Йыл тамамланғас та уға йомғаҡ яһала, уңыштар һәм хәл итәһе мәсьәләләр барлана. Был йәһәттән төп иғтибар үҙәгендә – әлбиттә, иҡтисад. Социаль проблемаларҙың яҙмышы ла, мәғарифҡа һәм мәҙәниәткә ярҙам итеү ҙә фәҡәт уға бәйле бит. Ә иҡтисадтың иң ҡатмарлы һәм хәл иткес тармаҡтарының береһе – төҙөлөш.Уны иҡтисадтың иң ауыр өлкәләренең береһе тип атайҙар. Ысынлап та, техника ни тиклем алға китһә лә, йорт төҙөү барыбер асыҡ һауала бара, ҡул көсө күп талап ителә, бер үк объектты ҡороу өсөн төрлө ойошмаларҙың үҙ-ара килешеп эшләүе һәм графикты боҙмауы мөһим. Өй һалам тиһәң, өй ҙә өй тип боронғолар юҡҡа ғына әйтмәгән бит. Ә был тармаҡта эштең уңышлы барыуы төҙөлөш материалдары етештереү, металлургия, химия, ағас эшкәртеү, машиналар һәм станоктар эшләү, яғыулыҡ, энергетика һәм башҡа өлкәләрҙе йәнләндерә, өҫтәмә хеҙмәт урындары барлыҡҡа килеүенә булышлыҡ итә. Йорт һалыу өсөн кирбестән алып иҙәнгә йәйелгән линолеумға хәтлем барыһы ла кәрәк бит.
Совет заманында төҙөүселәр тураһында шундай лаҡап та була торғайны: “Төҙөлөш – ул тәүҙә бер нисек тә нигеҙләнмәгән план алыу, артабан уны нисек үтәү тураһында кәңәшмәләр һәм “летучкалар” уҙғарыу, һуңынан планды өҙөүҙә кемдәр ғәйепле булыуын асыҡлау, эш бөткәс, был объектҡа бер ҡыҫылышы ла булмаған түрә-ҡараға премиялар өләшеп сығыу”. Бер ҡараһаң, буталсыҡ система кеүек, ләкин һәр төҙөлөш тресының эшмәкәрлеге һәм объекттағы хәлдәр етди контролдә тотола ине. Күренеүенсә, дәүләт эшен дә ҡушҡан, уның үтәлеше өсөн яуап та таптырған. План бирмәһәң, эшләрҙәр инеме ни ул заманда...
Төҙөүсенең дә ҡәҙере булды элегерәк, мин бик күп ташсы йәки штукатурҙың орден-миҙалдар менән наградланыуын ғына түгел, ә буш фатир алыуҙа сиратты оҙаҡ көтмәүҙәрен дә күҙ уңында тотоп әйтәм быны. Тап ошо һуңғыһы – тиҙ арала фатирлы булыу – төҙөлөшкә эшкә барыу өсөн хәл иткес шарт ине. Асыҡ һауала эшләп ҡаҡшаған һаулыҡтарын нығытыу өсөн шифаханаларға бушлай юлламаларҙы ла уларға даими биреп торалар ине.
Төҙөлөштө барлыҡ йәмғиәт эше тип ҡарау өҫтөнлөк иткәндер, моғайын, ул замандарҙа, сөнки айырым предприятиеларҙың да, хатта ҡайһы бер колхоздарҙың да үҙ төҙөлөш цехтары йәки бригадалары булды. Хәтеремдә, 1970 йылдар уртаһында Өфө моторҙар эшләү берекмәһенең ошондай цехы Павловка һыу һаҡлағысы ярында үҙ коллективы өсөн тотош бер ял ҡасабаһы төҙөгәйне. Техникаһы ла, төҙөүселәре лә предприятиеның үҙенеке (йәйге ҡыҙыу мәлдә башҡа цехтарҙан да эшселәрҙе бында командировкаға ебәрәләр). Кирбес, цемент кеүек материалды, әлбиттә, дәүләт бирә, әммә, уның ҡарауы, моторсылар ҙа башҡа ойошмаларға үҙ турбазаһында күпмелер урын бүлә бит.
