Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Данлы юлға тап төшөрмәй
Сибай гимназия-интернаты — төбәктә генә түгел, республикала ла киң билдәле уҡыу йорттарының береһе. 1960 йылда көньяҡ-көнсығыш райондарында йәшәгән етем, социаль йәһәттән аҙ яҡланған, күп балалы һәм тулы булмаған ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән уҡыусылар өсөн асылған белем усағы бөгөн республиканың 11 гимназия-интернаты араһында инновациялы программаларҙы уңышлы тормошҡа ашырған абруйлы уҡыу йорто.

Данлы тарихы булған белем усағын тамамлаусылар араһында Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Таңсулпан Ғарипова, Башҡортостандың халыҡ артисы Зифа Баязитова, профессор, химия фәндәре кандидаты Әхәт Мостафин, ике тапҡыр Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры, авиация подполковнигы Кәрим Кәшәфетдинов һәм башҡа бик күп билдәле шәхестәр сыҡҡан. Төрлө йылдарҙа балаларға белем һәм тәрбиә биргән тәжрибәле педагогтар — Ғәлиә һәм Самат Мөхәмәтйәновтар, яҙыусылар Ҡадир Әлибаев, Мәүлит Ямалетдинов, Берйән Байымов һәм Зөһрә Фәйзуллиналарҙың исеме лә мәктәп тарихында яҡты эҙ ҡалдырған.

Урал аръяғының ғына түгел, тотош Башҡортостанда милли кадрҙар әҙерләү буйынса ныҡлы йүнәлеш алған мәғариф учреждениеһында әле республиканың Баймаҡ, Әбйәлил, Хәйбулла, Бөрйән, Йылайыр һәм башҡа райондарынан, Силәбе һәм Ырымбур өлкәләренән 284 уҡыусы белем ала.

Сибай гимназия-интернатҡа ун йылдан ашыу Башҡортостандың мәғариф отличнигы Роза Бикбова етәкселек итә. Тәжрибәле педагог, оҫта ойоштороусының тырышлығы менән уҡыу йорто республика кимәлендә иң алдынғылар исемендә.

Уҡыусыларға төплө белем биреүҙә мәктәп директорҙарының роле ифрат ҙур. Етәксе талапсан, яңылыҡҡа ынтылыусан, маҡсатлы икән, уҡыу йортоноң да эшмәкәрлеге юғары була. Заман менән йәнәш атлаған алдынғы хужаларҙың береһе — Сибай гимназия- интернат директоры Роза Хаммат ҡыҙы Бикбова менән бер аҙ әңгәмә ҡороу мөмкинлеге тыуҙы.

— Һеҙ етәкселек иткән мәктәптә белем биреүгә ҙур иғти­бар бирелә. Һөҙөмтәлә уҡыу­сыларығыҙ республика, төбәк олимпиадаларында призлы урын яулай, сығарылыш класс уҡыу­сы­лары күпләп юғары уҡыу йорттарына инә, төрлө конкурстарҙа уңышлы сығыш яһай. Бөгөн заман ҡуйған талаптарҙың барыһын да үтәп өлгөрәме уҡытыусы?
— Билдәле булыуынса, мәғариф өлкәһендә белем биреүҙе заман талаптарына яраҡлаштырыу маҡса­тында етди бурыстар ҡуйылды. Шул иҫәптән һәр уҡы­тыусыға, үҙ эшен төплө белеүҙән тыш, заманса фекер йөрөтөргә, яңы форматта дәрес би­реү алымдарын белергә, яңы электрон технологиялар менән эш итергә тура килә. Бөгөн элеккесә уҡытыу мөмкин түгел, шуға күрә беҙ үҙебеҙҙә был йүнәлештә маҡсатлы эш алып барабыҙ. Берҙәм дәүләт имтиханы һөҙөмтәләренең йылдан-йыл яҡ­шырыуы, сығарылыш класс уҡыусы­ларының юғары уҡыу йорттарының бюджет нигеҙенә уҡырға инеүҙәре тап ошо хаҡта һөйләй.

