Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Йортоғоҙ ҡотло булһын!
Йортоғоҙ ҡотло булһын! Үрге Ҡыйғылағы “Крис­талл” йәмғиәте етәксеһе Тимур Вәлиев беҙҙе ихлас ҡаршы алды. Ниәтебеҙҙе әйткәс: – Гәзиткә яҙырлыҡ әллә ни ҡыйратҡан юҡ инде, – тине ипле генә. – Беҙҙә башҡаларға күрһәтерҙәй уңғандар күп ул. Берәүҙәр икмәк бешерә, икенселәр һөт ризыҡтары етештерә, тигәндәй. Ана, юлсыларҙы ғына алайыҡ. Күп төбәктәр был йәһәттән зарланһа, беҙҙә асфальт етмәгән ауыл юҡ. Кәрәк урынға йырлап ҡына барабыҙ ҙа етәбеҙ. Был, әлбиттә, райондағы юл эшсәндәренең тырышлығынан тора. Бәлки, улар хаҡында яҙырһығыҙ? Күптән түгел генә беҙҙең ауыл биләмәһе республикала үткәрелгән “Башҡортостандың иң төҙөк ҡала (ауыл) биләмәһе” конкурсында өсөнсө урынды яуланы...
– Беҙ улар менән дә осрашырбыҙ. Әлегә һеҙҙең эшегеҙ менән танышырға ине иҫәп.
– Былай ҙа заказдарҙы өлгөртөп булмай, гәзиттә мәҡәлә сыҡһа, бөтөнләй тыныслыҡ бөтөр ул.