Үҙгәртеп ҡороу йылдарында дөйөм тәртиптең ҡаҡшауы был контролде юҡҡа сығарҙы, “һаҡаллы төҙөлөштәр” барлыҡҡа килде. Кадрҙар мәсьәләһе ҡырҡыулашасағы асыҡланды: пенсияға киткән эшселәр урынына йәштәр барырға ашҡынып тормай, барыһы ла юрист йәки иҡтисадсы булырға ынтыла... Торлаҡ баҙары саҡ төҫмөрләнә генә башлағайны... Предприятиелар ҙа, яңы шарттарҙа барлыҡ көстө табыш алыуға йүнәлтергә кәрәклектән, үҙ эшмәкәрлегенә хас булмаған бындай төҙөлөш цехтарынан баш тартырға мәжбүр булды. Ә хәҙер нисек?
...Йомош менән Өфөнөң Дим биҫтәһендәге төҙөлөш идаралығына индем. Һәр төрлө “офис планктоны” менән бүлмәләр тулған, компьютерҙар бер-береһенә терәлеп тигәндәй ултыра. Бынан сыҡҡас, ошо компания төҙөлөш алып барған “Көмөш инеш” биҫтәһенә киттем. Ишек һәм тәҙрәләре ҡуйылып бөтөп барған ун подъезлы 12 ҡатлы ғәйәт ҙур йортта ниҙер эшләп йөрөгәндәр бик аҙ ине, бер тиҫтәгә туламы-юҡмы... Ошо бинала фатир һатып алғанлығымды белгәс, улар стена һылау, ламинат түшәү кеүек хеҙмәттәрен тәҡдим итә башланы (хәҙер фатирҙар ҡулланыусыға “черновой” көйө тапшырыла бит).
– Эш ваҡытында шулай ситтә кәсеп иткәнегеҙҙе етәкселәрегеҙ белеп ҡалһа, үҙегеҙгә эләкмәҫме һуң? – тип һорайым.
– Улар бында килеп тә күренмәй, – тине эшселәрҙең береһе Урта Азия акценты менән. – Хеҙмәт хаҡы һорарбыҙ тип ҡурҡалар. Күптән түләгәндәре юҡ.
Сит-ят яҡтарҙан һәм хатта күрше илдәрҙән төҙөлөш өсөн эшселәр яллауҙың сәбәбе һәр кемгә билдәле: уларға эш хаҡын бик аҙ түләргә һәм шуның менән байтаҡ аҡсаны янда ҡалдырырға мөмкин. Тик бындай төҙөлөштөң сифаты ниндәй була икән һуң? Хәйер, фатирҙың буласаҡ милексеһе, төҙөлөш ойошмаһының бәхетенә күрә, был “халыҡ-ара контингент” менән дә, уларҙың кабинеттан сыҡмай ултырған етәкселеге менән дә осрашмай. Йортто ҡабул итеү тураһындағы актҡа комиссия ҡул ҡуя, артабанғы бәхәс һәм әрләшеүҙәр – коммуналь хеҙмәтләндереү ойошмаһы (йортҡа идара итеү компанияһы) менән. Шулай ҙа күпселек, әллә ҡайҙағы төҙөүселәрҙе эҙләп, нервыһын бөтөрмәй, кәмселектәрҙе үҙе төҙәтә йәки, аҡсаһы булһа, бригада яллай. Ә төҙөүсе фирманың барлыҡ маҡсаты – фатирҙарҙы мөмкин тиклем тиҙерәк һәм ҡиммәтерәк һатып аҡса эшләү.
Сифат тигәндәй, ошо йәһәттән беҙҙең илдәге төҙөлөштөң элеккеһен дә, бөгөнгө хәлен дә сағылдырған бер көләмәс иҫкә төшә. Яңы һалынып бөткән йорт емерелгәс, сәбәбен асыҡларға булалар. “Һин ғәйеплелер, моғайын?” – тип һорайҙар кирбестән. “Юҡ, бына ҡарағыҙ – мин ниндәй ныҡ, онтап та булмай”, – тип ҡырҡа кире ҡаға тегеһе. Ҡомға бәйләнәләр, ул да: “Юҡ-юҡ, мин бик күп, һәр йортта һанап бөткөһөҙ!” – тип кенә яуап бирә. Ахырҙа цементҡа дәғүә белдерәләр. “Ниңә мин ғәйепле булайым?! – тип ҡысҡыра цемент. – Белгегеҙ килһә, мин унда бөтөнләй юҡ инем!” Иҫләйһегеҙҙер, 1988 йылда Әрмәнстанда ҡот осҡос ер тетрәү булғайны. Унда булып ҡайтҡандар һөйләүенсә, боронғо йорттар шул көйө һаҡланып ҡалған, ә һуңғы ике-өс тиҫтә йылда төҙөлгән биналар тулыһынса вайран булып ята икән. Бында ла шул уҡ сәбәп – төҙөлөштөң сифаты ғәйепле... Шундайыраҡ хәлде беҙ үҙебеҙҙең яҡтағы көндәлек тормошта ла осрата алабыҙ: шәхси йорт һалыуҙа эшләгән Бохара егеттәре хужа юҡ саҡта цементты биҙрәләп күршеләргә һата. Ни өсөн тоҡлап түгел, ә биҙрәләр менән? Сөнки хужа, ҡайтҡас, һатып алынған тоҡтарҙың нисәһе буш, нисәһе тулы икәнен тикшерәсәк. Ә бына бушатылған цементтың күпмеһе ысынлап та төҙөлөшкә тотонолғанын ул аныҡ ҡына билдәләй алмай. Беҙҙең төҙөүселәр ҙә объектта күпмелер материалды “арттырып ҡалдырырға” тырыша, сөнки үҙҙәре лә ял көндәрендә шәхси йортон һалыу менән мәшғүл. Иң ҙур күләмдәге урлашыуҙың төҙөлөш тармағына тура килгәне элек-электән билдәле.
Шулай ҙа заман бер кемде лә үҙгәртмәй ҡалмай һәм төҙөүселәр ҙә, улар булдырған мөлкәтте һатып алыусылар ҙа яңы талаптарға, мөмкинлектәргә ҡулайлаша бара. Өфөнөң “Июнь” сауҙа комплексы ҡаршыһындағы 16 ҡатлы яңы йортҡа күсеп килеүселәр мине аптыратты: ошо йортто һалған төҙөлөш ойошмаһының үҙ бурыстарын тулыһынса үтәп бөтөүен, шулай уҡ коммуналь хужалыҡтың эшмәкәрлеген контролдә тотоу өсөн улар Интернетта айырым сайт булдырған. Йыйылыш уҙғарыу өсөн, әйтәйек, барыһының да бер үк ваҡытта килә алмауы ла ихтимал, ә былайынса фекер алышыу һәм проблеманы хәл итеү өсөн бергәләп әҙерлек алып барыу тиҙ ҙә, анһат та. Был ваҡиға күсемһеҙ милек хужаларының яңы ҡатламы барлыҡҡа килеүен аңғарта, улар аҡсаһын юҡҡа ғына түгергә йыйынмай.
Төҙөлөш объектында ла элекке кеүек кирбес өйөмдәре аҫтында араҡы шешәһе ятыуы хәҙер мөмкин түгел тиерлек. Хеҙмәт тәртибен боҙған осраҡта етәксе ташсыны йәки балта оҫтаһын эшенән бушатырға ашыҡмай, фәҡәт штраф ҡына һала: тимәк, шундайҙар иҫәбенә ул эш хаҡы фондын да байтаҡ экономиялай, яңы эшсене һөнәргә өйрәтеү өсөн сығым да түкмәй. Баҙар иҡтисадының талаптары ҡаты.
Төҙөлөш тураһында һөйләгәндә, һандарһыҙ булмай. Уҙған йыл беҙҙә күпме торлаҡ төҙөлдө? 11 ай йомғаҡтарына ҡарағанда, барлыҡ төр финанс сығанаҡтары иҫәбенә дөйөм майҙаны 2406,1 мең квадрат метр булған 29,5 мең фатир сафҡа индерелгән. 2014 йылдың шул уҡ осоро менән сағыштырғанда, үҫеш 2,5 процент тәшкил итә. Халыҡ үҙ иҫәбенә һәм кредиттар алып, дөйөм майҙаны 1536,3 мең квадрат метр булған 13,4 мең шәхси йорт төҙөп ҡуйҙы. Бөтә республика буйынса торлаҡ төҙөлөшө күрһәткесендә ул 68,3 процент булды. Шуныһы насар: уҙған йылдың ун бер айы менән сағыштырғанда, халыҡ төҙөгәне 6,4 процентҡа кәмене. Әммә тулайым күрһәткес – йән башына ҡарата квадрат метрҙар – буйынса Башҡортостан Волга буйы федераль округында беренсе урынды бирмәй килә. Был киләсәктә республикабыҙҙағы төҙөлөш тармағының тотороҡло үҫешенә өмөт уята...