Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » “Һөт шишмәһе” мул
 “Һөт шишмәһе” мул “Бишенде” хужалығында һәр һыйырҙан йыллыҡ уртаса һауымды һигеҙ мең килограмға еткерергә йыйыналар. Туймазы районында алдынғыларҙан һаналған, тотороҡло үҫеш юлында барған, етештереүҙең һәр тармағында яҡшы һөҙөмтәләр күрһәткән предприятиеның быға өлгәшеренә шик юҡ.

– Игенселектә беҙ күптән алдынғы технологияларға таянабыҙ, – тип һөйләй директор Вингаль Фазлиәх­мәтов. – Шуға йыл да баҫыуҙарҙан мул уңыш йыйып алабыҙ. Баҙарҙа ашлыҡҡа хаҡ бер аҙ күтәрелһә лә, уны күпләп һатмайбыҙ, сөнки беҙҙең шарттарҙа иген фуражын малға ашатып, ит-һөттө күберәк етештереп һатыу отошлораҡ.
Эйе, алдынғы технологиялар индерелгән “Бишенде” йәмғиәтендә электән малсылыҡ тармағына иғти­бар ҙур. Селекция һәм тоҡомсолоҡ эше лә бында һәйбәт кимәлдә. Яңыртылған, донъяла киң билдәле “Де Лаваль” компанияһынан алынған йыһаздар ҡороп ултыртылған фермала юғары етештереүсәнле ҡара-сыбар тоҡомло һыйырҙар аҫрала. Эш шарттары ла заманса бында. Һауылған һөт ике тонна һый­ҙырышлы һауыттарға торба аша килә. Һауынсыларҙың хеҙмәте лә күпкә еңеләйгән – хатта һауыу аппараттарын йыуыуҙы ла машина башҡара.
Фермала эште шулай яңыса ойошторғандан һуң етештереүсәнлек бермә-бер күтәрелгән. Һөҙөмтәләр күҙ алдында – былтыр “Бишенде”лә һәр һыйырҙан 7557 килограмм һөт һауып алынған. Туймазы районында иң юғары күрһәткес!
– Тоҡомло мал үҫтереп һатыуға лицензиябыҙ ҙа бар, – ти Вингаль Усман улы. – Быйыл ғына Дәүләкән районынан килеп 19 баш йәш мал алып киттеләр. Фермер хужалыҡ­тарынан да беҙгә йыш мөрәжәғәт итәләр. Шуны әйтергә кәрәк: беҙҙең фермала яһалма ҡасырыу лабораторияһы инде 30 йылға яҡын уңышлы эшләп килә. Зоотехник-селекционер Геннадий Әбдүшев үҙ эшен яратып башҡара. Тоҡомло мал тураһында бөтә мәғлүмәт компьютерға индерелгән. Ә яһалма ҡасырыу өсөн үгеҙҙәрҙең гранулалы орлоғон беҙ ун йыл инде Канадалағы фирманан алабыҙ.
Һүҙ ҙә юҡ, яҡшы сифатлы аҙыҡ ҡулланып ҡына мул продукция алырға була. “Бишенде” йәмғиәтенең сәсеү­лек майҙандарында мал аҙығы культуралары ҙур урын биләй. Бында кукурузды йыл һайын 250 гектарҙа үҫтерәләр. Һөт малсылығы белгес­тәре протеинға бай шул культураны һәр һыйырға бер гектарҙан да кәм сәсмәҫкә тәҡдим итә бит. Бишенделәр күп йыллыҡ ҡуҙаҡлы үләндәргә лә – эспарцет һәм люцернаға – тик баҫыу түренән урын бирә.
– Йәйге ҡыҙыу осорҙа 800–900 тонна яҡшы сифатлы бесән, 7000 тонна йәшел аҙыҡ әҙерләмәй ҡалғаныбыҙ юҡ, – ти хужалыҡ етәксеһе. – Ғөмүмән, һыйлы аҙыҡты запасҡа туплау өсөн бөтә мөмкинлектәрҙе файҙаланабыҙ. Былтыр шартлы бер баш малға 45 центнер аҙыҡ берәмеге әҙерләгәйнек. Шуға ла ҡыш туҡлыҡлы рациондың малдар алдынан өҙөлгәне юҡ. Өҫтәүенә һөттө арттырыу өсөн шәкәр заводынан сөгөлдөр һығынтыһын һәм крахмал шәрбәтен ташып ашатабыҙ. Тағы шуныһы мөһим: беҙҙә хәҙер мал аҙығын етештереү өсөн заманса техника етерлек. Был инде “йәшел ураҡ” осоронда болондарҙа эште тиҙләтеү, күп йыллыҡ үләндәрҙең уңышын һәм башҡа культураларҙы ваҡытында йыйып алып, юғары сифатлы аҙыҡ туплау мөмкинлеген бирә.
