Элек өләсәйҙәребеҙ теләк теләгәндә, “Хоҙай балама тел асҡыстары бирһен” тип тә өҫтәй торғайны. Был һүҙҙәр йылдан-йыл көнүҙәгерәк була бара. Телмәр үҫешендә тотҡарлыҡ кисергән балаларҙың артҡандан-арта барыуы сәбәбен белгестәр аныҡ ҡына әйтә алмай. Мәсьәләне, нигеҙҙә, экологик мәсьәләләргә, йәнһүрәт ҡарау менән артыҡ мауығыуға ҡайтарып ҡалалар.
Һуңғы йылдарҙа Баймаҡ ҡалаһында балалар баҡсаларында логопедик төркөмдәр асыуға айырым иғтибар бүленә. Яңы уҡыу йылында ул “Айыуҡай”ҙа ла булдырылды.
Күптәр логопедтың эшен өндәрҙе дөрөҫ әйтергә өйрәтеү тип ҡабул итә. Асылда ул телмәр аппаратындағы тыумыштан һалынған етешһеҙлектәрҙе төҙәтергә, дөрөҫ тын алырға, һөйләшеү ритмын көйләргә, тауышты асырға, хәтерҙе нығытырға, телмәр байлығын үҫтерергә ярҙам итә. Кескәйҙәр телмәрендәге тотҡарлыҡты ваҡытында төҙәтеү уны киләсәктәге хаталы яҙыу, иғтибарһыҙлыҡ, тиҙ онотоусанлыҡ кеүек ҙурыраҡ проблемаларҙан аралай. Логопедтың психолог та, педагог та булыуы, анатомияның билдәле бер бүлеген яҡшы белеүе зарур. Ул балаға ваҡытында дөрөҫ диагноз ҡуйырға, кәрәк булһа, хирургка йәки неврологка йүнәлтмә бирергә тейеш.
Башҡорт балалар баҡсаһы булараҡ, телмәр үҫтереүҙә халыҡ педагогикаһын, башҡорт балалар әҙәбиәте өлгөләрен ҡулланабыҙ. Был йәһәттән милли логопедтарға ҙур ижади эш башҡарырға, күп эҙләнергә тура килә.
Баланың телмәрен үҫтереү белгестән генә түгел, ата-әсәнән дә сабырлыҡ, ныҡышмалылыҡ талап итә. Берҙәм булғанда ғына һөҙөмтәгә тиҙерәк өлгәшергә мөмкин. Ҡайһы бер кәңәштәребеҙ башҡа ата-әсәләр өсөн дә файҙалы булыр тип уйлайбыҙ.
Беренсенән, баланың ҡул суҡтарын, бармаҡтарын күберәк эшкә егергә тырышығыҙ. Мәҫәлән, сәйлән йә төймәне епкә теҙеү, пластилиндан төрлө нәмә әүәләү һәм башҡа төр күнекмәләр ваҡ моториканы үҫтерергә ярҙам итә. Баш мейеһендә моторика һәм телмәр үҙәктәре йәнәш урынлашҡанға күрә, уларҙың үҫеше бер-береһенә тығыҙ бәйле. Икенсенән, балаларығыҙға шиғыр, тиҙәйткестәр ятлатығыҙ, борондан килгән “Бутыр-бутыр бутҡа бешкән” кеүек бармаҡ уйындарын уйнатығыҙ, төрлө таҡмаҡтар әйтеп бейетегеҙ.
Һуңғы йылдарҙа балаларҙың эҙмә-эҙлекле һөйләү һәләте насарая башланы. Шуға күрә китап уҡырға һәм ундағы ваҡиғалар буйынса фекерен һорашырға тырышығыҙ. Ғөмүмән, балағыҙға тел асҡысын табырға ярҙам итеү өсөн уның менән аралашыуға ваҡытығыҙҙы йәлләмәгеҙ.