Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Санкциялар “уятып” ебәрҙе
Санкциялар “уятып” ебәрҙе
“Рәсәйҙе баҡсаһында алабута үҫтергән бошмаҫ, ялҡау ҡатындарға оҡшатам”, – тигәйне ауылдағы бер ағай. Ысынлап та, һуңғы йылдарҙа тамам анһатҡа һалышҡайныҡ шул. Хатта һарымһаҡтың һарымһағын әллә ҡайҙағы Ҡытайҙан һатып ала башланыҡ. Төп аҙығыбыҙ һаналған бәрәңгене лә хәҙер Мысырҙан ғына ташыйбыҙ. Ә бит бер нисә төр емеш-еләктән башҡа бөтәһен дә үҙебеҙҙә үҫтерергә мөмкин. Мәҫәлән, хатта ҡасандыр көньяҡ үҫемлеге һаналған виноградты ла.


Ниһайәт, Рәсәйгә ҡарата ҡабул ител­гән санкциялар ил етәкселеген һиҫкән­дереп ебәрҙе, сөнки халҡын ризыҡ менән тәьмин иткән, туйындыра алған дәүләт кенә үҙен көслө хужамын тип иҫәпләй ала. Санкциялар йәшелсәселекте үҫте­реүгә этәргес, үҙебеҙҙең етеш­тереү­се­ләргә аҙығын һатырға, файҙа күрергә, артабан ошо йүнәлештә сәм­ләнеп эш­ләргә дәрт бирәсәк, тип бил­дәләй бел­гестәр.
Тәү ҡарауға барыһы ла анһат һымаҡ, сөнки йәшелсә үҫтереү өсөн оҙайлы ваҡыт талап ителмәй – бер йәйҙә байтаҡ уңыш алырға була. Әммә уны йыл әйлә­нәһенә яҡшы итеп һаҡларға, кәштәләргә матур, сифатлы килеш сығарырға ла кәрәк бит әле. Ә илдә уларҙы һаҡлау биналары етешмәй, булғандары ла заман талаптарына яуап бирерлек түгел. Ошо тәңгәлдә шаҡтай проблеманы хәл итәһе бар. Рәсәйҙең Иҡтисади үҫеш министр­лығы белгестәре 2015 йылдың ҡыш – яҙ ай­ҙарында йәшелсәгә хаҡтың кинәт ар­та­сағын нәҡ ошо мәсьәләләргә бәй­ле аңлата.
Йәнә тармаҡта технологик үҫеш, эш алымдарын яҡшыртыу талап ителә. Бик оҙаҡ һаҡлап булмай торған йәшелсә төр­ҙәре лә бар бит әле, мәҫәлән, помидор, ҡыяр… Уларҙы халыҡҡа етерлек күләм­дә тәү сиратта теплицалар төҙөү иҫәбенә арттырыу көтөлә. Былтыр Рәсәйҙең ауыл хужалығы предприятиеларында 1 880 гек­тарҙан ашыу майҙанда теплица булһа, импортты бөтөнләй онотоу өсөн йәнә 26 мең гектар ерҙә заманса биналар төҙөргә кәрәк.
Белгестәр 2017 йылда, былтырғы ме­нән сағыштырғанда, йәшелсә – дүрт, ә бәрәңге үҫтереү алты – һигеҙ процентҡа артасаҡ, тип билдәләй.
Рәсәйҙең Ауыл хужалығы ми­нистр­лығы 2015 – 2020 йылдар арауығында 1,5 мең гектар майҙанда теплица төҙө­ләсәк тип фараз итә, йәшелсә үҫтереүгә ве­домство өҫтәмә рә­үештә 41,3 миллиард, шул иҫәптән 2015 йылға 6 миллиард һум аҡса бүлеүҙе һорай.
Рәсәй донъяла уң­ды­рышлы тупрағы ме­нән дан тота. Үкенескә ҡаршы, һуңғы осорҙа беҙҙе туйындырған ер хужаһыҙға әүе­рел­де. Мәҫәлән, аҙаҡҡы 15 йылда сә­сеү­лек­тәр майҙаны 15 миллион гек­тарға кә­ме­не. Ә тиҫтә йыл самаһы таш­ландыҡ хәлдә ятҡан һөрөнтө ерҙең артабан ауыл хужалығы эшмә­кәр­леге өсөн яраҡһыҙ бу­лыры һәр кемгә мәғлүм. Эшкәртелеп, уңыш биреп, халҡын туй­ҙырғанда ғына ерҙе бай­лыҡ сығанағы тип атарға мөм­кин. Ә бит Рәсәйҙәге сәсеү­лектәр майҙаны үҙебеҙ­ҙе генә түгел, ярты донъяны туйҙырырға етә.
Әле беҙгә сит илдәр үҙҙәре үк уңайлы форсат бирҙе. Бары ошо мөмкинлекте һөҙөмтәле итеп файҙаланырға, ең һыҙ­ғанып эшкә тотонорға кәрәк.


Автор: Венер ИСХАҠОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡорт ҡымыҙы Ҡырғыҙстанда популярлыҡ яуланы

Башҡорт ҡымыҙы Ҡырғыҙстанда популярлыҡ яуланы 03.11.2026 // Иҡтисад

Башҡорт ҡымыҙы Ҡырғыҙстанда популярлыҡ яуланы...

Тотош уҡырға 4

Радий Хәбиров Берҙәм креатив иҡтисад үҙәге президенты менән осрашты
Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде

Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде 30.10.2026 // Иҡтисад

Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында республиканың агросәнәғәт комплексы алдынғыларын бүләкләнеләр. ......

Тотош уҡырға 6

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан статистиктары ҡулланыусылар продукттарына хаҡтарҙың үҙгәреүе хаҡында хәбәр итте....

Тотош уҡырға 6

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне...

Тотош уҡырға 6

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде 29.10.2026 // Иҡтисад

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде...

Тотош уҡырға 9

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды 28.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды...

Тотош уҡырға 10

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра 28.10.2026 // Иҡтисад

30 октябрҙән Һамар — Пермь поезы йөрөй башлай. Өфө менән Пермь араһында тәүге тапҡыр тура тимер юл ......

Тотош уҡырға 9

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде 28.10.2026 // Иҡтисад

Күрһәткес ағымдағы йылдың нормаһына ҡарата 6,8% артҡан....

Тотош уҡырға 5

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде 26.10.2026 // Иҡтисад

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде...

Тотош уҡырға 10

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде 26.10.2026 // Иҡтисад

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде...

Тотош уҡырға 8

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола 23.10.2026 // Иҡтисад

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола...

Тотош уҡырға 5


Комментарий өҫтәргә