Еникеев исемендәге йәмғиәтте районда һәр яҡтан өлгө итеп ҡуялар – үҫемлекселектә лә, малсылыҡта ла һынатмай уңғандар. Ауыл хужалығы эшсәндәрен тәбрикләү тантаналарында иң күп бүләк уларға тапшырыла.Йәмғиәттә Тәкәрлек һәм Иванай ауылдары кешеләре эшләй. Әйткәндәй, был хеҙмәткәрҙәрҙең үҙ йорттары ла төҙөк, ихаталары тәртиптә. Тимәк, хужалыҡтың яҙмышы өлгөрҙәр һәм егәрлеләр ҡулында тип ышаныслы әйтергә мөмкин.
– Тәртип тупһанан башлана, – ти рәйес Азат Хаҡов. – Беҙҙә артта һөйрәлгәндәр юҡ, хәҙер берәү ҙә “иртәгәһен ишәк ҡайғыртһын” тигән принцип менән йәшәмәй. Ҡулдары эш белгәс, күңелдәре көр.

Етәкселек малды даими арттырыуҙы маҡсат итеп ҡуйған. Хужалыҡта 650 баш һауын һыйыры иҫәпләнә, һөттөң кәмеүенә юл ҡуйылмай. Әйткәндәй, продукцияны “Дүртөйлөһөт” йәмғиәтенә тапшыралар. Бынан тыш, Һамар ҡалаһынан да килеп алалар. Килем тураһында һүҙ йөрөткәндә, әлбиттә, төрлө саҡ була, әммә зарланырлыҡ түгел.
“500 ферма” программаһында ҡатнашыу эште еңеләйткән – заманса хеҙмәт алымына күскәндәр. Былтыр Тәкәрлек һөтсөлөк фермаһында ремонт үткәрелһә, быйыл оҫталар Иванайға күскән.

Азат Әхмәтза улы билдәләүенсә, эште бер нисә йүнәлештә ойоштороу хужалыҡты һәр йәһәттән үҫтерә, заман менән бергә атлауға этәргес бирә. Халыҡҡа хеҙмәт урынын арттырыу айырыуса әһәмиәтле. Сәсеүлек майҙанын киңәйтеү маҡсаты ла ҡуйылған. Хужалыҡ етәксеһе йәнә бер шатлығы менән уртаҡлашты – быйыл мал аҙығын күп әҙерләүгә өлгәшкәндәр.
Ферма мөдире Сәхиә Сатикова, быҙау ҡараусы Фәриҙә Ильясова, механизатор Рәшит Ибраһимов, мал ҡараусы Рим Әхмәҙуллин һәм башҡалар – хужалыҡтың төп терәге.