Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » “Берләшергә кәрәк, берләшергә!”
“Берләшергә кәрәк,  берләшергә!” Фермер… Уҙған быуаттың туҡһанынсы йылдарында телебеҙгә килеп ингән был төшөнсә әкренләп нығына бара. Йылдың ниндәй миҙгеле булыуға ҡарамаҫтан, фермер тәбиғәт көйһөҙлөктәренә ҡаршы көрәшә-көрәшә мал-тыуар үрсетә, иген үҫтерә…

Республиканың ауыл хужалығы фермерҙары етештереүселәр берләшмәһе йыйылышында тармаҡ министры Николай Коваленко уларҙың хеҙмәтенә юғары баһа бирҙе. Башҡортостан фермерҙар һаны буйынса илдә бишенсе урынды биләһә, ауыл хужалығы продукцияһының тулайым күләме буйынса – 13-сө, малсылыҡ тармағында – 3-сө урында, тине ул. Йүнселдәребеҙҙең йылҡысылыҡ, һарыҡсылыҡ, кәзәселек, умарта­сылыҡ, ҡошсолоҡ менән әүҙем шөғөлләнеүен билдәләне.
Былтырғы менән сағыштырғанда һөт һауыу күләме – 16, һыйыр малдары һаны 10 процентҡа артҡан. Оҙаҡ йылдар һөҙөмтәле эшләгән, йылдан-йыл малсылыҡта ла, игенселектә лә етештереүҙе арттырған ер эшсәндәре Айрат Шәрәфетдинов (Баймаҡ), Николай Фунтиков (Хәйбулла), Фирҙәүес Ялалов (Илеш), Марат Ғәҙелшин (Миәкә), Мәүзир Латипов (Туймазы), Марат Рәхмәтуллин, Риф Мөкминов (Ғафури), Илдар Әһлиуллин (Шишмә), Альберт Мәсәғүтов (Иглин), Владислав Бикмурзин (Ҡалтасы), Илдус Шәрипов (Мәләүез), Рәмилә Сәмиғуллина (Шаран), Мәғсүм Фәрхетдинов (Благовещен), Рафаэль Йосопов (Нуриман), Әхләф Зарипов (Борай), Алмас Сәхипгәрәев (Баҡалы), Рәфҡәт Ғәҙелшин (Бөрйән) башҡаларға өлгө итеп ҡуйылды. Баймаҡ, Мәләүез, Стәрлебаш, Туймазы, Шаран райондарында фермерҙар ассоциацияһы етәкселәре хужалыҡтар менән һәр йәһәттән тығыҙ, һөҙөмтәле эшләһә, Благовещен, Бөрө, Күгәрсен һәм Өфө райондарында хәл киҫкен тора.
Бөгөн беҙҙең фермерҙар теләһә ниндәй шарттарҙа эшләй алыуын, яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшергә һәләтлелеген иҫбатлай. Күпселеге аяғында ныҡлы баҫып торһа, ҡайһылары, беҙгә бер ниндәй көрсөк тә ҡурҡыныс түгел, тигән фекерҙә. Һәр төрлө программаларҙың уңышлы эшләүе йүнселлекте үҫтереүгә булышлыҡ итә. Мәҫәлән, “Эш башлаған фермерҙарға ярҙам” программаһы буйынса дүрт йылда ҡаҙнанан бүленгән 433 миллион һум иҫәбенә 338 фермер грант алған.
Былтырҙан үҙ көсөнә ингән “Ауыл хужалығы кооперацияһы үҫеше” программаһы ла – һөт йыйыуҙы, мал һуйыуҙы ойоштороуға, ит эшкәртеү тармағын йәнләндереүгә мөһим бер аҙым. Игенселек өсөн уның әһәмиәте ҙур – бер нисә фермерҙы туплап, бәләкәй МТС-тар төҙөү юлы менән һөҙөмтәле продукция алыу мөмкинлеге бар. Былтыр был маҡсатҡа 18 миллион һум самаһы аҡса бүленгән. Ике ауыл хужалығы кооперативы дәүләт гранты алған. Бөгөн улар уңышлы эшләй, аныҡ һөҙөмтәләр бар. Әлеге программа айырыуса ҡалаларҙан алыҫта урынлашҡан көньяҡ-көнсығыш, төньяҡ-көнсығыш райондар өсөн отошло: йәштәр үҙенең шөғөлөн булдыра, эш урындары барлыҡҡа килә, инфраструктура үҫешә.
Шул уҡ ваҡытта борсоған проблемалар ҙа бихисап. Мәҫәлән, гранттарҙы маҡсатлы файҙа­ланмау осраҡтары бар. Былтыр ошоға бәйле 15 ҡырын эш фашланған. Етәкселәргә мәсьәләне киҫкенләштермәү өсөн етди күҙәтеү алып барырға ҡушылды. Йәнә бер проблема – бөгөн республика фермерҙары 620 мең гектар ер эшкәртһә, шуның өстән ике өлөшөнөң генә сиктәре рәсмиләш­терел­гән. Был йәһәттән министр район етәкселәрен фермерҙарҙы яҡларға, уларға ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәргә бәйле буталсыҡ мәсьәләләрҙе асыҡлауҙа, баҫыуҙарҙы бүлеп биреүҙә ярҙам итергә саҡырҙы.
Әйткәндәй, Башҡортостандың ауыл хужалығы тауарҙары етештереүселәр союзы рәйесе Зифҡәт Сәйетғәлиевтең кооперация хаҡындағы сығышы күптәрҙә ҡыҙыҡһыныу уятты.
– Үкенескә ҡаршы, фермерҙар әле һаман етештергәнен сеймал килеш арзанға осороуҙан арына алмай. Эшкәртеү тармағы үҫешмәгән. Мәҫәлән, итте, йәшелсәне консерваларға тултырып, бойҙайҙан он етештереп, йыл дауамында кәштәләргә сығарһалар, ҡайһылай отошло булыр ине. Шуға ла фермерҙарҙың киләсәге борсоуға һала, – тине ул. – Бөгөнгө иҡтисади шарттарҙа хужалыҡ итеүҙең бәләкәй төрҙәре өҫтөнлөклө йүнәлеш булып ҡала, улар илде аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеүгә ҙур өлөш индерә. Шуға ла дәүләт тарафынан тармаҡ йүнселдәренә һәр төрлө ярҙам саралары ҡаралған, программалар эшләй. 2013 – 2015 йылдарҙа эш башлаған фермерҙарға, ғаилә малсылыҡ фермаларына тәғәйенләнгән маҡсатлы программалар үҙ һөҙөмтәһен бирә – ҡураларҙа мал ишәйә, техника күбәйә. Әммә көс түгеп үҫтерелгәнде сауҙаға сығарыуҙа мең мәшәҡәт тыуа. Шуға ла ауыл кооперацияһы – өлгөрөп еткән мәсьәлә. Унһыҙ ауылдың киләсәге юҡ.
Әлбиттә, был юҫыҡта өлгө булырҙай миҫалдар юҡ түгел. Мәҫәлән, Миәкә районынан “Башҡортостандың бал байлығы” крәҫтиән (фермер) хужалығы рәйесе Илдус Ғүмәров, кооперация нигеҙҙәренә таянып, ҡулланыусылар йәмғиәте ойошторған. Ул күрше ете райондың умартасыларын берләштергән, бөгөн республикала, шулай уҡ ил кимәлендәге сауҙа селтәрҙәре менән уңышлы эшләй. Туймазылағы йәшелсә үҫтереү­селәрҙең өлгөһө лә иғтибарға лайыҡ, иглиндарҙың тәжрибәһе лә фәһемле. Һуңғыһында ит һәм һөт етештергән фермерҙар бергә ойошоп, үҙҙәрендә сауҙа урындары булдырған. Әлбиттә, киләсәктә һөҙөмтәле эшләү өсөн уларға юридик йәһәттән нығыныу кәрәк. Хоҡуҡи статус алғанда, берләшмәләргә субсидия бүлеүҙе арттырыу мөмкинлеге лә киңәйә.
Дәүләт органдары һәр фермерҙың яҙмышы менән ҡыҙыҡһына, уның проблемаларын яҡшы белә. Ер кешеһе туйындырыусы ғына түгел, ә илдең милли байлығы, аҙыҡ-түлек именлеген тәьмин итеүсе булараҡ ҡабул ителә. “Дәүләт ярҙам итмәһә, беҙ йәшәй алмайбыҙ. Ә беҙ бөтһәк, иртәгәһенә үк дәүләт тә юҡҡа сығасаҡ”, – ти фермерҙар үҙҙәре был хаҡта. Йәнә бында экологик йәһәттән таҙа аҙыҡ-түлек өсөн өҫтәмә аҡса түләнә. Әлегә был – Германияла…



