Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Ҡул эш белгәс, күңел көр
Ҡул эш белгәс, күңел көр Еникеев исемендәге йәмғиәтте районда һәр яҡтан өлгө итеп ҡуялар – үҫемлекселектә лә, малсылыҡта ла һынатмай уңғандар. Ауыл хужалығы эшсәндәрен тәбрикләү тантаналарында иң күп бүләк уларға тапшырыла.


Йәмғиәттә Тәкәрлек һәм Иванай ауылдары кешеләре эшләй. Әйт­кән­дәй, был хеҙмәткәрҙәрҙең үҙ йорттары ла төҙөк, ихаталары тәртиптә. Тимәк, хужалыҡтың яҙмышы өлгөрҙәр һәм егәрле­ләр ҡулында тип ышаныслы әйтер­гә мөмкин.
– Тәртип тупһанан башлана, – ти рәйес Азат Хаҡов. – Беҙҙә артта һөйрәл­гәндәр юҡ, хәҙер берәү ҙә “иртәгәһен ишәк ҡайғыртһын” тигән принцип менән йәшәмәй. Ҡулдары эш белгәс, күңелдәре көр.
Ҡул эш белгәс, күңел көрЕтәкселек малды даими артты­рыу­ҙы маҡсат итеп ҡуйған. Хужа­лыҡта 650 баш һауын һыйыры иҫәпләнә, һөттөң кәмеүенә юл ҡуйылмай. Әйткәндәй, продукцияны “Дүртөйлөһөт” йәмғиәтенә тапшыралар. Бынан тыш, Һамар ҡалаһынан да килеп алалар. Килем тураһында һүҙ йөрөткәндә, әлбиттә, төрлө саҡ була, әммә зарланырлыҡ түгел.
“500 ферма” программаһында ҡатнашыу эште еңеләйткән – заманса хеҙмәт алымына күскәндәр. Былтыр Тәкәрлек һөтсөлөк ферма­һында ремонт үткәрелһә, быйыл оҫталар Иванайға күскән.
Ҡул эш белгәс, күңел көрАзат Әхмәтза улы билдәләүенсә, эште бер нисә йүнәлештә ойоштороу хужалыҡты һәр йәһәттән үҫтерә, заман менән бергә атлауға этәргес бирә. Халыҡҡа хеҙмәт урынын арттырыу айырыуса әһәмиәтле. Сәсеү­лек майҙанын киңәйтеү маҡсаты ла ҡуйылған. Хужалыҡ етәксеһе йәнә бер шатлығы менән уртаҡлашты – быйыл мал аҙығын күп әҙерләүгә өлгәшкәндәр.
Ферма мөдире Сәхиә Сатикова, быҙау ҡараусы Фәриҙә Ильясова, механизатор Рәшит Ибраһимов, мал ҡараусы Рим Әхмәҙуллин һәм башҡалар – хужалыҡтың төп терәге.






Автор: Илдар АҠЪЮЛОВ. Район: Дүртөйлө районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡорт ҡымыҙы Ҡырғыҙстанда популярлыҡ яуланы

Башҡорт ҡымыҙы Ҡырғыҙстанда популярлыҡ яуланы 03.11.2026 // Иҡтисад

Башҡорт ҡымыҙы Ҡырғыҙстанда популярлыҡ яуланы...

Тотош уҡырға 4

Радий Хәбиров Берҙәм креатив иҡтисад үҙәге президенты менән осрашты
Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде

Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде 30.10.2026 // Иҡтисад

Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында республиканың агросәнәғәт комплексы алдынғыларын бүләкләнеләр. ......

Тотош уҡырға 6

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан статистиктары ҡулланыусылар продукттарына хаҡтарҙың үҙгәреүе хаҡында хәбәр итте....

Тотош уҡырға 6

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне...

Тотош уҡырға 6

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде 29.10.2026 // Иҡтисад

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде...

Тотош уҡырға 9

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды 28.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды...

Тотош уҡырға 10

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра 28.10.2026 // Иҡтисад

30 октябрҙән Һамар — Пермь поезы йөрөй башлай. Өфө менән Пермь араһында тәүге тапҡыр тура тимер юл ......

Тотош уҡырға 9

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде 28.10.2026 // Иҡтисад

Күрһәткес ағымдағы йылдың нормаһына ҡарата 6,8% артҡан....

Тотош уҡырға 5

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде 26.10.2026 // Иҡтисад

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде...

Тотош уҡырға 10

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде 26.10.2026 // Иҡтисад

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде...

Тотош уҡырға 8

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола 23.10.2026 // Иҡтисад

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола...

Тотош уҡырға 5


Комментарий өҫтәргә