Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Нисек кредит алырға?
Банктан кредит ала алмай йонсоған халыҡ тураһында һөйләп, бөгөн береһен дә аптыратып булмай. Аҡсаны уңышлы эшләгән фермерҙар, эшҡыуарҙар ҙа ала алмай әле! Шул уҡ ваҡытта банктарҙы ла ғәйепләрлек түгел: улар сикләүҙәр ҡыҫымында эшләргә мәжбүр. Ысынбарлыҡты, хәл ителеште көткән ҡатмарлыҡтарҙы банктар етәкселеге лә инҡар итмәй. Тик заман тиҙлегенә өлгөрмәү, мәшәҡәттәрҙең мөмкинлек бирмәүе, һәр ойошманың үҙен генә ҡабатланмаҫ, алмаш табылмаҫ итеп күреүе сәбәплеме, тормош үҙ ағышына китеп тик бара. Әүҙемлек күрһәтеүсе юҡ, ундайҙарҙың килеп сығырына һәм бығаса өйөлөп килгән мәсьәләләрҙең тиҙ арала көйләнеренә ышаныусылар ғына арта.
"Бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа кредит биреүҙәге ҡатмарлыҡтар һәм уларҙы хәл итеү юлдары" темаһын билдәләп, эшҡыуарҙарҙың артабанғы үҫешенә нисек тә ярҙам итеү маҡсатынан "түңәрәк өҫтәл" ойошторғанда һорауҙарыбыҙ бихисап ине, уларҙың күбеһенә электән ҡабатланып килгән чиновник яуабын ғына ишетербеҙ, тигәнерәк уйҙар ҙа булды.
Осрашыу, ҡатмарлы мәсьәләләрҙе уртаға һалып һөйләшеү һөҙөмтә бирмәй ҡалманы. Бығаса бер-береһен күреп, күрешеп йөрөп тә, проблема буйынса бергәләп эшләй алмаған етәкселәр осрашты, уларҙың яңы хеҙмәттәшлек юлдарын асты.
"Башҡортостан" гәзите мөхәрририәте башланғысы менән ойошторолған ҡорҙа "Рәсәйҙең ауыл хужалығы банкы" асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең Башҡортостан төбәк филиалы директоры Ирек Мөхәмәтдинов, Башҡортостандың эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм ярҙам итеү фондының финанс директоры Ранис Ғибәҙәтов, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Бизнес-үҙәге етәксеһе, билдәле эшҡыуар Иршат Аҫылғужин, "Восток-Капитал" коммерция банкы" асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең "Башҡортостан" филиалы офисы идарасыһы Алмаз Абдуллин, "Банкос" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Рәүеф Әлмөхәмәтов ҡатнашты.
– Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың Мөрәжәғәтнамәһендә эшҡыуарлыҡты үҫтереүҙең йәшәйешебеҙҙең иң мөһим мәсьәләләренең береһенә әйләнеүе тураһында әйтелә. Шул уҡ ваҡытта республика етәксеһе йүнселдәр алдында килеп тыуған ҡаршылыҡтарҙы бөтөрөүгә лә етди иғтибар бүлергә саҡырҙы. Ә кредит ала алмау – бөгөн күптәрҙең теңкәһенә тейгән проблема. Йүнселдәрҙе борсоған был мәсьәләне нисек хәл итергә? Шул турала асыҡтан-асыҡ һөйләшеүгә саҡырҙыҡ, – тине үҙенең инеш һүҙендә гәзиттең баш мөхәррире Нияз Сәлимов.
Ирек Мөхәмәтдинов барлыҡ яуаплылыҡты банктарға ғына ҡайтарып ҡалдырып булмауын билдәләне, сөнки кредит учреждениелары ҡаты регламент сиктәрендә эшләй, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен дә оноторға ярамай. Банк һәр саҡ үҫештә булырға, яңынан-яңы хеҙмәттәрен тәҡдим итергә тырыша.
Киләһе йылдың февраль-март айҙарында үҙ эшен башлаусы фермерҙар мәнфәғәтен күҙ уңында тотҡан (ябайлаштырылған форма буйынса) кредит бирә башлау күҙаллана. Бынан тыш, ике төр банк хеҙмәте (сама менән шул уҡ ваҡытта эшләй башлаясаҡ) ғәмәлгә инәсәк. Тәүгеһе "Доступный" тип атала һәм 1 миллион һумғаса аҡса биреп тороуҙы күҙ уңында тота, "Рациональ" исемлеһе 15 миллион һумғаса иҫәпләнгән. Тағы ла бер яңылыҡ проекты эшләнә: юридик һәм физик шәхестәр поручителлеге шарты менән 1 миллион һумғаса аҡса алып буласаҡ.
