Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Башҡортостан – сит илдәрҙең ышаныслы партнеры
2012 йылдың аҙағына республикала уртаса эш хаҡы 21 мең һумға етәсәк. Был турала Башҡортостандың иҡтисади үҫеш министры Евгений Маврин белдерҙе. Уның журналистар менән осрашыуында һүҙ үткән йыл йомғаҡтары тураһында барҙы.

Мигранттар кәмей, тик был ҡыуандырмай

— Үткән йыл ыңғай күренештәргә бай булды. Беренсенән, көрсөккә тиклемге күрһәткестәргә өлгәштек, шулай уҡ яңы иҡтисади сәйәсәтте лә дауам итәбеҙ, – тине министр. Төп маҡсатҡа өлгәшкәнбеҙ: тулайым төбәк продукты күләме 960 миллиард һумға еткән, йәғни үҫеш элекке йыл күрһәткестәренә ҡарата 110,2 процент тәшкил иткән.
Ыңғай күренеш хеҙмәт баҙарына ла хас. Мәҫәлән, эшһеҙлек былтыр 2 проценттан 1,4 процентҡа тиклем кәмегән һәм көрсөккә тиклемге күрһәткестәргә ҡайтҡан. Эшһеҙҙәр 39,6 меңдән 29,8 меңгә тиклем әҙәйгән, йәғни ун меңдән ашыуы эш урыны тапҡан.
Киләсәктә күпме яңы эш урыны булдырыласаҡ? Ошо мәсьәлә лә ҡыҙыҡһындырҙы хәбәрселәрҙе.
– Хәҙер беҙ инвестиция проекттары сиктәрендә яңы барлыҡҡа килгән эш урындары тураһында мәғлүмәт туплай башланыҡ. Шулай ҙа бөтәһен дә теүәл генә иҫәпләп сығарыу мөмкин түгел, – тип яуап бирҙе Евгений Маврин. Бындай осраҡта иң тәүҙә республиканың эшкә яраҡлы халҡы һаны күҙҙә тотола. Бөгөн төбәктә 1,2 миллион кеше хеҙмәт йәшендә, ошо кимәлде алдағы йылдарҙа ла һаҡлап ҡалыу зарур. Сөнки миграция күренеше лә беҙҙең файҙаға түгел – былтыр беҙгә килеүселәр 2010 йыл менән сағыштырғанда, 8 меңгә әҙерәк булған. Үлем кимәле лә юғары, йыл да яҡынса 54 мең кеше яҡты донъя менән хушлаша. Шуларҙың 10 меңе, үкенескә ҡаршы, төрлө сирҙән, бәхетһеҙлек осраҡтарынан баҡыйлыҡҡа күскән хеҙмәт йәшендәгеләр.

Бында 300 кеше эшләйәсәк

Былтыр инвестиция буйынса ҡатмарлы йыл булыуын да министр йәшермәне. Шулай ҙа ул 185 миллиард һум тәшкил иткән, ә был, 2010 йыл менән сағыштырғанда, 5,5 процентҡа күберәк.
– Әлбиттә, үҫеш әллә ни ҙур түгел. Аналитиктар фекеренсә, ул яҡынса 10-12 процент тәшкил итергә тейеш. Әммә йылдың инвестициялар йәлеп итеү өсөн ҡатмарлы булыуын иҫәпкә алғанда, ошо күрһәткес тә ҡәнәғәтләндерә, – тине ул.
Быйыл төп маҡсат – былтыр өлгәшелгәндәрҙе һаҡлап ҡалыу. Әгәр ҙә инвестициялар күләме 10 процентҡа тиклем етһә, был ҡаҙаныш булып һаналасаҡ.
Министр аңлатыуынса, иҡтисад үҫешкән тип аталһын өсөн капитал һалыуҙар күләме тулайым төбәк продуктының кәмендә 30 процентын тәшкил итергә тейеш. Тимәк, бының өсөн республикаға йәлеп ителгән инвестиция күләменең әлегенән ике тапҡырға артыуы мөһим.
Ә бына 2013 йыл был йәһәттән уңышлы булыуы бар. Быға бөгөнгө 74 өҫтөнлөклө инвестиция проектының 20-һе генә эшләй башлағанда ла өлгәшеп буласаҡ.
Быйыл да тормошҡа ашырыласаҡ проект байтаҡ. Апрелдә Благовещенда минераль мамыҡ етештереүсе завод асыласаҡ. Яҡынса күҙаллауҙар буйынса, бында 300 кеше эш урынын табасаҡ. Ауыл хужалығы өлкәһенә лә инвестиция һалына: Бөрөлә, Ауырғазыла һәм Өфөлә сусҡа комплекстары эш башлаясаҡ. Йәй Ауырғазы районында керамик кирбес етештереүсе завод сафҡа инәсәк. Ул йылына 80 миллион кирбес сығарасаҡ тип көтөлә.

Бангладешҡа иген оҙатабыҙ

Былтыр республикабыҙ ҡайһы бер сит илдәр менән иҡтисади бәйләнешен нығытырға иреште. Улар бөтәһе лә үҙ-ара оҙайлы хеҙмәттәшлекте күҙ уңында тота. Мәҫәлән, былтырғы килешеүҙәрҙән һуң Финляндия, Австрия һәм Польша Башҡортостандың иң өмөтлө партнерҙары иҫәбенә инде.
– Был илдәр менән хеҙмәттәшлеккә ҙур өмөт бағлайбыҙ. Улар тәҡдим иткән барлыҡ проект та беҙҙе тулыһынса ҡәнәғәтләндерә, – тине Евгений Маврин.
Мәҫәлән, Польша менән бергә туризмды үҫтереү күҙ уңында тотола. Шул иҫәптән һуңғы ваҡыт киң ҡолас ала барған социаль туризм да ике яҡты ла ҡыҙыҡһындыра икән. Финляндия менән урман эшкәртеүҙә хеҙмәттәшлек киңәйәсәк. Ә Австрия менән фармакология өлкәһендә бергә эшләйәсәкбеҙ.
Бынан тыш, республиканың Алжир һәм Бангладеш менән дә хеҙмәттәшлеге киңәйәсәк. Беренсеһе менән мөнәсәбәттәр нигеҙҙә нефть сәнәғәтенә ҡағылһа, икенсеһен иген менән тәьмин итәсәкбеҙ. Мәғлүм булыуынса, был илдең халҡы аҙыҡ-түлеккә ныҡ мохтажлыҡ кисерә.
Министр белдереүенсә, ошондай илдәр менән мөнәсәбәттәр тулыһынса көйләнһә, Япония, Сәғүд Ғәрәбстаны һәм Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре менән хеҙмәттәшлек ауырыраҡ бара.
Рәшит ЗӘЙНУЛЛИН




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде

Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде 30.10.2026 // Иҡтисад

Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында республиканың агросәнәғәт комплексы алдынғыларын бүләкләнеләр. ......

Тотош уҡырға 2

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан статистиктары ҡулланыусылар продукттарына хаҡтарҙың үҙгәреүе хаҡында хәбәр итте....

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне...

Тотош уҡырға 3

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде 29.10.2026 // Иҡтисад

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде...

Тотош уҡырға 4

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды 28.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды...

Тотош уҡырға 4

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра 28.10.2026 // Иҡтисад

30 октябрҙән Һамар — Пермь поезы йөрөй башлай. Өфө менән Пермь араһында тәүге тапҡыр тура тимер юл ......

Тотош уҡырға 4

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде 28.10.2026 // Иҡтисад

Күрһәткес ағымдағы йылдың нормаһына ҡарата 6,8% артҡан....

Тотош уҡырға 3

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде 26.10.2026 // Иҡтисад

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде...

Тотош уҡырға 4

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде 26.10.2026 // Иҡтисад

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде...

Тотош уҡырға 7

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола 23.10.2026 // Иҡтисад

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола...

Тотош уҡырға 3

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы 23.10.2026 // Иҡтисад

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы...

Тотош уҡырға 6

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта 22.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта...

Тотош уҡырға 5


Комментарий өҫтәргә