Төптән уйлап ҡараһаҡ, һалым органдары менән кеше араһында бәйләнеш әҙәм балаһы донъяға килгәс тә башлана һәм ғүмере буйы дауам итә. Күсемһеҙ милек, автомобиль һатып алһаң да, уларҙы һатһаң да, шәхси эшҡыуар булып китһәң дә әлеге һөнәр эйәләренә төбәләһең. Шул уҡ ваҡытта беҙ һалым органдары хеҙмәткәрҙәре хаҡында, уларҙың эштәре тураһында нимә беләбеҙ? Нәҡ ошо һорау беҙҙе Рәсәй федераль һалым хеҙмәтенең Стәрлетамаҡта урынлашҡан Башҡортостан буйынса 3-сө район-ара инспекцияһы начальнигы Римма РИЯНОВАға алып килде лә инде.— Римма Фәрит ҡыҙы, тәү сиратта шуны билдәләп үтәйек әле: һалым органдары хеҙмәткәрҙәренең бурысы нимәнән ғибәрәт?
– Бөтә кимәлдәге һалым түләүҙәрен контролдә тотоу, һалым түләүселәрҙең бурыстарын кәметеү буйынса эш алып барыу. Бынан тыш, документтар күп көс талап итә: кемдер шәхси эшҡыуар булып теркәлә, бәғзеләр ере өсөн түләүҙәр хаҡында белешмә һорай һәм башҡалар. Айырым һүҙ – аңлатыу эше. Ғөмүмән, иртәнән алып кискә тиклем халыҡты хеҙмәтләндереү менән мәшғүлбеҙ.
— Шулай ҙа технологиялар хәҙерге тормошто күпкә еңелләштерҙе, ҡулайлаштырҙы…
– Эйе, төрлө программалар барлыҡҡа килде. Улар ярҙамында кеше хәҙер өйөнән сыҡмай йәки сиратта тормай ғына ла кәрәкле документ, белешмә юллай ала. Был алым бик отошло. Мәҫәлән, һеҙгә һалым түләүсенең шәхси номерын алырға кәрәк, ти. Бының өсөн беҙҙең сайтҡа инеп, шәхси кабинетта теркәлеү һәм ғариза ебәреү ҙә етә, тик документтарығыҙ буйынса мәғлүмәттәрҙе дөрөҫ тултырыу ғына фарыз. Бер нисә көн үткәс, тейешле документығыҙҙы барып алырға мөмкин.
Бынан тыш, Интернетта ла кәрәкле мәғлүмәттәр бар. Әйтәйек, беҙҙең сайт аша “Юридик шәхес булыу отошломо, әллә йүнсел булып теркәлеү ҡулайлымы?” тигән һорауға яуап табырға мөмкин. Технологиялар бигерәк тә эшҡыуарҙар өсөн ҡулай. Мәҫәлән, үҙҙәре сит илдә ял итәләр, ти. Шул уҡ ваҡытта Интернет аша беҙгә отчет ебәрәләр. Әйткәндәй, айырым осраҡтарҙа мисәт, ҡултамғаларҙың күсермәһен дә ошондай ысул менән ҡулланып була.
– Әммә, дүрт аяҡлы ат та абынып китә бит: технологияларҙың “тиҫкәреләшкән” мәлдәре юҡ түгелдер?
— Барыһы ла көйлө генә эшләй алмай, әлбиттә, төрлө саҡ була. Башҡа органдар менән эшләүҙе лә күҙ уңында тоторға кәрәк. Үкенескә ҡаршы, яҡты донъя менән хушлашҡан кешегә “түләү ҡағыҙы” ебәргән осраҡтар бар. Был, әлбиттә, тәү сиратта һалым органдарының ғәйебе түгел, әммә ни ҡылаһың, бәғзеләрҙең хатаһы өсөн беҙгә ғәфү үтенергә тура килә. Ғөмүмән, тәүге “бәрелеш”те һәр саҡ беҙ ҡабул итәбеҙ.
– Һалым органы хеҙмәткәре булыу өсөн ҡануниәтте биш бармағыңдай белеү генә аҙҙыр, улай булғас?
– Эйе, һин бер үк ваҡытта һалым органы хеҙмәткәре лә, адвокат та, психолог та, депутат та һымаҡ. Ни ҡылаһың, кеше менән эшләгәс, техник хеҙмәт күрһәтеп кенә ултырыу килешмәй, әлбиттә. Кемгәлер өҫтәмә аңлатма бирәһең, хатта ҡайһы берәүҙәрҙең (айырыуса өлкән быуындың) һаулығы менән ҡыҙыҡһыныу ҙа артыҡ түгел.
Бынан тыш, һалым түләүҙән баш тартҡандар менән аралашырға тура килә. Әлеге граждандар менән эш итеү, әлбиттә, айырыуса ҡыйынлыҡ тыуҙыра. Ҡурҡытырға маташыу, әрләшеү һәм башҡалар урап үтмәй. Шуға коллегаларыма иң тәүҙә һаулыҡ менән сабырлыҡ теләр инем.
– Һалым тигәндән, үткән йыл өсөн түләүҙәр 5 ноябргә тиклем башҡарылырға тейеш ине, шикелле…
– Бөтә бәлә шунда ла инде: граждандар хоҡуҡтарын яҡшы белә, әлбиттә, ә бына бурыстарын танырға ашығып бармай. Кемдәргәлер бер нисә тапҡыр иҫкәртеү ебәрергә тура килә, икенселәрҙең офисына йә өйҙәренә барабыҙ, өсөнсөләр иһә алдан уҡ түләп ҡуя. Ғөмүмән, әлегә түләүҙәрҙең 72 проценты ғына башҡарылған. Әммә эш бының менән генә тамамланмай. Һалым түләүҙәренең һуңғы тиненә тиклем йыйылыуы — беҙҙең иңдә!
Рәмил МАНСУРОВ әңгәмәләште.