Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Икмәк тәменең сере ниҙә?
Икмәк тәменең сере ниҙә? Өфөлә аҙыҡ-түлек һатылған ниндәй генә магазинға инмә, икмәк алыусыларҙың күпселеге Ҡырмыҫҡалыныҡын эҙләй. Элегерәк Үҙәк баҙар янына был райондан йылы әпәкәй тейәлгән машинаның килгәнен оҙон сиратҡа баҫып көтә торғайнылар. Хәҙер иһә Ҡырмыҫҡалы икмәге баҙарҙың эсендә, матур кәштәләрҙә урынлаштырыла, “Байрам”, “Пятерочка” кеүек ҙур сауҙа селтәрҙәрендә лә кеше күҙе төшөр ергә ҡуйыла. Заманса әйткәндә, бренд инде ул, ә һәр сауҙагәр һатып алыусыларҙы күберәк ылыҡтырыр өсөн нәҡ шундай үтемлеһен тәҡдим итергә тырыша.


Район хакимиәтендәге һөйләшеү мә­лен­дә төбәктең данын тирә-яҡҡа тарат­ҡан әлеге тауарҙың баш ҡалалағы нисә магазинда һатылыуын һорашҡайныҡ. “Йөҙ ҙә һикһән самаһы буғай”, – тинеләр. Беҙҙең иҫ китте: вәт, исмаһам, уңыш! Уның сере ниҙә икән? Халыҡ Ҡыр­мыҫ­ҡалы икмәгенә электән ашап өйрәнгәнгә генә тоғро түгелдер бит. Хәҙер һатыуҙа ҡамыр ризыҡтарының төрө бихисап, районға һис бер ҡыҫылышы булмаһа ла, “Ҡырмыҫҡалыныҡы” тип ярлыҡ тағырға оялмаған етештереүселәр ҙә табылып тора... Ә-ә, тимәк, бар ғиллә икмәктең тәмендә!
Уңыш серен белеү теләге күңелгә һис тә тынғы бирмәне. “Нимә ҡушалар икән был ризыҡҡа?” – һәр нәмәгә шиксел журналистарҙың башында шундай һорау тыуҙы. Ҡапыл ғына барып инәйек тә үҙебеҙ күрәйек тип “Ҡырмыҫҡалы икмәк комбинаты” ҡулланыусылар йәмғиәтенә киттек. Берәйһе тегеләрҙе иҫкәртеп ҡуймаһа ярай ҙа, тибеҙ. Хәйер, хакимиәт­тәгеләргә: “Командировканың маҡсаты мәҙәниәт һәм мәғариф яңылыҡ­тары менән танышыу”, – тинек бит...
Шылтыратып өлгөрмәгәндәр икән: комбинат хеҙмәткәрҙәре үҙ яйына эшләп йөрөй, ап-аҡ халат кейгән бер ханым етәксе бүлмәһендә ниҙер яҙыу менән мәшғүл. Индек тә, ваҡытһыҙ борсоған өсөн ғәфү үтенгәс, гәзиттән килгәнебеҙҙе әйттек. Ҡатын бик аптыраны, тулҡын­ланды, әммә тиҙ генә үҙен ҡулға алып, “Әлфирә Иҙрис ҡыҙы Богданова булам” тип таныштырҙы.
Икмәк тәменең сере ниҙә?– Һеҙҙә бөгөн байрам инде әллә? – тибеҙ, етәксенең янында ятҡан гөллә­мә­ләргә ымлап. Ул иһә оялсан йылмайҙы:
– Минең тыуған көнөм...
Бына шулай бик ҡыҙыҡ башланып китте комбинатҡа сәфәребеҙ. Аҡ халаттар кейеп алдыҡ та Әлфирә Иҙрис ҡыҙының артынан икмәк бешереүселәр яғына юлландыҡ. Төпкәрәк үткән һайын йылыраҡ. Тәнгә генә түгел, күңелгә лә, сөнки бындағы һәр хеҙмәткәрҙең йөҙөндә – ҡояш балҡышы. Ҡояштан нур алып үҫкән игендең, унан бешерелгән икмәктең төҫө һеңгәндер уларға! Ҡамыр ҡырҡыу­сыларҙың яп-ялтыр ҡалайҙан эшләнгән өҫтәлде бысаҡ менән туҡтауһыҙ таҡ та тоҡ килтереүе, мейестән икмәк алыу­сыларҙың формаларҙы өҫтө-өҫтөнә теҙе­үе ниндәйҙер дәртле көй булып яңғырай. Күреүебеҙсә, комбинатта барыһы ла үҙ эшен белеп башҡара, бер-береһен һүҙһеҙ, хатта ым-ишараһыҙ аңлай.
Етәксенең эш барышын күҙәтеп йөрө­үе лә ғәҙәти шикелле бында – хеҙмәт­кәрҙәр ҡаушаманы, йөҙҙәрендә “берәй етешһеҙлегемде тапмаһа ярар ине” тигәнерәк хәүеф барлығы тойолманы.
