Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Кемдәлер байрам ҡайғыһы юҡ...
Илдәрҙең күпселегендә байрам кәйефе өҫтөнлөк итһә лә, төрлө тарафтан күңелһеҙ яңылыҡтар йыш ишетелә. Беҙҙән башҡаларҙа күңел асыу ҡайғыһы юҡтыр, тип уйлап ҡуяһың. Рәсәйҙәр иһә хәҙер унар көнләп ял итеүгә күнегеп барғандай.
Йома көндө Сүриәнең баш ҡалаһында ҙур шартлау булды, ул 26 кешенең ғүмерен өҙҙө, 63-өнә ауыр тән йәрәхәте һалды, байтаҡ мөлкәтте юҡ итте. Бомба мосолмандар намаҙға йыйылған урында йөрөүсе берәүҙең тәненә бәйләнгән булған, тип хәбәр итә мәғлүмәт саралары. Шуныһын билдәләргә кәрәк: Дамаск ҡалаһында бындай фажиғә һуңғы ике аҙна эсендә икенсе тапҡыр теркәлә. 24 декабрҙәге шартлау 54 кешене һәләк итеп, 160-тан ашыуын яралағайны.
Ираҡта ла өс теракт булды. Алтмышҡа яҡын кеше ғүмеренең өҙөлөүе, йөҙәрләгәненең йәрәхәтләнеүе хаҡында хәбәр итәләр. Шартлауҙарҙың барыһы ла шағи мосолмандарға ҡаршы йүнәлтелгән булған. Күҙәтеүселәр быны һаман да үҫә барыусы сәйәси киҫкенлек менән бәйләй. Илдең вице-президенты, сөннәт мосолманы Тарик әл-Хашемиҙы ҡулға алыу тураһында ҡарарҙың министрҙар кабинеты тарафынан хупланыуы йәмғиәттәге насар кәйефте бары тик арттырған.
Венгрияла халыҡтың күпселеге ил Конституцияһын үҙгәртеүҙе “артҡа бер аҙым” тип баһалаған. Будапешт үҙәгендә 30 мең самаһы кеше йыйылған митингта әйтелеүенсә, яңы Төп Закон Конституция судының вәкәләттәрен ҡырҡа кәметә, шулай уҡ һайлау системаһын власты биләүселәр файҙаһына көйләй. Күҙәтеүселәр иҫәпләүенсә, сәйәси сикләүҙәрҙең иҡтисади йәһәттән ҡурҡыныс эҙемтәләргә килтереүе ихтимал. Атап әйткәндә, әле Венгрия финанс ярҙамына мохтаж, ә был ваҡиғалар халыҡ-ара кимәлдә хәл ителә торған мәсьәләне ҡатмарлаштыра.
Мысырҙың генераль прокуратураһы элекке президент Хөсни Мөбәрәккә үлем язаһы биреүҙе талап итте. Был сәйәсмәнде коррупцияла һәм демонстрацияға сыҡҡан халыҡҡа ҡаршы ҡорал ҡулланырға бойороуҙа ғәйепләйҙәр.
Украинаның элекке премьер-министры Юлия Тимошенко хаҡында ла хәбәрҙәр күренгеләй. Рәсәй менән газ буйынса килешеүҙәр төҙөгәндә вәкәләттәрен арттырғаны өсөн ете йылға иркенән мәхрүм ителгән ханым әле Харьковтағы колонияла, һаулығы ҡаҡшау сәбәпле йөрөй ҙә алмай, ти. Уның ире Александр Тимошенко Чехияла сәйәси ҡасҡын хоҡуғы алған.
АҠШ президенты Барак Обама яңы хәрби стратегия хаҡында сығыш яһаны. Уның әйтеүенсә, Пентагон бынан ары Ираҡ һәм Афғанстан мәсьәләләренә иғтибарҙы кәметәсәк, башлыса Азия — Тымыҡ океан төбәгендә ғәскәр тотасаҡ. Илдең оборона бюджеты алдағы 11 йылда ярты триллион долларға ҡыҫҡартыласаҡ, тине Барак Обама. Аҡса, нигеҙҙә, күҙәтеү ҡорамалдары, пилотһыҙ осоусы техника, юлдаш системалары һатып алыуға тотоноласаҡ. Хәрби сафты һирәгәйтеп, АҠШ армияһын тиҙ ҡуҙғалыусан, һөҙөмтәле итмәкселәр. “Әммә маҡсат үҙгәрмәй: беҙҙең армия донъяла өҫтөнлөгөн һаҡларға тейеш”, — ти Америка башлығы.
Әйткәндәй, АҠШ-та президент һайлау кампанияһы башланды. Яңыраҡ Айова штатында Республика партияһы әүҙемселәренең “кокус” тип аталған йыйылыштары уҙҙы, унда быйыл ноябрҙә үтәсәк тауыш биреүҙә илдең әлеге етәксеһенә дәғүәсе булырҙай сәйәсмәндәр билдәләнде. Кандидаттар рәсми рәүештә йәйҙә генә иғлан ителәсәк.
Яңы йыл каникулынан файҙаланып, Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев 2014 йылда Сочиҙа уҙасаҡ ҡышҡы Олимпия уйындарына әҙерлек мәсьәләләре менән ныҡлап ҡыҙыҡһынды, махсус кәңәшмә лә үткәрҙе. Уның һүҙҙәренсә, алдағы йылдарҙа буласаҡ халыҡ-ара ярыштар барышында Олимпиада өсөн төҙөлгән спорт ҡоролмалары һынап ҡаралырға тейеш. Алдағы айҙарҙа Сочиҙағы Олимпиада объекттары файҙаланыуға тапшырыласаҡ, уларҙа иң тәүҙә сноуборд, фристайл һәм тау саңғыһы буйынса ярыштар ойоштороу күҙаллана.
Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәренә ял итергә барып, төрмәгә эләккән Гүзәл Иҙрисова, ниһайәт, Башҡортостанға ҡайтты. Уны ялған аҡса ҡулланыуҙа ғәйепләгәйнеләр, тәфтиш мәшәҡәттәре айҙар буйы дауам итте. Республика Президенты Рөстәм Хәмитовтың мәсьәләне шәхси контролгә алыуы, илдең Сит ил эштәре министрлығы, Рәсәйҙең Дубайҙағы Генераль консуллығы менән бәйләнешкә инеп, урындағы властарҙан ҡатынды иреккә сығарыуҙы һорауы арҡаһында ыңғай һөҙөмтәгә сағыштырмаса тиҙ өлгәшелде. Бынан тыш, Гүзәл Иҙрисованың өйҙә көтөп ҡалған биш балаһына психологик һәм социаль ярҙам күрһәтелгән.
Дөйөм алғанда, аҙна ваҡиғаларға бай булды. Күптәребеҙ өсөн, моғайын, был көндәр яҡшы кисерештәр менән үткәндер. Халыҡ күңелле һәм файҙалы ял итһен тигән маҡсатта урындарҙа бик күп мәҙәни сара, спорт ярыштары ойошторолдо, ваҡыт күплеге йыраҡта йәшәүсе туған-тыумасаны, сит ерҙәрҙе күрергә мөмкинлек бирҙе. Илебеҙ өсөн тыныс, имен башланған Аждаһа йылы артабан да шулай дауам итһен ине.
Даян МӘЖИТОВ