– Күптәр беҙҙең эшкә үпкә белдерә. Әммә беҙ аҡсаны бирергә теләмәүҙән түгел, банк – ул "Банк эшмәкәрлеге тураһында"ғы Закондан тайпылмаған һәм дәүләт аҡсаһын һөҙөмтәле файҙаланыу маҡсатынан сығып эшләгән учреждение. Шуға ярашлы эшләргә ынтылабыҙ, – тине Ирек Радил улы.
Етәксе шуның менән кредит ала алмай йонсоғандарға яуап биргәндер тип уйларға ҡала. Әммә уға һорауҙар байтаҡ ине. Мәҫәлән, гәзит уҡыусылар әсәлек капиталын ниңә банкка аманат итеп һалып булмауы менән ҡыҙыҡһына. Уны ауыл хужалығы техникаһы алыуға тотонорға теләүселәр ҙә гәзит аша сығыш яһағайны. "Әсәлек капиталын торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға тотоноу тәжрибәһе киң ҡулланылыш тапты. Күп ғаиләләр уны ҡулаҡсаға әйләндереп тә ала. Әммә уның тәғәйенләнеше икенсе һәм банкка аманатҡа һалып булмай", – тине Ирек Радил улы.
Банкирҙың билдәләүенсә, бығаса бирелгән кредиттарҙың процент ставкаһы артмаясаҡ. Әммә һуңғы ваҡытта илдең бөтә банк системаһы процент ставкаһын үҙгәртеүгә йөҙ борҙо. Был – финанс-иҡтисади көрсөк дауамы касафаты.
Ерҙе аманатҡа һалыу – илдә ҡыйынлыҡ менән ҡулланыла башлаған яңылыҡ. Был тәңгәлдә эштәр Алтай крайында ярайһы уҡ алға киткән, Татарстан Республикаһы ла ошо эште әүҙем көйләй. Башҡортостанда пайҙар дөйөм майҙан составында бүленә. Һәр кешенең ер пайын айырым межалау мөмкинлеге әлегә юҡ. Ошо көнүҙәк мәсьәләнең ҡасан хәл ителерен әлегә береһе лә әйтә алмай. Был һәр хужаның үҙенән тора.
Миҙалдың икенсе яғы ла бар: халыҡ ерҙә эшләргә, пайҙы әүҙем файҙаланырға, йылдың-йылы сәсергә һәм урырға, аҙыҡ-түлекте тотороҡло етештерергә өйрәнмәгән. Күптәр яуаплылыҡ тигән төшөнсәне, дөрөҫөн генә әйткәндә, белмәй. Телгә алыуыбыҙса, шәхси пайын хосусилаштырған, межалаған кешеләр бармаҡ менән генә һанарлыҡ. Ауыл хужалығы банкы филиалы етәксеһе әйтеүенсә, республикала ундайҙар бар, ер аманаты шартына яуап биргән банк продукты ла эшләй. Тимәк, яҡын киләсәктә ошо юҫыҡтағы мөнәсәбәттәрҙең үҫешенә өмөт итергә ҡала.
– Ауыл хужалығын кредитлау – ҡатмарлы һәм үҙенсәлекле эш. Былтыр ҡоролоҡ булды, быйыл, киреһенсә, үҫтерелгән уңышты ҡайҙа ҡуйырға белмәй йонсойҙар. Хаҡтар ҙа крәҫтиән файҙаһына түгел. Иҡтисад ауыл хужалығына ҡарата ғәҙел ҡоролмаған. Сағыштырыуы ла урынһыҙ: яҙ орлоҡто тоннаһын 10-12 мең һум менән һаттылар. Көҙ уның хаҡы 3 мең һумға ҡалды. Ә кредит алған кеше нимә эшләргә тейеш? Ул бит көҙгө уңышҡа өмөтләнеп тәүәккәлләгән. Бындай осраҡта дәүләт үҙ етештереүсеһен яҡларға тейеш. Республикабыҙ Президентының төбәктең резерв иген фондын булдырыу тураһындағы ҡарары тап шундай осраҡты көйләүгә йүнәлтелгән, – тип һүҙгә ҡушылды Иршат Аҫылғужин.
Эшҡыуар хәҙерге дәүләт комитетын министрлыҡҡа әйләндереү зарурлығын да билдәләне. Уның һүҙен башҡалар ҙа күтәреп алды һәм республиканың әлеге Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитетының үҙ тәғәйенләнешенә яуап бирмәүе, коллективтың әҙ булыуы һәм бөтә эштәргә лә өлгөрмәүен билдәләне. "Дәүләт комитетына бик күп бурыс йөкмәтелгән. Уларҙың эше Ауыл хужалығы йәки Һаулыҡ һаҡлау министрлыҡтарыныҡынан бер ҙә кәм түгел. Мәсьәләне яңынан ҡарау һәм министрлыҡ булдырыу дөйөм республика эшҡыуарлығын үҫтереүгә булышлыҡ итер ине", – тигән тәҡдим яһалды.
Сит илдәрҙә аҙыҡ-түлек етештереүсегә гарантия булдырыу тәжрибәһенең күптән эшләүен билдәләне “түңәрәк өҫтәл”дә ҡатнашыусылар. Беҙҙә иһә игендең хаҡы ни тиклем арзаныраҡ булһа, шунса яҡшыраҡ принцибы йәшәп килә. Кемгә? Эйе, икмәкте осһоҙораҡҡа һатып алған ҡала халҡы өсөн яҡшыраҡ. Ә уңышты үҫтереүгә түгелгән сығымдарҙы кем түләр? Хаҡ тигеҙһеҙлеге (бер тонна иген яҡынса дүрт мең һумға һатылғанда, бер тонна яғыулыҡ 20 мең һум самаһы тора) кредит системаһына ла йоғонто яһамай ҡалмай.
– Ерҙе хосусилаштырыу тәжрибәһе бар. Уны ғәмәлгә индереп файҙалана башлау зарур, – тип фекерен дауам итте Бизнес-үҙәк етәксеһе. – 350 меңдән ашыу пайсының һәр ҡайһыһы үҙенең ер өлөшө ҡайҙа урынлашыуын белергә, ысын хужа булырға тейеш. Ул саҡта ерҙең хаҡы ла күтәреләсәк. Үҙ милкен законлаштырып ҡуйыуға ғына һәр кем аҡса таба алыр, моғайын.
Алмаз Абдуллиндың фекеренсә, әсәлек капиталының тәғәйенләнешен үҙгәртеүе ҡыйын буласаҡ, сөнки ул аныҡ маҡсатҡа һәм ҡаты регламентҡа ҡоролған. "Балаға бирелгән аҡсаны бизнес өсөн ҡулланып булмай, бының өсөн дәүләт субсидиялары һәм кредиттар бар, – тине ул. – Ер мәсьәләһенә килгәндә, әлбиттә, пайҙарҙы хосусилаштырыу мотлаҡ. Шул уҡ ваҡытта граждандар айырым тәртипкә буйһонорға, яуаплы булырға, мәҙәнилеккә өйрәнергә тейеш".
Алмаз Байрас улы халыҡтың финанс белеменең һай булыуын телгә алды. Уны банктарҙың "ҡара исемлек" алып барыу тәжрибәһе лә борсой. Мәҫәлән, 20 йыл элек осраҡлы рәүештә ваҡытында иҫәпләшә алмаған эшҡыуарға, башҡа ваҡытта бүтән дәғүәләр булмаһа ла, һаман да ҡырын ҡарауҙары һағайта. Тағы бер мәсьәлә бар: банктар кредит алыусынан мөмкин тиклем күберәк мәғлүмәт һорай. Эшҡыуарҙар уларҙы тулыһынса асып һалыуҙан ҡурҡа, сөнки быны башҡа дәүләт органдарының (мәҫәлән, шул уҡ һалымсыларҙың) белеп ҡалыуы өркөтә. Был мәсьәләлә лә уртаҡлыҡ табыу зарур: банктар легитимлыҡ вәғәҙә итергә, эшҡыуарҙар хәүефһеҙлеккә эйә булырға тейеш.
