Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Сүптең дә файҙаһы күп...
Сүптең дә файҙаһы күп... Ҡағыҙ, пластик, быяла, резина, күн, ағас әйберҙәре, батарейкалар, аккумуляторҙар, медицина ҡалдыҡтары, терегөмөшлө аппараттар, лампалар... Бөгөн тау-тау булып өйөлгән ҡый тирә-йүнде ҡотһоҙлап, ағыулап ҡына ҡалмай, төрлө ауырыуҙар сығанағы булараҡ та хәүеф тыуҙыра.

Сүп-сар алдынғы илдәр иҡтисадының айырылғыһыҙ бер өлөшөнә әүерелде. Нефть һәм газ яғыулығы кәмей барған һайын, тирә-яғыбыҙҙа көнкүреш ҡалдыҡтары арта. Эксперттар билдәләүенсә, Рәсәйҙә уның 95 процентын ергә күмһәләр, бер проценты самаһын үртәй­ҙәр. Әммә яндырыу сүп-сарҙан тулыһынса ҡотолоу тигән һүҙ түгел әле, был уның ни бары 40 процентын ғына кәметә. Унан хасил булған көл шул уҡ ҡалдыҡтар иҫәбенә инә. Мәҫәлән, ауыр металдар көл булараҡ та атмосфераға башҡа юлдар менән эләгеп, ағыу бүлеп сығара. Был йәһәттән йәнә хәл итәһе мәсьәләләр тыуа. Улар һауаға кислоталы төтөн сығармаһын өсөн мейестәр махсус фильтрҙар менән йыһазландырылырға тейеш.
“Росприроднадзор” билдә­лә­үенсә, илдә йыл да 40 миллион тонна самаһы (бер кешегә яҡынса 500 килограмм тура килә) ҡаты көнкүреш ҡалдыҡ­тары барлыҡҡа килә. Европа илдәрендә лә күрһәткес шул уҡ сама, АҠШ-та иһә 200 килограмға күберәк. Ә бына сүп-сар буйынса Ҡытай иң алдынғы илдәрҙән иҫәпләнә. Ошо етешһеҙлектән бер аҙ арыныу маҡсатында унда быйыл ҡаты көнкүреш ҡалдыҡ­тары нигеҙендә эшләйәсәк электр станциялары комплексы төҙөргә тотонмаҡсылар һәм уны 2018 йылда тамамларға ниәт­ләйҙәр. Объекттарҙа тәүлегенә биш мең тоннаға ҡәҙәр ҡалдыҡ эшкәртеү күҙаллана.
Аҡыл менән эш иткәндә көн­күреш ҡалдыҡтарынан да фай­ҙа күрергә мөмкин. Һуңғы осорҙа Рәсәйҙең Энергетика министрлығы сүп-сарҙы эш­кәртеп, электр һәм йылылыҡ энергияһы етештереүсе завод төҙөү һәм уны ҡулланыу­сы­ларға күмәртәләп һатыу ха­ҡында һүҙ алып бара. Шул уҡ ваҡытта яңы эш урындары барлыҡҡа киләсәк, сүп-сарҙы йыйыуға юғары технологиялы ҡорамалдар йәлеп ителәсәк. Эксперттар билдәләүенсә, беҙҙә әлегә быға оҡшаш технологиялар юҡ.
Көнкүреш ҡалдыҡтары донъя­ның бихисап илдәрен хәүефкә һала.
Был йәһәттән Бөйөк Британия хөкүмәте 1990 йылдан бирле ҙур эш алып бара. Унда “аҙыҡ-түлектән бушаған пластик һауыттарҙың 70 проценты эшкәртелергә тейеш” тигән талап бар. Тоҡсай һәм шешә­ләрҙе йыйыу, эшкәртеү менән илдең 100-ҙән ашыу компа­нияһы шөғөлләнә. Мәктәп уҡыу­сылары ла алюмин һауыттарҙы йыйып тапшырыуға йәлеп ителә.
Рәсәйҙә лә был юҫыҡта эш ҡуҙғалырға оҡшай. Ҡаты көн­күреш ҡалдыҡтарынан алынған яғыулыҡ үҙенең сифаты буйынса ғәҙәттәгенән ҡайтыш түгел, әммә ҡыйбатыраҡ бу­ласаҡ. Бүрәт Республикаһында япон технологияһы нигеҙендә сүп-сар эшкәртеү заводы төҙөү хаҡында инде бер нисә йыл һүҙ бара. Уның хаҡын 9 миллиард һумға баһалай урындағы белгестәр. Төҙөлөш биш йылға һуҙылыр, ә ҡалдыҡ нигеҙендә эшләйәсәк электр станцияһы Улан-Удэ ҡалаһының ике-өс микрорайонын йылыта алыр тип көтөлә. Йәнә 90 кешегә эш урыны барлыҡҡа киләсәк. Тәбиғәтте һаҡлау йәһәтенән был проект үҙен аҡлаясаҡ, тип өмөтләндерәләр.
