Йүнселлек нимәнән башлана?03.07.2018
Йүнселлек тарихында йәштән капитал туплаған, ҙур уңыштарына үҫмер сағынан нигеҙ һалған шәхестәр тураһында ишетеп беләбеҙ. Ҡарайған ауылы егете Заһир ӨМӨТБАЕВтың эшҡыуарлыҡ юлы ла, уйлай китһәк, нәҡ мәктәп йылдарында башлана.
Юғары кластарҙа уҡыған “танауға еҫ кергән” осорҙа алдағы тормошоңдан бигерәк бөгөнгөһө мөһим һәм ҡыҙыҡ. Ҡыҙҙарға күҙ атыу, “тимер ат”ҡа атланып һыу төшөргә елдереү, ҡысҡыртып музыка тыңлау һәм башҡа шуҡлыҡтар, әлбиттә, әңгәмәсемде лә урап үтмәгәндер. Уның ҡарауы, тиҫтерҙәренән айырмалы рәүештә, үҫмер киләсәге хаҡында етди уйлана. Туғыҙынсыны тамамлау менән комбайнсы ярҙамсыһы булып эшкә урынлаша, был шөғөлөн һәр йәй ҡулына өлгөргәнлек аттестаты алғансы дауам итә.
Тик шуныһы: ул саҡта бөлөп барған колхозда эш хаҡын Заһир бесәнләтә һәм игенләтә алырға мәжбүр була. Әммә файҙаһын күрә белгән кешегә быныһы ла капитал – егет һарыҡ үрсетергә тотона, машина ала. Бигерәк тә шуныһы иғтибарға лайыҡ: әле мәктәптә уҡыған көйө (!) Заһир өй һала башлай. Аҙаҡ ситкә уҡырға сығып киткәс, ҙур мәшәҡәтен яйлап ослап ҡуя. Бына ҡайҙа ята ул бөгөнгө тормошоноң нигеҙе. Әлбиттә, етемлек, әсәй кешенең дөрөҫ тәрбиәһе — барыһы ла булышлыҡ иткәндер үҫмерҙең шундай етди аҙым яһауына. Өҫтәүенә Заһир:
— Стәрлетамаҡ ауыл хужалығы техникумында фермерлыҡ эшен ойоштороу серҙәренә төшөнгәндә, Стәрлетамаҡ физик культура институтында белем алғанда туплаған һабаҡтар ныҡышмалылыҡҡа, тәртипкә өйрәтте, — ти.
Тимәк, шәхес тәрбиәләүҙә өйҙәге мөхит тә, тормош үҙе лә, белем алыу ҙа мөһим.
Заһир ҡалала ҡалһа, бәлки, уҡытыусы булып эшләр йә берәй бизнесҡа ылығып китер ине. Әммә ул алдына башҡа маҡсат ҡуя – тыуған ауылына ҡайтып өй һалырға, ғаилә ҡорорға һәм яратҡан эш менән шөғөлләнергә.
Бөгөн уның барлыҡ маҡсаттары ла тормошҡа ашҡан – ҡатыны Нәзирә менән Нияз исемле ул һәм Миләүшә исемле ҡыҙ үҫтерәләр, икенсегә ҙур йорт һалып сыҡҡандар (тәүге өйөн ул әсәһенә тип һала), яратҡан шөғөлө бар. Бер генә баштан үрсегән, “эш хаҡын” ашап ишәйгән һарыҡтар һаны ла хәҙер алты тиҫтәгә яҡынлашҡан инде.
— Ауылда спорт менән шөғөлләнеү мал артынан ҡыуыуға ҡайтып ҡала бит, балаларға ла, үҙебеҙгә лә физкультура, шуға һарыҡ тотам, — тип шаярта Заһир.
Һәр хәлдә Миләүшә менән Нияздың эш тәрбиәһендә үҫеүҙәре насар түгел.
Һарыҡтар ишәйһә лә, был шөғөл менән генә сикләнмәй ғаилә башлығы. Башҡалар кредитҡа булһа ла еңел автомобиль һатып алырға хыялланғанда, ул ихатаһына йөк машинаһы килтереп ултырта һәм, иҫке генә “тимер ат”ын ремонтлап, кешегә бесән-утын ташый. Трактор алып, “ЮМЗ”-һы менән аҡса эшләргә тотона. Капитал йыйылһа ла, йәнә яңы автомобиль урынына таҡта ярыу цехы асып, ағас эшкәртеүгә тотона. Урман ташырға техникаһы бар, йөк машинаһында ҡорамал урынлаштырып, ағасты бер үҙе тейәп ташый, ауылдаштарын яллап, таҡта ярып һата. Шулай яйлап эштәре алға бара йүнсел Өмөтбаевтың. Киләсәктә магазин да асырға хыяллана әле, өйөн төҙөкләндерә.
Әлбиттә, тырышлығы, маһирлығы, ихтыяр көсө менән уңыштарға ҡаҙана Заһир. Шул уҡ ваҡытта дәүләт ярҙамы хаҡында ла әйтеп китергә кәрәктер: тыуған ауылында бушлай ер участкаһы алған, әсәлек капиталы менән өй һалған сығымдарҙы ҡаплатҡан. Бер ҙә насар түгел.
Заһир менән аралашҡанда, бер яҡтан, уның ябайлығына һоҡланһам, икенсенән, бизнес, төҙөлөш өлкәһендә, техника донъяһында ҡатмарлы мәсьәләләрҙә лә ябай итеп төплө яуап табыуына, үҙ фекере булыуына таң ҡалдым. Йүнселлек, бәлки, ошондай ябайлыҡтан һәм белемдән дә башланалыр. Һәр хәлдә, Заһирҙың бөтә башланғыстары ла ныҡлы, артабан да уларҙы ҡулланып, үҫешеүен теләргә генә ҡала.
Ишембай районы.