Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Мөнәсәбәтте үҙгәртергә кәрәк
Рәсәй иҡтисадында үҫештең тотҡарланыуы, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, берәүгә лә сер түгел. Һис юғында, эксперттарҙың күпселеге консерватив үҫеш сценарийы инновациялыға ҡарағанда ғәҙәти иҡтисади хәлгә тап килә, тигән фекерҙә. “Һөҙөмтәһеҙ булмаҡсы” тип баһаланған киләһе осорҙан нимә көтөргә һуң? Бындай юҫыҡта ресурстарҙы, шул иҫәптән энергия ресурстарын экономиялауҙың әһәмиәте көнүҙәккә әүерелергә тейештер.

Әлбиттә, беҙгә әлегә Германия тәжрибәһен үҙләштереү хаҡында һүҙ алып барыу иртәрәк. Унда иһә Тирә-яҡ мөхит министрлығының тикшеренеүҙәр бүлеге Берлинға, энергияны аҙ сарыфлаған йортҡа күскән. Энергетик яҡтан һөҙөмтәле биналар тураһындағы Европа директиваһына ярашлы, 2019 йылдан бөтә административ йорттарға энергия ҡулланыу кимәлен ҡырҡа кәметеү талабы ҡуйыла. Тимәк, беҙгә йәш быуындың энергетик киләсәге өсөн социаль яуаплылыҡты иҫкә төшөрөргә ваҡыт.
Әйткәндәй, йәштәр тейешле мәғлүмәтте ҙур теләк, ҡыҙыҡһыныу менән ҡабул итә. Энергияны һаҡлау һәм энергетик яҡтан һөҙөмтәле технологиялар буйынса республика ғилми үҙәге Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылы сараларына ярашлы ойошторған тәүге балалар ижады конкурсы һөҙөмтәләре лә ошо хаҡта һөйләй. Өфөләге уҡыусылар, уҡытыусылар, ата-әсәләрҙең фекеренсә, был конкурс энергияны һаҡлау саралары менән танышыу мөмкинлеген биргән, көнкүрештә электр, һыу һәм йылылыҡҡа һаҡсыл мөнәсәбәт тәрбиәләүгә булышлыҡ иткән. Илебеҙҙе энергияны һаҡлау, уның һөҙөмтәлелеген арттырыу йәһәтенән алға киткән Европа дәүләттәренә яҡынайтырлыҡ ябай ҡағиҙәләр нимәнән ғибәрәт һуң?
Тәү сиратта яҡтылыҡҡа рациональ мөнәсәбәт тәрбиәләүгә иғтибар биреү шарт. “Сыҡҡанда, утты һүндерегеҙ” тигән һүҙҙәр төрлө мәғлүмәт менән былай ҙа һуғарылған аңыбыҙға һеңеп ҡалырға тейеш. Бүлмәләге эш өҫтәлен, яҙыу-һыҙыуҙы ҡулдан башҡарһағыҙ, үҙгәртеп ҡороуҙарға тиклемге урта мәктәптә өйрәтелгәнсә, яҡтылыҡ – һул яҡтан, әгәр ҙә компьютерҙа баҫһағыҙ, туранан-тура клавиатураға төшөрлөк итеп урынлаштырығыҙ. Был шулай уҡ миҙгел депрессияһынан ҡотолорға ярҙам итер. Сөнки, күптәрҙең фекеренсә, яҙлы-көҙлө күңел төшөнкөлөгө организмға ҡояш нурҙарының етмәүенә бәйле. Көн яҡтыһында уҡырға, яҙырға тырышығыҙ, тәбиғи яҡтылыҡты мөмкин тиклем күберәк файҙаланығыҙ, тап шул саҡта яһалмаһы өсөн аҡса сарыф итмәҫһегеҙ. Бинаға яҡтылыҡты көйләгес ҡулайлама ҡуйыу ҙа отошло. Энергияны һаҡлаусан лампалар ҙа көнкүрешкә бик йылдам инеп китте. Улар беҙгә электр энергияһын 80 процентҡа тиклем экономиялау мөмкинлеген бирә.
Торлаҡты йылытыу тураһында уйланыу ҙа зыян итмәҫ. Йылылыҡҡа байтаҡ энергия сарыфлана. Батареяны ҡалын пәрҙә менән ҡаплайһығыҙ икән, тимәк, бүлмәгә йылы һауаның таралыуын сикләйһегеҙ. Һауа ағымына ҡаршылыҡ булмаһын, микробтарҙың үрсеүенә уңайлы мөхит тыумаһын өсөн батареяны эстән дә, тыштан да таҙа тотоғоҙ. Тәҙрәләрҙең, плафон, рамдарҙың туҙанын һөртөргә онотмағыҙ. Энергияны һаҡлауға бының ниндәй ҡағылышы барлығын бөтәһе лә аңлайҙыр, моғайын. Техник мөмкинлек булһа, йылытҡыс торбаларға бүлмәлә уңайлы температураны көйләрлек кескәй кран ҡуйығыҙ. Был рәүешле “өйҙәге һауа торошон” үҙегеҙ билдәләрһегеҙ. Ҡайһы берәүҙәр бинаны йыш елләтә. Ундайҙарға тәҙрәне тиҙ арала киң итеп асып ябырға кәңәш итегеҙ – бүлмәләге һауа ла алмашыныр, стена менән торбалар ҙа һыуынып өлгөрмәҫ. Кондиционер эшләгәндә тәҙрә, ишекте ябыу кәрәклеге хаҡында йәйгә табан һүҙ ҡуҙғатырбыҙ, ә бына көндәр һыуытҡас, балкон йәки лоджияны тейешенсә йылытыу фатирҙағы йылылыҡты юғалтыу кимәлен 30 процентҡа кәметеү мөмкинлеген биреүен әле үк иҫкә төшөрөү фарыз. Балкон менән лоджия юҡ икән, тәҙрәләрҙе нығытығыҙ, ектәрен йәбештерегеҙ.
Файҙаланмаған саҡта заряд ҡулайламаһын розеткала ҡалдырмаҫҡа тырышығыҙ. Балаларҙы һәм ололарҙы ла ошоға күнектерегеҙ. Телевизор, компьютер, бүтән приборҙарҙың “йоҡлаған” килеш тә электрҙы тотоноуы билдәле. Яҡындарығыҙҙың кәрәккән-кәрәкмәгәнгә приборҙар ҡабыҙыуын туҡтатығыҙ йәки махсус “розетка-пилот”тар һатып алығыҙ. Шулай уҡ ике тарифлы счетчиктар, хәрәкәт датчиктары ҡулланыу ҙа зыян итмәҫ. Өслө көпшәне (тройник) һәм оҙонайтҡысты күпләп файҙаланыу селтәрҙә ҡаршылыҡты арттыра, һөҙөмтәлә байтаҡ энергия юғалтыла.
Юғарыла бирелгән кәңәштәрҙең барыһы ла, этикет ҡағиҙәләре кеүек үк, рационаллеккә нигеҙләнә. Мәҫәлән, һыуҙы иҫәпләү ҡулайламаһын ҡуйыу өс кешенән торған ғаиләгә айына байтаҡ аҡсаны һаҡлап ҡалыу мөмкинлеген бирә. Ә бит бер йыл эсендә күпме экономия буласаҡ!
Ватан иҡтисадындағы ысынбарлыҡ оптимизм өсөн әллә ни ерлек тыуҙырмай, әлбиттә. Шулай ҙа көнкүрештә энергияны һаҡлауға мөнәсәбәтте ҡырҡа үҙгәртһәк, эске факторҙарға йоғонто яһап, ошо өлкәлә ыңғай күренештәргә өлгәшеүебеҙ ихтимал.


