Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡымыҙы ғына түгел, ҡаны ла дауа
Ҡымыҙы ғына түгел, ҡаны ла дауа Академик Борис Заводовский етәксе­легендәге СССР ғалимдары был препаратты ХХ быуат башында уҡ уйлап таба. Ул ветеринарияла бығаса күрел­мәгән яҡшы һөҙөмтәләр бирә. Шулай ҙа донъяға танытыуҙа немец ғалимдары өлгөрөрәк булып сыға, улар 1929 йылда ошо асыш өсөн Нобель премия­һын ала. Советтар Союзы осоронда быуаҙ бейәнең ҡан һүле барлығы 35 биопунктта етештерелһә, бөгөн ул Рәсәйҙә бер предприятиела — Баш­ҡорт­остандың «Башагроген» биофаб­ри­каһында ғына сығарыла.

Иҫке Ҡамышлы ауыл Советы биләмә­һендә урынлашҡан был хужалыҡ тәү ҡарамаҡҡа ябай йылҡысылыҡ фермаһы булып күренә. Әммә яҡынданыраҡ та­ныш­ҡас, уның тотош бер институт эшен алып барған ойошма икәнлегенә, баш­ҡорт атын үрсетеү буйынса ҙур эш алып барғанына инанаһың. Йәмғиәт 2002 йыл­да ойошторола. Коллектив элекке «Коммунальник» совхозының ел уйнап торған мал ҡура­ларында эш башлай. Әүәлге хужалыҡтан бер баш мал да эләкмәй. Уны ойоштороусы булып «Мосагроген» йәмғиәте сығыш яһай. Тәүге йылдарҙа 119-сы йылҡысылыҡ заводынан, Баймаҡ, Ҡыр­мыҫҡалы, Благовар, Бөрө райондарынан, күрше хужалыҡтарҙан тоҡомло аттар һатып алына һәм бар көс йылҡы һанын арттырыуға йүнәлтелә.
2007 йыл­да хужалыҡҡа етәксе итеп Риф Рәйес улы Ғәлиев тәғәйенләнә. Ул саф тоҡомло башҡорт аттары туплауға ҙур иғтибар бүлә башлай. Бөгөн йылҡы ике йөҙ баштан ашыу иҫәпләнһә, шуларҙың 180-е — таҙа тоҡом­ло башҡорт бейә­һе. Уларҙы респуб­ликаның иң ал­дынғы хужа­лыҡтары буй­лап йөрөп йыйып алғандар. Хужалыҡ башҡорт тоҡом­ло өйөр туплауҙа 119-сы йылҡысылыҡ заводы, Иглин районының «Иҙиәтуллин», Баймаҡтың «Бай­ҡара» крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары, Учалы районының «Юлдаш» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте менән хеҙмәттәшлек итә.
Йәмғиәт малсылыҡта ҙур ихтыяж тыу­ҙырған гонадотроп гормон препараты яһау өсөн быуаҙ бейәнең ҡан һүлен (сыво­роткаһын) етештерә. Ул аҡһым­дан таҙартыла һәм малсылыҡта иң кәрәк­ле дарыуҙар — фоллимаг һәм пигулин — эшләүҙә ҡулланыла. Фоллимаг — һыйыр малының репродуктив эшмә­кәрлеген көй­ләү һәм дауалау, шулай уҡ сусҡа­сы­лыҡта, һарыҡсылыҡта, йылҡы­сылыҡта, йорт ҡуян­дары үрсетеүҙә төп препарат. Рәсәйҙә етештерелгән фоллимагты Голландияла сыҡҡан фоллигон ғына алмаштыра ала. Биологик сифаты буйынса ул сит ил тауарынан һис ҡайтыш түгел, хаҡы осһоҙораҡ. Сит ил препараттарын фермер, крәҫтиән хужалыҡ­тары түгел, хатта ҙур хужалыҡтар ҙа һатып ала алмай. Егерменсе быуаттың 60-70-се йылдарында илдә 35 биопунктта 14-16 тонна ҡан һүле етештерелһә, әйткәнемсә, бөгөн ул Башҡортостанда ғына сығары­ла. Мал күп аҫралған Урта Азия респуб­лика­ларындағы, шулай уҡ иң ҡеүәтле Орск, Покровск биопункттары хәҙер юҡҡа сыҡҡан.
Етештереү менән бер рәттән, башҡорт атын үрсетеү, уның генофондын һаҡлау ху­жалыҡ эшмәкәрлегенең төп йүнәлеше булып тора. Бының өсөн 14 айғыр аҫра­ла. Аттарҙың тоҡомон һаҡлауға тоҡом айғыр­ҙарының линияһы, йәғни шәжәрәһе етди контролдә тотола. Селекционерҙар тоҡомсолоҡ эше буйынса Ауыл хужалығы министрлығына отчет бирә. Тоҡом мәғлүмәттәре Рязань ҡалаһындағы йыл­ҡы­сылыҡ буйынса Бөтә Рәсәй ғилми-тикшеренеү институтында һаҡлана. Ху­жа­лыҡтың ветеринария белгес­тәре, селекционерҙар Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институ­тының йылҡысылыҡ бүлеге менән тығыҙ бәйләнеш тота. Уның молекуляр-генетик лабо­рато­рияһында аттарҙың тоҡом сифаттары тикшерелә. Шул тикшеренеүҙәр ниге­ҙендә өйөрҙәге иң сифатлы, көслө малдан башҡ­орт тоҡом өйөрөнөң төп өлөшө туплана. Лаборатория етәксеһе Радий Уразбахтин: «Был хужалыҡтың хеҙмәткәрҙәре ғилми күрһәт­мәләрҙе ере­нә еткереп үтәй, шуға ла улар уңышҡа өлгәшә», — ти.