– Быға тиклемге икмәк бешереү цехы ағастан яһалған ине, шуға бик ныҡ иҫкергәйне, – тип һөйләне Әлфирә Иҙрис ҡыҙы. – Алтмыш йыл самаһы хеҙмәт иткән бит инде халыҡҡа. Бер нисә йыл элек яңыһын һалдырырға ҡарар иттек. Тәүҙә алдыбыҙға шундай һорау баҫты: мейесте ниндәй материалдан яһарға? Әлбиттә, кирбестән, тинек, сөнки борон-борондан шулай булған...
Ҡырмыҫҡалы икмәгенең беренсе сере ошолор, моғайын. Артабан был ризыҡ­тың тап ауылдағыса, ҡомалаҡтан ҡайна­тыл­ған сүпрә ҡушып бешерелгәнен ишеттек.
– Халыҡтан да һатып алабыҙ, ойошмаларҙан да, – етәксе ханым беҙгә ҙур тоҡтарға тултырылған ҡомалаҡты күрһәтә. – Әлбиттә, тәүлегенә 14 тонна продукция етештереп торған цехта сүпрә лә тонналап талап ителә, шуға күберәген Сыуашстанға күҙ төбәйбеҙ. Унда махсус ҡомалаҡ плантациялары бар.
– Ә урындағы халыҡтан күпмегә һатып алаһығыҙ?
– Килоһы 200 һум ғына, шуға ҡомалаҡ йыйыусылар күп түгел...
“Их, беҙҙең эшҡыуарҙар Сыуашстандан үрнәк алһа ине, – тигән уй инеп ятты хәтер янсығына. – Ҡомалаҡты ни, үҫте­рәһең инде ул!”
Әлфирә ханымдың “тәүлегенә ун дүрт тонна” тигәненә шикләнеберәк ҡуйғай­ныҡ. Баҡһаң, Прибельский ауылында йәмғиәттең тағы бер заводы урынлашҡан икән. Айына 17 тонна продукция етештергән кондитер цехы ла бар. Шуға Ҡырмыҫҡалы икмәк комбинатында эш күп: әле йәмғеһе 131 кеше мәшғүл. Артыҡ түгелме, тиерһегеҙ. Икмәктең – 94, тәм­ле-татлының 30-лап төрөн сығарыуҙарын уйлап ҡарағыҙ әле!
– Эшебеҙҙе күрәләр, баһалайҙар. Ҡамыр ризыҡтарының барыһына ла “Башҡортостан тауары” билдәһе алын­ған. Ил һәм республика кимәлендәге сараларҙа беҙгә тапшырылған грамота, дипломдарҙың, рәхмәт хаттарының иҫәбе-һаны юҡ, – тип ғорурланып ҡуйҙы етәксе.
– Бик хуп, ә бына һеҙ хеҙмәткәр­ҙәрегеҙҙең ҡәҙерен беләһегеҙме? – тип “семтеп” алырға маташабыҙ.
– Эш хаҡы насар тип әйтмәҫ инем. Уртаса алғанда, 22 мең һум тирәһе. Ауыл ере өсөн аҙ түгел дә баһа! – Әлфирә Иҙрис ҡыҙы һис тә аҡланғанға оҡшамай. – Хеҙмәт шарттарын да яҡшыртырға тырышабыҙ, әле яңыраҡ икмәк ташыуға яңы өс ҙур машина хәстәрләнек. Бел­гестәргә, оҫталарға иң мөһим кешеләр тип ҡарайбыҙ. Электән эшләгәндәр ҙә күп беҙҙә, йәштәр ҙә.
– Икмәгегеҙгә нимә ҡушаһығыҙ? – тип һөйләшеүҙе тәүҙә билдәләнгән юҫыҡҡа бора һалдыҡ.
– Ҡомалаҡ сүпрәһе, һыу, тоҙ һәм ондан башҡа ни булһын? Барыһы ла беҙ бала саҡтан ашап үҫкән икмәктәгесә. Булкаларға иһә маргарин, шәкәр өҫтәлә.
Серҙең юҡлығы беҙҙе һөйөндөрҙө генә. Бында барыһы ла намыҫлы ойошторолған икәненә инандыҡ: хәҙер магазин икмәгенең күпселеге 450 грамм тартһа, ҡырмыҫҡалылар 650-нән кәметмәй; рентабеллелек ни бары 5-6 процент тәшкил итһә лә, продукцияның хаҡын күтәрергә йыйынмайҙар. Уңышҡа фәҡәт сифат һәм күләм менән өлгәшәбеҙ, ти Әлфирә Богданова.
Әңгәмә һуңында Ҡырмыҫҡалы икмәге нисә магазинда һатылғанын белешмәй ҡала алманыҡ. Өфөлә – 320, тотош Башҡортостан буйынса 600 самаһы икән! “Беҙҙең тауар теҙелгән кәштәләр тиҙ бушай, тиҙәр. Ихтыяж булһа, күберәкте лә етештерә алабыҙ”, – тине ҡулланыусылар йәмғиәте етәксеһе ышаныслы итеп.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостан заправкаларында бензинға хаҡ артҡан

