ мәлендә бер нисә айҙа ғына өлгөргән ризыҡ барыбер ихтыяжды тулыһынса ҡәнәғәтләндермәй.
Әле Рәсәй бәрәңгенең, ҡыҙыл сөгөлдөрҙөң, кишерҙең, һуғандың 80 процентын үҙебеҙҙә үҫтерһә, ҡалғанын сит илдән ала. Һуңғы йылдарҙа теплицалар төҙөү иҫәбенә башлыса үҙебеҙҙең ҡыяр менән һыйлана башланыҡ. Ә бит күптән түгел генә уның ҡап яртыһын һатып ала инек. Помидорҙың 60 – 80 проценты әле лә башҡа яҡтан килтерелә.
Емеш-еләк менән хәлдәр нисек һуң? Билдәле: алманы ниндәйҙер күләмдә Рәсәй үҙе үҫтерә. Әйткәндәй, 600 – 650 мең тонна яңы өлгөргән алманың 300 мең тонна самаһы баҙарға сығарыла. Ә беҙ бөтәһе 1,5 миллион тонна ашайбыҙ. Рәсәй алмаһы ил баҙарының 20 проценты тирәһен биләй.
Әлбиттә, киләсәктә был һанды арттырыу мөмкинлеге бар. Бының өсөн емештәрҙең оҙаҡ һаҡлана торған сорттары һәм заман талаптарына яуап биргән махсус келәттәр кәрәк. Әммә әлегә илдә бындай биналар етешмәй. Йәнә беҙҙең баҡсасылар виноград үҫтереп тә кәштәләрҙең 10 процентын тултыра ала.

Нефть, ҡорал,
программа...


Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы, Рәсәйҙең былтырғы йылдағы экспорт торошон өйрәнеп, ғәжәп һығымта яһаған. Баҡһаң, нефть, ҡорал һатыуҙан һуң табыш алыу
буйынса өсөнсө урынды металлургия ла,
химия ла түгел, ә компьютер
программаларын һатыу килтергән.


Шулай итеп, хәҙер сит илдәрҙе төрлө компьютер программалары менән тәьмин итеү буйынса дәүләтебеҙ лайыҡлы урынды биләй. 2014 йылда Рәсәй алты миллиард долларлыҡ программа һатһа (400 миллиард һум), былтыр табыш ете миллиард долларға (460 миллиард һум) еткән.
Мәғлүмәттәр буйынса, программалар индустрия­һында илдә 160 мең кеше мәшғүл. Был почта, тимер юл хеҙмәткәрҙәре менән бер сама. Донъя баҙарында Рәсәйҙең был йүнәлештәге экспорт күләме яҡынса 2,5 процент самаһы тәшкил итә. Һөҙөмтә насар түгел.

“Алексеевка”лар ҙа ҡуллана


Гидропоника – йәшелсә, еләк-емеште, тәмләткес үләндәрҙе тупраҡһыҙ үҫтереү алымы.


Был осраҡта үҫентенең тамыры үҙенә тейешле туҡлыҡлы матдәләрҙе тупраҡтан түгел, ә яһалма матдәнән ала. Ул һыуҙан йәки башҡа ҡаты матдәнән тора, көршәктәге тамырҙар системаһына тын алырға булышлыҡ итергә тейеш.
Был – ҡоро, үҫентеләрҙе һуғарыу өсөн һыу сығанағы булмаған төбәктәрҙә йәшелсә, еләк-емеш үҫтереү өсөн ифрат ҡулайлы алым. Мәҫәлән, Кувейтта, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәрендә, Израилдә емеш-еләк, йәшелсәнең 80 проценты тап ошо юл менән етештерелә. Әлбиттә, Рәсәйҙә лә ул һуңғы осорҙа ҡулланыла башланы. Башҡортостанда иһә – Өфө районының “Алексеевка” совхозында.

Һалымыңды түләнеңме?

Йәйге ял ваҡыты яҡынлаша. Был мәлде һәр кем көтөп ала. Берәүҙәр ялын үҙебеҙҙә үткәрһә, икенселәр сит тарафтарға юллана. Әммә һалым буйынса бурысығыҙ булһа, аэропортта йәки вокзалда алдан ниәтләгән сәфәрегеҙҙе тыйыуҙары ихтимал.