Эште шулай яңыса үҙгәртеп ҡорғандары өсөн дә “Бишенде” хужалығында “һөт шишмәһе” йыл әйләнәһенә мул. Бында ҡышҡы айҙарҙа ла тәүлегенә көндәлек һауым 20 килограмдан кәм булмаған. Шуны телгә алыу ҙа етә: беренсе кварталда тик тоҡомло малдар аҫралған фермала һәр һыйырҙан уртаса һауым 1912 килограмм тәшкил иткән.
– Йыл аҙағынаса һөт һауыу һигеҙ мең килограмм үренә сығырыбыҙға ышаныс ҙур, – ти хужалыҡтың баш иҡтисадсыһы Хафиз Зиннәтуллин. – Әле көн һайын эшкәртеүселәргә 4,5 тонна һөт һатабыҙ. Был йәһәттән районда Европа технологияһы нигеҙендә төҙөлгән мега-фермалы “Нерал-Матрикс” хужалығынан ғына ҡалышабыҙ. Продукцияны мул етештергәс, һөтсөлөк – беҙҙең өсөн иң табышлы тармаҡ. Айына тауар һатыуҙан 2,5 миллион һум табыш инеп тора. Рентабеллелек 30 проценттан кәм түгел.
Уҙған йылды беҙҙең хужалыҡ 10 миллион 790 мең һумлыҡ саф табыш менән тамамлағайны, шуның 7-8 миллионы һөтсөлөк тармағынан ингәндер. Шул аҡса менән хужа­лыҡтың көндәлек сығымдарын ҡаплайбыҙ, халыҡҡа һәйбәт хеҙмәт хаҡы түләйбеҙ.
– Тик шуныһы бер аҙ күңелде ҡыра: беҙ етештергән сифатлы продукцияның хаҡы түбәнерәк, – тип һүҙгә ҡушылды Вингаль Усман улы. – Өфөлә яңыраҡ үткән бер кәңәшмәлә, әгәр эшкәртеүсе предприятиелар юғары сортлы һөттөң бер килограмы өсөн 30 һум түләһә, крәҫтиәнгә Хөкүмәттән бер ниндәй субсидия ла кәрәкмәйәсәк, тип әйткәйнеләр. Мин ул фекер менән килешәм. Һөт продукцияһын шунса хаҡ менән һатһаҡ, беҙгә юғары процент ставкалары менән кредит алыуҙың бер хәжәте лә ҡалмаҫ ине.
Күреүебеҙсә, алдынғы хужалыҡтың үҫеше бөгөн, нигеҙҙә, малсылыҡ тармағы менән бәйле. Һөрөнтө ерҙәре өс мең гектар тирәһе тәшкил иткән “Бишенде”лә һуңғы йылдарҙа һыйыр малын 1250 баштан кәметкәндәре юҡ. Ул ғына ла түгел, бер нисә йыл элек бында ит тоҡомло малдар үрсетергә тотонғандар.
– Симменталь таналар һәм биш лимузин үгеҙе алып ҡайтҡайныҡ, – ти хужалыҡ етәксеһе. – Йәш үрсем өсөн үҙебеҙ тоҡом-ара ҡасырыу менән шөғөлләнәбеҙ. Селекцияның тәүге һөҙөмтәләрен әле үк күрергә була. Ике-өс быуындан һуң симменталь тоҡомло мал лимузинға әйләнә. Улар көнөнә бер килограмға тиклем артым бирә, 17-18 ай эсендә ауырлыҡтары биш-алты центнерҙан артып китә. Ә иттең сығышы 65 – 70 проценттан кәм булмай. Хәҙер һуғым малын 240 башҡа еткерҙек. Былтыр шул ферманы яңыртыуға, һимертеү майҙансығын йыһазландырыуға биш миллион һум аҡса тотондоҡ. Әле шул көтөүҙә 70 баш инә мал аҫралһа, быйыл уларҙың һанын 100 башҡа еткерергә иҫәп. Тик бына беҙ етештергән иткә хаҡ түбәнерәк булыуы ҡайһы саҡ кәйефте төшөрөп ҡуя. Үҙҡиммәте арта барған продукцияның алыпһатарҙарға килограмын 240 – 250 һум менән биреп ебәрге килмәй.
Эштең һөҙөмтәлелеген яҡшыртыу, табыш алыуҙы арттырыу юлдары хаҡында һөйләшеп ултырғанда хужалыҡ етәкселәре йәнә шуны телгә алды: “Бишенде” хужалығында былтыр етештереүҙе үҫтереүгә 10 миллион һумдан ашыу аҡса һалынған. Иҡтисад теле менән әйткәндә, инвестиция ул. Тимәк, хужалыҡтың үҫеш перспективаһы яҡшы. Ә инде һөт малсылығын үҫтереү буйынса был йәмғиәт күптән әйләнә-тирәлә өлгөлө хужалыҡҡа әйләнгән.





Автор: Миҙхәт ШӘРИПОВ. Район: Туймазы районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда торлаҡтың хаҡы билдәле булды

Башҡортостанда торлаҡтың хаҡы билдәле булды 06.05.2026 // Иҡтисад

Башҡортостанда торлаҡтың хаҡы билдәле булды...

Тотош уҡырға 1

Константин Толкачевты Өфөнөң Көньяҡ зыяратында ерләйҙәр

Константин Толкачевты Өфөнөң Көньяҡ зыяратында ерләйҙәр 06.05.2026 // Иҡтисад

Башҡортостандың баш ҡалаһында парламент спикеры менән бәхилләшеү сараһы тамамланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостандың 49 районында сәсеү эштәре бара

Башҡортостандың 49 районында сәсеү эштәре бара 06.05.2026 // Иҡтисад

Башҡортостандың 49 районында сәсеү эштәре бара...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостандан Сербияға 70 мискә бал оҙатылған

Башҡортостандан Сербияға 70 мискә бал оҙатылған 06.05.2026 // Иҡтисад

Башҡортостандан Сербияға 70 мискә бал оҙатылған...

Тотош уҡырға 1

Республиканың 43 районында сәсеү эштәре башланды

Республиканың 43 районында сәсеү эштәре башланды 04.05.2026 // Иҡтисад

Республиканың 43 районында сәсеү эштәре башланды...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда туристик объекттарға юлдар төҙөкләндерелә

Башҡортостанда туристик объекттарға юлдар төҙөкләндерелә 29.04.2026 // Иҡтисад

Башҡортостанда туристик объекттарға юлдар төҙөкләндерелә...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостан уҡытыусыларының август кәңәшмәһе Ишембайҙа үткәрелә

Башҡортостан уҡытыусыларының август кәңәшмәһе Ишембайҙа үткәрелә 28.04.2026 // Иҡтисад

Был хаҡта дүшәмбе хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә билдәле булды....

Тотош уҡырға 3

Үҙәк банк төп ставканы 14,5% тиклем кәметте

Үҙәк банк төп ставканы 14,5% тиклем кәметте 24.04.2026 // Иҡтисад

24 апрелдә Рәсәй банкының директорҙар советы төп ставканы йылына 14,50% тиклем кәметергә хәл итте....

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан шифаханаларҙы һатырға йыйынмай

Башҡортостан шифаханаларҙы һатырға йыйынмай 23.04.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан шифаханаларҙы һатырға йыйынмай...

Тотош уҡырға 6

Башҡортостандың 18 районында сәсеү эштәре башланды

Башҡортостандың 18 районында сәсеү эштәре башланды 23.04.2026 // Иҡтисад

Башҡортостандың 18 районында сәсеү эштәре башланды...

Тотош уҡырға 4

Республикабыҙҙа «Башҡортостандың рәхмәтле халҡынан» миҙалы булдырылды

Республикабыҙҙа «Башҡортостандың рәхмәтле халҡынан» миҙалы булдырылды 21.04.2026 // Иҡтисад

Республикабыҙҙа «Башҡортостандың рәхмәтле халҡынан» миҙалы булдырылды...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы Үҙәк Азия төбәктәре менән хеҙмәттәшлектең файҙаһы тураһында һөйләне

Башҡортостан Башлығы Үҙәк Азия төбәктәре менән хеҙмәттәшлектең файҙаһы тураһында һөйләне 20.04.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы Үҙәк Азия төбәктәре менән хеҙмәттәшлектең файҙаһы тураһында һөйләне...

Тотош уҡырға 3


Комментарий өҫтәргә