Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Тел асҡысын табышайыҡ

Элек өләсәйҙәребеҙ теләк теләгәндә, “Хоҙай балама тел асҡыстары бирһен” тип тә өҫтәй торғайны. Был һүҙҙәр йылдан-йыл көнүҙәгерәк була бара. Телмәр үҫешендә тотҡарлыҡ кисергән балаларҙың артҡандан-арта барыуы сәбәбен белгестәр аныҡ ҡына әйтә алмай. Мәсьәләне, нигеҙҙә, экологик мәсьәләләргә, йәнһүрәт ҡарау менән артыҡ мауығыуға ҡайтарып ҡалалар.

Һуңғы йылдарҙа Баймаҡ ҡалаһында балалар баҡсаларында логопедик төркөмдәр асыуға айырым иғтибар бүленә. Яңы уҡыу йылында ул “Айыуҡай”ҙа ла булдырылды.

Күптәр логопедтың эшен өндәрҙе дөрөҫ әйтергә өйрәтеү тип ҡабул итә. Асылда ул телмәр аппаратындағы тыумыштан һалынған етешһеҙлектәрҙе төҙәтергә, дөрөҫ тын алырға, һөйләшеү ритмын көйләргә, тауышты асырға, хәтерҙе нығытырға, телмәр байлығын үҫтерергә ярҙам итә. Кескәйҙәр телмәрендәге тотҡар­лыҡты ваҡытында төҙәтеү уны киләсәктәге хаталы яҙыу, иғтибарһыҙлыҡ, тиҙ онотоусанлыҡ кеүек ҙурыраҡ проблемаларҙан аралай. Логопедтың психолог та, педагог та булыуы, анатомияның билдәле бер бүлеген яҡшы белеүе зарур. Ул балаға ваҡытында дөрөҫ диагноз ҡуйырға, кәрәк булһа, хирургка йәки неврологка йүнәлтмә бирергә тейеш.

Башҡорт балалар баҡсаһы булараҡ, телмәр үҫтереүҙә халыҡ педагогикаһын, башҡорт балалар әҙәбиәте өлгөләрен ҡулланабыҙ. Был йәһәттән милли логопедтарға ҙур ижади эш башҡарырға, күп эҙләнергә тура килә.

Баланың телмәрен үҫтереү белгестән генә түгел, ата-әсәнән дә сабырлыҡ, ныҡышмалылыҡ талап итә. Берҙәм булғанда ғына һөҙөмтәгә тиҙерәк өлгәшергә мөмкин. Ҡайһы бер кәңәш­тәребеҙ башҡа ата-әсәләр өсөн дә файҙалы булыр тип уйлайбыҙ.

Беренсенән, баланың ҡул суҡтарын, бар­маҡтарын күберәк эшкә егергә тырышығыҙ. Мәҫәлән, сәйлән йә төймәне епкә теҙеү, пластилиндан төрлө нәмә әүәләү һәм башҡа төр күнекмәләр ваҡ моториканы үҫтерергә ярҙам итә. Баш мейеһендә моторика һәм телмәр үҙәктәре йәнәш урынлашҡанға күрә, уларҙың үҫеше бер-береһенә тығыҙ бәйле. Икенсенән, балаларығыҙға шиғыр, тиҙәйткестәр ятлатығыҙ, борондан килгән “Бутыр-бутыр бутҡа бешкән” кеүек бармаҡ уйындарын уйнатығыҙ, төрлө таҡмаҡтар әйтеп бейетегеҙ.

Һуңғы йылдарҙа балаларҙың эҙмә-эҙлекле һөйләү һәләте насарая башланы. Шуға күрә китап уҡырға һәм ундағы ваҡиғалар буйынса фекерен һорашырға тырышығыҙ. Ғөмүмән, балағыҙға тел асҡысын табырға ярҙам итеү өсөн уның менән аралашыуға ваҡытығыҙҙы йәлләмәгеҙ.


Автор: Ләйсән ИМАНҒОЛОВА, “Айыуҡай” балалар баҡсаһы мөдире, логопед-дефектолог Район: Баймаҡ ҡалаһы


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Республикала ике кеше ҡотороу сиренән үлгән
Былтыр республикала 732 кеше сысҡан биҙгәге менән ауырыған

Былтыр республикала 732 кеше сысҡан биҙгәге менән ауырыған 27.03.2026 // Йәмғиәт

Былтыр Башҡортостанда 732 кеше сысҡан биҙгәген йоҡторған....

Тотош уҡырға 4

Яҡташыбыҙ гәзиткә яҙылған өсөн шифаханаға юллама отҡан

Яҡташыбыҙ гәзиткә яҙылған өсөн шифаханаға юллама отҡан 27.03.2026 // Йәмғиәт

Яҡташыбыҙ гәзиткә яҙылған өсөн шифаханаға юллама отҡан...

Тотош уҡырға 3

Республика халҡын май байрамдарында 6 көн генә ял көтә

Республика халҡын май байрамдарында 6 көн генә ял көтә 27.03.2026 // Йәмғиәт

Быйыл «май каникулдары» һуңғы һигеҙ йылда иң ҡыҫҡаһы булмаҡсы....

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда төньяҡ балҡышы күҙәтелгән

Башҡортостанда төньяҡ балҡышы күҙәтелгән 27.03.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда төньяҡ балҡышы күҙәтелгән...

Тотош уҡырға 2

Өфөнән Һамарға «Ласточка» поездары йөрөй башлай

Өфөнән Һамарға «Ласточка» поездары йөрөй башлай 27.03.2026 // Йәмғиәт

Өфөнән Һамарға «Ласточка» поездары йөрөй башлай...

Тотош уҡырға 3

Ял көндәрендә Башҡортостанда +16° тиклем йылыта

Ял көндәрендә Башҡортостанда +16° тиклем йылыта 27.03.2026 // Йәмғиәт

Ял көндәрендә Башҡортостанда +16° тиклем йылыта...

Тотош уҡырға 3

Республикала Борай – Иҫке Балтас – Көйәҙе юлы төҙөкләндерелә

Республикала Борай – Иҫке Балтас – Көйәҙе юлы төҙөкләндерелә 26.03.2026 // Йәмғиәт

Республикала Борай – Иҫке Балтас – Көйәҙе юлы төҙөкләндерелә...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда тағы ла 8 урта һөнәри белем биреү кластеры  булдырыла

Башҡортостанда тағы ла 8 урта һөнәри белем биреү кластеры булдырыла 26.03.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда тағы ла 8 урта һөнәри белем биреү кластеры булдырыла...

Тотош уҡырға 1

Республикаға март айы өсөн аномаль йылы һауа торошо килде

Республикаға март айы өсөн аномаль йылы һауа торошо килде 26.03.2026 // Йәмғиәт

Республикаға март айы өсөн аномаль йылы һауа торошо килде...

Тотош уҡырға 1

Өфөлә контрактсыларҙы МХО-ға йәлеп итеү өсөн түләүҙәр раҫланды

Өфөлә контрактсыларҙы МХО-ға йәлеп итеү өсөн түләүҙәр раҫланды 25.03.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә контрактсыларҙы МХО-ға йәлеп итеү өсөн түләүҙәр раҫланды...

Тотош уҡырға 3

Өфөлә шағирә Факиһа Туғыҙбаева урамы барлыҡҡа килә

Өфөлә шағирә Факиһа Туғыҙбаева урамы барлыҡҡа килә 25.03.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә шағирә Факиһа Туғыҙбаева урамы барлыҡҡа килә...

Тотош уҡырға 2


Комментарий өҫтәргә