Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Путин эшҡыуарҙарға ышанырға тәҡдим итә
Донъяла ярлылар тиҙерәк арта

2011 йылдың октябрендә Ер шарында йәшәүселәр 7 миллиард булды. Шул уҡ мәлдә, БМО белгестәренең күҙаллауы буйынса, ерҙәге сеймал сығанаҡтарының һаҡламы ни бары 60 йылға ғына етәсәк. Ә бына Бөтөн донъя банкы, Халыҡ-ара валюта фонды мәғлүмәттәренә ярашлы, 2010 йылда донъялағы иң ярлы илдәрҙәге кешеләр 2,1 процентҡа артһа, бай илдәрҙә ни бары 0,6 процентҡа күбәйгән. Шулай итеп, иң ярлы илдәрҙә көн итеүселәр, “алтын миллиард”ҡа ҡарағанда, дүрт тапҡырға тиҙерәк үҫә икән.
Дөйөм алғанда, планетаның үҫешеүсе илдәрендә яҡынса 5 миллиард кеше (72 процент) йәшәй, үҫешкән илдәрҙә иһә — 1,1 миллиард (16 процент). Ә бына иң ярлы илдәрҙең халҡы яҡынса 800 миллион кешене тәшкил иткән.
Халыҡ-ара кредиторҙар ойошмаһының (WOC) аналитик мәғлүмәт хеҙмәте халыҡ һаны артыуының планетала йәшәү сифатына йоғонтоһон асыҡлау маҡсатында тикшереү үткәргән. Баҡтиһәң, был бер нисә глобаль мәсьәләнән ғибәрәт. Иң хәүефлеләре – эшһеҙлектең артыуы һәм тәбиғи сығанаҡтарҙың бөтәһенә лә етмәүе.
Халыҡтың эш менән тәьмин ителеүе – илдең үҫеше тураһындағы төп күрһәткестәрҙең береһе. Халыҡ-ара валюта фонды белдереүенсә, бында Ҡытайға етеүселәр юҡ. Әммә 2000 йылдан алып эшһеҙҙәр һаны унда ла бермә-бер арта һәм бөгөн дүрт процентҡа еткән. Ә бына халҡы тиҙ артҡан Африка илдәрендә, мәҫәлән, Мысырҙа был күрһәткес — 10,5 процент, Эфиопияла 20,5 процент тәшкил итә.
Шулай уҡ социаль тигеҙһеҙлек тә хәлде киҫкенләштерә. Мәҫәлән, донъяның иң бай кешеләре эшләгән һәр долларға ҡарата иң ярлылар ни бары 1,7 цент ала.
Аҙыҡ, һыу һәм энергия кеүек тәбиғи сығанаҡтар мәсьәләһе бигерәк тә көнүҙәк. Уларҙың ҙур өлөшө һуңғы йылдарҙа нигеҙҙә АҠШ менән Ҡытай тарафынан ҡулланылған. Яртыһынан саҡ ҡына күберәге донъяның башҡа илдәренә тура килә. Ауыл хужалығы ерҙәре һәм урман буйынса, һис шикһеҙ, Рәсәйгә етеүсе юҡ. Беҙҙән һуң АҠШ менән Бразилия килә. Ҡытай менән Һиндостан, унда халыҡ һаны күп булыу сәбәпле, иң һуңғы урындарҙа. Ә бына йән башына иген етештереү буйынса АҠШ беренсе, сөнки төп сәбәбе – илдә был тармаҡта етештереүсәнлек үтә юғары. Икенсе урында килгән Рәсәй был күрһәткес буйынса өс тапҡырға ҡалыша. Эсәр һыу ҙа беҙҙең менән Бразилияла ғына мул икән. Ә нефть менән газ һаҡламдары донъяла бик аҙ ҡалған, ғалимдарҙың күҙаллауы буйынса, улар ни бары 50-60 йылға етәсәк.

Коррупция һәм дәүләт ҡамасаулай

Рәсәйҙең Хөкүмәт башлығы Владимир Путин “Ведомости” гәзитендә баҫылған программа-мәҡәләһендә эшҡыуарлыҡты үҫтереү маҡсатында суд системаһын үҙгәртергә тәҡдим итте. Уныңса, бөгөн енәйәти ҡануниәткә үҙгәрештәр индереү, иҡтисади эштәрҙе арбитражға күсереү, суд менән тәфтиштең бәйләнешен бөтөрөү зарур. “Намыҫлы бизнес өсөн мөмкинлектәр тыуҙырыу – төп мәсьәлә. Был иҡтисади сәйәсәткә ҡағылмай. Беҙ дәүләттең үҙен, Рәсәйҙәге суд һәм башҡарма власты үҙгәртергә тейешбеҙ”, – тип яҙған ул.
Премьер-министр фекеренсә, Рәсәйҙең иҡтисади мөхитен яҡшыртыу өсөн иң тәүҙә башҡа илдәрҙең тәжрибәһен өйрәнергә кәрәк. Владимир Путин бизнес өсөн беҙгә ҡарағанда байтаҡҡа күркәмерәк шарттар булдырған күрше Ҡаҙағстанды өлгө итеп атаған.
“Бөтөн донъя банкы билдәләүенсә, бизнесҡа шарттар булдырыу йәһәтенән был ил әле донъяла 47-се урында килә, шул уҡ ваҡытта беҙ — ни бары 120-се. Шуға ла Рәсәйҙең бер нисә йыл эсендә иң яҡшы күрһәткестәргә яҡынлашыуын бурыс итеп ҡуям”, тиелә мәҡәләлә.
Ул шулай уҡ бизнестың намыҫлы булыуына ышанырға һәм эшҡыуарҙар өҫтөнән дәүләт күҙәтеүен сикләргә тәҡдим иткән. Был тәңгәлдә өр-яңы йүнәлеш буйынса эшләү мөһим. Намыҫлы эшҡыуарҙар өсөн тейешле шарттар булдырыу уларҙың намыҫһыҙ аҙымдарына бәйле хәүефтән мөһимерәк тигән фекер яңғырай бында.
Владимир Путиндың яҙыуынса, дәүләт компанияларының мөмкинлектәрен сикләү зарур, шул осраҡта шәхси предприятиеларға үҫеш өсөн өҫтәмә мөмкинлек тыуасаҡ. Мәҫәлән, Премьер-министр уларға ил эсендә яңы активтар һатып алыуҙы тыйырға тәҡдим итә. Ни тиһәң дә, бөгөн бәләкәй эшҡыуарлыҡ үҫеш өсөн этәргес булырлыҡ проекттарҙан, эре компанияларҙың конкуренцияһына түҙмәй, йыш ҡына ситләшә. Бында, әлбиттә, коррупцияның киң таралыуы ла үҙ һөҙөмтәһен бирә.
Рәсәй иҡтисад мәктәбе ректоры Сергей Гуриевтың фекеренсә, Премьер-министр был мәҡәләһендә бизнесҡа үҫергә ҡамасаулаған һәм Рәсәйгә инвестиция һалырға теләүселәрҙе хәүефләндергән төп кәртәләрҙе атаған. “Минеңсә, Владимир Путин Рәсәйҙең инвестициялар йәлеп итеү йәһәтенән күркәм түгеллеге тураһында дөрөҫ әйтте. Ысынлап та, был коррупцияның киң күләмдә йәйелеүе менән бәйле”, – тип белдергән ул. Шулай уҡ, ректор әйтеүенсә, дәүләттең бизнесҡа артыҡ ныҡ ҡыҫылыуы ла инвесторҙарҙы өркөтә.

Һалым урынына патент

Республикала урта һәм бәләкәй эшҡыуарлыҡ менән, Башҡортостанстат мәғлүмәттәренә ярашлы, 462,5 мең кеше шөғөлләнә. Был хеҙмәт йәшендә булғандарҙың һәр дүртенсеһе тигән һүҙ.
Эшҡыуарҙар бигерәк тә сауҙа өлкәһендә күп. Уларҙың яртыһынан ашыуы (58 процент) күмәртәләп һәм ваҡлап һатыу итә, автомобилдәр ремонтлай һәм башҡа төр хеҙмәттәр күрһәтә. Ә бына йүнселдәрҙең ни бары һигеҙ проценты ғына ауыл хужалығында мәшғүл, ете проценты эшкәртеү менән шөғөлләнә.
Статистика мәғлүмәттәренә ярашлы, республикала көн иткән бер мең кешегә һигеҙ урта һәм бәләкәй предприятие, 20 шәхси эшҡыуар тура килә.
Әйткәндәй, 2013 йылдан эшҡыуарҙар үҙҙәренә һалым системаһының ниндәй төрө ҡулай, шуныһын һайлай аласаҡ, улар: дөйөм һалым системаһы, ябайлаштырылғаны, патент алыу һәм килемгә берҙәм һалым. Рәсәйҙең Иҡтисади үҫеш министрлығы тарафынан эшләнгән закон проектына ярашлы, илдең төбәктәрендә лә 2012 йыл дауамында патент тураһында закондар ҡабул ителергә тейеш.
Ошо система буйынса эшләгән эшҡыуар теге йә был эшмәкәрлек менән шөғөлләнеү өсөн патент һатып ала. Уның ғәмәлдә булыу ваҡыты – бер айҙан бер йылға тиклем. Патенттың хаҡы эшҡыуарҙың мөмкин булған йыллыҡ килеменән процент рәүешендә иҫәпләнә. Ә һалым ставкаһы алты процент күләмендә билдәләнә. Уның системаһы бик ябай: бында һалым декларацияһы ла, касса аппараттары ла кәрәкмәй.
Иҡтисади үҫеш министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, бындай ҡарар 2,7 миллион урта һәм бәләкәй эшҡыуарлыҡ вәкилдәренә ҡағыла.
“Рәсәй терәге” урта һәм бәләкәй эшҡыуарлыҡты яҡлаусы йәмәғәт ойошмаһы президенты Сергей Борисовтың әйтеүенсә, эшҡыуарҙар патент системаһы индерелеүен күптән көтә. Был — бөтәһе өсөн дә ҡулай һалым. “Ул мигранттар һәм миҙгел дауамында (бер нисә көндән бер нисә айға тиклем) эшләүсе эшҡыуарҙар өсөн отошло. Был коррупцияны ла кәметер ине”, – тип белдергән Сергей Борисов.
Рәшит ЗӘЙНУЛЛИН




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 512

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 532

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 428

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 479

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 442

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 503

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 516

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 477

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 467

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 435

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 703