Кемгәлер – уймаҡ, кемгәлер мискә менән25.02.2015
Яңыраҡ В.И. Лениндың бынан 99 йыл элек яҙылған “Империализм – капитализмдың иң юғары стадияһы” тигән китабын ҡараштырып ултырҙым. Уны совет осоронда белем алғандар яҡшы хәтерләйҙер, сөнки һәр вузда мәжбүри рәүештә уҡыттылар. Беҙ Лениндың китабын башлыса идеологик күҙлектән өйрәнгән булһаҡ (капитализмды телевизорҙан ғына күрә инек), бөгөн унда беҙҙең Рәсәй, донъя өсөн мөһим булған күренештәр бик оҫта тасуирланғаны күренә.
Владимир Ленин империализмды паразитҡа әйләнгән финанс капитализмы тип баһалай, быны дәлилләгән факттар килтерә. Мәҫәлән, ул саҡтағы донъя жандармы булған Бөйөк Британияның алған табышында тик рантьеға хас килем алыу сараларының өҫтөнлөк итә башлауын күрһәтә. “Донъя мануфактураһы” булып иҫәпләнгән Англия производствоһының дөйөм продуктҡа индергән өлөшө йылдан-йыл кәмей бара. Тауарҙары менән дан алған предприятиелары ябыла, ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге биләмәләр кәйеф-сафа ҡороуға йүнәлтелгән гольф клубтарына, ат сабыштырыу, һунар итеү һ.б. урынына әйләндерелә. Лениндың китабында телгә алынған инглиз иҡтисадсыһы Гобсон, тиҙҙән Англияла сәнәғәттең төп тармаҡтары бөтәсәк, ә кәрәк аҙыҡ-түлек сит колониаль дәүләттәрҙән яһаҡ, процент формаһында ғына киләсәк, тип әйтә. Бөгөн был процесты туризмды үҫтереү, рекреацион биләмәләр төҙөү тип атаһалар ҙа, танырға тейешбеҙ – беҙҙең Рәсәйҙә лә ер үҙенең төп функцияһын үтәү урынына ял итеү өсөн файҙаланыла башланы. Ауыл хужалығына дәүләт ярҙамы күрһәтеү тураһындағы һүҙҙәр сафсата булып ҡала. Көрсөккә ҡаршы ҡабул ителгән Хөкүмәт программаһы ла быны асыҡ иҫбатлай: ауыл хужалығына ни бары 50 миллиард һум ғына бүленә. Был сумманы банк системаһына ярҙам өсөн бүленгән 1750 миллиард һум менән сағыштырып ҡарау ҙа етә. Беҙҙең банк системаһы ауыл хужалығынан 35 тапҡырға мөһимерәк булып сыға түгелме ни?
2008–2009 йылдарҙағы һабаҡ бер нәмәгә лә өйрәтмәне шикелле. Унда ла дәүләт ярҙамының төп өлөшө банк системаһына йүнәлтелгәйне. Йәнәһе, банктар аша реаль секторға ярҙам итеү отошлораҡ буласаҡ. Ысынбарлыҡта улары дәүләт аҡсаһын башлыса үҙ файҙаһына йүнәлтте – ҡиммәтле ҡағыҙҙарҙан, валюта баҙарында спекуляция менән шөғөлләнеүҙән күберәк табыш алдылар. Бына хәҙер ҙә ошо тырмаға баҫабыҙ. Хөкүмәттең дәүләт органдары, бүленгән аҡса тейешле контролдә буласаҡ, тип ышандыра ла ул... Әммә бүре балаһын бүреккә һалһаң да урманға ҡараясағы көн кеүек асыҡ. Ниндәй генә “һөҙөмтәле сара” уйлап сығарылмаһын, банкирҙар тик үҙ кеҫәһен ҡайғыртасаҡ. Шул уҡ ваҡытта Рәсәй Хөкүмәтенең беренсе вице-премьеры Игорь Шувалов, беҙҙең банк секторына тәьҫир итерлек етди рычагтар юҡ, тип әйтте. Тимәк, резерв фондтарында йылдар буйы тупланып килгән аҡсаны банкирҙар теләгәнсә ҡулланасаҡ. Дәүләт Думаһы депутаты Оксана Дмитриева Рәсәй Хөкүмәте был йәһәттән Владимир Путинды аңлы рәүештә хата фекергә этәрә тигән һығымта яһай.
Банктарға, дәүләт корпорацияларына, тәбиғи монополияларға бүленгән был ярҙамдың юғары инфляцияға алып барыуын аңлаған Рәсәй Хөкүмәте икенсе ҡулы менән хаҡтарҙың артабан артыуын тик халыҡ иҫәбенә әкренәйтергә булды. Йәмғиәттең аҫҡы ҡатында ҡалған эшсе халыҡҡа онотолған шок терапияһы үткәрелә – уға кәмендә 10 процент ҡыҫҡартыу янай. Финанс министры Антон Силуанов хеҙмәт хаҡын, пенсияларҙы индексациялауҙы туҡтатырға, пенсияға сығыу йәшен арттырырға тип бара. Төп маҡсат – халыҡтың һатып алыу мөмкинлеген кәметеү, ә был хаҡтарҙың артыуын туҡтатырға тейеш.
Иҡтисад министры Алексей Улюкаевтың да күҙаллаған йылына 12 процентлыҡ инфляцияһы сираттағы алдаҡ ҡына булып торалыр. Эксперттар фекеренсә, тик тәүге ярты йылда ғына инфляция 15-16 проценттан ашып китәсәк. Был фараз дөрөҫ булһа, ошонан ғына айына 7-8 миллиард доллар аҡса экономияланасаҡ.
Дәүләт Думаһы яңыраҡ алған килемгә һалымдың прогрессив шкалаһын индереү тураһындағы закон проектын ҡарағайны. Был проектты хуплау өсөн оппозиция фракциялары (КПРФ, ЛДПР, “Ғәҙел Рәсәй”) барлығы 208 тауыш йыя алды. Думаның ҡалған депутаттары араһында тағы 18 кеше тауыш бирһә, бәлки, был проект тора-бара ғәмәлгә индерелер ине. Әммә финанс олигархияһы мәнфәғәтен яҡлағандар күберәк булып сыҡты. Беләһегеҙме, улар ниндәй дәлил килтерҙе? Прогрессив һалым индерһәк, капитал сит илгә ҡасасаҡ! Һис булмаһа, бизнес, күләгәгә китеп, эш хаҡын конвертта түләй башлаясаҡ, тип был тәҡдимде ерләп тә ҡуйҙылар.
Бынан бер нисә йыл элек бюджет, дәүләт предприятиелары, учреждениелары етәкселәренең хеҙмәт хаҡын сикләп маташтылар. Ул уртаса эш хаҡынан, онотмаһам, һигеҙ тапҡырға артыҡ булырға тейеш түгел ине. Бөгөнгө мәғлүмәттәр буйынса, дәүләт компанияларының топ-менеджерҙары уларҙың хеҙмәткәрҙәренә түләнгән уртаса эш хаҡынан 150 тапҡырға күберәк ала. Дәүләт Думаһы депутаты Валерий Рашкин мәғлүмәттәре буйынса, “Роснефть” етәксеһе Игорь Сечин көнөнә – 4,5, “Газпром” етәксеһе Алексей Миллер 2,2 миллион һумлыҡ эш хаҡына эйә.
В.И. Ленин, финанс капиталының дәүләт власы менән бергә уҡмашыуы империализм өсөн тәбиғи, тип һананы. Тора-бара дәүләт власы ошо финанс олигархияһына хеҙмәт итә башлай. Тағы ла бер миҫал. 2008–2009 йылда дәүләт банктағы страховкаланған аҡса һаҡламы суммаһын 400 мең һумдан 700 меңгә тиклем арттырғайны, хәҙер ул ике тапҡырға артты – 1 миллион 400 меңгә барып етте. Бер яҡтан ҡараһаң, был ябай кешеләр тураһында хәстәрлек һымаҡ. Ысынында иһә – банктарҙың насар эшен дәүләт, тимәк, беҙҙең дә, иҫәбенә ҡаплау сараһы ғына.
Был процестың тәрән тамыр йәйеүен түбәндәге миҫал асыҡ күрһәтә. Ошо көндәрҙә Дәүләт Думаһында КПРФ-тың юридик хеҙмәтен етәкләгән Вадим Соловьев яңы закон проекты менән сығыш яһаны. Унда банктарға бурысы булған депутаттарға, чиновниктарға, хакимиәт башлыҡтарына ҡарата етди сара күреү күҙ уңында тотола. Баҡтиһәң, Дума депутаттары араһында банкка бурысын түләмәгән кешеләр байтаҡ икән. Суд ҡарары буйынса, был сумма 2014 йылдың 1 ғинуарында 335,8 миллион һум тәшкил иткән. Былтыр августа шул уҡ В. Соловьев ошондай депутаттарҙы сит илгә сығармау тураһында тәҡдим индергәйне. Бурысты мәжбүри түләтеү ришүәткә этәрәсәген тойоп, был депутат хоҡуҡ һаҡлау органдарына сослоҡто юғалтмаҫҡа кәңәш бирә. 2014 йылдың йәйендә Суд приставтарының федераль хеҙмәте юғары вазифа биләгән 60 кешенең дөйөм 10 миллиард һумдан артыҡ бурысы бар икәнен белдергәйне.
Депутаттың да, башҡа ябай кеше һымаҡ, бурысҡа батыуы мөмкин. Әммә компартия ағзаһы булараҡ, туранан-тура банктар мәнфәғәтен ҡайғыртыу күп нәмә хаҡында һөйләй. Был “финанс олигархияһы менән дәүләттең уҡмашыуы”нда үҙенең вариҫтарының әүҙем ҡатнашҡанын күрһә, уларҙың остазы Ленин бабай мавзолейын күптән ташлап ҡасыр ине. Үткән аҙнала донъя календарындағы “Социаль ғәҙеллек көнө” лә министрҙарҙың “ҡоймаҡ ҡойоу” байрамына ғына әйләндерелде түгелме ни?