2012 йылдың аҙағына республикала уртаса эш хаҡы 21 мең һумға етәсәк. Был турала Башҡортостандың иҡтисади үҫеш министры Евгений Маврин белдерҙе. Уның журналистар менән осрашыуында һүҙ үткән йыл йомғаҡтары тураһында барҙы.
Мигранттар кәмей, тик был ҡыуандырмай— Үткән йыл ыңғай күренештәргә бай булды. Беренсенән, көрсөккә тиклемге күрһәткестәргә өлгәштек, шулай уҡ яңы иҡтисади сәйәсәтте лә дауам итәбеҙ, – тине министр. Төп маҡсатҡа өлгәшкәнбеҙ: тулайым төбәк продукты күләме 960 миллиард һумға еткән, йәғни үҫеш элекке йыл күрһәткестәренә ҡарата 110,2 процент тәшкил иткән.
Ыңғай күренеш хеҙмәт баҙарына ла хас. Мәҫәлән, эшһеҙлек былтыр 2 проценттан 1,4 процентҡа тиклем кәмегән һәм көрсөккә тиклемге күрһәткестәргә ҡайтҡан. Эшһеҙҙәр 39,6 меңдән 29,8 меңгә тиклем әҙәйгән, йәғни ун меңдән ашыуы эш урыны тапҡан.
Киләсәктә күпме яңы эш урыны булдырыласаҡ? Ошо мәсьәлә лә ҡыҙыҡһындырҙы хәбәрселәрҙе.
– Хәҙер беҙ инвестиция проекттары сиктәрендә яңы барлыҡҡа килгән эш урындары тураһында мәғлүмәт туплай башланыҡ. Шулай ҙа бөтәһен дә теүәл генә иҫәпләп сығарыу мөмкин түгел, – тип яуап бирҙе Евгений Маврин. Бындай осраҡта иң тәүҙә республиканың эшкә яраҡлы халҡы һаны күҙҙә тотола. Бөгөн төбәктә 1,2 миллион кеше хеҙмәт йәшендә, ошо кимәлде алдағы йылдарҙа ла һаҡлап ҡалыу зарур. Сөнки миграция күренеше лә беҙҙең файҙаға түгел – былтыр беҙгә килеүселәр 2010 йыл менән сағыштырғанда, 8 меңгә әҙерәк булған. Үлем кимәле лә юғары, йыл да яҡынса 54 мең кеше яҡты донъя менән хушлаша. Шуларҙың 10 меңе, үкенескә ҡаршы, төрлө сирҙән, бәхетһеҙлек осраҡтарынан баҡыйлыҡҡа күскән хеҙмәт йәшендәгеләр.
Бында 300 кеше эшләйәсәкБылтыр инвестиция буйынса ҡатмарлы йыл булыуын да министр йәшермәне. Шулай ҙа ул 185 миллиард һум тәшкил иткән, ә был, 2010 йыл менән сағыштырғанда, 5,5 процентҡа күберәк.
– Әлбиттә, үҫеш әллә ни ҙур түгел. Аналитиктар фекеренсә, ул яҡынса 10-12 процент тәшкил итергә тейеш. Әммә йылдың инвестициялар йәлеп итеү өсөн ҡатмарлы булыуын иҫәпкә алғанда, ошо күрһәткес тә ҡәнәғәтләндерә, – тине ул.
Быйыл төп маҡсат – былтыр өлгәшелгәндәрҙе һаҡлап ҡалыу. Әгәр ҙә инвестициялар күләме 10 процентҡа тиклем етһә, был ҡаҙаныш булып һаналасаҡ.
Министр аңлатыуынса, иҡтисад үҫешкән тип аталһын өсөн капитал һалыуҙар күләме тулайым төбәк продуктының кәмендә 30 процентын тәшкил итергә тейеш. Тимәк, бының өсөн республикаға йәлеп ителгән инвестиция күләменең әлегенән ике тапҡырға артыуы мөһим.
Ә бына 2013 йыл был йәһәттән уңышлы булыуы бар. Быға бөгөнгө 74 өҫтөнлөклө инвестиция проектының 20-һе генә эшләй башлағанда ла өлгәшеп буласаҡ.
Быйыл да тормошҡа ашырыласаҡ проект байтаҡ. Апрелдә Благовещенда минераль мамыҡ етештереүсе завод асыласаҡ. Яҡынса күҙаллауҙар буйынса, бында 300 кеше эш урынын табасаҡ. Ауыл хужалығы өлкәһенә лә инвестиция һалына: Бөрөлә, Ауырғазыла һәм Өфөлә сусҡа комплекстары эш башлаясаҡ. Йәй Ауырғазы районында керамик кирбес етештереүсе завод сафҡа инәсәк. Ул йылына 80 миллион кирбес сығарасаҡ тип көтөлә.
Бангладешҡа иген оҙатабыҙБылтыр республикабыҙ ҡайһы бер сит илдәр менән иҡтисади бәйләнешен нығытырға иреште. Улар бөтәһе лә үҙ-ара оҙайлы хеҙмәттәшлекте күҙ уңында тота. Мәҫәлән, былтырғы килешеүҙәрҙән һуң Финляндия, Австрия һәм Польша Башҡортостандың иң өмөтлө партнерҙары иҫәбенә инде.
– Был илдәр менән хеҙмәттәшлеккә ҙур өмөт бағлайбыҙ. Улар тәҡдим иткән барлыҡ проект та беҙҙе тулыһынса ҡәнәғәтләндерә, – тине Евгений Маврин.
Мәҫәлән, Польша менән бергә туризмды үҫтереү күҙ уңында тотола. Шул иҫәптән һуңғы ваҡыт киң ҡолас ала барған социаль туризм да ике яҡты ла ҡыҙыҡһындыра икән. Финляндия менән урман эшкәртеүҙә хеҙмәттәшлек киңәйәсәк. Ә Австрия менән фармакология өлкәһендә бергә эшләйәсәкбеҙ.
Бынан тыш, республиканың Алжир һәм Бангладеш менән дә хеҙмәттәшлеге киңәйәсәк. Беренсеһе менән мөнәсәбәттәр нигеҙҙә нефть сәнәғәтенә ҡағылһа, икенсеһен иген менән тәьмин итәсәкбеҙ. Мәғлүм булыуынса, был илдең халҡы аҙыҡ-түлеккә ныҡ мохтажлыҡ кисерә.
Министр белдереүенсә, ошондай илдәр менән мөнәсәбәттәр тулыһынса көйләнһә, Япония, Сәғүд Ғәрәбстаны һәм Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре менән хеҙмәттәшлек ауырыраҡ бара.
Рәшит ЗӘЙНУЛЛИН