Завод йылына 240 мең тонна ҡалдыҡ эшкәртеү ҡеүәтенә эйә буласаҡ. Әлбиттә, ҡора­малдар ҡуйыу һәм эшкәртеү барышы – техник йәһәттән ҡатмарлы һәм күп сығымлы, тип билдәләйҙәр Энергетика министр­лығында. Бындай проекттарҙың Татарстанда, Мәскәү өлкәһендә лә башланыуы ихтимал. 2011 йыл аҙағында Воскресенск ҡалаһында ла АҠШ техно­логияһы буйынса ошондайыраҡ ҡоролмаға һынау үткәрелде. Бүрәт Республикаһының Энергетика министрлығы проект үҙен аҡлаясаҡ тип ышандыра, әммә был көн ҡасан етер – әлегә билдәһеҙ.
Рәсәйҙә ҡалдыҡтар йыйылған ваҡытта уҡ айырып алынмай. Шуға күрә тәү сиратта сорттарға бүлеү станциялары (10 – 25 миллион доллар) ҡуйырға кәрәк буласаҡ, һуңынан – биогазды алыу һәм таҙартыу буйынса линия (25 миллион доллар самаһы), аҙаҡ – энергоблок (25 миллион доллар). Һөҙөмтәлә электр станция­һының хаҡы 60 миллион долларҙан ашып китә. Был хаҡҡа ярты миллионлы ҡала халҡын ҡыйҙан ҡотҡарырға булыр ине.
“Гринпис” эксперты Алексей Киселев: “Сүп-сар яндырыусы заводтарҙың табыш килтер­гәнен хәтерләмәйем. Дөрөҫ, уларҙың хужалары файҙа ала, әммә ул ҡабул ителгән ҡалдыҡтарҙың хаҡы, дәүләттән йәки муниципалитеттан алынған субсидия иҫәбенән килә”, – ти. Шулай ҙа тирә-яғыбыҙҙың таҙалығы, экологик именлек, халыҡтың һаулығы барлыҡ сығымдарҙан ҡыйбатыраҡ икәнлеген онотмаҫҡа кәрәктер. Күптән түгел республикабыҙҙың Белорет ҡалаһында ла яңы полигон сафҡа инде. 25 йылға иҫәпләнгән ҡоролма көнөнә тиҫтәләгән тонна сүп-сар ҡабул итә ала. Проект республика һәм урындағы бюджет иҫәбенә тормошҡа ашырылған.
Бульдозер полигондағы сүп-сарҙы бер урынға йыйып өйә лә тығыҙлай. Һөҙөмтәлә майҙанда яңы ҡалдыҡтар өсөн урын бушап тора. Полигон сафҡа ингәс, был сүп-сар махсус ҡатлам менән ябыласаҡ. Бер нисә йылдан ул серетмәгә әйләнә. Иң мөһиме – тирә-яҡҡа зыян килтереүсе шыйыҡсалар ҙа тупраҡҡа үтмәйәсәк.
Белорет полигонының майҙаны – 21,9 гектар, тирә-яғы тулыһынса кәртәләнеп алынған, һаҡ, видеокүҙәтеү ҡуйылған. Бында урындағылар ғы­на түгел, Учалы, Әбйәлил райондары һәм Межгорье ҡалаһы ойошмалары ла үҙенең сүп-сар ҡалдығын килтерә ала. Экологтар билдә­ләүенсә, полигон IV һәм V класлы хәүефкә ҡара­ған ҡалдыҡтарҙы ғына ҡабул итә. Кил­терелгән сүп-сарҙы, бушатҡас та, сортына ҡарап, айырып алалар. Пластик, ҡатырға, полиэтилен, быяла преслана һәм, яңынан эшкәртеү предприятиеларына оҙатылып, уларға яңы ғүмер бирелә. Ҡатырға – Учалыға, ә пластик Түбәнге Новгород, Санкт-Петербург ҡалаларына ебәрелә.
Сүп-сар... Аҡылды эшкә ҡушҡанда ул да файҙа килтерә шул.


