Ошо аҙнала уҙған Яғыулыҡ-энергетика комплексын үҫтереү буйынса Президент комиссияһы ултырышында Рәсәй етәксеһе Владимир Путин илебеҙ эсендә башҡарылған иҫәпләшеүҙәрҙә сит дәүләт валютаһын ҡулланыуҙы туҡтатыу кәрәклеген белдерҙе. “Был тотош иҡтисад өсөн мөһим, – тине ул. – Беҙҙә бит һумдан башҡа аҡса менән иҫәпләшеү закон буйынса тыйылған. Ә ғәмәлдә нисек? Нефтте һәм нефть продукттарын Новороссийск, Тамань, Усть-Луга, Козьмино, Приморск һәм башҡа порттар аша ташыу тарифтары туранан-тура Америка валютаһында билдәләнә. Тимәк, ҡануниәткә ярашлы түгел. Күҙәтеүсе органдар ҡайҙа ҡарай?”
Долларҙың илебеҙ иҡтисадында ныҡлы урын алыуының кире яҡтары һуңғы йылдарҙа айырыуса ныҡ һиҙелә. Сит ил аҡсаһына бәйлелек ҡасан башланды һуң?
Долларҙың беҙҙең илдәге хаҡы уҙған быуатта оҙаҡ ваҡыт 63 тин булып килде. 1990 йылда иһә СССР етәксеһе Михаил Горбачевтың “Сит ил валюталарына ҡарата һумдың курсын билдәләү һәм дөйөм Союз валюта баҙарын булдырыу саралары тураһында”ғы Указы сыҡҡас, ҡапыл 1,8 һумға күтәрелде. Яңы документтың маҡсаты – баҙар мөнәсәбәттәренә күскән илебеҙҙең ойошма-предприятиелары эшмәкәрлегенә булышлыҡ итеү, экспортты һәм импортты ҡеүәтләү, дәүләттең валюта ресурстарын һөҙөмтәле бүлеү механизмын булдырыу.
Ләкин яңы ҡоролошҡа күскән Рәсәй капиталистик илдәр менән ярышырлыҡ кимәлдә түгел ине. Ватан етештереүселәренең тауарҙары күпселек осраҡта насар сифатлы булды, үҙаллы йәшәргә, эшләргә өйрәнмәгән халыҡтың тормош шарттары, тимәк, һатып алыу мөмкинлеге түбән ине. Ошондай хәлдә сит илдәргә күпләп нефть һәм башҡа сеймал оҙатылып торҙо, алмашҡа долларҙар алынды. Улар ҡайһы бер осраҡта халыҡҡа эш хаҡы итеп тә бирелде. Буш магазиндарҙы сағыштырмаса ҡиммәт сит ил тауарҙары – “Сникерс”тан алып зиннәтле автомобилдәргә тиклем – баҫты. Ҙур ҡалаларҙа йәшәгән айырым кешеләр иһә хеҙмәт хаҡын долларҙа алды һәм йәшәү кимәлен дә американдарса билдәләргә өйрәнде.
Был әле тәүге аҙымдар ғына ине. Доллар һаман ҡиммәтләнгәндән-ҡиммәтләнде, һөҙөмтә булараҡ, илебеҙҙә йәшәү кимәле төшә башланы. Быны халыҡ ҙур тетрәнеү менән ҡабул итте. Рәсәйҙең күпселек етештереүселәре иһә, ошо мөмкинлектән файҙаланып, тауарын долларлата сауҙаға сығара башланы. Һөҙөмтәлә 1998 йылда дәүләтебеҙҙең халыҡ һәм сит ил банктары алдында бурысы күбәйеүе һуңғы сиккә килтереп еткерҙе: Рәсәй дефолтҡа дусар булды. Кисә генә биш-алты һум торған доллар ҡапыл 21 һумға һатыла башланы. Күптәр ҙур бурысҡа батты, мөлкәтенән яҙҙы, кредит менән “янды”... Ҡатмарлы хәл яңы быуат башында ғына яйлап көйләнә башланы.
Доллар менән һум араһындағы мөнәсәбәттең ябайлашҡаны юҡ, тип әйтергә мөмкин. Был “көрәш” бер ваҡытта ла һум файҙаһына булмаясаҡтыр, моғайын. Ни өсөн тигәндә, әлегә беҙгә күп нәмәне ситтән АҠШ валютаһына һатып алырға тура килә, сөнки үҙебеҙҙә хеҙмәт етештереүсәнлеге кимәле түбән. Әлбиттә, нефттең баррелен 110 – 120 долларға тәҡдим итеп, түшәмгә ҡарап ятырға булыр ине лә, тик санкцияларға бәйле “ҡара алтын”дың хаҡы ла тотороҡло түгел. Бында Американың туранан-тура йоғонтоһо бар. Улар “һәүерташ” технологияһын киң ҡуллана башлап, баррелдең хаҡын 50 долларға тиклем төшөрөүгә өлгәште. Һөҙөмтәлә хәҙер көн дә һум менән долларҙың “уйнағанын” күҙәтәбеҙ. Нефткә хаҡ артһа, һум нығына, кире осраҡта – төшә. Бының сиге лә булмаҫ һымаҡ, сөнки американдар донъя баҙарына күпме кәрәк, шунса доллар баҫып сығарасаҡ. Әле уларҙың үҙҙәренең бер ни менән тәьмин ителмәгән 110 триллион долларҙан ашыу бурысы бар. Әгәр ошо фантикка табынып йәшәһәк, “МММ” пирамидаһының емерелеүенән дә ҡурҡыныс буласаҡ.
Ә беҙгә был кәрәкме һуң? Долларҙың көйөнә бейеү ялҡытманымы? Рәсәй Президенты Владимир Путин был хаҡта бер сығышында аныҡ белдерҙе. “Һуңғы тиҫтә йылда доллар сиктән тыш хакимлыҡ итә. Был хәл донъя иҡтисадын тотороҡһоҙлоҡҡа һәм көсһөҙлөккә килтерҙе”, – тине ул.
Әлбиттә, беҙгә Америка валютаһынан тулыһынса ҡотолоу мөмкин түгел, сөнки ул йылдар дауамында иҡтисадта ныҡлы урын алды. Шулай ҙа долларға ҡаршы көсөбөҙҙө күрһәтә башларға ваҡыттыр. Иң тәүге һәм мөһим юл – үҙебеҙҙәге етештереүсәнлекте арттырыу. Әлеге көрсөк бының өсөн – иң уңайлыһы. Иҡтисадсылар билдәләүенсә, юғары технологияларҙы, ауыл хужалығын, аҙыҡ-түлек сәнәғәтен үҫтереп, донъя баҙарында нығынырға һәм шул юл менән һумдың баһаһын арттырырға мөмкинлегебеҙ бар.