– Ышанысҡа ҡоролған ширҡәт принцибында эшләгән кредит ойошмаһы банктарға конкурент булыуҙан йыраҡ, – тине ул ислам принциптарына таянып эш итеүсе финанс учреждениеһы тураһында, – сөнки кредит биреү кимәле, ҡәҙимге банктарҙыҡы менән сағыштырғанда, микроскопик кимәлгә эйә. Үҙ эшен башлаусы эшҡыуар күп осраҡта 50 – 100 мең һум аҡсаға мохтаж. Банктар, ғәҙәттә, ундайҙарға ҡыҙығып бармай. Беҙҙең банк филиалы әле финанс баҙарының тап ошо өлкәһен үҙләштерә, эшҡыуарлыҡҡа тотонорға теләгән айырым граждандар һәм эшен яңы башлаған эшҡыуарҙар менән мөнәсәбәтте яйға һала. Финанс ярҙамы күрһәтеүҙе иң мөһиме итеп ҡарамайбыҙ. Ҡайһы саҡта кеше документтар әҙерләү, консультация биреүҙә ярҙам һорай. Бизнес-идеяһы менән мөрәжәғәт иткән бәғзе берәүҙәргә теләктәштәр табыу, алданыраҡ эш башлағандарға ҡушылып китеү юлдарын да күрһәтәбеҙ.
Үкенескә ҡаршы, хәҙергә бөтәһенә лә аҡса бүлә алмайбыҙ. Булғанын биреп барабыҙ һәм, кире ҡайтарылғас ҡына, өҫтөнлөклө йүнәлешле проекттарҙы тормошҡа ашырыусыларға таратабыҙ.
Беҙгә килгәндәрҙең күбеһенең ҡулында бер нәмә лә булмай сыға. Баштан алып уларҙы документ нигеҙендә эшләргә, "ҡара" булһа ла иҫәп алып барырға, керемде һәм сығымды тикшерергә, хәүеф мөмкинлеген алдан күрә һәм иҫәпләй белергә, башҡа бихисап алымдарға өйрәтәбеҙ. Шул рәүешле яйлап кеше эшҡыуарлыҡҡа күнегә, кимәле күтәрелә, пландары ла киңәйә.
Тормошон йүнселлеккә бәйләүселәрҙең барыһы ла үҙ аҡсаһына күтәрелеп китә алмай. Шул осраҡта дәүләт субсидияһы ярҙамға килә лә инде. Уны алыуы анһат түгел, уй-ниәтең энәһенән-ебенә тиклем тикшерелеп, мөмкинлектәрең барланып, бер нисә комиссия тикшереүе үткәс кенә аҡсаға өмөт итергә була. Эшҡыуарлыҡҡа дәүләт ярҙамы ойошторған саҡта программаға үтеүе әллә ни ҡатмарлыҡ тыуҙырманы. Шуға ла "Старт-ап"тан файҙаланыусыларҙың күбеһе артабан үҫешә алманы. Бәлки, теләмәгәндәрҙер ҙә. Нисек кенә булмаһын, субсидия халыҡтың мулыраҡ тормошта йәшәүенә булышлыҡ итә. 58 800 һумды халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәктәрендә иҫәптә торған һәм үҙ эшен асырға теләк белдергән һәр кем тиерлек ала алһа, бизнестың башланғыс стадияһында субсидиялау программаһына бик аҙҙар ғына үтә. Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм ярҙам итеү фондының финанс директоры Ранис Ғибәҙәтов һүҙҙе кредитлау мәсьәләһенән башланы.
– Фондтың эшмәкәрлеге субсидиялар менән эш итеүгә генә ҡайтып ҡалмай, – тине ул. – Беҙ шулай уҡ банктар алдында поручитель булараҡ та сығыш яһайбыҙ. Башҡортостан Республикаһының 24 банкы менән килешеү төҙөлгән. Гарантия фонды 560 миллион һум тәшкил итә. Был сумма 1,5 миллиард һумлыҡ кредитҡа поручитель булыу мөмкинлеген бирә. Ул тап аманат базаһы етерлек булмаған эшҡыуарҙар өсөн тәғәйенләнгән һәм һоралған сумманың 70 процентына тиклем ҡулланыла. Икенсе төрлө әйткәндә, эшҡыуар аманат базаһының 30 процентын үҙе тәьмин итә, ҡалған өлөштө уның өсөн банк алдында беҙ үҙ өҫтөбөҙгә алабыҙ. Бер эшҡыуарлыҡ субъектына поручителлек күләме 42 миллион һумға етеүе ихтимал. Әгәр һоралған сумма 3 миллион һумға тиклем икән, был хеҙмәт түләүһеҙ. 3 миллион һумдан ашыу кредит һораусылар фонд поручителлеге өсөн сумманың йыллыҡ 0,5 процентын (фондҡа) түләргә тейеш. Проценттар аҡсаны биргәндә бер тапҡыр алына. Йылына 0,5 процент булғас, мәҫәлән, кемдер өс йылға ала икән, тимәк, 1,5 процентын түләй. Фонд поручителлегенең үҙенсәлеге лә бар: кредит күләме – бер миллион һумдан, ваҡыты бер йылдан кәм булмаҫҡа тейеш.