Автор: В. АЙҘАРОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостан заправкаларында бензинға хаҡ артҡан

Башҡортостан заправкаларында бензинға хаҡ артҡан 11.06.2026 // Иҡтисад

«Башнефть» заправкаларында йәнә хаҡ артҡан. Бензиндың популяр маркалары 10 тингә ҡиммәтләнгән. ......

Тотош уҡырға 3

12 июндә Башҡортостандың 20 районында  «ҡоро закон» ғәмәлдә

12 июндә Башҡортостандың 20 районында «ҡоро закон» ғәмәлдә 11.06.2026 // Иҡтисад

Рәсәй көнөндә, 12 июндә, Башҡортостандың 20 районында һабантуйҙар ойошторола, тимәк, был ......

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда Саҡмағош - Дүртөйлө юлы төҙөкләндерелә

Башҡортостанда Саҡмағош - Дүртөйлө юлы төҙөкләндерелә 11.06.2026 // Иҡтисад

Башҡортостанда Саҡмағош - Дүртөйлө юлы төҙөкләндерелә...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда уртаса хеҙмәт хаҡы билдәле булды

Башҡортостанда уртаса хеҙмәт хаҡы билдәле булды 08.06.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан статистары республикалағы уртаса эш хаҡы күләмен атаны....

Тотош уҡырға 2

Башҡортостан Вологда өлкәһе менән хеҙмәттәшлек итәсәк

Башҡортостан Вологда өлкәһе менән хеҙмәттәшлек итәсәк 05.06.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Вологда өлкәһе менән хеҙмәттәшлек итәсәк...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан инвестиция мөхите торошоноң милли рейтингында үҙ позицияһын һаҡлап ҡалды

Башҡортостан инвестиция мөхите торошоноң милли рейтингында үҙ позицияһын һаҡлап ҡалды 05.06.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан инвестиция мөхите торошоноң милли рейтингында үҙ позицияһын һаҡлап ҡалды...

Тотош уҡырға 4

Радий Хәбиров «Технониколь» менән Башҡортостанда яңы сәнәғәт проекттарын тикшерҙе
Өфөлә Heaven's Garden рекреацион-ҡунаҡхана комплексы төҙөлә

Өфөлә Heaven's Garden рекреацион-ҡунаҡхана комплексы төҙөлә 04.06.2026 // Иҡтисад

Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында Өфөлә күләмле инвестиция проектын бойомға ашырыу тураһында ......

Тотош уҡырға 7

Абхазия президенты Петербург халыҡ-ара форумында Башҡортостан стендын ҡараны

Абхазия президенты Петербург халыҡ-ара форумында Башҡортостан стендын ҡараны 04.06.2026 // Иҡтисад

Абхазия президенты Бадра Гунба 29-сы Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында Башҡортостан ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан стенды – Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында иң сағыуҙарының береһе

Башҡортостан стенды – Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында иң сағыуҙарының береһе 04.06.2026 // Иҡтисад

Был хаҡта форумда ҡатнашыусы – Федерация Советының фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитеты ......

Тотош уҡырға 3

Радий Хәбиров Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында Башҡортостан делегацияһының бурыстары хаҡында һөйләне

Радий Хәбиров Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында Башҡортостан делегацияһының бурыстары хаҡында һөйләне 04.06.2026 // Иҡтисад

Радий Хәбиров Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында Башҡортостан делегацияһының бурыстары хаҡында ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан  Петербург халыҡ-ара форумында ҡатнашыусыларҙы «һөйләүсе ағас» менән хайран ҡалдырҙы

Башҡортостан Петербург халыҡ-ара форумында ҡатнашыусыларҙы «һөйләүсе ағас» менән хайран ҡалдырҙы 03.06.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Петербург халыҡ-ара форумында ҡатнашыусыларҙы «һөйләүсе ағас» менән хайран ҡалдырҙы...

Тотош уҡырға 2


Комментарий өҫтәргә