Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » “Ҡара алтын”дың ҡара бәләһе
“Ҡара алтын”дың ҡара бәләһе Донъя баҙарында нефткә хаҡтың түбәнәйеүе күптәрҙе уйланырға мәжбүр итте. Рәсәй бюджетын ҡабул иткәндә уның хаҡы барреленә 50 доллар тип күҙалланғайны. Әле иһә 28-гә тиклем төшөп, һуңғы көндәрҙә 32-гә күтәрелде. Ә бит нефть, газ беҙҙең йыллыҡ бюджеттың яртыһы тиерлек. Аптырашта ҡалған халыҡты төрлөсә тынысландырырға тырышалар: социаль һәм иҡтисади мәсьәләләр хәл ителәсәк, инфляция ауыҙлыҡланасаҡ. Хәйер, һуңғыһын кеше үҙ муҡсайына ҡарап та белә.

Нефткә килгәндә, 2004 йыл­дың февраленән бирле бер баррель нефть 29 долларҙан да түбән төшмәгән икән. Эксперттар нефткә хаҡтың кәмеүен төрлөсә аңлата. Берәүҙәр Иранға ҡарата санкциялар бөтөрөлгәндән һуң “ҡара алтын”дың баҙарҙа саманан тыш күп булыуына бәйләһә, икенселәр нефть сығарыу күләме байтаҡ йылдар буйы уның хаҡы­на бәйле түгеллеген иҫбатларға тырыша.
Был осраҡта “Ябай халыҡҡа ни эшләргә һуң?” тигән һорау ты­уа. Бында ла белгестәр “яр­ҙам”­ға килә: тынысланырға, һау­лыҡты һаҡларға һәм дә дарыу­ҙарға аҡса экономияларға. Һәйбәт фекер.
Статистика мәғлүмәттәренә ҡарағанда, илдең эске тулайым продукты күләме яҡынса дүрт процентҡа кәмеүен иҫәпләмә­гәндә, хәлдәр зарланырлыҡ түгел (“Аргументы недели”, 2015 йыл, 10 – 16 декабрь). Ауыл хужа­лығын ғына алайыҡ. Өлкәлә ике про­центҡа ғына булһа ла үҫеш күҙәтелә. Уҙған йыл 108 миллион тонна иген йыйып алынған. Был алдағы 2014 йылға ҡарағанда бер аҙ аҙыраҡ, ләкин ил халҡын тулыһынса тәьмин итергә, экс­портҡа сығарырға етәсәк. Шулай уҡ йыл башланып ҡына тороп, тышта буран ҡоторһа ла, быйыл сусҡа ите етештереү – биш про­центҡа, ҡоштоҡо һигеҙ процентҡа артасаҡ, тип билдәләйҙәр. Был йәһәттән импортты алмашты­рыуға күп тә ҡалмаған икән, бөгөн үк беҙ 92 – 95 процентҡа үҙебеҙ үҫтергән сусҡа, ҡош ите менән баҙар кәштәләрен тултыра алабыҙ. Шулай уҡ үҫемлек майы, шәкәр, картуф та етә.
Тик һорау тыуа: картуф менән халыҡты тулыһынса туйҙырғас, ниңә һуң Ҡытай тиклем Ҡытайҙан бәрәңге килтерергә? Килешәм, уларҙыҡы йыуылған, матур тоҡтарға тултырылған. Барлыҡ бәлә шунда, имеш: беҙ үҫтерә, етештерә беләбеҙ, ә бына һатып алыусыға еткереүгә килгәндә, өйрәнәһе бар әле, шулай уҡ һаҡ­лау буйынса ла. Юғиһә мага­зиндарҙа “күкрәктәре”н киреп, мине ал, тип “ҡысҡырып”, яңы ғына ҡаҙып алынғандай “эсвежий” ҡытай картуфы эргәһендә өйөлөп ҡуйылған йыуылмаған, быжый башлаған беҙҙекеләр ятмаҫ ине. Һуңынан, бөгөн ауыл кешеһе килоһын һигеҙ һумға ғына оҙатҡан “икенсе икмәк”те, күпмелер сығым сарыф итеп, һатыу кимәленә еткерә аламы? Кишер, һуған менән дә шул уҡ хәл. Һорауҙар, һорауҙар…
Әйткәндәй, йәшелсә, еләк-емештең дефицитынан арыныу өсөн Рәсәй Хөкүмәте тармаҡҡа өҫтәмә рәүештә йылына 80 миллиард һум бүлергә йыйына. Ошолай финанслағанда биш йыл эсендә 1,5 мең гектарҙа теплица төҙөргә һәм 65 мең гектар алма баҡсаһы ултыртырға етәсәк тип күҙаллана. Был майҙанда 850 мең тонна помидор, ҡыяр, 1,3 миллион тонна алма йыйып алынасаҡ. Шулай уҡ алда телгә алған үҫтерелгәндәр өсөн һаҡ­лағыстар төҙөүгә лә ҙур сығым һалынасаҡ. Отҡорораҡ­тарға, алдан күрә белеүселәргә ишара ла булһын, үҙ эшен асырға йыйы­ныусыларға йәшелсә үҫтереүгә, һаҡлағыстар төҙөүгә тотонорға ҡулай ваҡыт.
Ауыл кешеһе өсөн тағы бер сетерекле мәсьәлә ҡалҡып сыға — һатыу. Кооперация системаһы емерелгәс, тәбиғәттә бушлыҡ булмай тигәндәй, урындарын алыпһатарҙар алды. Белеүе­беҙ­сә, уларҙың үҙ законы – хаҡты үҙҙәре ҡуя. Шунан килеп сыға ла инде кешеләрҙәге ҡараш: күпме яфаланып мал ҡарайһың, ал-ял белмәйенсә баҡса үҫтерә­һең, әллә ни артҡан байлыҡ юҡ.
“Иҡтисади көрсөккә ҡара­маҫтан, быйыл был өлкәлә үҫеш көтәбеҙ. Бизнес даирәһе менән даими бәйләнештә торабыҙ, иҡтисадты үҫтереү буйынса саралар тураһында һөйләшәбеҙ”, – тип белдерҙе Гонконгта үткәрел­гән Азия финанс форумында Рәсәй Хөкүмәте Премьер-ми­нистры урынбаҫары Аркадий Дворкович. Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, һуңғы тиҫтә йылда ил иҡтисады уңыштарға өлгәшеп, етерлек резерв тупланды. Хәҙер иһә шарттар үҙгәрҙе: донъя валюталарына ҡарағанда һумдың көсө кәмене, нефткә хаҡ төштө, ә иҡтисадта процент күрһәткес­тәре, кире­һенсә, юғары. “Беҙ был ҡатмарлы осорҙо уңышлы үтеп сығыры­быҙға ышанабыҙ”, – тине ул. Дворкович билдәләүенсә, һумдың осһоҙла­ныуы Рәсәй экспортына ҡулай. Мәҫәлән, Ҡы­тайға сәнәғәт тауар­ҙары һәм аҙыҡ-түлек оҙатҡанда.
Әлбиттә, нефткә хаҡтың түбә­нәйеүе, санкциялар ил иҡтиса­дына һиҙелерлек аяҡ сала. Был осраҡта Хөкүмәттең, Үҙәк банк­тың әүҙем, алдан күрә белеп эш итә алыуына күп нәмә бәйле. Хөкүмәттең бәләкәй, урта эшҡы­уарлыҡты төрлө кәртәләрҙән азат итеүе, коррупцияға ҡаршы көрә­ше, эшсе көстәр миграцияһында дөрөҫ сәйәсәт алып барыуы, эске сәнәғәт етештереүен арттырыуы, халыҡҡа яңы эш урындары булдырыуы — ошо сараларҙың төп өлөшө.