Шуныһын да билдәләү зарур: бер миллион һумғаса аҡсаны алты айҙан бер йылғаса һораусыларға республиканың микрофинанслау үҙәгенә мөрәжәғәт итергә кәрәк. Унда йыллыҡ 11 процент менән кредит алып була.
Бизнестың башланғыс стадияһында субсидиялау мәсьәләһенә туҡталып, Ранис Рафаэль улы уның шарттарын да иҫкә төшөрөп үтте. Бындай төр ярҙамға үҙ эшмәкәрлеген беренсе йыл алып барған эшҡыуарҙар өмөт итә ала. Республика программаһында ошо субсидияны алыуҙа өҫтөнлөккә эйә булған эшмәкәрлек төрҙәре лә асыҡлап күрһәтелгән. Ауыл хужалығы, төҙөлөш, эшкәртеү сәнәғәте шундайҙар рәтенә инә. Шарттарға ярашлы бер эшҡыуарлыҡ субъектына 300 мең һумғаса субсидия ҡаралған. Шуның 25 проценты эшҡыуарҙың үҙ кеҫәһенән сыҡҡан аҡса булырға тейеш. Программаны тормошҡа ашырыуҙы Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты көйләй. Шуға ла Фонд ҡабул иткән һәм туплап тапшырған документтар пакеты тәүҙә ундағы комиссия тарафынан тикшерелә. Ике ай эсендә комиссия ҡарар сығара һәм эшҡыуарҙар менән уларҙың иҫәбенә аҡса күсереү тураһында килешеү төҙөлә. Һынауҙы үтмәгән документтар кире ҡайтарылмай. Кеше биргән заявкаһының тикшереүҙе үтеү-үтмәүе тураһындағы мәғлүмәтте сайттан ҡарап белә ала.
"Банкос" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Рәүеф Әлмөхәмәтов, кредитлау мәсьәләһенә ҡарата үҙ фекерен белдереп, былай тине:
– Эшҡыуарлыҡ менән байтаҡ йылдар шөғөлләнәбеҙ. Әлбиттә, тәжрибә туплана, абруй яулана, эштәр ҙурыраҡ күләм ала бара. "Банкос" йәмғиәте кредитты "УралСиб" асыҡ акционерҙар йәмғиәтенән алып үҫеште һәм әле лә уның менән эшләйбеҙ.
Эшҡыуар, ниндәй генә кимәлдә булмаһын, кредиттан файҙалана. Әлбиттә, һәр саҡ тәртипле, йыйнаҡ булырға тура килә. Йылдар үтеү менән банктың ышанысын яулайһың, финанс учреждениеһының ихтирамлы клиентына әйләнәһең, проценттар ҙа, кредит ваҡыты ла үҙ-ара килешеү нигеҙендә билдәләнә. Әммә яуаплылыҡ кәмемәй: банктар теләп ҡабул иткән клиент булыуыңа ҡарамаҫтан, талаптарҙы 100 процентҡа теүәл үтәү зарур.
Райондарҙың һәр береһендә тиерлек үҙенсәлекле фонд булдырыу тәжрибәһе йәшәп килә. Уның асылы урындағы эшҡыуарҙар ассоциациялары нигеҙендә аҡса туплауҙан ғибәрәт. Бер яҡтан уны "ҡара касса" тип әйтергә лә була. Аҡсаны унда ҡатнашырға теләүсе эшҡыуарҙар бирә. Финанс хәле насарайған эшҡыуар ошо "фонд"тан ярҙам алыу мөмкинлегенә эйә. "Әлеге ассоциация банк алдында поручитель була аламы?" тигән һорау килгәйне. Уны Ирек Радил улына бирҙек. "Әгәр ҙә ассоциация лицензияланған булһа, юридик шәхес статусына эйә икән, поручителлеге өсөн яуап бирә алһа, беҙ уның менән хеҙмәттәшлек итергә әҙер", – тине банкир. Сираттағы һорау ҙа Ауыл хужалығы банкы филиалы етәксеһенә тәғәйенләнде. "Граждандарҙың шәхси хужалығы, мал-мөлкәте, иҫке булһа ла техникаһы бар. Шуны аманатҡа һалып кредит алып булмай. Ә бына ростовщиктар (ҙур процент менән үтескә аҡса биреп тороусы) шунан ныҡ файҙалана. Ошо мәсьәләне ни өсөн әлегәсә хәл итмәйҙәр?" – тип һорай гәзит уҡыусыбыҙ. "Күп нәмә халыҡтың үҙенән тора. 5 – 20 мең һумлыҡ сығымдарҙы алдан планлаштырмайбыҙ. Ғәҙәттә, ул тиҙ арала килеп сыҡҡан ихтыяж һәм аҡса бөгөн-иртәгә, хәҙер үк кәрәк. Шәхси ихатаңдағы мөлкәтеңде аманатҡа һалып, банктан кредит алғансы байтаҡ ваҡыт үтәсәк. Күп документ тултырырға, айырым сығымдарға ла (мәҫәлән, юл йөрөүгә түләү) барырға тура киләсәк. Шунан ҡурҡып, кеше ростовщикка бара. "Россельхозбанк" йәмғиәте шәхси милекте аманатҡа алыу, шуның гарантияһына кредит биреү эшен күптән яйға һалған. Поручителдәре булғандарҙы ла кире борған юҡ. Әйткәндәй, район хакимиәте башлыҡтары, вәкәләтле башҡа ойошмалар гарант булған осраҡтарҙы ла иғтибарҙан ситтә ҡалдырмайбыҙ.
