Донъя баҙарында нефткә хаҡтың түбәнәйеүе күптәрҙе уйланырға мәжбүр итте. Рәсәй бюджетын ҡабул иткәндә уның хаҡы барреленә 50 доллар тип күҙалланғайны. Әле иһә 28-гә тиклем төшөп, һуңғы көндәрҙә 32-гә күтәрелде. Ә бит нефть, газ беҙҙең йыллыҡ бюджеттың яртыһы тиерлек. Аптырашта ҡалған халыҡты төрлөсә тынысландырырға тырышалар: социаль һәм иҡтисади мәсьәләләр хәл ителәсәк, инфляция ауыҙлыҡланасаҡ. Хәйер, һуңғыһын кеше үҙ муҡсайына ҡарап та белә. Нефткә килгәндә, 2004 йылдың февраленән бирле бер баррель нефть 29 долларҙан да түбән төшмәгән икән. Эксперттар нефткә хаҡтың кәмеүен төрлөсә аңлата. Берәүҙәр Иранға ҡарата санкциялар бөтөрөлгәндән һуң “ҡара алтын”дың баҙарҙа саманан тыш күп булыуына бәйләһә, икенселәр нефть сығарыу күләме байтаҡ йылдар буйы уның хаҡына бәйле түгеллеген иҫбатларға тырыша.
Был осраҡта “Ябай халыҡҡа ни эшләргә һуң?” тигән һорау тыуа. Бында ла белгестәр “ярҙам”ға килә: тынысланырға, һаулыҡты һаҡларға һәм дә дарыуҙарға аҡса экономияларға. Һәйбәт фекер.
Статистика мәғлүмәттәренә ҡарағанда, илдең эске тулайым продукты күләме яҡынса дүрт процентҡа кәмеүен иҫәпләмәгәндә, хәлдәр зарланырлыҡ түгел (“Аргументы недели”, 2015 йыл, 10 – 16 декабрь). Ауыл хужалығын ғына алайыҡ. Өлкәлә ике процентҡа ғына булһа ла үҫеш күҙәтелә. Уҙған йыл 108 миллион тонна иген йыйып алынған. Был алдағы 2014 йылға ҡарағанда бер аҙ аҙыраҡ, ләкин ил халҡын тулыһынса тәьмин итергә, экспортҡа сығарырға етәсәк. Шулай уҡ йыл башланып ҡына тороп, тышта буран ҡоторһа ла, быйыл сусҡа ите етештереү – биш процентҡа, ҡоштоҡо һигеҙ процентҡа артасаҡ, тип билдәләйҙәр. Был йәһәттән импортты алмаштырыуға күп тә ҡалмаған икән, бөгөн үк беҙ 92 – 95 процентҡа үҙебеҙ үҫтергән сусҡа, ҡош ите менән баҙар кәштәләрен тултыра алабыҙ. Шулай уҡ үҫемлек майы, шәкәр, картуф та етә.
Тик һорау тыуа: картуф менән халыҡты тулыһынса туйҙырғас, ниңә һуң Ҡытай тиклем Ҡытайҙан бәрәңге килтерергә? Килешәм, уларҙыҡы йыуылған, матур тоҡтарға тултырылған. Барлыҡ бәлә шунда, имеш: беҙ үҫтерә, етештерә беләбеҙ, ә бына һатып алыусыға еткереүгә килгәндә, өйрәнәһе бар әле, шулай уҡ һаҡлау буйынса ла. Юғиһә магазиндарҙа “күкрәктәре”н киреп, мине ал, тип “ҡысҡырып”, яңы ғына ҡаҙып алынғандай “эсвежий” ҡытай картуфы эргәһендә өйөлөп ҡуйылған йыуылмаған, быжый башлаған беҙҙекеләр ятмаҫ ине. Һуңынан, бөгөн ауыл кешеһе килоһын һигеҙ һумға ғына оҙатҡан “икенсе икмәк”те, күпмелер сығым сарыф итеп, һатыу кимәленә еткерә аламы? Кишер, һуған менән дә шул уҡ хәл. Һорауҙар, һорауҙар…
Әйткәндәй, йәшелсә, еләк-емештең дефицитынан арыныу өсөн Рәсәй Хөкүмәте тармаҡҡа өҫтәмә рәүештә йылына 80 миллиард һум бүлергә йыйына. Ошолай финанслағанда биш йыл эсендә 1,5 мең гектарҙа теплица төҙөргә һәм 65 мең гектар алма баҡсаһы ултыртырға етәсәк тип күҙаллана. Был майҙанда 850 мең тонна помидор, ҡыяр, 1,3 миллион тонна алма йыйып алынасаҡ. Шулай уҡ алда телгә алған үҫтерелгәндәр өсөн һаҡлағыстар төҙөүгә лә ҙур сығым һалынасаҡ. Отҡорораҡтарға, алдан күрә белеүселәргә ишара ла булһын, үҙ эшен асырға йыйыныусыларға йәшелсә үҫтереүгә, һаҡлағыстар төҙөүгә тотонорға ҡулай ваҡыт.
Ауыл кешеһе өсөн тағы бер сетерекле мәсьәлә ҡалҡып сыға — һатыу. Кооперация системаһы емерелгәс, тәбиғәттә бушлыҡ булмай тигәндәй, урындарын алыпһатарҙар алды. Белеүебеҙсә, уларҙың үҙ законы – хаҡты үҙҙәре ҡуя. Шунан килеп сыға ла инде кешеләрҙәге ҡараш: күпме яфаланып мал ҡарайһың, ал-ял белмәйенсә баҡса үҫтерәһең, әллә ни артҡан байлыҡ юҡ.
“Иҡтисади көрсөккә ҡарамаҫтан, быйыл был өлкәлә үҫеш көтәбеҙ. Бизнес даирәһе менән даими бәйләнештә торабыҙ, иҡтисадты үҫтереү буйынса саралар тураһында һөйләшәбеҙ”, – тип белдерҙе Гонконгта үткәрелгән Азия финанс форумында Рәсәй Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Аркадий Дворкович. Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, һуңғы тиҫтә йылда ил иҡтисады уңыштарға өлгәшеп, етерлек резерв тупланды. Хәҙер иһә шарттар үҙгәрҙе: донъя валюталарына ҡарағанда һумдың көсө кәмене, нефткә хаҡ төштө, ә иҡтисадта процент күрһәткестәре, киреһенсә, юғары. “Беҙ был ҡатмарлы осорҙо уңышлы үтеп сығырыбыҙға ышанабыҙ”, – тине ул. Дворкович билдәләүенсә, һумдың осһоҙланыуы Рәсәй экспортына ҡулай. Мәҫәлән, Ҡытайға сәнәғәт тауарҙары һәм аҙыҡ-түлек оҙатҡанда.
Әлбиттә, нефткә хаҡтың түбәнәйеүе, санкциялар ил иҡтисадына һиҙелерлек аяҡ сала. Был осраҡта Хөкүмәттең, Үҙәк банктың әүҙем, алдан күрә белеп эш итә алыуына күп нәмә бәйле. Хөкүмәттең бәләкәй, урта эшҡыуарлыҡты төрлө кәртәләрҙән азат итеүе, коррупцияға ҡаршы көрәше, эшсе көстәр миграцияһында дөрөҫ сәйәсәт алып барыуы, эске сәнәғәт етештереүен арттырыуы, халыҡҡа яңы эш урындары булдырыуы — ошо сараларҙың төп өлөшө.