Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Һумдың ТӘПӘшәйеүе ҡасан туҡтар?
Һумдың ТӘПӘшәйеүе  ҡасан туҡтар? Ошо аҙнала уҙған Яғыулыҡ-энергетика комплексын үҫтереү буйынса Президент комиссияһы ултырышында Рәсәй етәксеһе Владимир Путин илебеҙ эсендә башҡарылған иҫәпләшеүҙәрҙә сит дәүләт валютаһын ҡулланыуҙы туҡтатыу кәрәклеген белдерҙе. “Был тотош иҡтисад өсөн мөһим, – тине ул. – Беҙҙә бит һумдан башҡа аҡса менән иҫәпләшеү закон буйынса тыйылған. Ә ғәмәлдә нисек? Нефтте һәм нефть продукттарын Новороссийск, Тамань, Усть-Луга, Козьмино, Приморск һәм башҡа порттар аша ташыу тарифтары туранан-тура Америка валютаһында билдәләнә. Тимәк, ҡануниәткә ярашлы түгел. Күҙәтеүсе органдар ҡайҙа ҡарай?”
Долларҙың илебеҙ иҡтисадында ныҡлы урын алыуының кире яҡтары һуңғы йылдарҙа айырыуса ныҡ һиҙелә. Сит ил аҡсаһына бәйлелек ҡасан башланды һуң?
Долларҙың беҙҙең илдәге хаҡы уҙған быуатта оҙаҡ ваҡыт 63 тин булып килде. 1990 йылда иһә СССР етәксеһе Михаил Горбачевтың “Сит ил валюталарына ҡарата һумдың курсын билдәләү һәм дөйөм Союз валюта баҙарын булдырыу саралары тураһында”ғы Указы сыҡҡас, ҡапыл 1,8 һумға күтәрелде. Яңы документтың маҡсаты – баҙар мөнәсә­бәттәренә күскән илебеҙҙең ойошма-предприятиелары эшмәкәрлегенә булышлыҡ итеү, экспортты һәм импортты ҡеүәтләү, дәүләттең валюта ресурстарын һөҙөмтәле бүлеү механизмын булдырыу.
Ләкин яңы ҡоролошҡа күскән Рәсәй капиталистик илдәр менән ярышырлыҡ кимәлдә түгел ине. Ватан етеш­те­реүселәренең тауарҙары күпселек осраҡта насар сифатлы булды, үҙаллы йәшәргә, эшләргә өйрәнмәгән халыҡтың тормош шарттары, тимәк, һатып алыу мөмкинлеге түбән ине. Ошондай хәлдә сит илдәргә күпләп нефть һәм башҡа сеймал оҙатылып торҙо, алмашҡа долларҙар алынды. Улар ҡайһы бер осраҡта халыҡҡа эш хаҡы итеп тә бирелде. Буш магазиндарҙы сағыш­тырмаса ҡиммәт сит ил тауарҙары – “Сникерс”тан алып зиннәтле автомо­билдәргә тиклем – баҫты. Ҙур ҡалаларҙа йәшәгән айырым кешеләр иһә хеҙмәт хаҡын долларҙа алды һәм йәшәү кимәлен дә американдарса билдәләргә өйрәнде.
Был әле тәүге аҙымдар ғына ине. Доллар һаман ҡим­мәтләнгәндән-ҡиммәтләнде, һөҙөмтә булараҡ, илебеҙҙә йәшәү кимәле төшә башланы. Быны халыҡ ҙур тетрәнеү менән ҡабул итте. Рәсәйҙең күпселек етештереүселәре иһә, ошо мөмкинлектән файҙа­ланып, тауарын долларлата сауҙаға сығара башланы. Һөҙөмтәлә 1998 йылда дәүләтебеҙҙең халыҡ һәм сит ил банктары алдында бурысы күбәйеүе һуңғы сиккә килтереп еткерҙе: Рәсәй дефолтҡа дусар булды. Кисә генә биш-алты һум торған доллар ҡапыл 21 һумға һатыла башланы. Күптәр ҙур бурысҡа батты, мөлкәтенән яҙҙы, кредит менән “янды”... Ҡатмарлы хәл яңы быуат башында ғына яйлап көйләнә башланы.
Доллар менән һум ара­һындағы мөнәсәбәттең ябай­лашҡаны юҡ, тип әйтергә мөмкин. Был “көрәш” бер ваҡытта ла һум файҙаһына булмаясаҡтыр, моғайын. Ни өсөн тигәндә, әлегә беҙгә күп нәмәне ситтән АҠШ валютаһына һатып алырға тура килә, сөнки үҙебеҙҙә хеҙмәт етештереүсәнлеге кимәле түбән. Әлбиттә, нефттең баррелен 110 – 120 долларға тәҡдим итеп, түшәмгә ҡарап ятырға булыр ине лә, тик санкцияларға бәйле “ҡара алтын”дың хаҡы ла тотороҡло түгел. Бында Американың туранан-тура йоғонтоһо бар. Улар “һәүерташ” технологияһын киң ҡуллана башлап, баррелдең хаҡын 50 долларға тиклем төшөрөүгә өлгәште. Һөҙөмтәлә хәҙер көн дә һум менән долларҙың “уйнағанын” күҙәтәбеҙ. Нефткә хаҡ артһа, һум нығына, кире осраҡта – төшә. Бының сиге лә булмаҫ һымаҡ, сөнки американдар донъя баҙарына күпме кәрәк, шунса доллар баҫып сығарасаҡ. Әле уларҙың үҙҙәренең бер ни менән тәьмин ител­мәгән 110 триллион долларҙан ашыу бурысы бар. Әгәр ошо фантикка табынып йәшәһәк, “МММ” пирамидаһының емереле­үенән дә ҡурҡыныс буласаҡ.
Ә беҙгә был кәрәкме һуң? Долларҙың көйөнә бейеү ялҡытманымы? Рәсәй Президенты Владимир Путин был хаҡта бер сығышында аныҡ белдерҙе. “Һуңғы тиҫтә йылда доллар сиктән тыш хакимлыҡ итә. Был хәл донъя иҡтисадын тотороҡ­һоҙлоҡҡа һәм көсһөҙлөккә килтерҙе”, – тине ул.
Әлбиттә, беҙгә Америка валютаһынан тулыһынса ҡо­толоу мөмкин түгел, сөнки ул йылдар дауамында иҡтисадта ныҡлы урын алды. Шулай ҙа долларға ҡаршы көсөбөҙҙө күрһәтә башларға ваҡыттыр. Иң тәүге һәм мөһим юл – үҙебеҙҙәге етештереүсәнлекте арттырыу. Әлеге көрсөк бының өсөн – иң уңайлыһы. Иҡти­садсылар билдәләүенсә, юғары техно­логияларҙы, ауыл хужа­лығын, аҙыҡ-түлек сәнәғәтен үҫтереп, донъя баҙарында нығынырға һәм шул юл менән һумдың баһаһын арттырырға мөмкинлегебеҙ бар.


