Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Ҡышын да һөт кәмемәй
Ҡышын да һөт кәмемәй
“Ашаған белмәй, тураған белә” тигән әйтем тап килә “Артемида” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең етештереү буйынса директоры Евгений Пожидаевтың (һүрәттә) һүҙҙәренә. “Һуңғы йылдарҙа республикалағы һауа торошо үтә үҙенсәлекле, хатта техниканы уға ҡулайлаштырырға мәжбүрбеҙ”, – ти ул. Ысынлап та, бөгөн хужалыҡтың ҡәҙимге сәскестәрен ҡоролоҡ мәлендә яҡшы эшләй торғандарына алыштырып, яңы тракторҙар һатып алып, заман менән бергә атлаған көндәре.

“Артемида” 1991 йылда, Ҡырмыҫҡалы районының Вязовка ауылындағы крәҫтиән (фермер) хужалығы булараҡ, 27 гектар майҙанда эш башлаған булһа, бөгөн ул – көтөүлектәре, баҫыуҙары менән бергә 27 мең гектар тәшкил иткән, ошо уҡ төбәктең Бекетов ауылында урынлашҡан, республиканың алдынғы пред­прия­тиеларының береһе. Ауыл хужалығы продукцияһы етештереү һәм үҙ эшкәртеү базаһын булдырыуҙы төп йүнәлеш итеп алған “Артемида” – шәкәр сөгөлдөрө үҫтереү буйынса алдынғылар рәтендә, быйыл да ул 1900 гектар ерҙән 50 мең тонна “татлы тамыр” тапшырмаҡсы.
1996 йылда алынған “Юкселиш” модуль тирмәне менән улар тәүлегенә 30 тонна иген тарттырып, бер йылдан иһә ондо үлсәп төрөү эшен башлай, унан һуң макарон етештереү, икмәк бешереү цехтарын асыу ҙа күп көттөрмәй. Йүнсел, тырыш эшселәр 1999 йылда ит ярым фабрикаттарын эшләгән цехты ла сафҡа индерә.
Ҡышын да һөт кәмемәйХужалыҡ 2005 йылда республикала беренселәрҙән булып “Агросәнәғәтте үҫтереү” милли проектында ҡатнаша, ошо уңайҙан Ҡырмыҫҡалы районының Ляхов ауылында 1000 баш һауын һыйырына иҫәпләнгән һөтсөлөк комплексын төҙөүгә өлгәшә. Малдарҙың күп өлөшө голштин тоҡомло, уларҙы Германиянан, Вологда, Киров өлкәләренән килтергәндәр. Был комплекс һөт етештереү буйынса заманса, юғары технологиялы предприятие һанала, юҡҡа ғына уны ябай исем менән түгел, ә “мегаферма” тип атамайҙар. Һарайҙа һыйырҙар бәйһеҙ тора, һәр береһенең муйынына малдың әүҙемлеген күрһәткән махсус датчик беркетелгән. Быҙау ғына сағынан уҡ уларҙың йәшәйеш параметрҙары, физиологик циклдары электрон хәтерҙә теркәлә бара, һәр һыйыр зоотехник һәм ветеринар күҙәтеү аҫтында. Эш һөҙөмтәһе күркәм: “Артемида” уңғандары юғары сифатлы һөттө ҡышын да, йәйен дә бер күләмдә тапшыра. “Бер ҡыйынлыҡ кисермәй, көйлө генә эш менән мәшғүлһегеҙ, тимәк?” тигән һорауға Евгений Викторович былай тип яуапланы:
– Ауырлыҡтар сығып тора, уларҙы ваҡытында һәм киләсәккә һабаҡ булырлыҡ итеп йырып сығырға тырышабыҙ. Йыһаздарҙы яңыртыу, эшкә йәш белгестәрҙе йәлеп итеү яғындабыҙ. Хеҙмәттәшлек иткән ойошмалар менән бергә-бергә, килешеп-уйлашып үҫеш юлынан барабыҙ.



Автор: Г. ҒӘЙЗУЛЛИНА. Район: Ҡырмыҫҡалы районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡорт ҡымыҙы Ҡырғыҙстанда популярлыҡ яуланы

Башҡорт ҡымыҙы Ҡырғыҙстанда популярлыҡ яуланы 03.11.2026 // Иҡтисад

Башҡорт ҡымыҙы Ҡырғыҙстанда популярлыҡ яуланы...

Тотош уҡырға 2

Радий Хәбиров Берҙәм креатив иҡтисад үҙәге президенты менән осрашты
Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде

Өфөлә Башҡортостандың иң яҡшы агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде 30.10.2026 // Иҡтисад

Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында республиканың агросәнәғәт комплексы алдынғыларын бүләкләнеләр. ......

Тотош уҡырға 4

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе

Республикала аҙыҡ-түлеккә хаҡтар үҙгәрҙе 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан статистиктары ҡулланыусылар продукттарына хаҡтарҙың үҙгәреүе хаҡында хәбәр итте....

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне 29.10.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы республика аграрийҙары эшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне...

Тотош уҡырға 3

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде 29.10.2026 // Иҡтисад

Республикала IV кварталға бер квадрат метр торлаҡтың баҙар хаҡы билдәләнде...

Тотош уҡырға 6

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды 28.10.2026 // Иҡтисад

Өфөлә Рәсәй энергетика форумы һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе асылды...

Тотош уҡырға 7

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра

Өфө менән Пермде тәүге тапҡыр тура тимер юл маршруты тоташтыра 28.10.2026 // Иҡтисад

30 октябрҙән Һамар — Пермь поезы йөрөй башлай. Өфө менән Пермь араһында тәүге тапҡыр тура тимер юл ......

Тотош уҡырға 5

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде

Республикала 2027 йылға йәшәү минимумы билдәләнде 28.10.2026 // Иҡтисад

Күрһәткес ағымдағы йылдың нормаһына ҡарата 6,8% артҡан....

Тотош уҡырға 3

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде 26.10.2026 // Иҡтисад

Республикала АЗС-тарҙа яғыулыҡты канистрҙарға ҡойоп алырға рөхсәт ителде...

Тотош уҡырға 8

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде 26.10.2026 // Иҡтисад

РФ бюджетынан республикаға ветерандар өсөн торлаҡҡа аҡса бүленде...

Тотош уҡырға 8

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола 23.10.2026 // Иҡтисад

Республикала фермер йәрминкәләре ойошторола...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә