Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » “Ожмах мөйөшө”н күргегеҙ килһә...
“Ожмах мөйөшө”н күргегеҙ килһә... Йәмле Һаҡмар буйында ял итергә теләүселәр бихисап: йәй көнө күрше Ырымбур өлкәһе ҡунаҡтары ла, Хәйбулла районында йәшәүселәр ҙә йыш килә. Әммә күңелдәрҙе әрнеткәне шул: уларҙан өйөм-өйөм сүп-сар ҡала, йылға буйҙары бысраҡҡа күмелә. Халҡыбыҙ әле булһа матур итеп ял итә, артынан йыйыштыра белмәй шул.

Туристарҙың ҡырағайҙарса ҡыланыуы, ҡасандыр ата-әсә менән ял иткән урындарҙың аҡрынлап юҡҡа сыға барыуы бала саҡтан тәбиғәтте яратҡан, тыуған ауылы Йәнтештең ер-һыу атамаларын яҡшы белгән, һәр һуҡмағы аша үткән Ринат Таулыҡаевтың да күңелен әрнетә. Оҙаҡ йылдар балаларға туризм серҙәрен өйрәткән, республиканың әллә күпме тау-урмандарын гиҙеп, тәбиғәт һөйөүселәр менән төрлө слеттарҙа ҡатнашып, еңеү яулаған уҙаман, күп уйлап тормай, туризм буйынса үҙ эшен асып ебәрергә тәүәккәлләй. Уның теләген ҡатыны Кәбирә Ғәлимйән ҡыҙы ла хуплағас, туристик-һауыҡтырыу базаһын булдырыу өсөн бизнес-план төҙөлә.
Башланғыс район хакимиәтендә лә яҡлау таба — үҙ эшен асыусыларға тәғәйенләнгән программаға эләгеп, йүнсел субсидия алыуға өлгәшә. Йәнтеш ауылы янындағы Һаҡмар йылғаһы буйында халыҡ “Тупик” тип йөрөткән ерҙе ҡуртымға ала һәм әсәһе һәр саҡ һоҡланған урынға “Ожмах мөйөшө” тигән исем дә ҡуша.
— Беҙ килгәндә был урын ташландыҡ хәлдә ине, — ти Ринат Рәшит улы. – Эште яр буйын, тирә-яҡты ипкә килтереүҙән башланыҡ. Барлығы 12 машина сүп-сар сығарҙыҡ, йылғаны таҙарттыҡ. Турбаза урыны ла осраҡлы һайланманы: бер яғында Һаҡмар аҡһа, икенсе яғын ҡаялы тауҙар уратып алған. Бындағы тәбиғәт район халҡын ғына түгел, башҡа төбәк кешеләрен дә йәлеп итә, матурлығы һәр кемде хайран ҡалдыра. Ярҙам йөҙөнән бүленгән ҡаҙна аҡсаһына палатка, кәмәләр, ике тирмә һатып алдыҡ, туристарға ял өсөн беседкалар урынлаштырҙыҡ. Йылға буйына мунса ла эшләнек, кейенеү урындары булдырҙыҡ. Баштараҡ ауыр ине, халыҡ ни өсөндөр риза булманы, имеш, “ерҙе һатып ятаһың” тигән уй менән төрлөсә кәмһетергә тырыштылар, хатта эшләгән әйберҙәребеҙҙе боҙоп киткеләнеләр.
Һуңғы йылдарҙа республикала туризмдың киң ҡолас ала барыуын, тәбиғәтте ҡурсалауҙың мөһим икәнлеген аҡрынлап аңлаған халыҡ, ситтән ял итергә килеүселәрҙең тәртипһеҙ ҡыланыуын күреп, үҙ төйәге яҙмышы өсөн борсолған эшҡыуарҙың эшенә йөҙ бора һәм, уға үҙ кәңәштәрен биреп, нисек тә ярҙамлашырға тырыша башлай.
— Бөгөн ауылдаштарымдың ҡарашы ыңғай: һәр береһе үҙенсә кәңәшен бирә, тәҡдимен әйтә. Халыҡ ял итергә күнекте, тәбиғәт менән аралашыу, уның матурлығын күреү, саф һауала булыу — күптәрҙең хыялы. Бигерәк тә Орск, Гай ҡалаларынан килеүселәр күп, шулай уҡ Мәскәү өлкәһенән, Екатеринбург, Магнитогорск яҡтарынан, Ҡаҙағстандан да барҙар, — ти эшҡыуар.
“Ожмах мөйөшө”ндә барлыҡ шарттар булдырылған: палатка, кәмә ҡуртымға бирелә, аш-һыу әҙерләү урындары ҡуйылған, ҡыйыҡлы беседкалар эшләнелгән, һораусыларға мунса яғыла, ҡайын миндеге тәҡдим ителә. Шулай уҡ яҡын-тирәлә үҫкән шифалы үләндәрҙең һүрәте бирелгән, файҙаһы хаҡында яҙылған стендтар, балыҡ тотоу кәрәк-ярағы бар. Еләк-емеш һәм бәшмәк йыйыу өсөн урындар ҙа булдырылған. Һаҡмар буйлап кәмәлә сәйәхәт итеүселәргә айырым маршрут эшләгән уңған егет.
Киләсәккә пландары ҙур Ринат Рәшит улының.
— Ҡышын да турбаза буш тормаһын тигән ниәттән тау саңғыһы трассаһын әҙерләү теләге менән йөрөйөм. Бының өсөн шарттар бар: ана, эргәләге ҡаяны ҡарағыҙ, ни тиклем бейек һәм матур, — ти ул. – Районда тәбиғәт ҡомартҡылары, тарихи, иҫтәлекле урындар күп.
Әлбиттә, заман талаптарына яуап бирерлек, туристарҙың ихтыяжын тулыһынса ҡәнәғәт­ләндерерлек шарттар тыуҙырыу өсөн йүнселгә эш күп әле. Ағастан төҙөлгән йорттарҙың да, башҡа кәрәк-яраҡтың да етерлек булыуы шарт. Иң мөһиме — башланғыс бар, теләк һәм дәрт ташып тора.








Автор: К. ИШБУЛДИНА. Район: Хәйбулла районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде

Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде 30.10.2026 // Иҡтисад

Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында республиканың агросәнәғәт комплексы алдынғыларын бүләкләнеләр. ......

Тотош уҡырға 4

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан статистиктары ҡулланыусылар продукттарына хаҡтарҙың үҙгәреүе хаҡында хәбәр итте....

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне...

Тотош уҡырға 3

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде 29.10.2026 // Иҡтисад

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде...

Тотош уҡырға 4

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды 28.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды...

Тотош уҡырға 4

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра 28.10.2026 // Иҡтисад

30 октябрҙән Һамар — Пермь поезы йөрөй башлай. Өфө менән Пермь араһында тәүге тапҡыр тура тимер юл ......

Тотош уҡырға 4

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде 28.10.2026 // Иҡтисад

Күрһәткес ағымдағы йылдың нормаһына ҡарата 6,8% артҡан....

Тотош уҡырға 3

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде 26.10.2026 // Иҡтисад

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде...

Тотош уҡырға 4

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде 26.10.2026 // Иҡтисад

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде...

Тотош уҡырға 7

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола 23.10.2026 // Иҡтисад

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола...

Тотош уҡырға 3

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы 23.10.2026 // Иҡтисад

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы...

Тотош уҡырға 6

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта 22.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта...

Тотош уҡырға 5


Комментарий өҫтәргә