Автор: Венер ИСХАҠОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде

Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде 30.10.2026 // Иҡтисад

Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында республиканың агросәнәғәт комплексы алдынғыларын бүләкләнеләр. ......

Тотош уҡырға 4

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан статистиктары ҡулланыусылар продукттарына хаҡтарҙың үҙгәреүе хаҡында хәбәр итте....

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне...

Тотош уҡырға 3

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде 29.10.2026 // Иҡтисад

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде...

Тотош уҡырға 4

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды 28.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды...

Тотош уҡырға 4

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра 28.10.2026 // Иҡтисад

30 октябрҙән Һамар — Пермь поезы йөрөй башлай. Өфө менән Пермь араһында тәүге тапҡыр тура тимер юл ......

Тотош уҡырға 4

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде 28.10.2026 // Иҡтисад

Күрһәткес ағымдағы йылдың нормаһына ҡарата 6,8% артҡан....

Тотош уҡырға 3

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде 26.10.2026 // Иҡтисад

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде...

Тотош уҡырға 4

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде 26.10.2026 // Иҡтисад

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде...

Тотош уҡырға 7

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола 23.10.2026 // Иҡтисад

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола...

Тотош уҡырға 3

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы 23.10.2026 // Иҡтисад

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы...

Тотош уҡырға 6

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта 22.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта...

Тотош уҡырға 5


Комментарий өҫтәргә