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Бүздәк – Дәүләкән юлында ремонт эштәре башланды

Бүздәк – Дәүләкән юлында ремонт эштәре башланды 17.06.2026 // Иҡтисад

Бүздәк – Дәүләкән юлында ремонт эштәре башланды...

Тотош уҡырға 1

Яҡташыбыҙ баҡсаһында XVIII быуаттағы туп йәҙрәһен тапҡан

Яҡташыбыҙ баҡсаһында XVIII быуаттағы туп йәҙрәһен тапҡан 16.06.2026 // Иҡтисад

Яҡташыбыҙ баҡсаһында XVIII быуаттағы туп йәҙрәһен тапҡан...

Тотош уҡырға 1

Республика заправкаларында бензинға хаҡ артҡан

Республика заправкаларында бензинға хаҡ артҡан 16.06.2026 // Иҡтисад

Республика заправкаларында бензинға хаҡ артҡан...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостан заправкаларында бензинға хаҡ артҡан

Башҡортостан заправкаларында бензинға хаҡ артҡан 11.06.2026 // Иҡтисад

«Башнефть» заправкаларында йәнә хаҡ артҡан. Бензиндың популяр маркалары 10 тингә ҡиммәтләнгән. ......

Тотош уҡырға 6

12 июндә Башҡортостандың 20 районында  «ҡоро закон» ғәмәлдә

12 июндә Башҡортостандың 20 районында «ҡоро закон» ғәмәлдә 11.06.2026 // Иҡтисад

Рәсәй көнөндә, 12 июндә, Башҡортостандың 20 районында һабантуйҙар ойошторола, тимәк, был ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда Саҡмағош - Дүртөйлө юлы төҙөкләндерелә

Башҡортостанда Саҡмағош - Дүртөйлө юлы төҙөкләндерелә 11.06.2026 // Иҡтисад

Башҡортостанда Саҡмағош - Дүртөйлө юлы төҙөкләндерелә...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда уртаса хеҙмәт хаҡы билдәле булды

Башҡортостанда уртаса хеҙмәт хаҡы билдәле булды 08.06.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан статистары республикалағы уртаса эш хаҡы күләмен атаны....

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Вологда өлкәһе менән хеҙмәттәшлек итәсәк

Башҡортостан Вологда өлкәһе менән хеҙмәттәшлек итәсәк 05.06.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Вологда өлкәһе менән хеҙмәттәшлек итәсәк...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан инвестиция мөхите торошоноң милли рейтингында үҙ позицияһын һаҡлап ҡалды

Башҡортостан инвестиция мөхите торошоноң милли рейтингында үҙ позицияһын һаҡлап ҡалды 05.06.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан инвестиция мөхите торошоноң милли рейтингында үҙ позицияһын һаҡлап ҡалды...

Тотош уҡырға 5

Радий Хәбиров «Технониколь» менән Башҡортостанда яңы сәнәғәт проекттарын тикшерҙе
Өфөлә Heaven's Garden рекреацион-ҡунаҡхана комплексы төҙөлә

Өфөлә Heaven's Garden рекреацион-ҡунаҡхана комплексы төҙөлә 04.06.2026 // Иҡтисад

Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында Өфөлә күләмле инвестиция проектын бойомға ашырыу тураһында ......

Тотош уҡырға 8

Абхазия президенты Петербург халыҡ-ара форумында Башҡортостан стендын ҡараны

Абхазия президенты Петербург халыҡ-ара форумында Башҡортостан стендын ҡараны 04.06.2026 // Иҡтисад

Абхазия президенты Бадра Гунба 29-сы Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында Башҡортостан ......

Тотош уҡырға 7


Комментарий өҫтәргә