Хужалыҡ башҡорт аттары өйөрөн тағы ишәйтеү яғында. Әммә, ерҙәр ҡыҫынҡы булғанлыҡтан, улар йылҡы һанын 300-350-нән арттыра алмай, шуға күрә аттар­ҙы башҡа хужалыҡтарға, айырым ке­ше­ләргә һатырға тура килә. Ҡыҙғаныс, күптәр, улар­ҙы иткә тотона. Араларында тоҡомло айғырҙар, шәжәрәһе буйынса яҡшы сифатлы, һөтлө булырҙай байталдар китә. Көтөүлек һәм сәсеүлек ерҙәре тар. «Башагроген» йылҡы­лары Иҫке Ҡамышлы ауылы халҡының мал көтөүе менән бергә 130 гектар ерҙә утлай. Район хакимиәтенең ауыл хужалығы ида­ралығы Гуровка ауылы янын­дағы элекке «Первушино» совхозы ерҙәрен көтөүлек­кә алырға тәҡдим итә, әммә федераль ҡара­маҡтағы предприятие бының өсөн бик күп хаҡ һорай. Хужалыҡҡа ситтән инвестициялар йәлеп ителмәй, ул тик үҙе тапҡан табыш иҫәбенә йәшәй. Хөкүмәт йылҡысылыҡ өсөн ҡаралған субсидия менән ярҙам итә, әммә ул ерҙәрҙе киңәйтеү, хужалыҡта яңы технологиялар булдырыу өсөн етерлек түгел. Әлеге ваҡытта район хакимиәте менән биләмә­ләрҙе киңәйтеү тураһында һөйлә­шеүҙәр алып барыла. Был мәсьәлә киләсәктә ыңғай хәл ителер тигән өмөттә улар.
Уҙған йылдың июлендә йәмғиәткә «То­ҡом­солоҡ хужалығы» статусы бирелгән, был аҙым үҙе үк башҡорт атының бәҫен күтәреү, уның һанын арттырыу һәм сифатын яҡшыртыу бурыстарын ҡуя. Дөрөҫөн әйтергә кәрәк: саф тоҡомло башҡорт бейәләренең генофонды аҙ. «Тоҡом­солоҡ хужалығы» исеме үҙе үк бында үҫтерелгән тоҡомло айғыр һәм бейә­ләр­ҙең иткә түгел, ә артабан үрсетеү өсөн башҡа хужа­лыҡтарға һәм шәхси ихата­ларға китергә тейешлеге тураһында һөйләй.
Һуңғы йылдарҙа коллектив байтаҡ уңыштарға өлгәшкән. Мал ҡуралары һәм ялан кәртәләр өсөн биләмәләрен киңәйт­кәндәр. Бейә ҡолонлатыуға ике һарай рекон­струк­цияланған, лаборатория тө­ҙөл­гән. Ул йыл да заманса ҡорамалдар менән йыһаз­лан­ды­рыла. Әлеге ваҡытта санитария нормаларына ярашлы мал һуйыу цехы ҡорола. Малдарҙы электрон идентификациялау аппараты, йәғни чип һатып алынған. Өйөрҙә һәр малға электрон инәү һалынған, улар тураһында мәғлүмәт компьютер базаһына индерел­гән.
Һау, сәләмәт ҡолондар алыу, малдар­ҙың көр ҡышлауы өсөн яҡшы ашатыу кәрәк. Ҡышҡылыҡҡа һәр баш малға 35 центнер аҙыҡ берәмеге әҙерләнгән. Был — яҡшы күрһәткес.
Хужалыҡ ҡымыҙ етештереүгә ҡулай­лаш­маһа ла, киләсәктә үҙендә йылҡы итен эшкәртеүҙе, диетик иттән төрлө милли ризыҡтар етештереүҙе яйға һалыу ниәте менән йәшәй.
Коллектив етәксеһенән уңған. Әйте­үебеҙсә, уны утыҙ ту­ғыҙ йыл ғүмерен ауыл хужалығын үҫте­реүгә бағышлаған ир-уҙаман Риф Рәйес улы Ғәлиев етәкләй. Ер кешеһенең тормошон китаптан уҡып түгел, ә үҙ елкә­һендә татыған етәксе: «Бала сағымдан аттарҙан айырылғаным юҡ», — ти. Уға тармаҡтағы бер мәсьәлә лә ят түгел. Йыл­ҡысылыҡты, ҡымыҙ етештереүҙе үҫтереү буйынса ҡабул ителгән республика программалары нәҡ ошондай үҙ эшенә яуаплы ҡараған фиҙакәр шәхес­тәр ярҙамында тормошҡа ашырыла.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 512

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 532

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 429

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 479

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 443

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 503

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 516

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 478

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 468

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 435

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 704