— Белеүебеҙсә, педагогик коллективта үҙ эшенең оҫта­ла­ры тупланған. Улар хаҡында ла бер нисә һүҙ әйтеп китһәгеҙ ине.
— Ысынлап та, беҙҙең коллективта 45 уҡытыусы һәм тәрбиәсе иҫәпләнә, шулай уҡ башҡа хеҙмәт­кәрҙәр бар. Коллективтың уртаса йәше — 48 йәш. Уҡытыусыларҙың ба­ры­һы ла юғары белемгә эйә, уларҙың яр­ты­һынан күберәге төрлө юғары исемдәргә лайыҡ.

Башҡортостан Республикаһының мәға­риф алдынғылары — физика уҡытыусыһы Әнүәр Аллаяров, биологиянан уҡыусыларға белем биргән Сажиҙә Илембәтова, тарихсылар Зилә Сирғәлина менән Фәнил Ниғмә­туллиндарҙың дәрестәрен уҡыусы­лар көтөп ала. Күпселек осраҡта тап ошо уҡытыусы­ларҙың уҡыусы­лары ҡала, төбәк-ара, республика олимпиадаларында еңеү яулай.

Шуны ла әйтер инем, беҙҙең гимназияға дәртле, белемле бала­ларҙы яратҡан йәш белгестәр кәрәк, бигерәк тә рус теле һәм әҙәбиәте, математика фәненән уҡытыусы­лар талап ителә.

— Һуңғы йылдарҙа мәктәп һәм юға­ры уҡыу йорттары ара­һында хеҙ­мәттәшлек һалы­на, үҙ-ара бәйләнеш булдырыла. Был йәһәттән гимназия-интернатта ниндәй эштәр алып барыламы?
— Әлбиттә, мәғариф өлкәһендәге заманса уҡытыуҙың яңы өҫтөнлөклө йүнәлеш­тә­ренең береһе — “Мәктәп — юғары белем” кластерының модель контексы буйынса бәй­ләнеш булдырыу тора. Был йәһәттән беҙгә Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтының булыуы бик уңайлы. Ике уҡыу йорто араһында хеҙмәттәшлек күп­тән дауам итә, беҙҙең уҡыусылар инсти­тутта үткән күп сараларҙа әүҙем ҡатнаша, конференцияларҙа сығыш яһай, олимпиа­даларҙа призлы урындар ала. Әйткәндәй, юғары уҡыу йортон­да белем биргән ғалимдарҙың бер нисәүһе беҙҙең уҡыусыларға лекциялар уҡый.

— Роза Хаммат ҡыҙы, “һәләтһеҙҙәр юҡ, һәр кемдә ниндәйҙер талант йәшеренгән. Уны табып, үҫтерә белеү генә шарт”, — тигән бер аҡыл эйәһе.
— Тулыһынса килешәм. Һәр бала үҙенсә һәләтле, уны ваҡытында күреп, асып, артабан үҫтереү генә кәрәк. Был йәһәттән беҙ күпкә бәхет­лерәкбеҙ, сөнки беҙҙә шул тиклем дәртле, талантлы һәм һәләтле балалар тупланған. Уларҙың һәр береһе хаҡында сәғәттәр буйы һөйләргә мөмкин, уҡыусыларҙың сығыштарын көндәр буйы ҡараһаң да, арымайһың.

Уҡыусылар өсөн төрлө йүнәлештә 20 түңәрәк эшләй. Башҡорт асыҡ КВН лигаһы өсөн 2007 йылда төҙөлгән “Кендек” коман­даһын белмәгән кеше юҡ, барыһы ла уларҙың сәхнәгә сығыуын көтөп ала. Уларҙың уйынлы-ысынлы тормош күренеш­тәренә арналған төртмә сығыштары барыбыҙҙы көлдөрөп кенә ҡалмай, ә шул проблемаларҙы хәл итергә саҡыра. Етәксеһе Дим Ғүмәров менән “кендек”тәр һәр ерҙә үткән КВН уйынында призлы урын ала, 2017 йылда улар Гран-приға лайыҡ булды.

Фәнүзә Мөхәмәтйәнова етәкселе­гендәге “Салтанат” өлгөлө бейеү ансамбле тура­һында ла тик йылы һүҙҙәр әйтергә мөмкин. Ансамблдә ҡыҙ һәм малайҙар бик теләп шөғөл­ләнә. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: ошонда бейегән уҡыусыларыбыҙ, артабан да бейеүгә тоғро ҡалып, үҙҙәре уҡыған юғары уҡыу йортонда ла яратҡан шөғөлдәрен ташламай. Репертуарында 20-нән ашыу төрлө халыҡ бейеүҙәре булған “Салта­нат”тар – Өфө, Магнитогорск, Ҡурған, Анапа ҡалалары сәхнәһендә сығыш яһап, төрлө конкурстар еңеүсеһе. Áûëòûð бейеүселәр Анапала үткән XXV Халыҡ-ара мәҙәниәт, сәнғәт һәм ижад күп жанрлы конкурсында Гран-при яуланы.

Әйткәндәй, гимназия-интернаттың үҙ традициялары, гәзите, музейы, үҙешмәкәр театры, телевидениеһы, гимны һәм үҙенә генә хас белем һәм тәрбиә белем алымдары бар.

Традиция тигәндәй, тап беҙҙең белем усағында ун йылға яҡын яҙыусы һәм драматург Таңсулпан Ғарипова исемендәге призға йәш ижадсылар бәйгеһе үтә. Сарала яҙыусының үҙе ҡатнашыуы һәм шәхсән әҙерләгән приздарын еңеүселәргә тапшырыуы конкурсҡа оло мәртәбә өҫтәй, уның бәҫен арттыра. Тәүҙә ижад бәйгеһе ҡала мәктәптәре араһында үтә, әле ул республика кимәленә сыҡты. Былтыр унда 140 бәйгесе ҡатнашып, 300-гә яҡын эш ҡабул ителде. Туғыҙ район һәм дүрт ҡаланан уҡыусылар әүҙем ҡатнашты. Таңсулпан Ғарипова исемендәге призға үткәрелгән ижад бәйгеһенең йылдан-йыл офоҡтары киңәйә, ағымдағы йылда беҙ яҙыусының әҫәрҙәре буйынса сәхнәләштереүҙе лә конкурстың шартына индерергә тигән ниәттәбеҙ.

— Быйыл илебеҙҙә Театр йылы тип иғлан ителде. Ошо юҫыҡта белем усағында ниндәй эштәр ҡаралған?
— Беҙҙең уҡыу йортонда Гөлдәр Дашкина етәкселегендә “Мираҫ” драма түңәрәге уңышлы эшләй. Икенсе­нән, гимназия-интер­нат­ты тамамлау­сылар араһында үҙебеҙҙең халыҡ һәм атҡаҙанған артистарыбыҙ, режиссерҙар бихисап. Күптән түгел Мәскәүҙәге “Шаршау” театрының режиссеры Регина Ишбулатова менән бик ҡыҙыҡлы һәм йәнле осрашыу үтте. Сәхнә тормошоноң бар нескә­лектәре, серҙәре тураһында фекер­ҙәрен сығарылыш класс уҡыусылары менән ихлас уртаҡлашты ул. Сибай “Сулпан” театрын режиссеры Борис Мәхмәүтов та — даими көтөп алған ҡунағыбыҙ.

— Роза Хаммат ҡыҙы, республика Баш­лығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың тәҡди­ме менән тиҙҙән белем биреү учреждениелары биш көнлөк уҡытыуға күсе­релә. Интернат система­һына ҡараған белем усаҡта­рында был тәңгәлдә хәлдәр нисек планлаштырыла?
— Әлбиттә, был йүнәлештә эш баш­ланды, барыһы ла Башҡорт­остан Мәғариф министрлығы ҡара­ры­на ярашлы буласаҡ, сөнки беҙҙә балалар белем генә алмай, шулай уҡ йәшәй ҙә.

Ә инде шәмбе көндәрен уларҙың сәләмәтлектәрен нығытыуға һәм һәләттәрен үҫтереүгә ярашлы эш алып барыу тәҡдимен коллектив хуплап ҡаршы алды. Был йүнәлештә беҙҙә күптән эш яйға һалынған. Уҡыусыларҙы спортҡа һәм сәләмәт тормошҡа йәлеп итеү маҡсатында төрлө түңәрәктәр һәм секциялар эшләй. Мәҫәлән, Таһир Ҡарағолов етәкселегендә “Электрон тир” ойошторолдо, Хөрмәт Таһировтың көрәш һәм уҡтан атыу түңәрәктәрендә лә балалар бик теләп ҡатнаша.

— Уҡыусыларҙың көнкүреш шарттары ла ҡыҙыҡһындыра.
— Мөмкинлек булғанда, райондар буйлап һәр уҡыусының көнкүреш шарттары һәм ғаиләһе менән танышыуҙы ла төп маҡсат итеп алғанбыҙ. Проблемаларға юлыҡ­ҡанда, һәр мәсьәләне уртаға һалып һөйләшеү, сетерекле хәлдән сығыу юлдарын бергәләшеп табыу — беҙҙең төп маҡсатыбыҙ.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уҡыусы­ларыбыҙҙың заманса уңайлыҡтары булған бүлмәләрҙә йәшәүен теләргә генә ҡала. Һәр бүлмәлә душ, автомат кер йыуыу машинаһы урынлаштырыу — иң ҙур хыялыбыҙ. Сибайҙа көньяҡ-көнсығыш райондарҙың белемгә ынтылған, һәләтле уҡыусы­лары өсөн уңайлы, ҙур һәм өр-яңы бинаның кәрәклеге — күптән өлгөр­гән һәм хәл итә торған мәсьәлә­ләрҙең береһе. Ошонда белем алған уҡыусылар аҙаҡ Сибай институтында уҡып, төбәккә йәш белгестәр булып ҡаласаҡ, шуға күрә яҡын арала беҙҙең хыял тормошҡа ашыр тигән теләктә ҡалабыҙ.

— Роза Хаммат ҡыҙы, балаларын һеҙҙең мәктәпкә алып килергә теләгән ата-әсәләргә ниндәй теләктәрегеҙ бар?
— Сибай гимназия-интернатына уҡыусылар VI кластан ғына ҡабул ителә, әңгәмәләшеү ваҡыты алдан райондарға хәбәр ителә, графикты күҙәтеп барһындар ине. Ҡабул итеү тәртибенә ярашлы, уҡыусылар төрлө йүнәлеш буйынса артабан белем алыу өсөн бүленә, тап ошо осраҡта күп кенә аңлашылмаусылыҡ килеп сыға, сөнки бала химия йәки биология йүнәлешендә белем алырға теләй, ә ул кәрәкле фәндән имтихан тапшырмаған булып сыға. Күптәр IX кластан һуң мотлаҡ имтихан тапшыра ла шуның һөҙөмтәһе менән беҙгә уҡырға керә. Тик ул ғына етмәй, шуға күрә абитуриенттар ниндәй йүнәлештә белем алырға теләй, ìәêòәïòә үê шул предметтан имтихан тапшырырға тейеш. Икенсенән, уҡыусыларҙың һау-сәләмәт булыуы ла мөһим. Ауырыу балалар өсөн махсус диета, айырым бүлмә кеүек мөмкинлектәр тыуҙыра алмайбыҙ, әлегә һау балаларҙы ғына ҡабул итәбеҙ.

Йәнә шуны әйтер инем: беҙҙә уҡыусылар профиль йүнәлешендә белем ала. Химия-биология, физика-математика буйынса һәм кадет кластары булдырылған.

— Ҡыҙыҡлы әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт! Артабан да Сибай гимназия-интернаты төпкөл башҡорт ауылдары­ның ул һәм ҡыҙҙарын республика өсөн êөñëө милли кадрҙар итеп әҙерләүенә, уларҙың һәләттәрен асыуға, белем­дәрен арттырыуға үҙ өлөшөн индерһен. Киләсәктә һеҙҙең менән өр-яңы уҡыу йортонда осрашырға яҙһын!




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 447

Шунда уҡ икенсе курсҡа ҡабул ителһәләр...

Шунда уҡ икенсе курсҡа ҡабул ителһәләр... 27.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Республика етәксеһе Радий Хәбиров медицина училищеһын тамамлағандарҙы шунда уҡ ошо йүнәлештәге...

Тотош уҡырға 1 301

Монголиянан ҡунаҡ килде

Монголиянан ҡунаҡ килде 27.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

БДУ-ның Сибай институты студенттары Монголияның Фән һәм технология дәүләт университеты профессоры...

Тотош уҡырға 1 753

Биш көнлөк уҡыу башлана

Биш көнлөк уҡыу башлана 27.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

1 апрелдән Өфөнөң башланғыс класс уҡыусылары биш көнлөк уҡыуға күсә....

Тотош уҡырға 1 165

Балағыҙҙы кем итеп күрәһегеҙ?

Балағыҙҙы кем итеп күрәһегеҙ? 26.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

“Ромир” холдингы ата-әсәләр араһында ҡыҙыҡлы һорау алыу ойошторған. Рәсәйҙәр балалары өсөн ниндәй...

Тотош уҡырға 1 207

Йәй етте ләме ни?

Йәй етте ләме ни? 26.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәте йыл да балаларҙың йәйге ялын файҙалы үткәреү, сәләмәтлектәрен нығытыу...

Тотош уҡырға 1 204

"Үлмәҫбай" ҙа яңғыраны

"Үлмәҫбай" ҙа яңғыраны 25.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

“Башҡортостан халыҡтары телдәре һәм мәҙәниәте – республиканың милли ҡаҙанышы” форумында балалар ҙа...

Тотош уҡырға 1 240

Барыһы ла үҙебеҙгә бәйле

Барыһы ла үҙебеҙгә бәйле 25.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Туған телдең, мәҙәниәттең яҙмышы һәр заманда ла кешенең, халыҡтың үҙенә бәйле. Был рухи...

Тотош уҡырға 1 096

Милли ҡаҙаныштарыбыҙ һағында

Милли ҡаҙаныштарыбыҙ һағында 25.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Өфөлә Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Гражданлыҡ йәмғиәтен үҫтереү һәм кеше хоҡуҡтары буйынса...

Тотош уҡырға 1 112

Етәкселәр уҡыусыларға рәхмәт белдерҙе

Етәкселәр уҡыусыларға рәхмәт белдерҙе 23.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Бөгөн Өфөлә химия буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһының һуңғы, өсөнсө, этабы тамамланды. Дөйөм алғанда,...

Тотош уҡырға 1 086

"Әкиәт"тән – мажаралы әкиәттәр

"Әкиәт"тән – мажаралы әкиәттәр 23.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Сибайҙың “Әкиәт” балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре үҙ тәрбиәләнеүселәре, ата-әсәләр менән берлектә...

Тотош уҡырға 1 436

“Яҙғы бал”ға әҙерләнәһегеҙме?

“Яҙғы бал”ға әҙерләнәһегеҙме? 22.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

25 майҙа Өфөлә һигеҙенсе йыл рәттән “Яҙғы бал” үткәрелә....

Тотош уҡырға 929