Автор: Г. ИРХАНОВА. Фото: Эдуард Дилмөхәмәтов


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде

Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде 30.10.2026 // Иҡтисад

Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында республиканың агросәнәғәт комплексы алдынғыларын бүләкләнеләр. ......

Тотош уҡырға 4

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан статистиктары ҡулланыусылар продукттарына хаҡтарҙың үҙгәреүе хаҡында хәбәр итте....

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне...

Тотош уҡырға 3

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде 29.10.2026 // Иҡтисад

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде...

Тотош уҡырға 4

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды 28.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды...

Тотош уҡырға 4

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра 28.10.2026 // Иҡтисад

30 октябрҙән Һамар — Пермь поезы йөрөй башлай. Өфө менән Пермь араһында тәүге тапҡыр тура тимер юл ......

Тотош уҡырға 4

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде 28.10.2026 // Иҡтисад

Күрһәткес ағымдағы йылдың нормаһына ҡарата 6,8% артҡан....

Тотош уҡырға 3

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде 26.10.2026 // Иҡтисад

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде...

Тотош уҡырға 4

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде 26.10.2026 // Иҡтисад

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде...

Тотош уҡырға 7

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола 23.10.2026 // Иҡтисад

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола...

Тотош уҡырға 3

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы 23.10.2026 // Иҡтисад

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы...

Тотош уҡырға 6

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта 22.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта...

Тотош уҡырға 5


Комментарий өҫтәргә