Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Күмәкләшеп ҡурсаҡ уйнаныҡ
Ҡурсаҡ иң боронғо уйынсыҡтарҙан һанала. Өлкәндәр был тәтәйгә ҙур иғтибар биргән, сөнки ул – ниндәйҙер кимәлдә баланың дуҫы, иптәше. Сабый ҡурсаҡты төрлөсә уйната: йоҡлата, ашата, атлата... Шул рәүешле уның менән тормош тәжрибәһен “үтә”, тиҫтерҙәре һәм өлкәндәр менән аралашырға, уйларға, ниндәйҙер һығымта яһарға, серләшергә өйрәнә.

Балаларҙың ҡурсаҡ яратҡанын иҫәпкә алып, уларға уйынсыҡты бихисап материалдан эшләү мөмкин­леген, төрлө милләт вәкиле, әкиәт персонажы итеп кейендереп булыуын, йәш буйынса ла айырылыуын күрһәтеү маҡсатында Өфө районы­ның Шамонин ауылындағы “Аҡбу­ҙат” балалар баҡсаһында ҡурсаҡтар конкурсы үткәрҙек. Ата-әсәләрҙең ижади хыялына иҫ китерлек! Ниндәй генә ҡурсаҡ яһамаған улар! “Ҡурсаҡ әбейҙәр” башлыса йомшаҡ туҡыманан тегелгән. Сағыу ептәр менән бәйләнгән уйынсыҡтар төрлөлөгө менән күҙҙең яуын алды. “Әкиәт ҡурсаҡтары” – өй һаҡла­ғыстар, Мәскәй әбейҙәр, ҡуяндар...

“Башҡорт ҡурсағы” номинация­һына тапшырылғандары айырыуса ижади ҡомар менән яһалған ине. Уларҙа башҡорт халыҡ кейеменең бөтә камиллығы, матурлығы са­ғылды. “Әсәй, атай һәм мин” номи­на­цияһында фанеранан эшләнгән бик матур башҡорт кейемендәге өләсәй, ҡартатай, атай, әсәй һәм ейәндәр бар.

Балсыҡтан әүәләнгән ҡурсаҡтар ҙа үҙенсәлекле. Ҡулында бәпәй бәүетеп ултырған әсәй-ҡурсаҡ балаларға айырыуса оҡшаны. Заманса эшләнгән уйынсыҡтар араһында бәйләнгәндәре күпсе­лекте тәшкил итте. Фоамирандан эшләнгәне лә үҙенә ылыҡтырҙы – ул фабриканан сыҡҡан ҡурсаҡтан бер ере менән дә айырылмай. Тағы ла пластилин, ҡағыҙ – ҡулланылған әйберҙәр төрлө-төрлө ине. Был балаларыбыҙҙың, атай-әсәйҙәрҙең фантазияға бай икәнен, конкурс талаптарына етди ҡарағанын, бәлә­кәс­тәрен ихлас яратҡанын тағы ла бер тапҡыр иҫбатланы.

Күркәм башланғысыбыҙҙы башҡа балалар баҡсалары ла ихлас ҡабул итер тип ышанабыҙ. Кескәйҙәргә халҡыбыҙҙың бай сәнғәтен, ижадын тапшырайыҡ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы ҡойма ямғыр һәм йәшен хаҡында иҫкәртте
Башҡортостанда республика дауаханаларының баш табиптары менән телекүперҙәр асыла

Башҡортостанда республика дауаханаларының баш табиптары менән телекүперҙәр асыла 03.07.2025 // Йәмғиәт

Ике аҙна һайын медицина округтарының үҙәк дауаханалары һәм республика дауаханалары табиптары тура...

Тотош уҡырға 13

Өфөлә түләүле парковкалар буйынса кол-үҙәккә көнөнә 100-гә яҡын шылтыратыу ҡабул ителә
Республика райондарының береһендә медицина хеҙмәткәрҙәренә ярҙам саралары бойомға ашырыла

Республика райондарының береһендә медицина хеҙмәткәрҙәренә ярҙам саралары бойомға ашырыла 02.07.2025 // Йәмғиәт

Мәләүез районында йәш табиптарға торлаҡты ҡуртымға алыу хаҡы ай һайын 10 мең һум күләмендә...

Тотош уҡырға 14

Радий Хәбиров Башҡортостанда ҡалырға хәл иткән йәш ғалимдарға шәхсән ярҙам итергә вәғәҙәләне

Радий Хәбиров Башҡортостанда ҡалырға хәл иткән йәш ғалимдарға шәхсән ярҙам итергә вәғәҙәләне 02.07.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостан бер ҡасан да ошондай күп талантлы, сағыу йәш ғалимдарҙы ҡабул иткәне юҡ ине,...

Тотош уҡырға 28

Республикала ғаилә ҙур суммала лотерея отҡан

Республикала ғаилә ҙур суммала лотерея отҡан 02.07.2025 // Йәмғиәт

Республикала ғаилә ҙур суммала лотерея отҡан...

Тотош уҡырға 18

Мәскәүҙә һабантуй ойошторола

Мәскәүҙә һабантуй ойошторола 02.07.2025 // Йәмғиәт

Мәскәүҙә һабантуй ойошторола...

Тотош уҡырға 19

Шишмә районының берҙән-бер ветераны 100 йәшен билдәләне

Шишмә районының берҙән-бер ветераны 100 йәшен билдәләне 02.07.2025 // Йәмғиәт

Шишмә районында берҙән-бер Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Солтан Хәйҙәров 100 йәшлек юбилейын...

Тотош уҡырға 15

Республиканың автомобиль юлдарын үҫтереүгә 120 миллиард һумдан ашыу йүнәлтелә

Республиканың автомобиль юлдарын үҫтереүгә 120 миллиард һумдан ашыу йүнәлтелә 01.07.2025 // Йәмғиәт

Алдағы биш йыллыҡта Башҡортостанда автомобиль юлдарын үҫтереүгә һәм транспорт хеҙмәттәре сифатын...

Тотош уҡырға 20

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлы өс төнгә ябыла
Июлдең беренсе декадаһында аномаль һауа торошо көтөлә
2026 йылда яңы йыл каникулдары 12 көн була

2026 йылда яңы йыл каникулдары 12 көн була 01.07.2025 // Йәмғиәт

2026 йылда яңы йыл каникулдары 12 көн була...

Тотош уҡырға 19