Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » ҺАЛЫМ ТҮЛӘҮ – ҺӘР КЕМДЕҢ БУРЫСЫ
ҺАЛЫМ ТҮЛӘҮ – ҺӘР КЕМДЕҢ БУРЫСЫ Төптән уйлап ҡараһаҡ, һалым органдары менән кеше араһында бәйләнеш әҙәм балаһы донъяға килгәс тә башлана һәм ғүмере буйы дауам итә. Күсемһеҙ милек, автомобиль һатып алһаң да, уларҙы һатһаң да, шәхси эшҡыуар булып китһәң дә әлеге һөнәр эйәләренә төбәләһең. Шул уҡ ваҡытта беҙ һалым органдары хеҙмәткәрҙәре хаҡында, уларҙың эштәре тураһында нимә беләбеҙ? Нәҡ ошо һорау беҙҙе Рәсәй федераль һалым хеҙмәтенең Стәр­ле­тамаҡта урынлашҡан Башҡортостан буйынса 3-сө район-ара инспекцияһы начальнигы Римма РИЯНОВАға алып килде лә инде.
— Римма Фәрит ҡыҙы, тәү сиратта шуны бил­дәләп үтәйек әле: һалым органдары хеҙмәткәрҙәренең бурысы нимәнән ғибәрәт?
– Бөтә кимәлдәге һалым түләүҙәрен контролдә тотоу, һалым түләүселәрҙең бурыс­тарын кәметеү буйынса эш алып барыу. Бынан тыш, документтар күп көс талап итә: кем­дер шәхси эшҡыуар булып теркәлә, бәғзеләр ере өсөн тү­ләүҙәр хаҡында белешмә һорай һәм башҡалар. Айырым һүҙ – аңлатыу эше. Ғөмүмән, иртәнән алып кискә тиклем халыҡты хеҙмәтләндереү ме­нән мәшғүлбеҙ.
— Шулай ҙа технологиялар хәҙерге тормошто күпкә еңелләштерҙе, ҡулайлаш­тырҙы…
– Эйе, төрлө программалар барлыҡҡа килде. Улар ярҙа­мын­да кеше хәҙер өйөнән сыҡмай йәки сиратта тормай ғына ла кәрәкле документ, белешмә юллай ала. Был алым бик отошло. Мәҫәлән, һеҙгә һалым түләүсенең шәх­си номерын алырға кәрәк, ти. Бының өсөн беҙҙең сайтҡа инеп, шәхси кабинетта тер­кә­леү һәм ғариза ебәреү ҙә етә, тик документтарығыҙ буйынса мәғлүмәттәрҙе дөрөҫ тултырыу ғына фарыз. Бер нисә көн үткәс, тейешле докумен­ты­ғыҙҙы барып алырға мөмкин.
Бынан тыш, Интернетта ла кәрәкле мәғлүмәттәр бар. Әй­тәйек, беҙҙең сайт аша “Юридик шәхес булыу отошломо, әллә йүнсел булып теркәлеү ҡулайлымы?” тигән һорауға яуап табырға мөмкин. Технологиялар бигерәк тә эш­ҡыуарҙар өсөн ҡулай. Мә­ҫә­лән, үҙҙәре сит илдә ял итәләр, ти. Шул уҡ ваҡытта Интернет аша беҙгә отчет ебәрәләр. Әйткәндәй, айырым осраҡтарҙа мисәт, ҡултам­ғаларҙың күсермәһен дә ошондай ысул менән ҡулланып була.
– Әммә, дүрт аяҡлы ат та абынып китә бит: техноло­гияларҙың “тиҫкәреләшкән” мәлдәре юҡ түгелдер?
— Барыһы ла көйлө генә эшләй алмай, әлбиттә, төрлө саҡ була. Башҡа органдар менән эшләүҙе лә күҙ уңында тоторға кәрәк. Үкенескә ҡаршы, яҡты донъя менән хушлашҡан кешегә “түләү ҡағыҙы” ебәргән осраҡтар бар. Был, әлбиттә, тәү сиратта һалым органдарының ғәйебе түгел, әммә ни ҡылаһың, бәғзеләрҙең хатаһы өсөн беҙгә ғәфү үтенергә тура килә. Ғөмүмән, тәүге “бәрелеш”те һәр саҡ беҙ ҡабул итәбеҙ.
– Һалым органы хеҙ­мәт­кәре булыу өсөн ҡануниәтте биш бармағыңдай белеү генә аҙҙыр, улай булғас?
– Эйе, һин бер үк ваҡытта һалым органы хеҙмәткәре лә, адвокат та, психолог та, депутат та һымаҡ. Ни ҡылаһың, кеше менән эшләгәс, техник хеҙмәт күрһәтеп кенә ултырыу килешмәй, әлбиттә. Кемгәлер өҫтәмә аңлатма би­рә­һең, хатта ҡайһы берәү­ҙәр­ҙең (айырыуса өлкән бы­уындың) һаулығы менән ҡыҙыҡһыныу ҙа артыҡ түгел.
Бынан тыш, һалым түләү­ҙән баш тартҡандар менән аралашырға тура килә. Әлеге граждандар менән эш итеү, әлбиттә, айырыуса ҡыйынлыҡ тыуҙыра. Ҡурҡытырға маташыу, әрләшеү һәм башҡалар урап үтмәй. Шуға коллегаларыма иң тәүҙә һаулыҡ менән сабырлыҡ теләр инем.
– Һалым тигәндән, үткән йыл өсөн түләүҙәр 5 ноябр­гә тиклем башҡарылырға тейеш ине, шикелле…
– Бөтә бәлә шунда ла инде: граждандар хоҡуҡтарын яҡшы белә, әлбиттә, ә бына бурыс­тарын танырға ашығып бармай. Кемдәргәлер бер нисә тапҡыр иҫкәртеү ебәрергә тура килә, икенселәрҙең офисына йә өйҙәренә барабыҙ, өсөнсөләр иһә алдан уҡ түләп ҡуя. Ғөмүмән, әлегә түләү­ҙәр­ҙең 72 проценты ғына баш­ҡарылған. Әммә эш бының менән генә тамамланмай. Һалым түләүҙәренең һуңғы тиненә тиклем йыйылыуы — беҙҙең иңдә!

