Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Бирәсәгең йыйылғансы, аласағың булһын
Бирәсәгең йыйылғансы, аласағың булһынҺалым түләүселәр өсөн быйыл яңылыҡтар етерлек

Халыҡ һалымын үҙ мәлендә түләп барамы? Был тармаҡта ниндәй үҙгәрештәр көтөлә? Һалым түләүселәргә "Асыҡ ишектәр көнө" ни өсөн кәрәк? "Күсмә" һалым түләүселәрҙән ҡаҙна ниндәй күләмдә зыян күрә? Ошо һәм башҡа көнүҙәк һорауҙарыбыҙға Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе урынбаҫары Гөлдәр ХӘМИТОВА яуап бирҙе.

– Гөлдәр Исмәғил ҡыҙы, һалым идаралыҡтарында күптән түгел үткән "Асыҡ ишектәр көнө" тураһында һөйләп үтегеҙ әле...
– Мөлкәт, транспорт һәм ер һалымдарын түләүҙең һуңғы осоро ла килеп етте, шуға 25 – 26 октябрҙә һалым түләүселәр өсөн "Асыҡ ишектәр көнө" үткәрҙек. Йәмғеһе өс миллион кешегә 2 миллион 300 мең хат ебәргәйнек: улар төбәк бюджетын 2 миллиард 500 миллион һумға тулыландырырға тейеш. Ҡаҙнаға 1 миллиард 700 миллион һум транспорт һалымынан килергә тейеш булһа, 456 миллион һум – ергә, 374 миллион һум – мөлкәткә һалымдан. Миллион ярым кеше октябрь урталарына ҡәҙәр үҙ бурысын үтәгән – бюджетҡа 926 миллион керем йыйылған. Шулай ҙа был төр һалымдың күп өлөшө һаман да түләнмәй ҡала әле: 528 мең кеше транспорт (1 миллион 100 мең һум күләмендә), 594 мең кеше – ер (251 миллион һум), 717 мең кеше мөлкәт һалымын (224 миллион һум) һаман да ҡапламаған икән.
Шуға ла беҙ йыл да һалым түләүселәр өсөн "Асыҡ ишектәр көнө" үткәреп, иҫкәртеп, уларҙың 1 ноябргә тиклем бурыстарын ҡайтарып ҡуйыуын һорайбыҙ. Был көндә кемдәргә һалым ташламалары тейеш – халыҡҡа ошо турала ла төшөндөрәбеҙ. Сөнки һаман да күптәр үҙенең хоҡуғын белеп бөтмәй. Арабыҙҙа бер ниндәй документ килтермәйенсә лә ташлама яһалырға тейеш тип хаталаныусылар бар. Үкенескә ҡаршы, улай түгел шул. Һалым кодексына ярашлы, һалым түләүсе йыл да үҙенең хоҡуҡтарын раҫлап, беҙгә документтар тапшырырға тейеш. Шуға ла "Асыҡ ишектәр көнө"ндә халыҡҡа ошо турала ла төплө аңлатыу эше алып барҙыҡ.
"Асыҡ ишектәр көнө"ндә халыҡтың әүҙемлеге һиҙелә. Беҙ бындай сараны йылына ике тапҡыр үткәрәбеҙ, хәҙер ул йолаға әйләнде. Был көндә бөтә илдәге һалым инспекцияларының һәм уларҙың бүлексәләренең, күп функциялы үҙәктәрҙең ишеге һәр кемгә асыҡ. Телефондан да шылтыратыусылар етәһе. Белгестәр бөтәһенең дә һорауҙарына һәм мөрәжәғәттәренә тулы яуап ҡайтарырға тырыша.
– Һалым түләүселәр өсөн был өлкәлә ниндәй яңылыҡтар бар?
– Яңылыҡтар байтаҡ ҡына: былтыр бөтөн Рәсәй буйынса һалым иҫкәртмәләренең бланкы яңыртылды. Унда кире бәйләнеш өсөн ҡушымта барлыҡҡа килде: әгәр кемдер берәү үҙе түләргә тейешле һалым менән риза түгел икән, ошо ҡушымтаны тултырып, беҙгә кире ебәрә ала. Беҙ бит "Росреестр", ЮХХДИ кеүек төрлө идаралыҡтарҙан алынған мәғлүмәт нигеҙендә эшләйбеҙ, ҡайһы саҡ улар "иҫкергән" булып сыға. Тап шул мәлдә кире бәйләнеш ярҙамға килә лә инде – беҙ мәғлүмәтте дөрөҫләп теркәйбеҙ. Әйткәндәй, хәҙер һалым түләүселәр үҙҙәренең был хоҡуғынан былтырғыға ҡарағанда әүҙемерәк файҙалана.