Автор: Елена СИНИЦИНА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Үҙәк банк төп ставканы һаҡлап ҡалды
Балтас районында юл участкаһын ремонтлау эштәре тамамланды

Балтас районында юл участкаһын ремонтлау эштәре тамамланды 10.09.2026 // Иҡтисад

Был юл республиканың төньяҡ-көнсығышындағы өс районды тоташтыра һәм Пермь крайына илтә....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда урмансылар рөхсәтһеҙ ағас ҡырҡыуға ҡаршы рейдтарға сыға

Башҡортостанда урмансылар рөхсәтһеҙ ағас ҡырҡыуға ҡаршы рейдтарға сыға 08.09.2026 // Иҡтисад

Улар лицензия һәм рөхсәт ҡағыҙының булыу-булмауын тикшерәсәк....

Тотош уҡырға 0

Ял көндәренә Өфөгә яғыулыҡ күберәк биреләсәк — Сәнәғәт министрлығы

Ял көндәренә Өфөгә яғыулыҡ күберәк биреләсәк — Сәнәғәт министрлығы 30.07.2026 // Иҡтисад

Ял көндәренә Өфөгә яғыулыҡ күберәк биреләсәк — Сәнәғәт министрлығы...

Тотош уҡырға 0

Республикала ярты миллион тонна иген һуғып алынған

Республикала ярты миллион тонна иген һуғып алынған 30.07.2026 // Иҡтисад

Республикала ярты миллион тонна иген һуғып алынған...

Тотош уҡырға 0

Республикала мал аҙығы культуралары майҙандарының яртыһы йыйып алынған

Республикала мал аҙығы культуралары майҙандарының яртыһы йыйып алынған 30.07.2026 // Иҡтисад

Республикала мал аҙығы культуралары майҙандарының яртыһы йыйып алынған...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда АИ-95 бензинын етештереү күләме арта

Башҡортостанда АИ-95 бензинын етештереү күләме арта 28.07.2026 // Иҡтисад

Башҡортостанда АИ-95 бензинын етештереү күләме арта...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров МХО шарттарында Башҡортостан властарының төп бурыстарының береһен атаны
Үҙәк банк йәнә төп ставканы кәметте

Үҙәк банк йәнә төп ставканы кәметте 24.07.2026 // Иҡтисад

Үҙәк банк йәнә төп ставканы кәметте...

Тотош уҡырға 0

Баш ҡалала АЗС-тарҙа сират 700 машинаға тиклем кәмегән

Баш ҡалала АЗС-тарҙа сират 700 машинаға тиклем кәмегән 22.07.2026 // Иҡтисад

Баш ҡалала АЗС-тарҙа сират 700 машинаға тиклем кәмегән...

Тотош уҡырға 0

Рәсәй хөкүмәте Башҡортостандың дәүләт предприятиелары акцияларын һатыуға сығарҙы
Башҡортостанда тәүлегенә яғыулыҡ ҡулланыу 3,5 мең тоннаға тиклем артҡан

Башҡортостанда тәүлегенә яғыулыҡ ҡулланыу 3,5 мең тоннаға тиклем артҡан 21.07.2026 // Иҡтисад

Башҡортостанда һуңғы ваҡытта яғыулыҡты ҡулланыу тәүлегенә 3 мең тоннанан 3,5 мең тоннаға еткән. Был ......

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә