Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Түләү мәлен “йоҡлап” үткәрмә
Танышым 30 мең һум кредит алған. Ваҡытында түләгән тәүҙә, ләкин эшендә ҡыҫҡартыуға эләккән. Хәйерсегә ел ҡаршы тигәндәй, фатирҙа бергә йәшәгән иптәше уның һалып ҡуйған аҡсаһын урлап ҡасҡан... Ата-әсәһе юҡ. Туғандары ауылда, уларҙың да килемдәре самалы. Кредит һәм фатирға түләрлек аҡсаны кемдән һорарға һуң? Яңы эш тапты ул, тик урынлашып, стажировка үткәнсе ике ай ваҡыт уҙҙы. Ул арала өҫтәмә аҡса ла эшләп йөрөнө. Ләкин ашау, фатир яғын да ҡайғыртырға кәрәк. Тәүге эш хаҡын алғас, ярар, яйлап түләрмен әле, ҡурҡынысы булмаҫ ул ҡәҙәре, тип ҡыуанды. Әммә кисектерелгән һәр көнгә штраф һалынған. Ул ғынамы? Әле лә көн һайын бурысы арта бара...

Кредит алғандарҙың күптәренә был хәл яҡшы таныштыр. Арабыҙҙа 10 мең һум алып, уны 150 мең итеп түләүҙәре, ике ай рәттән бурысты ҡайтара алмай торғанға малдарын тартып алып китеү­ҙәре тураһында ишетелеп тора. Тик таяҡ та ике осло... Берәүҙәр донъя көтәм тип тырышһа ла, тормош үҙенекен тылҡый һәм кисә генә эшләп йөрөгән кеше, килемһеҙ ҡалып, кредит түләү менән ғаиләне ҡарау урталығында өҙгөләнә. Икенселәр инде: “Әй, бер нәмә лә булмаҫ әле”, – тип ҡул һелтәй. Кредит алғанда ябай кеше килешеүҙе тулыһынса уҡып сығамы, уны аңлаймы икән?.. “Башинформ” мәғлүмәт агентлығында Бөтә Рәсәй халыҡ фронты заемсыларҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса осрашыуҙа ла ошо хаҡта һүҙ барҙы. Күптәр тәүге аҙымда уҡ үҙҙә­ренә хөкөм сығара. Бигерәк тә банкка бармай, урамда тап булған иғлан буйынса мөрәжәғәт итеп. Анһат бит: бараһың да алаһың. Һәм нисек тә аҡса булһын тип ашҡыныуҙан процент ҙурлығын күрһәткән түгел, үҙ үпкәңде һатырға ризалыҡ биргән документҡа ҡул ҡуйғаныңды ла белмәй ҡалырһың.
Был йәһәттән “Заемсы хоҡуҡтары өсөн” проектының етәксеһе Виктор Климов шуны билдәләй: “Банк, кредит кооператив­тары Үҙәк банктың реестрында тер­кәлгән осраҡта ғына бурысҡа аҡса бирә ала. Юғиһә закон боҙған өсөн уларға 500 мең һум штраф һалына. Әммә бындай ойош­маларҙан тыш, иҡтисади көрсөктән фай­ҙаланған әүҙем кешеләр ҙә байтаҡ. Уларҙың мутлашыуынан бигерәк тә һаҡ булырға кәрәк!”
Бурыс менән бер рәттән коллектор­ҙарға бәйле ҡатмарлыҡтар барыһына таныш йәнә. Икенсеһе беренсеһенә эйәреп килә торған. Тик коллектор булып кемдең эшләүе, уға ниндәй талаптар ҡуйылыуы билдәһеҙ. Әммә бер закон да уға көс ҡулланырға, кеше хоҡуҡтарын боҙорға рөхсәт бирмәй. Шуға ла бурыс ҡайта­рыу­сылар менән ҡатмарлыҡтар тыуа ҡалһа, полиция хеҙмәткәрҙәренә мөрә­жәғәт менән барырға һәм “һеҙҙең би­рәсәгегеҙ бар бит” тиеүҙәренә ҡарамаҫтан, ғаризағыҙҙы ҡабул итеү талабын ҡуйырға кәрәк.
Йәшерен-батырыны юҡ, хаҡлы булып та хаҡһыҙ тороп ҡалыуыбыҙ бар кредит менән бәйләнгәндә. Үтескә алған аҡсаны ниндәй сәбәп менән ҡайтара алмауыбыҙға ҡарамаҫтан, билдәле: банк үҙенекен барыбер талап итәсәк. Хатта коллектор менән сәкәләшеүҙе хәл иткәндә лә, кредитты түләргә кәрәк бит... Ошо юҫыҡта Бөтә Рәсәй халыҡ фронты, заемсыларҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса кәңәшмәләр уҙғарып, был мәсьәләләрҙе сисеү юлдарын эҙләй. Ә әлегә үҙебеҙҙе яҡлап, алданыуға юл ҡуймауҙы хәстәрләү иңебеҙгә ята. Шуға ла финанс яҡтан бе­лемебеҙҙе камиллаштырырға бурыслы­быҙ бөгөн. Рәсәй Банкының Ҡулланыу­сыларҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса Эксперт советы рәйесе Анатолий Гавриленко тәҡдим иткән “Алданмаҫ өсөн 13 ябай ғына финанс ҡағиҙәһе”н иҫтә тоторға кәрәк.

1. Кредитты кемдән алыуығыҙҙы белеү зарур.
2. Килешеү аҡсанан мөһимерәк.
3. Кредитҡа алған аҡса һеҙҙең мәнфәғәткә булырға тейеш.
4. Бары килемегеҙ валютаһындағы кредит.
5. Документтарҙы ҡәҙерләп һаҡ­ларға.
6. Түләү көнөндә “йоҡлап” ҡал­маҫҡа.
7. “Аҙ проценттарҙы” ғүмер буйы түләүегеҙ ихтимал.
8. Уңайлыҡтар өсөн түләргә кәрәк. Ҡайһы берҙә бигерәк ҡыйбат хаҡты.
9. Телефонды күҙәтеп барырға.
10. Кредитор менән бары яҙма рәүештә һөйләшергә.
11. Депозитығыҙ булған банктан кредит алмаҫҡа.
12. Кредит “пирамидаһын” төҙөмәҫкә.
13. Имселәргә барып йөрөмәҫкә.




Автор: Денис ҒИЛМАНОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде

Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде 30.10.2026 // Иҡтисад

Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында республиканың агросәнәғәт комплексы алдынғыларын бүләкләнеләр. ......

Тотош уҡырға 4

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан статистиктары ҡулланыусылар продукттарына хаҡтарҙың үҙгәреүе хаҡында хәбәр итте....

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне...

Тотош уҡырға 3

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде 29.10.2026 // Иҡтисад

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде...

Тотош уҡырға 4

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды 28.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды...

Тотош уҡырға 4

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра 28.10.2026 // Иҡтисад

30 октябрҙән Һамар — Пермь поезы йөрөй башлай. Өфө менән Пермь араһында тәүге тапҡыр тура тимер юл ......

Тотош уҡырға 4

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде 28.10.2026 // Иҡтисад

Күрһәткес ағымдағы йылдың нормаһына ҡарата 6,8% артҡан....

Тотош уҡырға 3

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде 26.10.2026 // Иҡтисад

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде...

Тотош уҡырға 4

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде 26.10.2026 // Иҡтисад

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде...

Тотош уҡырға 7

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола 23.10.2026 // Иҡтисад

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола...

Тотош уҡырға 3

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы 23.10.2026 // Иҡтисад

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы...

Тотош уҡырға 6

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта 22.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта...

Тотош уҡырға 5


Комментарий өҫтәргә