Бәлки, ниндәйҙер сәбәптәр арҡаһында (аманат базаһы һоралған сумманы ҡапламай, граждандың кредит тарихы боҙолған һәм башҡалар) кредит ала алмаусылар гәзиткә мөрәжәғәт итәлер", – тигән яуап ишеттек етәксенән.
Уйлап ҡараһаң, банк вәкиленең һүҙе дөрөҫ: былай ҙа осон-осҡа ялғап көн күргән ауыл кешеһе сараһыҙҙан ростовщикка мөрәжәғәт итергә мәжбүр. 10 мең һум аҡсаны ярты йылдан 16 мең һум итеп түләй. Ә был алты айға 50 процент менән кредит алыу тигән һүҙ түгелме?! Әлбиттә, бындай юл менән байып ятыусыларҙың ҡылығы бер ниндәй ҡалыпҡа ла һыймай. Шулай ҙа ошо "институтты" үҙебеҙ үҫтерәбеҙ түгелме, йәмәғәт? Баҙар ҡануны: "Һорауы булһа, тәҡдиме табылыр", – ти. Тимәк...
Иршат Аҫылғужиндан III Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында өҫтәмә кредит ойошмалары булдырыу тураһында һүҙ булыуы, уның бөгөн нисек тормошҡа ашырылыуы тураһында һораныҡ. Тәүҙә "Хазина-финанс һәм Ко" ышанысҡа ҡоролған ширҡәте булараҡ эш башлаған, хәҙер "Эллипс-банк"тың "Восток-Капитал" коммерция банкы" асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең "Башҡортостан" филиалы офисы булараҡ үҫеп килгән тәүге "ҡарлуғас"тың тап ошо йүнәлеш буйынса башҡарылған эш икәнен билдәләп, Иршат Мөхәррәм улы был юҫыҡта артабан да тырышлыҡ һалынасағын белдерҙе.
– Уның төрлө формаларын уйлау мотлаҡ. Беҙҙең ижтимағи ойошма ғына барыһын да хәл итә алмаясаҡ. Бында дәүләттең, власть органдарының, башҡа структураларҙың ярҙамын да йәлеп итергә кәрәк. Ғөмүмән, республиканың, халҡыбыҙҙың артабанғы үҫеше өсөн бөтә ил менән тырышырға кәрәк. Иҡтисадты алға банктар ғына ебәрә алмаясаҡ. Дөйөм ынтылыш ҡына уңыш килтерәсәк, – тине ул.
Республика гәзите редакцияһында һөйләшеү байтаҡ проблемаларҙы сисеү юлдарын тәҡдим итте. Эшҡыуарҙар – бер яҡтан, улар менән эшләүсе дәүләт учреждениелары – икенсе яҡтан, һәм банктар селтәре өсөнсө яҡтан, шулай осрашып, артабан да хеҙмәттәшлек итергә һүҙ ҡуйышты. Гәзит етәкселеге бындай осрашыуҙарҙы даими ойоштороп тороу тәҡдимен ихлас ҡабул итте.
Валерий ҒӘЙНЕТДИНОВ
яҙып алды.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 512

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 532

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 428

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 479

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 442

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 503

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 516

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 477

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 467

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 435

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 704