– Йүнселдәр өсөн дә үҙгәрештәр ярайһы, буғай...
– Яҡын киләсәктә беҙҙе тағы бер ҙур сара көтә – ул 1 ноябрҙән башлана һәм 31 декабргә ҡәҙәр дауам итә. Быйыл 28 июндә ҡабул ителгән 134-се Федераль закон Һалым кодексына байтаҡ ҡына үҙгәреш индерҙе. Шуларҙың береһе өҫтәмә хаҡ өсөн һалым (НДС) түләүселәргә (ойошмаларҙың айырым төрөнә һәм шәхси эшҡыуарҙарға) ҡағыла. Ошо Законға ярашлы, киләһе йылдың 1 ғинуарынан беҙгә һалым декларацияһын тик электрон форматта ғына ебәрергә тейештәр. Хәҙер ҡағыҙҙағы декларациялар бөтөнләй ҡабул ителмәйәсәк һәм беҙгә тапшырылған тип һаналмаясаҡ. Беҙ был турала һалым түләүселәрҙең бөтәһен дә үҙ мәлендә иҫкәртеп өлгөрөргә тейешбеҙ. Әлеге мәлдә республикала һалымдың был төрөн түләгән 38 мең 135 юридик берәмек теркәлгән, шуларҙың ни бары 52 проценты ғына һалым декларацияһын электрон форматта тапшыра, ә 26,7 проценты һаман да ҡағыҙҙа тултырып ебәреүҙе хуп күрә. 21 проценты иһә декларацияларын тапшырырға ашыҡмай. Шәхси эшҡыуарҙар араһында 11 мең 140 кеше ошо төр һалымды түләй, уларҙың 30,4 проценты ғына электрон форматты хуп күрә, 26 проценты – ҡағыҙҙы. Эшҡыуарҙар араһында һалым декларацияһын ваҡытында тултырып тапшырыуға бөтөнләй битарафтар ҙа етерлек – 43,6 процент. Беҙ уларҙың һәр береһенә иҫкәртмәләр ебәрәбеҙ һәм тиҙҙән һәр зонала һалым түләүселәр ҡатнашлығында семинар-кәңәшмәләр үткәрергә йыйынабыҙ. Яңы йылға тиклем был талап тураһында бөтәһен дә иҫкәртеп өлгөрөргә тейешбеҙ.
– Республика ҡаҙнаһы быйыл нисек тулылана? Ғөмүмән, һалым түләүгә беҙҙең халыҡ яуаплы ҡараймы?
– Ысынлап та, ҡаҙнаның тулыланыуы һалым түләүселәрҙең үҙ бурысын ваҡытында үтәүенә туранан-тура бәйле. Октябрь уртаһына ҡарата күрһәткестәрҙе барлаһаҡ, республика бюджетына 56 миллиард 310 миллион һум күләмендә һалым кереме йыйылған. Был үткән йылдыҡынан 2 миллиард 236 миллион һумға, йәки 4,1 процентҡа күберәк. Әйткәндәй, төбәк ҡаҙнаһының ҙур өлөшөн (39 процент) табыш өсөн билдәләнгән һалым тулыландырған, икенсе һәм өсөнсө урында – халыҡтың килеменә (31,9 процент) һәм ойошмаларҙың мөлкәтенә тәғәйенләнгән (12,6 процент) һалымдар. Муниципаль берәмектәр бюджетына 16 миллиард 920 миллион һум йыйып алғанбыҙ. Бында ла өлгәшелгәндәр ҡыуандыра – быйылғыһы былтырғы күрһәткестән 2 миллиард 243 миллионға, йәки 15,3 процентҡа күберәк. Федераль бюджетҡа 25 миллиард 279 миллион һум ингән, былтырғы менән сағыштырғанда, үҫеш – 854 миллион һум (3,5 процент).
