Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Онотолған аҡсалар
Зәйнәп әбей яңғыҙ ғына ғүмер кисерҙе. Бөйөк Ватан һуғышы михнәтен, унан һуңғы барлыҡ ауырлыҡты үҙ иңендә татыған ҡарсыҡ һаҡсыл булды. Малын да, ҡош-ҡортон да ишле аҫрағас, пенсияһы ла килеп торғас, артҡанын ауылдағы һаҡлыҡ кассаһына һала барҙы. Әммә өлкәнәйгәс, хәтере лә насарланғас, банкка йөрөй алмағас, ул пенсияһын түшәге аҫтына ҡыҫтырып, яҡындарына, бер-бер хәл булһа, ошонда ғына ятыр, тип күрһәтер ине.


Әбейҙең һаҡлыҡ аҡсаһы булыуы туғандарының уйына ла инмәне. Ул баҡыйлыҡҡа күсеп, бер нисә йыл үткәс кенә, был хаҡта банкта эшләгән ханым әйтеп, юллап алыу нескәлектәрен аңлатты.
Эйе, бындай миҫалдар күп. Мәҫәлән, бөгөн Рәсәйҙең ябылған банктарындағы аҡсаның өс процентын килеп һораусы юҡ йәки уның барлығын иҫтәренән сығарғандар. Ғәмәлдәге банктарҙа ла онотолған аҡсалар юҡ түгел. Вкладты страховкалау буйынса агентлыҡ мәғлүмәттәренә ҡарағанда, бының сәбәптәре төрлөсә: ҡайһы берәүҙәр иҫәбендә бер ни ҡәҙәр аҡса булһа, йә ярай, шуның өсөн генә инәлеп йөрөмәйем, тип ҡулын һелтәй. Ғәҙәттә, улар бер нисә мең һумдан артмай. Яҡындарына, туғандарына васыятнамә ҡалдырмай донъялыҡтан киткәндәр ҙә етерлек.
Дөрөҫ, банктар тулыһынса ябылып бөтөп, билдәләнгән ваҡыт үткәндән һуң да аҡсаһын һорап килеүселәр барлығын-бар, әммә улар күп түгел. Вкладты страховкалау буйынса агентлыҡтың 12 йыллыҡ эшмәкәрлек осоронда бындай мөрәжәғәттәр ике тиҫтәнән артмаған.
Әммә был осраҡта ла хәл бөтөнләй өмөтһөҙ түгел: аҡсаны ҡайтарып алыу өсөн тулы мөмкинлек бар. Вкладтың хужаһы ваҡытында килмәүенең сәбәбен асыҡлап аңлатма яҙа. Мәҫәлән, кемдер армияла хеҙмәт иткән, икенселәр дауаханала ятҡан...
Әлбиттә, Рәсәйҙең эшләп килгән банктарында ла “онотолған” вкладтар етерлек: берәүҙәр ҡара көнгә тип ҡалдыра ла онота, кемдер баҡыйлыҡҡа күсә. Уларҙың һанын аныҡ ҡына билдәләү мөмкин түгел, ойошмалар сер итеп һаҡлай. Әммә улар ҙа ҡәҙимге вклад булараҡ һаҡлана. Хужалары теләгән ваҡытта уны күсереү йәки ҡайтарып алыу хоҡуғына эйә.
Мәғлүм булыуынса, банк менән шәхес араһындағы килешеүҙең ваҡыты сикләнмәгән, унда аҡса эйәһе кәрәк тип тапмағанда иҫәпте теләгән ваҡытта яба алыуы хаҡында имза ҡуя. Ғәҙәттә, иҫәп асҡан өсөн бер ниндәй ҙә аҡса алынмай. Киреһенсә, банк системаһындағы шөғөл, мәғлүмәтте эшкәртеү һәм һаҡлау уларҙан байтаҡ сығым талап итә.
Төбәк банктары ассоциацияһының вице-президенты Олег Иванов белдереүенсә, элек учреждениелар иҫәпте хужаһынан тыш та ябыу хоҡуғына эйә булған, сөнки “үле” вкладтар “тере”ләренән артып киткән, һәм был етди мәшәҡәт тыуҙырған. Тап шул кәмселекте көйләү ниәтенән 2005 йылда законға үҙгәрештәр индерелгән. Уға ярашлы, әгәр ике йыл эсендә иҫәп менән берәү ҙә ҡыҙыҡһынмаһа, алдан хужаһына иҫкәртеү яһала, әгәр 60 көн эсендә ул банкка килмәһә, вклад хаҡында килешеү ғәмәлдән сығарыла. Әммә иҫәптәге аҡсаны банк үҙләштерә алмай, ул Үҙәк банктың махсус һаҡламына күсерелә. Уны хужаһына бер нисә тиҫтә йылдан һуң да килеп алырға мөмкин. Бының өсөн кредит ойошмаһының Үҙәк банкка үтенес хаты яҙыуы мөһим, финанс эшмәкәрлегенә лицензияһы тартып алынғанда иһә ғаризаны конкурс идараһы юллай. Хәҙер банктар иҫәп ябыуҙы әүҙем ҡуллана, шуға ла бөгөн уларҙа “үле” иҫәптәр ярайһы уҡ кәмегән.
Әлбиттә, бындай алым башҡа илдәрҙә лә ҡулланыла. Мәҫәлән, Швейцарияла уҙған быуаттың аҙаҡҡы йылдарында ташландыҡ вклад хужаларын эҙләй башлағайнылар, махсус сайт та асылды. Бәғзеләренең аҡсаһын юллап килмәүенә хатта 60 йыл ваҡыт үткән. “Юғалғандар” исемлегендә 2600 кеше иҫәпләнә. Кәрәкмәгән аҡсаларҙың дөйөм күләме 44 миллион франкка барып еткән. Күптән түгел илдә яңы закон ғәмәлгә инде. Хәҙер бында онотолған аҡсаларҙың эйәһен эҙләмәйҙәр, ә сабыр ғына уларҙың килеп алыуын көтәләр.
Тормошта төрлө хәл осрай. Ҡайһы берәүҙәр бер ниндәй васыятнамә яҙмай. Туғандары мәрхүмдең банкта аҡсаһы булыуын тоҫмаллаһа ла, ҡайһыһында һаҡланыуын аныҡ ҡына белмәй. Йыл һайын нотариустарға ошо юҫыҡта миллион самаһы ғариза яҙыла.
Был осраҡта ни эшләргә һуң? Белгестәр иң тәүҙә нотариусҡа мөрәжәғәт итергә ҡуша. Унда баҡыйлыҡҡа күскән кешенең вклады барлығы-юҡлығын асыҡлау өсөн төрлө банктарға запрос ебәрелә. Ыңғай яуап алынған осраҡта алты айҙан һуң нотариус теге йәки был мөлкәткә кемдең дәғүә итә алыуын аныҡлай һәм уға танытма бирә. Ошо документ ярҙамында банкка мөрәжәғәт итеп, аҡсаны алырға мөмкин.
Әлбиттә, ошондай уҡ үтенес менән һалым инспекцияһына ла барырға була. Хәҙер банктар халыҡтың иҫәп асыуы хаҡында уларға ла туранан-тура мәғлүмәт бирә.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде

Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде 30.10.2026 // Иҡтисад

Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында республиканың агросәнәғәт комплексы алдынғыларын бүләкләнеләр. ......

Тотош уҡырға 4

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан статистиктары ҡулланыусылар продукттарына хаҡтарҙың үҙгәреүе хаҡында хәбәр итте....

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне...

Тотош уҡырға 3

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде 29.10.2026 // Иҡтисад

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде...

Тотош уҡырға 4

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды 28.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды...

Тотош уҡырға 5

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра 28.10.2026 // Иҡтисад

30 октябрҙән Һамар — Пермь поезы йөрөй башлай. Өфө менән Пермь араһында тәүге тапҡыр тура тимер юл ......

Тотош уҡырға 4

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде 28.10.2026 // Иҡтисад

Күрһәткес ағымдағы йылдың нормаһына ҡарата 6,8% артҡан....

Тотош уҡырға 3

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде 26.10.2026 // Иҡтисад

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде...

Тотош уҡырға 4

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде 26.10.2026 // Иҡтисад

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде...

Тотош уҡырға 7

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола 23.10.2026 // Иҡтисад

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола...

Тотош уҡырға 3

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы 23.10.2026 // Иҡтисад

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы...

Тотош уҡырға 6

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта 22.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта...

Тотош уҡырға 5


Комментарий өҫтәргә