Рәмил МАНСУРОВ әңгәмәләште.


Район: Стәрлетамаҡ ҡалаһы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде

Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде 30.10.2026 // Иҡтисад

Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында республиканың агросәнәғәт комплексы алдынғыларын бүләкләнеләр. ......

Тотош уҡырға 4

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан статистиктары ҡулланыусылар продукттарына хаҡтарҙың үҙгәреүе хаҡында хәбәр итте....

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне...

Тотош уҡырға 3

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде 29.10.2026 // Иҡтисад

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде...

Тотош уҡырға 4

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды 28.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды...

Тотош уҡырға 5

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра 28.10.2026 // Иҡтисад

30 октябрҙән Һамар — Пермь поезы йөрөй башлай. Өфө менән Пермь араһында тәүге тапҡыр тура тимер юл ......

Тотош уҡырға 4

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде 28.10.2026 // Иҡтисад

Күрһәткес ағымдағы йылдың нормаһына ҡарата 6,8% артҡан....

Тотош уҡырға 3

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде 26.10.2026 // Иҡтисад

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде...

Тотош уҡырға 4

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде 26.10.2026 // Иҡтисад

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде...

Тотош уҡырға 7

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола 23.10.2026 // Иҡтисад

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола...

Тотош уҡырға 3

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы 23.10.2026 // Иҡтисад

Үҙәк банк төп ставканы 14% кимәлендә ҡалдырҙы...

Тотош уҡырға 6

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта 22.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә коммерция маршрутында юл хаҡы арта...

Тотош уҡырға 5


Комментарий өҫтәргә