Бөтөн һалым түләүселәр ҙә бурыстарын үҙ мәлендә үтәргә ашҡынып тормай шул. Йыл башына ваҡытында ҡапланмаған һалым бурысы 18 миллиард 131 миллион һумға барып баҫҡан, шулай ҙа, төрлө сара ҡулланып, ошоноң 1 миллиард 510 миллион һумын ҡайтарыуға өлгәштек. Әммә бурыс һаман да тос ҡына – 16 миллиард 621 миллион һум. Уны юллау өсөн төрлө аҙымға барырға тура килә: арест һалабыҙ, суд приставтары менән хеҙмәттәшлек итәбеҙ, ҡайһы берәүҙәрҙе судҡа ла саҡыртырға тура килә. Ундайҙар әкренләп кәмей, шулай ҙа һалымдарын ҡайтарһындар өсөн байтаҡ эш башҡарыу зарур.
– Эшкә аяҡ салған тағы ла ниндәй ҡатмарлыҡтарҙы билдәләр инегеҙ?
– Эйе, мәшәҡәт тыуҙырған мәсьәләләр ҙә байтаҡ ҡына. Шуларҙың береһе – "күсмә" һалым түләүселәр, йәғни ойошмаларҙың "миграцияһы". Ябайлаштырып әйткәндә, һалымын түләмәй, башҡа төбәктәрҙән беҙгә ҡасып килеүселәр. Йыл башынан ғына республикала ошондай ике меңдән ашыу ойошма һыйыныу тапҡан. Улар үҙҙәре менән бергә дәүләткә өс миллиард һумдан ашыу бурысын да "һөйрәп йөрөй". Бының нимәһе бәкәлгә һуға? Бындай ойошмалар үҙ теләге менән адресын үҙгәртә һәм беҙҙең төбәкте күрһәтә. Беҙ бөтә документтарын юллап бөтөп, ниһайәт, йыйылып киткән һалымдарын түләүҙе талап иткәнсе, уларҙың артабан беҙҙән дә ҡасып китеүе ихтимал. Бына ошондай хәл итеүе ҡатмарлы проблемалар бар. Дөрөҫөн әйткәндә, бындай "күскенселәргә" ҡаршы һөҙөмтәле көрәшеү ысулдары бөгөн Һалым кодексында ҡаралмаған, шуға ла уларҙы "теҙгенләү" өсөн мөмкинлегебеҙ юҡ тиерлек. Хоҡуҡ һаҡлау органдарының ғына беҙгә ярҙамға килеүе ихтимал. Шул уҡ мәлдә, беҙгә килеп еткәндә, уларҙың күпселеге "буш ҡыуыҡ"ҡа әйләнгән булып сыға, ә ойоштороусылары һәм етәкселәре тип йыш ҡына бөтөнләй сит, бер ниндәй ҡатнашлығы булмаған кешеләр күрһәтелә. "Күсмә" ойошмаларҙан зыян тос ҡына: мәҫәлән, мин үрҙәрәк телгә алып үткән ҡапланылмаған 16 миллиард һумлыҡ һалымдың яҡынса өс миллиарды — ошондай "буш ҡыуыҡ"тар намыҫында. Уларҙың берәй мәл ҡаҙнаға ҡайтыуы бик икеле...

Иғтибар: Тура бәйләнеш!

Һеҙҙе күптән борсоған һорауҙарға Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы етәксеһе урынбаҫары Гөлдәр Исмәғил ҡыҙы ХӘМИТОВА яуап бирергә әҙер. Тура бәйләнеш 6 ноябрҙә иртәнге сәғәт 11-ҙән көндөҙгө 1-гә тиклем барасаҡ. Үҙегеҙҙең һорауҙарығыҙҙы, мөрәжәғәттәрегеҙҙе алдан йә тура бәйләнеш үтәсәк көндә 272-05-43, 272-42-83 телефондарына шылтыратып, йә [email protected] электрон почтаһына яҙып ебәрә алаһығыҙ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 512

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 533

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 430

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 479

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 443

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 506

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 517

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 478

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 469

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 435

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 705