“Рәсәйҙе баҡсаһында алабута үҫтергән бошмаҫ, ялҡау ҡатындарға оҡшатам”, – тигәйне ауылдағы бер ағай. Ысынлап та, һуңғы йылдарҙа тамам анһатҡа һалышҡайныҡ шул. Хатта һарымһаҡтың һарымһағын әллә ҡайҙағы Ҡытайҙан һатып ала башланыҡ. Төп аҙығыбыҙ һаналған бәрәңгене лә хәҙер Мысырҙан ғына ташыйбыҙ. Ә бит бер нисә төр емеш-еләктән башҡа бөтәһен дә үҙебеҙҙә үҫтерергә мөмкин. Мәҫәлән, хатта ҡасандыр көньяҡ үҫемлеге һаналған виноградты ла.
Ниһайәт, Рәсәйгә ҡарата ҡабул ителгән санкциялар ил етәкселеген һиҫкәндереп ебәрҙе, сөнки халҡын ризыҡ менән тәьмин иткән, туйындыра алған дәүләт кенә үҙен көслө хужамын тип иҫәпләй ала. Санкциялар йәшелсәселекте үҫтереүгә этәргес, үҙебеҙҙең етештереүселәргә аҙығын һатырға, файҙа күрергә, артабан ошо йүнәлештә сәмләнеп эшләргә дәрт бирәсәк, тип билдәләй белгестәр.
Тәү ҡарауға барыһы ла анһат һымаҡ, сөнки йәшелсә үҫтереү өсөн оҙайлы ваҡыт талап ителмәй – бер йәйҙә байтаҡ уңыш алырға була. Әммә уны йыл әйләнәһенә яҡшы итеп һаҡларға, кәштәләргә матур, сифатлы килеш сығарырға ла кәрәк бит әле. Ә илдә уларҙы һаҡлау биналары етешмәй, булғандары ла заман талаптарына яуап бирерлек түгел. Ошо тәңгәлдә шаҡтай проблеманы хәл итәһе бар. Рәсәйҙең Иҡтисади үҫеш министрлығы белгестәре 2015 йылдың ҡыш – яҙ айҙарында йәшелсәгә хаҡтың кинәт артасағын нәҡ ошо мәсьәләләргә бәйле аңлата.
Йәнә тармаҡта технологик үҫеш, эш алымдарын яҡшыртыу талап ителә. Бик оҙаҡ һаҡлап булмай торған йәшелсә төрҙәре лә бар бит әле, мәҫәлән, помидор, ҡыяр… Уларҙы халыҡҡа етерлек күләмдә тәү сиратта теплицалар төҙөү иҫәбенә арттырыу көтөлә. Былтыр Рәсәйҙең ауыл хужалығы предприятиеларында 1 880 гектарҙан ашыу майҙанда теплица булһа, импортты бөтөнләй онотоу өсөн йәнә 26 мең гектар ерҙә заманса биналар төҙөргә кәрәк.
Белгестәр 2017 йылда, былтырғы менән сағыштырғанда, йәшелсә – дүрт, ә бәрәңге үҫтереү алты – һигеҙ процентҡа артасаҡ, тип билдәләй.
Рәсәйҙең Ауыл хужалығы министрлығы 2015 – 2020 йылдар арауығында 1,5 мең гектар майҙанда теплица төҙөләсәк тип фараз итә, йәшелсә үҫтереүгә ведомство өҫтәмә рәүештә 41,3 миллиард, шул иҫәптән 2015 йылға 6 миллиард һум аҡса бүлеүҙе һорай.
Рәсәй донъяла уңдырышлы тупрағы менән дан тота. Үкенескә ҡаршы, һуңғы осорҙа беҙҙе туйындырған ер хужаһыҙға әүерелде. Мәҫәлән, аҙаҡҡы 15 йылда сәсеүлектәр майҙаны 15 миллион гектарға кәмене. Ә тиҫтә йыл самаһы ташландыҡ хәлдә ятҡан һөрөнтө ерҙең артабан ауыл хужалығы эшмәкәрлеге өсөн яраҡһыҙ булыры һәр кемгә мәғлүм. Эшкәртелеп, уңыш биреп, халҡын туйҙырғанда ғына ерҙе байлыҡ сығанағы тип атарға мөмкин. Ә бит Рәсәйҙәге сәсеүлектәр майҙаны үҙебеҙҙе генә түгел, ярты донъяны туйҙырырға етә.
Әле беҙгә сит илдәр үҙҙәре үк уңайлы форсат бирҙе. Бары ошо мөмкинлекте һөҙөмтәле итеп файҙаланырға, ең һыҙғанып эшкә тотонорға кәрәк.