Башҡортостан заправкаларында бензинға хаҡ артҡан 11.06.2026 // Иҡтисад

«Башнефть» заправкаларында йәнә хаҡ артҡан. Бензиндың популяр маркалары 10 тингә ҡиммәтләнгән. ......

Тотош уҡырға 3

12 июндә Башҡортостандың 20 районында  «ҡоро закон» ғәмәлдә

12 июндә Башҡортостандың 20 районында «ҡоро закон» ғәмәлдә 11.06.2026 // Иҡтисад

Рәсәй көнөндә, 12 июндә, Башҡортостандың 20 районында һабантуйҙар ойошторола, тимәк, был ......

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда Саҡмағош - Дүртөйлө юлы төҙөкләндерелә

Башҡортостанда Саҡмағош - Дүртөйлө юлы төҙөкләндерелә 11.06.2026 // Иҡтисад

Башҡортостанда Саҡмағош - Дүртөйлө юлы төҙөкләндерелә...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда уртаса хеҙмәт хаҡы билдәле булды

Башҡортостанда уртаса хеҙмәт хаҡы билдәле булды 08.06.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан статистары республикалағы уртаса эш хаҡы күләмен атаны....

Тотош уҡырға 2

Башҡортостан Вологда өлкәһе менән хеҙмәттәшлек итәсәк

Башҡортостан Вологда өлкәһе менән хеҙмәттәшлек итәсәк 05.06.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Вологда өлкәһе менән хеҙмәттәшлек итәсәк...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан инвестиция мөхите торошоноң милли рейтингында үҙ позицияһын һаҡлап ҡалды

Башҡортостан инвестиция мөхите торошоноң милли рейтингында үҙ позицияһын һаҡлап ҡалды 05.06.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан инвестиция мөхите торошоноң милли рейтингында үҙ позицияһын һаҡлап ҡалды...

Тотош уҡырға 3

Радий Хәбиров «Технониколь» менән Башҡортостанда яңы сәнәғәт проекттарын тикшерҙе
Өфөлә Heaven's Garden рекреацион-ҡунаҡхана комплексы төҙөлә

Өфөлә Heaven's Garden рекреацион-ҡунаҡхана комплексы төҙөлә 04.06.2026 // Иҡтисад

Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында Өфөлә күләмле инвестиция проектын бойомға ашырыу тураһында ......

Тотош уҡырға 7

Абхазия президенты Петербург халыҡ-ара форумында Башҡортостан стендын ҡараны

Абхазия президенты Петербург халыҡ-ара форумында Башҡортостан стендын ҡараны 04.06.2026 // Иҡтисад

Абхазия президенты Бадра Гунба 29-сы Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында Башҡортостан ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан стенды – Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында иң сағыуҙарының береһе

Башҡортостан стенды – Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында иң сағыуҙарының береһе 04.06.2026 // Иҡтисад

Был хаҡта форумда ҡатнашыусы – Федерация Советының фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитеты ......

Тотош уҡырға 3

Радий Хәбиров Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында Башҡортостан делегацияһының бурыстары хаҡында һөйләне

Радий Хәбиров Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында Башҡортостан делегацияһының бурыстары хаҡында һөйләне 04.06.2026 // Иҡтисад

Радий Хәбиров Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында Башҡортостан делегацияһының бурыстары хаҡында ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан  Петербург халыҡ-ара форумында ҡатнашыусыларҙы «һөйләүсе ағас» менән хайран ҡалдырҙы

Башҡортостан Петербург халыҡ-ара форумында ҡатнашыусыларҙы «һөйләүсе ағас» менән хайран ҡалдырҙы 03.06.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Петербург халыҡ-ара форумында ҡатнашыусыларҙы «һөйләүсе ағас» менән хайран ҡалдырҙы...

Тотош уҡырға 2


Комментарий өҫтәргә