Ана шулай һатыулаша-һатыу­лаша таныштыҡ был эшҡыуар менән. Үҙе тураһында бигүк һөйләп бармауы, әйләнгән һайын “фәләнде күрһәгеҙ, шәп булыр ине” тип ҡабатлауы уға ҡарата ихтирам тойғоһон бермә-бер арттырҙы.
Дөрөҫ әйтә эшҡыуар: төбәктә башҡаларға күрһәтерҙәй матур яңылыҡтар бар. Һуңғы йылдарҙа әйләнгән һайын тормош ауырлы­ғына зарланырға әүәҫләнһәк тә, районда маҡтап телгә алыр­лыҡ үҙ­гә­реш­тәр етерлек. Уңғандар зар­ланмай, уңышһыҙлығында бүтәндәрҙе ғәйеплә­мәй. Ана, район үҙәген­дә­ге элек ташландыҡ хәлдә булған кино сел­тәре бинаһы бөгөн танымаҫлыҡ булып үҙгәреп, тирә-яҡҡа йәм биреп ултыра. Унда музей, китапхана, күп функциялы үҙәк изге бурысын үтәй. Шуныһы ҡыуаныслы: мәҙәни усаҡтан балалар ҙа, йәштәр ҙә, өлкәндәр ҙә өҙөлмәй. Ә тарих, әҙәбиәт менән ҡыҙыҡһынған кешенең күңелендә донъяға, тирә-йүнгә битарафлыҡҡа урын булмай. Элекке интернат бина­һында барлыҡҡа килгән Ҡыйғы теген фабрикаһы йөҙҙән ашыу кешене эшле иткән – улар хәрбиҙәр өсөн бына тигән форма тегә. Заказ биреүселәр ҡыҙҙарҙың хеҙмә­тенән ҡәнәғәт...
– Әйҙәгеҙ, эскә үтәйек! – Уйҙа­рымды директорҙың тауышы бүлде.
Әллә ни ҙур булмаған цехта эш гөрләй. Хужа беҙҙе блок­тарҙың нисек барлыҡҡа килеүе менән таныштыра.
– Был ҡаҙанлыҡ быу эшләп сығара, – ти ул. – Шул арҡала блоктар киптерелә. Ул ағас вағы менән эшләй...
Берәүҙәр сеймалды әҙерләп, мейескә оҙатһа, икенселәр әҙер тауарҙы теҙә. Предприятиела ике тиҫтәгә яҡын кеше тир түгә. Раил Вәлиев, Илнар Шәйехов, Рәмил Сәйфуллин, Артур Ҡазыев, Евгений Чернышев, Руслан Кашапов, Айҙар Ғирфановты маҡтап телгә алды етәксе. Егеттәрҙең кәйефе шәп.
– Эш хаҡы нисек?
– Һәйбәт! Бисмилла итһәң, етә. – Ҡәнәғәт яуапланы егеттәр.
Тимур Мансур улы төҙөлөш эшҡыуарлығында яңы кеше түгел. Биш йыл әүәл ошо шөғөлгә тотонған уҙаман – бөгөн районда абруйлы кеше. Төбәкте төҙөклән­дереүгә ҙур көс һала ул. Талантлы шағир Рафаэль Сафин тыуып үҫкән Йыланлылағы мәҙәниәт усағын, Арыҫландағы мәктәпте өр-яңы кеүек итеп ремонтлап, ауыл халҡын ҡыуандырған. Район үҙәгендәге етем балалар өсөн йортто ла “Кристалл” пред­прия­тиеһы эшселәре һалып биргән. Былтыр иһә улар йылы блоктар төҙөүгә тотонған. Был эш өсөн республика ҡаҙнаһынан 500 мең һум субсидия алынған, башлап ебәреүҙә район хакимиәте ҙур ярҙам күрһәткән. Үҙ сиратында Тимур Вәлиев йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнаша, төрлө сараларҙы үткәрергә булышлыҡ итә.
– Анһат хәҙер, – тип һүҙен дауам итте етәксе. – Йорт һалам тиһәң, ниндәй генә төҙөлөш материалы юҡ! Кирбес, аҙыраҡ сығым талап иткән төрлө ҙур­лыҡтағы блоктар... Әммә улар башлыса ҡасаба­ларҙа, ҡалаларҙа етештерелгәнгә күрә, ҡайһы берәүҙәрҙе юл өсөн түләү ҡурҡыта. Тап шуға ла йылы блоктарҙың үҙебеҙҙә сығарыла башлауын халыҡ ҡыуанып ҡабул итте.
Йортоғоҙ ҡотло булһын!Әлегә бик һирәк төбәктәрҙә ҡулланылған блоктарҙы эшләү үҙенсәлеген Интернеттан ҡарап өйрәнә Тимур Мансур улы. Уртаһына пенопласт йәбештереп етештерелгән төҙөлөш материалы бик ҡулайлы, арзанға төшә. Бейеклеге – 20, киңлеге – 30, оҙонлоғо 40 сантиметр тәшкил иткән блоктан бер нисә көн эсендә йортоңдо теүәлләргә мөмкин. Тышын кирбес менән көпләйһе лә түгел, ике мәшәҡәт бер юлы башҡарыла. Теләйһең икән, үҙеңә оҡшаған төҫкә буярға ла була. Заказдар хатта Силәбе өлкәһенән дә бар.
Бындай стена йылыны сы­ғармай, һыуыҡты индермәй. Йәйге эҫе көндәрҙә – һалҡынса, ә ҡыш йылы тотоуы менән отошло.
Пенопласты Благовещен ҡала­һынан һатып алалар. Әлбиттә, ара яҡын түгел, юл сығымы ярайһы. Шуға ла әле егеттәр йәнә бер ҙур бинаны төҙөп бөтөп килә. Пенопласты тиҙҙән үҙҙә­рендә етештерә башларға ниәт­ләйҙәр.
– Манипуляторлы “КамАЗ” алып ебәргәндә, тағы ла һәйбәт булыр ине. Ул сағында заказды үҙебеҙ­гә илтеп ҡу­йыу арзанға төшәсәк, – тип хыялы менән уртаҡлашты эшҡыуар.
Әңгәмәләшкән арала Тимур Мансур улының ваҡыты ысынлап та тығыҙ, про­дукцияһына ихтыяж ҙур булыуын аңланыҡ. Кемдер өҙлөкһөҙ телефондан шылтырата, икенселәр уның бушағанын көтә. Шул мәл Салауат районынан йәш ғаилә алдан биргән заказын алырға килде. Уларға кәңәштәр биреп, хәйер­ле юл теләп:
– Йортоғоҙ ҡотло булһын, – тип оҙатты етәксе.


