“Ашаған белмәй, тураған белә” тигән әйтем тап килә “Артемида” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең етештереү буйынса директоры Евгений Пожидаевтың (һүрәттә) һүҙҙәренә. “Һуңғы йылдарҙа республикалағы һауа торошо үтә үҙенсәлекле, хатта техниканы уға ҡулайлаштырырға мәжбүрбеҙ”, – ти ул. Ысынлап та, бөгөн хужалыҡтың ҡәҙимге сәскестәрен ҡоролоҡ мәлендә яҡшы эшләй торғандарына алыштырып, яңы тракторҙар һатып алып, заман менән бергә атлаған көндәре.
“Артемида” 1991 йылда, Ҡырмыҫҡалы районының Вязовка ауылындағы крәҫтиән (фермер) хужалығы булараҡ, 27 гектар майҙанда эш башлаған булһа, бөгөн ул – көтөүлектәре, баҫыуҙары менән бергә 27 мең гектар тәшкил иткән, ошо уҡ төбәктең Бекетов ауылында урынлашҡан, республиканың алдынғы предприятиеларының береһе. Ауыл хужалығы продукцияһы етештереү һәм үҙ эшкәртеү базаһын булдырыуҙы төп йүнәлеш итеп алған “Артемида” – шәкәр сөгөлдөрө үҫтереү буйынса алдынғылар рәтендә, быйыл да ул 1900 гектар ерҙән 50 мең тонна “татлы тамыр” тапшырмаҡсы.
1996 йылда алынған “Юкселиш” модуль тирмәне менән улар тәүлегенә 30 тонна иген тарттырып, бер йылдан иһә ондо үлсәп төрөү эшен башлай, унан һуң макарон етештереү, икмәк бешереү цехтарын асыу ҙа күп көттөрмәй. Йүнсел, тырыш эшселәр 1999 йылда ит ярым фабрикаттарын эшләгән цехты ла сафҡа индерә.
Хужалыҡ 2005 йылда республикала беренселәрҙән булып “Агросәнәғәтте үҫтереү” милли проектында ҡатнаша, ошо уңайҙан Ҡырмыҫҡалы районының Ляхов ауылында 1000 баш һауын һыйырына иҫәпләнгән һөтсөлөк комплексын төҙөүгә өлгәшә. Малдарҙың күп өлөшө голштин тоҡомло, уларҙы Германиянан, Вологда, Киров өлкәләренән килтергәндәр. Был комплекс һөт етештереү буйынса заманса, юғары технологиялы предприятие һанала, юҡҡа ғына уны ябай исем менән түгел, ә “мегаферма” тип атамайҙар. Һарайҙа һыйырҙар бәйһеҙ тора, һәр береһенең муйынына малдың әүҙемлеген күрһәткән махсус датчик беркетелгән. Быҙау ғына сағынан уҡ уларҙың йәшәйеш параметрҙары, физиологик циклдары электрон хәтерҙә теркәлә бара, һәр һыйыр зоотехник һәм ветеринар күҙәтеү аҫтында. Эш һөҙөмтәһе күркәм: “Артемида” уңғандары юғары сифатлы һөттө ҡышын да, йәйен дә бер күләмдә тапшыра. “Бер ҡыйынлыҡ кисермәй, көйлө генә эш менән мәшғүлһегеҙ, тимәк?” тигән һорауға Евгений Викторович былай тип яуапланы:
– Ауырлыҡтар сығып тора, уларҙы ваҡытында һәм киләсәккә һабаҡ булырлыҡ итеп йырып сығырға тырышабыҙ. Йыһаздарҙы яңыртыу, эшкә йәш белгестәрҙе йәлеп итеү яғындабыҙ. Хеҙмәттәшлек иткән ойошмалар менән бергә-бергә, килешеп-уйлашып үҫеш юлынан барабыҙ.