Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Иҡтисад » Дәүер йөгө ауырая
Республика баҫыуҙарында 2,1 миллион тонна иген һәм ҡуҙаҡлы культуралар һуғып алынған, тип хәбәр итә Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығы. Был, республикала һәр кешегә иҫәпләгәндә, 500 килограмм иген тигән һүҙ. 14 районда һуңғыларҙан ҡарабойҙай һуғыу ҙа тамамланған. 86 мең гектар культураның 59 мең гектарынан уңыш йыйып алынған. Шәкәр сөгөлдөрө плантацияларында эш күп, 60 проценты самаһын йыйып алырға кәрәк әле. Быйыл ямғырҙар йыш яуыу арҡаһында “татлы тамыр” уңған: һәр гектарҙан уртаса 330 центнер сеймал алына, ә Благовар һәм Ҡырмыҫҡалы райондарында ул 401 – 454 центнерға етә.

Быйыл ғинуар — августа өлгәшелгән социаль-иҡтисади мәғлүмәттәр менән Башҡортостан Иҡтисади үҫеш министрлығы сайтында танышырға мөмкин. Сәнәғәт етештереүе былтырғы ошо уҡ осор менән сағыштырғанда — 99,6, ауыл хужалығында – 95,7, төҙөлөштә 88,1 процент тәшкил итә. Сәнәғәт тауарҙары хаҡтары иһә артҡан – 106 процент, уртаса эш хаҡы 21840 һум (былтыр августа – 19548 һум).
Уҙған аҙнала Башҡортостан Хөкүмәте Үҫеш һәм тышҡы иҡтисади эшмәкәрлек банкы (Внешэкономбанк) дәүләт корпорацияһы менән хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйҙы. Инвестицион эшмәкәрлекте күҙ уңында тотҡан был документ проекттарҙы ғәмәлгә ашырғанда хәүефтәрҙе иҫкәртеүҙе лә иҫәпкә алырға ниәтләнә.

МВФ тағы ла кәметте

Халыҡ-ара валюта фондының фаразы буйынса, быйыл Рәсәйҙә тулайым эске продукттың (ТЭП) 1,5 процентҡа ғына артыуы көтөлә. Быйыл Фонд үҙенең күҙаллауын икенсе тапҡыр кәметә, тип хәбәр итә “Утро.ру” интернет гәзите. Тәүҙә ул, ТЭП-тың үҫеше 3,7 процент буласаҡ, тип билдәләгәйне, торараҡ 2,5 процентҡа саҡлы төшөрҙө. Эшһеҙлек түбән, ҡеүәттәр көрсөккә саҡлы кимәлдә файҙаланылыуға ҡарамаҫтан, иҡтисади үҫештә һынылыш юҡ. Бының сәбәптәре тышҡы һәм эске тетрәнеүҙәр менән бәйле булыуы ихтимал, ти МВФ белгестәре. Энергетика сығанаҡтары баҙарында хаҡтарҙың юғарылығы ла Рәсәй иҡтисадына ыңғай йоғонто яһамай. Шуға ҡарамаҫтан, Фонд ҡаҙнаның яңы ҡағиҙәләрен эшләгәндә сығымдарҙы кәметергә тәҡдим итеүселәрҙең кәңәшенә ҡолаҡ һалмаҫҡа саҡыра. Әйткәндәй, халыҡ-ара финанс ойошмаһы беҙҙә социаль сәйәсәттең етерлек финансланмауы тураһында бер бөгөн һөйләмәй.
МВФ шулай уҡ Рәсәй капиталының сит илдәргә күпләп сығарылыу мәсьәләһен дә урап үтмәгән. Был процесс көсәйә, һәм уға быйыл йәй аҙыҡ-түлеккә хаҡтарҙың күтәрелеүе, инфляцияның артыуы ла булышлыҡ итте, тип билдәләй “Утро.ру”.

