Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Йүнселлек нимәнән башлана?
Йүнселлек тарихында йәштән капитал туплаған, ҙур уңыштарына үҫмер сағынан нигеҙ һалған шәхестәр тураһында ишетеп беләбеҙ. Ҡарайған ауылы егете Заһир ӨМӨТБАЕВтың эшҡыуарлыҡ юлы ла, уйлай китһәк, нәҡ мәктәп йылдарында башлана.


Юғары кластарҙа уҡыған “танау­ға еҫ кергән” осорҙа алдағы тормо­шоңдан бигерәк бөгөнгөһө мөһим һәм ҡыҙыҡ. Ҡыҙҙарға күҙ атыу, “тимер ат”ҡа атланып һыу төшөргә ел­дереү, ҡысҡыртып музыка тың­лау һәм башҡа шуҡлыҡтар, әл­биттә, әңгәмәсемде лә урап үтмә­гәндер. Уның ҡарауы, тиҫтерҙә­ренән айырмалы рәүештә, үҫмер киләсәге хаҡында етди уйлана. Туғыҙынсыны тамамлау менән комбайнсы ярҙамсыһы булып эшкә урынлаша, был шөғөлөн һәр йәй ҡулына өлгөргәнлек аттес­таты алғансы дауам итә.
Тик шуныһы: ул саҡта бөлөп барған колхозда эш хаҡын Заһир бесәнләтә һәм игенләтә алырға мәжбүр була. Әммә файҙаһын күрә белгән кешегә быныһы ла капитал – егет һарыҡ үрсетергә тотона, машина ала. Бигерәк тә шуныһы иғтибарға лайыҡ: әле мәктәптә уҡыған көйө (!) Заһир өй һала башлай. Аҙаҡ ситкә уҡырға сығып киткәс, ҙур мәшәҡәтен яйлап ослап ҡуя. Бына ҡайҙа ята ул бөгөнгө тормошоноң нигеҙе. Әлбиттә, етемлек, әсәй кешенең дөрөҫ тәрбиәһе — барыһы ла булышлыҡ иткәндер үҫмерҙең шундай етди аҙым яһауына. Өҫтәүенә Заһир:
— Стәрлетамаҡ ауыл хужалығы техникумында фермерлыҡ эшен ойоштороу серҙәренә төшөнгәндә, Стәрлетамаҡ физик культура инс­титутында белем алғанда туплаған һабаҡтар ныҡышмалы­лыҡҡа, тәртипкә өйрәтте, — ти.
Тимәк, шәхес тәрбиәләүҙә өйҙәге мөхит тә, тормош үҙе лә, белем алыу ҙа мөһим.
Заһир ҡалала ҡалһа, бәлки, уҡытыусы булып эшләр йә берәй бизнесҡа ылығып китер ине. Әммә ул алдына башҡа маҡсат ҡуя – тыуған ауылына ҡайтып өй һалырға, ғаилә ҡорорға һәм яратҡан эш менән шөғөлләнергә.
Бөгөн уның барлыҡ маҡсаттары ла тормошҡа ашҡан – ҡатыны Нәзирә менән Нияз исемле ул һәм Миләүшә исемле ҡыҙ үҫтерәләр, икенсегә ҙур йорт һалып сыҡҡандар (тәүге өйөн ул әсәһенә тип һала), яратҡан шөғөлө бар. Бер генә баштан үрсегән, “эш хаҡын” ашап ишәйгән һарыҡтар һаны ла хәҙер алты тиҫтәгә яҡынлашҡан инде.
— Ауылда спорт менән шөғөлләнеү мал артынан ҡыуыуға ҡайтып ҡала бит, балаларға ла, үҙебеҙгә лә физкультура, шуға һарыҡ тотам, — тип шаярта Заһир.
Һәр хәлдә Миләүшә менән Нияздың эш тәрбиәһендә үҫеүҙәре насар түгел.
Һарыҡтар ишәйһә лә, был шөғөл менән генә сикләнмәй ғаилә башлығы. Башҡалар кредитҡа булһа ла еңел автомобиль һатып алырға хыялланғанда, ул ихатаһына йөк машинаһы килтереп ултырта һәм, иҫке генә “тимер ат”ын ремонтлап, кешегә бесән-утын ташый. Трактор алып, “ЮМЗ”-һы менән аҡса эшләргә тотона. Капитал йыйылһа ла, йәнә яңы автомобиль урынына таҡта ярыу цехы асып, ағас эшкәртеүгә тотона. Урман ташырға техникаһы бар, йөк машинаһында ҡорамал урынлаштырып, ағасты бер үҙе тейәп ташый, ауылдаштарын яллап, таҡта ярып һата. Шулай яйлап эштәре алға бара йүнсел Өмөтбаевтың. Киләсәктә магазин да асырға хыяллана әле, өйөн төҙөкләндерә.
Әлбиттә, тырышлығы, маһир­лығы, ихтыяр көсө менән уңыштарға ҡаҙана Заһир. Шул уҡ ваҡытта дәүләт ярҙамы хаҡында ла әйтеп китергә кәрәктер: тыуған ауылында бушлай ер участкаһы алған, әсәлек капиталы менән өй һалған сығымдарҙы ҡаплатҡан. Бер ҙә насар түгел.
Заһир менән аралашҡанда, бер яҡтан, уның ябайлығына һоҡлан­һам, икенсенән, бизнес, төҙөлөш өлкәһендә, техника донъяһында ҡатмарлы мәсьәләләрҙә лә ябай итеп төплө яуап табыуына, үҙ фекере булыуына таң ҡалдым. Йүнселлек, бәлки, ошондай ябайлыҡтан һәм белемдән дә башланалыр. Һәр хәлдә, Заһирҙың бөтә башланғыстары ла ныҡлы, артабан да уларҙы ҡулланып, үҫешеүен теләргә генә ҡала.

Ишембай районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 332

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 386

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 270

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 342

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 293

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 363

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 365

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 336

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 326

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 265

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 503