Автор: И. ХАҠОВ. Район: Ҡыйғы районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Үҙәк банк төп ставканы һаҡлап ҡалды
Балтас районында юл участкаһын ремонтлау эштәре тамамланды

Балтас районында юл участкаһын ремонтлау эштәре тамамланды 10.09.2026 // Иҡтисад

Был юл республиканың төньяҡ-көнсығышындағы өс районды тоташтыра һәм Пермь крайына илтә....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда урмансылар рөхсәтһеҙ ағас ҡырҡыуға ҡаршы рейдтарға сыға

Башҡортостанда урмансылар рөхсәтһеҙ ағас ҡырҡыуға ҡаршы рейдтарға сыға 08.09.2026 // Иҡтисад

Улар лицензия һәм рөхсәт ҡағыҙының булыу-булмауын тикшерәсәк....

Тотош уҡырға 0

Ял көндәренә Өфөгә яғыулыҡ күберәк биреләсәк — Сәнәғәт министрлығы

Ял көндәренә Өфөгә яғыулыҡ күберәк биреләсәк — Сәнәғәт министрлығы 30.07.2026 // Иҡтисад

Ял көндәренә Өфөгә яғыулыҡ күберәк биреләсәк — Сәнәғәт министрлығы...

Тотош уҡырға 0

Республикала ярты миллион тонна иген һуғып алынған

Республикала ярты миллион тонна иген һуғып алынған 30.07.2026 // Иҡтисад

Республикала ярты миллион тонна иген һуғып алынған...

Тотош уҡырға 0

Республикала мал аҙығы культуралары майҙандарының яртыһы йыйып алынған

Республикала мал аҙығы культуралары майҙандарының яртыһы йыйып алынған 30.07.2026 // Иҡтисад

Республикала мал аҙығы культуралары майҙандарының яртыһы йыйып алынған...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда АИ-95 бензинын етештереү күләме арта

Башҡортостанда АИ-95 бензинын етештереү күләме арта 28.07.2026 // Иҡтисад

Башҡортостанда АИ-95 бензинын етештереү күләме арта...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров МХО шарттарында Башҡортостан властарының төп бурыстарының береһен атаны
Үҙәк банк йәнә төп ставканы кәметте

Үҙәк банк йәнә төп ставканы кәметте 24.07.2026 // Иҡтисад

Үҙәк банк йәнә төп ставканы кәметте...

Тотош уҡырға 0

Баш ҡалала АЗС-тарҙа сират 700 машинаға тиклем кәмегән

Баш ҡалала АЗС-тарҙа сират 700 машинаға тиклем кәмегән 22.07.2026 // Иҡтисад

Баш ҡалала АЗС-тарҙа сират 700 машинаға тиклем кәмегән...

Тотош уҡырға 0

Рәсәй хөкүмәте Башҡортостандың дәүләт предприятиелары акцияларын һатыуға сығарҙы
Башҡортостанда тәүлегенә яғыулыҡ ҡулланыу 3,5 мең тоннаға тиклем артҡан

Башҡортостанда тәүлегенә яғыулыҡ ҡулланыу 3,5 мең тоннаға тиклем артҡан 21.07.2026 // Иҡтисад

Башҡортостанда һуңғы ваҡытта яғыулыҡты ҡулланыу тәүлегенә 3 мең тоннанан 3,5 мең тоннаға еткән. Был ......

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә