Ҡурсаҡ иң боронғо уйынсыҡтарҙан һанала. Өлкәндәр был тәтәйгә ҙур иғтибар биргән, сөнки ул – ниндәйҙер кимәлдә баланың дуҫы, иптәше. Сабый ҡурсаҡты төрлөсә уйната: йоҡлата, ашата, атлата... Шул рәүешле уның менән тормош тәжрибәһен “үтә”, тиҫтерҙәре һәм өлкәндәр менән аралашырға, уйларға, ниндәйҙер һығымта яһарға, серләшергә өйрәнә.
Балаларҙың ҡурсаҡ яратҡанын иҫәпкә алып, уларға уйынсыҡты бихисап материалдан эшләү мөмкинлеген, төрлө милләт вәкиле, әкиәт персонажы итеп кейендереп булыуын, йәш буйынса ла айырылыуын күрһәтеү маҡсатында Өфө районының Шамонин ауылындағы “Аҡбуҙат” балалар баҡсаһында ҡурсаҡтар конкурсы үткәрҙек. Ата-әсәләрҙең ижади хыялына иҫ китерлек! Ниндәй генә ҡурсаҡ яһамаған улар! “Ҡурсаҡ әбейҙәр” башлыса йомшаҡ туҡыманан тегелгән. Сағыу ептәр менән бәйләнгән уйынсыҡтар төрлөлөгө менән күҙҙең яуын алды. “Әкиәт ҡурсаҡтары” – өй һаҡлағыстар, Мәскәй әбейҙәр, ҡуяндар...
“Башҡорт ҡурсағы” номинацияһына тапшырылғандары айырыуса ижади ҡомар менән яһалған ине. Уларҙа башҡорт халыҡ кейеменең бөтә камиллығы, матурлығы сағылды. “Әсәй, атай һәм мин” номинацияһында фанеранан эшләнгән бик матур башҡорт кейемендәге өләсәй, ҡартатай, атай, әсәй һәм ейәндәр бар.
Балсыҡтан әүәләнгән ҡурсаҡтар ҙа үҙенсәлекле. Ҡулында бәпәй бәүетеп ултырған әсәй-ҡурсаҡ балаларға айырыуса оҡшаны. Заманса эшләнгән уйынсыҡтар араһында бәйләнгәндәре күпселекте тәшкил итте. Фоамирандан эшләнгәне лә үҙенә ылыҡтырҙы – ул фабриканан сыҡҡан ҡурсаҡтан бер ере менән дә айырылмай. Тағы ла пластилин, ҡағыҙ – ҡулланылған әйберҙәр төрлө-төрлө ине. Был балаларыбыҙҙың, атай-әсәйҙәрҙең фантазияға бай икәнен, конкурс талаптарына етди ҡарағанын, бәләкәстәрен ихлас яратҡанын тағы ла бер тапҡыр иҫбатланы.
Күркәм башланғысыбыҙҙы башҡа балалар баҡсалары ла ихлас ҡабул итер тип ышанабыҙ. Кескәйҙәргә халҡыбыҙҙың бай сәнғәтен, ижадын тапшырайыҡ.