Автор: Т. МУСИН.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Үҙәк банк төп ставканы һаҡлап ҡалды
Балтас районында юл участкаһын ремонтлау эштәре тамамланды

Балтас районында юл участкаһын ремонтлау эштәре тамамланды 10.09.2026 // Иҡтисад

Был юл республиканың төньяҡ-көнсығышындағы өс районды тоташтыра һәм Пермь крайына илтә....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда урмансылар рөхсәтһеҙ ағас ҡырҡыуға ҡаршы рейдтарға сыға

Башҡортостанда урмансылар рөхсәтһеҙ ағас ҡырҡыуға ҡаршы рейдтарға сыға 08.09.2026 // Иҡтисад

Улар лицензия һәм рөхсәт ҡағыҙының булыу-булмауын тикшерәсәк....

Тотош уҡырға 0

Ял көндәренә Өфөгә яғыулыҡ күберәк биреләсәк — Сәнәғәт министрлығы

Ял көндәренә Өфөгә яғыулыҡ күберәк биреләсәк — Сәнәғәт министрлығы 30.07.2026 // Иҡтисад

Ял көндәренә Өфөгә яғыулыҡ күберәк биреләсәк — Сәнәғәт министрлығы...

Тотош уҡырға 0

Республикала ярты миллион тонна иген һуғып алынған

Республикала ярты миллион тонна иген һуғып алынған 30.07.2026 // Иҡтисад

Республикала ярты миллион тонна иген һуғып алынған...

Тотош уҡырға 0

Республикала мал аҙығы культуралары майҙандарының яртыһы йыйып алынған

Республикала мал аҙығы культуралары майҙандарының яртыһы йыйып алынған 30.07.2026 // Иҡтисад

Республикала мал аҙығы культуралары майҙандарының яртыһы йыйып алынған...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда АИ-95 бензинын етештереү күләме арта

Башҡортостанда АИ-95 бензинын етештереү күләме арта 28.07.2026 // Иҡтисад

Башҡортостанда АИ-95 бензинын етештереү күләме арта...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров МХО шарттарында Башҡортостан властарының төп бурыстарының береһен атаны
Үҙәк банк йәнә төп ставканы кәметте

Үҙәк банк йәнә төп ставканы кәметте 24.07.2026 // Иҡтисад

Үҙәк банк йәнә төп ставканы кәметте...

Тотош уҡырға 0

Баш ҡалала АЗС-тарҙа сират 700 машинаға тиклем кәмегән

Баш ҡалала АЗС-тарҙа сират 700 машинаға тиклем кәмегән 22.07.2026 // Иҡтисад

Баш ҡалала АЗС-тарҙа сират 700 машинаға тиклем кәмегән...

Тотош уҡырға 0

Рәсәй хөкүмәте Башҡортостандың дәүләт предприятиелары акцияларын һатыуға сығарҙы
Башҡортостанда тәүлегенә яғыулыҡ ҡулланыу 3,5 мең тоннаға тиклем артҡан

Башҡортостанда тәүлегенә яғыулыҡ ҡулланыу 3,5 мең тоннаға тиклем артҡан 21.07.2026 // Иҡтисад

Башҡортостанда һуңғы ваҡытта яғыулыҡты ҡулланыу тәүлегенә 3 мең тоннанан 3,5 мең тоннаға еткән. Был ......

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә