Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Кемгәлер – уймаҡ, кемгәлер мискә менән
Яңыраҡ В.И. Лениндың бынан 99 йыл элек яҙылған “Империализм – капитализмдың иң юғары стадияһы” тигән китабын ҡараштырып ултырҙым. Уны совет осорон­да белем алғандар яҡшы хәтер­ләйҙер, сөнки һәр вузда мәжбүри рәүеш­тә уҡыттылар. Беҙ Лениндың китабын башлыса идеологик күҙлектән өйрәнгән булһаҡ (капитализмды телевизорҙан ғына күрә инек), бөгөн унда беҙҙең Рәсәй, донъя өсөн мө­һим булған күренештәр бик оҫта тасуирланғаны күренә.

Владимир Ленин империализмды паразитҡа әйләнгән финанс капитализмы тип ба­һалай, быны дәлилләгән факттар килтерә. Мә­ҫәлән, ул саҡтағы донъя жандармы булған Бөйөк Бри­танияның алған табышында тик ранть­е­ға хас килем алыу сараларының өҫтөнлөк итә башлауын күрһәтә. “Донъя мануфактураһы” булып иҫәпләнгән Англия производствоһының дөйөм продуктҡа индергән өлөшө йылдан-йыл кәмей бара. Тауарҙары менән дан алған предприятиелары ябыла, ауыл хужалығы тәғә­йен­ләне­шендәге биләмәләр кәйеф-сафа ҡороуға йү­нәл­телгән гольф клубтарына, ат сабыштырыу, һунар итеү һ.б. урынына әйлән­дерелә. Лениндың китабында телгә алынған инглиз иҡтисадсыһы Гобсон, тиҙҙән Англияла сәнәғәттең төп тар­маҡтары бөтәсәк, ә кәрәк аҙыҡ-түлек сит колониаль дәүләттәрҙән яһаҡ, процент формаһында ғына киләсәк, тип әйтә. Бөгөн был процесты туризмды үҫтереү, рекреацион биләмәләр төҙөү тип атаһалар ҙа, танырға тейешбеҙ – беҙҙең Рәсәйҙә лә ер үҙенең төп функцияһын үтәү урынына ял итеү өсөн файҙаланыла башланы. Ауыл хужалығына дәүләт ярҙамы күрһәтеү тураһын­дағы һүҙҙәр сафсата булып ҡала. Көрсөккә ҡаршы ҡабул ителгән Хөкүмәт программаһы ла быны асыҡ иҫбатлай: ауыл хужалығына ни бары 50 миллиард һум ғына бүленә. Был сумманы банк системаһына ярҙам өсөн бүленгән 1750 миллиард һум менән сағыштырып ҡарау ҙа етә. Беҙҙең банк системаһы ауыл хужалығынан 35 тапҡырға мөһимерәк булып сыға түгелме ни?
2008–2009 йылдарҙағы һабаҡ бер нәмәгә лә өйрәтмәне шикелле. Унда ла дәүләт ярҙамының төп өлөшө банк системаһына йүнәлтелгәйне. Йәнәһе, банктар аша реаль секторға ярҙам итеү отошлораҡ буласаҡ. Ысынбарлыҡта улары дәүләт аҡсаһын башлыса үҙ файҙаһына йүнәлтте – ҡиммәтле ҡағыҙҙарҙан, валюта баҙарында спекуляция менән шөғөлләнеүҙән күберәк табыш алдылар. Бына хәҙер ҙә ошо тырмаға баҫабыҙ. Хөкүмәттең дәүләт органдары, бүленгән аҡса тейешле контролдә буласаҡ, тип ышандыра ла ул... Әммә бүре балаһын бүреккә һалһаң да урманға ҡараясағы көн кеүек асыҡ. Ниндәй генә “һөҙөм­тәле сара” уйлап сығарылмаһын, банкирҙар тик үҙ кеҫәһен ҡайғыртасаҡ. Шул уҡ ваҡытта Рәсәй Хөкүмәтенең беренсе вице-премьеры Игорь Шувалов, беҙҙең банк секторына тәьҫир итерлек етди рычагтар юҡ, тип әйтте. Тимәк, резерв фондтарында йылдар буйы тупланып килгән аҡсаны банкирҙар теләгәнсә ҡулланасаҡ. Дәүләт Думаһы депутаты Оксана Дмитриева Рәсәй Хөкүмәте был йәһәттән Владимир Путинды аңлы рәүештә хата фекергә этәрә тигән һығымта яһай.
Банктарға, дәүләт корпорацияларына, тәбиғи монополияларға бүленгән был ярҙамдың юғары инфляцияға алып барыуын аңлаған Рәсәй Хөкүмәте икенсе ҡулы менән хаҡтарҙың артабан артыуын тик халыҡ иҫәбенә әкренәйтергә булды. Йәмғиәттең аҫҡы ҡатында ҡалған эшсе халыҡҡа онотолған шок терапияһы үткәрелә – уға кәмендә 10 процент ҡыҫҡартыу янай. Финанс министры Антон Силуанов хеҙмәт хаҡын, пенсияларҙы индексациялауҙы туҡтатырға, пенсияға сығыу йәшен арттырырға тип бара. Төп маҡсат – халыҡтың һатып алыу мөмкинлеген кәметеү, ә был хаҡтарҙың артыуын туҡтатырға тейеш.
Иҡтисад министры Алексей Улюкаевтың да күҙаллаған йылына 12 процентлыҡ инфляцияһы сираттағы алдаҡ ҡына булып торалыр. Эксперттар фекеренсә, тик тәүге ярты йылда ғына инфляция 15-16 проценттан ашып китәсәк. Был фараз дөрөҫ булһа, ошонан ғына айына 7-8 миллиард доллар аҡса экономияланасаҡ.