2015 йылдың 1 октябренән 2014 йыл өсөн мөлкәткә һалым түләүҙең ваҡыты үтте. Үҙ бурысын ваҡытында ҡайтармағандарға ҡарата уны түләүҙе талап итеү хаҡында һалым органдарынан судҡа ғариза тапшырыла. Судтан башҡарма документ алғандан һуң бурыс уларҙың банктағы иҫәбенән, эш хаҡынан, пенсияһынан, стипендияһынан тотолоп ҡалыуы ихтимал. Был осраҡта тейешле суммаға дәүләт пошлинаһы ла өҫтәлә. Шуға ла бындай күңелһеҙ хәлдәргә тарымаҫ өсөн түләүҙе ваҡытында башҡарырға кәрәк.
Әйткәндәй, урындағы һалым органдарына барып, үҙегеҙгә шәхси кабинет астырып, һуңынан бурысығыҙҙы Интернет-сервис аша ҡарап белеү мөмкинлеге бар.

Ҡомалаҡ –
теплицала



АҠШ-тың Миннесота штаты илдең төньяғында урынлашҡан. Төбәк үҙенең ҡырыҫ климаты менән билдәле. Теүәл өс йыл элек бында яһалма тупраҡта ҡомалаҡ үҫтереү хаҡында һүҙ ҡуҙғаталар. Әммә уларҙың
хыялы былтыр ғына бойомға аша –
теплицала донъяла беренсе булып ҡомалаҡ уңышын йыялар.

АҠШ-та ҡомалаҡтың күп өлөшө Тымыҡ океан яры буйҙарындағы Вашингтон штатында үҫтерелә. Шуға ла бындағы етештереүселәргә һыра ҡайнатыу өсөн ҡомалаҡты илдең икенсе мөйөшөнән һатып алырға тура килә һәм уны урындағы тип атап булмай. Теплицалағы ҡомалаҡ бары үҙҙәрендәге һыра әҙерләүселәргә генә һатыла.
Уңышты йылына өс тапҡыр йыйырға мөмкин. Ашламаларға күп сығым талап ителмәй. Был эшҡыуарҙар өсөн ғәжәп отошло, ғәҙәти плантацияларҙа үҫентеләрҙе йылына 15 тапҡырға ҡәҙәр эшкәртергә тура килһә, бында ике йыл эсендә бер тапҡыр ҙа пес­тицид ҡулланылмаған.
Бөгөн проект авторҙары йәнә 120 сутый майҙанды биләйәсәк теплица төҙөү менән мәшғүл. Әйткәндәй, Миннесота штатында һыра әҙерләүселәр йылына 450 тонна ҡомалаҡ ҡуллана.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде

Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде 30.10.2026 // Иҡтисад

Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында республиканың агросәнәғәт комплексы алдынғыларын бүләкләнеләр. ......

Тотош уҡырға 4

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан статистиктары ҡулланыусылар продукттарына хаҡтарҙың үҙгәреүе хаҡында хәбәр итте....

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне...

Тотош уҡырға 3

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде 29.10.2026 // Иҡтисад

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде...

Тотош уҡырға 4

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды 28.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды...

Тотош уҡырға 4

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра 28.10.2026 // Иҡтисад

30 октябрҙән Һамар — Пермь поезы йөрөй башлай. Өфө менән Пермь араһында тәүге тапҡыр тура тимер юл ......

Тотош уҡырға 4

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде 28.10.2026 // Иҡтисад

Күрһәткес ағымдағы йылдың нормаһына ҡарата 6,8% артҡан....

Тотош уҡырға 3

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде 26.10.2026 // Иҡтисад

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде...

Тотош уҡырға 4

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде 26.10.2026 // Иҡтисад

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде...

Тотош уҡырға 7

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола 23.10.2026 // Иҡтисад

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола...

Тотош уҡырға 3

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы 23.10.2026 // Иҡтисад

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы...

Тотош уҡырға 6

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта 22.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта...

Тотош уҡырға 5


Комментарий өҫтәргә