Хөкүмәт башлығы анализ яһаны


Федераль хөкүмәт рәйесе Дмитрий Медведев, илдәге иҡтисади хәлгә анализ яһап, етешһеҙлектәрҙең ике сәбәбен асыҡлаған: 1) сит илдәрҙә иҡтисади хәл ҡатмарлы, 2) электән тупланып килгән проблемалар ҡамасаулай. Хөкүмәт башлығының фекеренсә, әле күрелгән сараларҙың ыңғай һөҙөмтәләре яҡын арала ғына һиҙелмәйәсәк. Иҡтисади үҫешкә өлгәшеү өсөн яңы стратегия тәҡдим итеп, Дмитрий Медведев уны түбән ихтыяж һәм көслө конкуренция шарттарында ғәмәлгә ашырырға мөмкин тип белдерә. Бының өсөн өс принциптың эҙмә-эҙлелеге мотлаҡ: эшҡыуарҙарға тулы азатлыҡ, инновацион үҫеште дауам итеү һәм ҙур булмаған, үҙәкләштерелмәгән, юғары һөҙөмтәле дәүләт секторы булдырыу.
Хөкүмәт рәйесе шулай уҡ Федерация субъекттарының иҡтисади үҫеш мәсьәләләре менән дә ҡыҙыҡһынып ҡараған. Үҫеш перспективаһы булған тармаҡтарҙы билдәләргә һәм дәүләт ярҙамы күрһәтергә кәрәк, ти ул һәм көтөлмәгән асыш яһай: үҫеш хәҙер тәбиғи ресурстарға түгел, ә етәкселәр һәм элитаның йәмәғәтселектә яҡлау табыуына, федераль программаларҙа ҡатнаша алыу һәләтенә бәйле.

Меморандум: һис юғында – ҡалҡан

Эшҡыуарлыҡта конкуренция һәм үҫеш мәсьәләләре буйынса дәүләт комиссияһы ағзалары менән Кеше хоҡуҡтарын яҡлау буйынса Башҡортостан вәкиле 26 сентябрҙә меморандумға ҡул ҡуйҙы. Был документ эшҡыуарҙар мәнфәғәтен яҡлауҙа етди роль уйнарға тейеш тип фараз ителә. Вице-премьер Евгений Мавриндың һүҙҙәренә ҡарағанда, ҡаҙнаны тулыландырыуҙа етди ауырлыҡтар тыуыу менән бәйле эшҡыуарҙарға дәүләт ярҙамы күрһәтеү мөмкинлектәре ҡырҡа сикләнә.
Ултырышта шулай уҡ яңы синыфтың проблемалары менән бәйле ҡайһы бер мәғлүмәттәр ҙә килтерелгән. Өфө иҡтисад һәм сервис дәүләт университеты үткәргән комплекслы тикшеренеүҙәргә ярашлы, файҙаланыуға ер-мөлкәт алыу, хосуси милекте теркәү, дәүләт субсидиялары һәм заказдары кеүек операцияларҙа ҡатнашыуҙа эшҡыуарҙар ҡыйынлыҡтар кисерә. Меморандум уларға үҙ проблемаларын еткерергә мөмкинлектәр аса тип иҫәпләй Маврин, уларҙы тейешле вазифалар хәл итергә бурыслы буласаҡ.
Уҙған аҙнала Өфө ҡалаһы округы депутаттары ла, инициатива күрһәтеп, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға мөрәжәғәт менән сығыш яһаны. ”Социаль-иҡтисади үҫештең дәүләт прогнозлауы тураһында”ғы Законға үҙгәреш индереп, эре предприятиелар етәкселәренә үҙҙәренең үҫеш планы хаҡында мәғлүмәттәрҙе урындағы үҙидара органдарына ла еткереүҙе йөкмәтергә кәрәк, ти депутаттар. Әлегә Законда ундай положение ҡаралмаған.
Әйткәндәй, МВФ-тың баһаһы һәм тәҡдимдәре Рәсәй властарын борсомай. Федераль хөкүмәт рәйесе бер нәмәлә хаҡлы: ил иҡтисадын тиҫтәләрсә йыл йыйылып килгән проблемалар төйөнө быуа. Иҡтисад белгестәре тарафынан 90-сы йылдарҙа уҡ тәҡдим ителгән сараларҙы инҡар иткән эшлекле даирәләр ярыҡ ялғаш янында тороп ҡалған ҡарсыҡ хәлендә. Бер көн артта ҡалһаң, биш көн йүгерерһең, тип халыҡ юҡҡа ғына әйтмәгән.


Автор: Мәхмүт ХУЖИН.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда ҡыярҙың хаҡы төшкән

Башҡортостанда ҡыярҙың хаҡы төшкән 06.03.2026 // Иҡтисад

Башҡортостанда ҡыярҙың хаҡы төшкән...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда балалар һәм диетик туҡланыу заводы эшләй башланы

Башҡортостанда балалар һәм диетик туҡланыу заводы эшләй башланы 04.03.2026 // Иҡтисад

Шишмә районының Шишмә ауылында «ВкусЛайн» балалар һәм диетик туҡланыу заводы эшләй башланы. Бөгөн ......

Тотош уҡырға 2

Республикала йыл аҙағына уртаса эш хаҡы 11,4% арта

Республикала йыл аҙағына уртаса эш хаҡы 11,4% арта 03.03.2026 // Иҡтисад

Республикала йыл аҙағына уртаса эш хаҡы 11,4% арта...

Тотош уҡырға 3

Апрелдән республикала йәшәүселәргә арттырылған пенсия түләнә

Апрелдән республикала йәшәүселәргә арттырылған пенсия түләнә 02.03.2026 // Иҡтисад

Апрелдән республикала йәшәүселәргә арттырылған пенсия түләнә...

Тотош уҡырға 1

Республикала коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләү ваҡыты күсерелә

Республикала коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләү ваҡыты күсерелә 27.02.2026 // Иҡтисад

Республикала коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләү ваҡыты күсерелә...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә Башҡортостандың һәм Силәбе өлкәһенең бизнес-форумы бара

Өфөлә Башҡортостандың һәм Силәбе өлкәһенең бизнес-форумы бара 26.02.2026 // Иҡтисад

Форумға Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм Силәбе өлкәһе губернаторы Алексей Текслер старт ......

Тотош уҡырға 4

Өфөлә СМАРТ-баҡсасы форумы уҙғарыла

Өфөлә СМАРТ-баҡсасы форумы уҙғарыла 25.02.2026 // Иҡтисад

27 февралдә Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында бишенсе СМАРТ-баҡсасы форумы үткәрелә. Унда ......

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы Үзбәкстанда технопарк булдырыу мөмкинлектәрен баһаланы

Башҡортостан Башлығы Үзбәкстанда технопарк булдырыу мөмкинлектәрен баһаланы 24.02.2026 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы Үзбәкстанда технопарк булдырыу мөмкинлектәрен баһаланы...

Тотош уҡырға 3

Өфө яғыулыҡ ҡойоу станцияларында бензиндың хаҡы үҙгәргән

Өфө яғыулыҡ ҡойоу станцияларында бензиндың хаҡы үҙгәргән 24.02.2026 // Иҡтисад

Ике билдәле компания ла тауарҙың хаҡын 30 тиндән 50 тингә тиклем арттырған....

Тотош уҡырға 2

Республикала гофротара етештереү буйынса завод эшләй башланы

Республикала гофротара етештереү буйынса завод эшләй башланы 20.02.2026 // Иҡтисад

Производствоға инвестициялар 1,2 миллиард һум тәшкил итте....

Тотош уҡырға 8

Рәсәй Үҙәк банкы төп ставканы 15,5% тиклем төшөрҙө

Рәсәй Үҙәк банкы төп ставканы 15,5% тиклем төшөрҙө 13.02.2026 // Иҡтисад

Рәсәй Үҙәк банкы төп ставканы 15,5% тиклем төшөрҙө...

Тотош уҡырға 5

Республикала торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә хаҡтар үҙгәрә

Республикала торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә хаҡтар үҙгәрә 11.02.2026 // Иҡтисад

Республикала торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә хаҡтар үҙгәрә...

Тотош уҡырға 5


Комментарий өҫтәргә