Дәүләт Думаһы яңыраҡ алған килемгә һалым­дың прогрессив шкалаһын индереү тураһындағы закон проектын ҡарағайны. Был проектты хуплау өсөн оппозиция фракциялары (КПРФ, ЛДПР, “Ғәҙел Рәсәй”) барлығы 208 тауыш йыя алды. Думаның ҡалған депутаттары араһында тағы 18 кеше тауыш бирһә, бәлки, был проект тора-бара ғәмәлгә индерелер ине. Әммә финанс оли­гар­хияһы мәнфәғәтен яҡлағандар күберәк булып сыҡты. Беләһегеҙме, улар ниндәй дәлил килтер­ҙе? Прогрессив һалым индерһәк, капитал сит илгә ҡасасаҡ! Һис булмаһа, бизнес, күләгәгә ки­теп, эш хаҡын конвертта түләй башлаясаҡ, тип был тәҡдимде ерләп тә ҡуйҙылар.
Бынан бер нисә йыл элек бюджет, дәүләт предприятиелары, учреждениелары етәкселәре­нең хеҙмәт хаҡын сикләп маташтылар. Ул уртаса эш хаҡынан, онотмаһам, һигеҙ тапҡырға артыҡ булырға тейеш түгел ине. Бөгөнгө мәғлүмәттәр буйынса, дәүләт компанияларының топ-менед­жерҙары уларҙың хеҙмәткәрҙәренә түләнгән уртаса эш хаҡынан 150 тапҡырға күберәк ала. Дәүләт Думаһы депутаты Валерий Рашкин мәғлүмәттәре буйынса, “Роснефть” етәксеһе Игорь Сечин көнөнә – 4,5, “Газпром” етәксеһе Алексей Миллер 2,2 миллион һумлыҡ эш хаҡына эйә.
В.И. Ленин, финанс капиталының дәүләт вла­сы менән бергә уҡмашыуы империализм өсөн тә­биғи, тип һананы. Тора-бара дәүләт власы ошо финанс олигархияһына хеҙмәт итә башлай. Тағы ла бер миҫал. 2008–2009 йылда дәүләт банк­тағы страховкаланған аҡса һаҡламы суммаһын 400 мең һумдан 700 меңгә тиклем арттырғайны, хәҙер ул ике тапҡырға артты – 1 миллион 400 меңгә барып етте. Бер яҡтан ҡараһаң, был ябай кешеләр тураһында хәстәрлек һымаҡ. Ысынында иһә – банктарҙың насар эшен дәүләт, тимәк, беҙҙең дә, иҫәбенә ҡаплау сараһы ғына.
Был процестың тәрән тамыр йәйеүен түбән­дәге миҫал асыҡ күрһәтә. Ошо көндәрҙә Дәүләт Думаһында КПРФ-тың юридик хеҙмәтен етәк­ләгән Вадим Соловьев яңы закон проекты менән сығыш яһаны. Унда банктарға бурысы булған депутаттарға, чиновниктарға, хакимиәт башлыҡ­тарына ҡарата етди сара күреү күҙ уңында тотола. Баҡтиһәң, Дума депутаттары араһында банкка бурысын түләмәгән кешеләр байтаҡ икән. Суд ҡарары буйынса, был сумма 2014 йылдың 1 ғинуарында 335,8 миллион һум тәшкил иткән. Былтыр августа шул уҡ В. Соловьев ошондай депутаттарҙы сит илгә сығармау тураһында тәҡдим индергәйне. Бурысты мәжбүри түләтеү ришүәткә этәрәсәген тойоп, был депутат хоҡуҡ һаҡлау органдарына сослоҡто юғалт­маҫҡа кәңәш бирә. 2014 йылдың йәйендә Суд приставтарының федераль хеҙмәте юғары вазифа биләгән 60 кешенең дөйөм 10 миллиард һумдан артыҡ бурысы бар икәнен белдергәйне.
Депутаттың да, башҡа ябай кеше һымаҡ, бурысҡа батыуы мөмкин. Әммә компартия ағзаһы булараҡ, туранан-тура банктар мәнфәғәтен ҡайғыртыу күп нәмә хаҡында һөйләй. Был “финанс олигархияһы менән дәүләттең уҡмашы­уы”нда үҙенең вариҫтарының әүҙем ҡат­наш­ҡа­нын күрһә, уларҙың остазы Ленин ба­бай мавзолейын күптән ташлап ҡасыр ине. Үткән аҙнала донъя календарындағы “Социаль ғәҙел­лек көнө” лә министрҙарҙың “ҡоймаҡ ҡойоу” байрамына ғына әйләндерелде түгелме ни?



Автор: Ғәли ӘХМӘТ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә

  1. Алмас
    Алмас от 25.02.2015, 12:53
    Шәп мәҡәлә!

  2. Бану
    Бану от 13.03.2015, 12:39
    Автор молодец! Үткер мәҡәлә! Милли матбуғатта ошондай аналитик мәҡәләләр күберәк булһын ине тигән теләк белдерәм. Ысынлап та байҙарҙың байыуын, ярлының тағын да нығыраҡ ярлыланыуын күрәбеҙ һәм үҙ өҫтөбөҙҙә быны кисерәбеҙ. Эш хаҡы тейешенсә түләнмәй, беҙгә, йәштәргә, бигерәк ҡыйын. Өйһөҙ интегәбеҙ, ә ерҙәр миллиондан ашыу... әллә ниндәй замкнутый круг...






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 512

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 532

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 428

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 479

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 442

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 503

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 516

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 477

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 467

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 435

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 703