Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ил бурысын йөкмәгәндәр
Уҡытыусыларға ҙур ышаныс бағлана.

Бәхетленең байрамы бер көндө тигәндәй, Уҡытыусылар һәм Республика көнө уңайынан 33 уҡытыусы 200 меңешәр һумлыҡ сертификаттар менән бүләкләнде. Улар Рәсәй Президентының “Алдынғы уҡытыусыларҙы аҡсалата дәртләндереү тураһында”ғы Указына ярашлы ойошторолған конкурс нигеҙендә һайлап алынған. Быйыл унда һикһәнгә яҡын педагог ҡатнашҡан. Әйткәндәй, конкурс илдә 2006 йылдан бирле уҙғарыла, шул ваҡыт эсендә барлығы 1750 педагог бүләкләнгән.

Иҫтәлекле байрамдар айҡанлы үткә­релгән бүләкләүгә шулай уҡ дәүләт наградаларына лайыҡ булған 13 мәғариф хеҙмәткәре саҡырылғайны. Араларынан Республика инженер лицей-интернатының химия уҡытыусыһы Айнур Ғүмәров иң йәше булараҡ айырылып торҙо. “Йәш күренһәм дә, 60 йылдан ашыу стажым бар тиергә мөмкин”, – тип кинәйәләп һөйләй уҡытыусы үҙенең эшмәкәрлеге тураһында. Айнур Мансур улы Хәйбулла районының Сиҙәм ҡасабаһында тыуып үҫә, 1999 йылда әле үҙе эшләп йөрөгән лицей-интернатҡа уҡырға килә. Шунда ул Лидиә Әһәҙуллинаның дәрестәре аша химия донъяһы менән таныша. Лидиә Ҡыям ҡыҙы – бар илгә билдәле педагог. Ул йөҙҙән ашыу олимпиада еңеүсеһен әҙерләгән, һәләтле балалар менән эшләү буйынса үҙ алымдарын уйлап сығарған. 87 йәшлек остаз әле лә сафта – ҡасандыр үҙе мәктәптә уҡытҡан химия уҡытыусыларына консультация уҙғара, балаларҙы олимпиадаға әҙерләшә. 2016 йылда Кремлдә Лидиә Әһәҙуллинаға “Рәсәй Федерацияһының халыҡ уҡытыу­сыһы” исеме бирелде. Башҡортостанда ул бер үҙе ошо юғары исемде йөрөтә. Хеҙмәт стажы тураһында һүҙ йөрөткәндә, йәш педагог Айнур Ғүмәров уңыштары нигеҙендә яратҡан остазының хеҙмәтен күҙ уңында тотҡан.

Бүләкләнеүселәр араһында Әлшәй районы Раевка ҡасабаһындағы Мөхәмәтша Буранғолов исемендәге башҡорт лицейы уҡытыусыһы Зөфәр Гәрәев тә бар ине. Ул Рәсәй халыҡтарының рухи-әхлаҡи мәҙәниәте нигеҙҙәре, Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте дәрестәрен алып бара. Һуңғы өс йылда Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте буйынса олимпиадаларға алты призер әҙерләгән, быйыл Әхмәтзәки Вәлиди һәм Муллаян Халиҡов уҡыуҙарында уҡыусылары беренсе урындарҙы яулаған. Ошо һәм башҡа уңыштары өсөн 200 мең һумлыҡ бүләк алған уҡытыусы тантанаға Санкт-Петербург ҡалаһынан тура килгәйне. Ул унда “Оло Рәсәйҙең ауыл уҡытыусыһы” конкурсында ҡатнашып ҡайтҡан. “802 кеше араһынан финалға 30 уҡытыусы сыҡтыҡ. Коллегаларҙың тәжрибәһен күреп, яңы маҡсаттар ҡуйып ҡайтып барам”, – тине Зөфәр Йәғәфәр улы.

Аҡсалата бүләк алыусылар араһында ни бары ике башланғыс кластар уҡытыу­сыһы булды. Уларҙың береһе – Ағиҙел ҡалаһының башҡорт гимназияһы хеҙмәт­кәре Гөлназ Ғәлеева. Әсәһе һәм өләсәһе юлын дауам иткән мөғәллимә былтыр “Башҡортостандың иң яҡшы педагогтар династияһы” конкурсында III урынды яулаған. “Башланғыс кластар уҡытыу­сылары әүҙемерәк булһын, төрлө конкурста ҡатнашһын”, – тигән теләген еткерә Гөлназ Рауил ҡыҙы. Ул уҡыусыларын да бәлә­кәйҙән үҙҙәрен һәр яҡлап һынарға, ҡыйыу булырға, йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашырға өйрәтә. Быйыл яҙ балалар приютына барып, башҡорт телендә “Тирмәкәй” әкиәтен сәхнәләштергәндәр, сентябрҙә ҡала урамдарының береһендә экологик өмә үткәргәндәр. Тынғыһыҙ уҡытыусы тағы ла башланғыс класс уҡыусылары өсөн “Мин – тикшеренеүсе” түңәрәген алып бара. Башҡорт, татар, урыҫ, мари, сыуаш балаларына башҡорт телендә шиғырҙар, йырҙар өйрәткән мөғәллимәнең хеҙмәте, ысынлап та, ҙур баһаға лайыҡ.

Республиканың алдынғы уҡытыусылары Хөкүмәт йортондағы тулҡынландырғыс минуттарҙа ла уҡыусыларын бер мәлгә лә онотманы. Уңыштарының сере ана шул фиҙакәрлектә, балаларҙы эскерһеҙ ярата белеүҙәлер, моғайын.


Автор: Нурзиә ХӘСӘНОВА


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда ғаилә хозур туйын – бергә йәшәүҙәренә 70 йыл тулыуҙы билдәләне

Башҡортостанда ғаилә хозур туйын – бергә йәшәүҙәренә 70 йыл тулыуҙы билдәләне 16.04.2026 // Йәмғиәт

Юбилярҙарҙы Стәрлетамаҡ хакимиәте башлығы Эмиль Шәймәрҙәнов ҡотланы....

Тотош уҡырға 1

Өфө блогеры Рөстәм Нәбиевтың Эвереста тау сире башланған

Өфө блогеры Рөстәм Нәбиевтың Эвереста тау сире башланған 16.04.2026 // Йәмғиәт

Өфө блогеры Рөстәм Нәбиевтың Эвереста тау сире башланған...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостан колледждарында асыҡ ишектәр көнө уҙғарыла

Башҡортостан колледждарында асыҡ ишектәр көнө уҙғарыла 16.04.2026 // Йәмғиәт

«Йәштәр һәм балалар» милли проектының «Профессионалитет» проекты буйынса сарала 9-сы һәм 11-се ......

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда сакура сәскә атырға йыйына

Башҡортостанда сакура сәскә атырға йыйына 16.04.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡалабыҙ Өфөлә сакура сәскә атырға йыйына. Хеҙмәткәрҙәр Көньяҡ Урал баҡса-институты биләмәһендә ......

Тотош уҡырға 1

Аҙ һыу: Ни өсөн Башҡортостанда ҙур ташҡын һирәк була

Аҙ һыу: Ни өсөн Башҡортостанда ҙур ташҡын һирәк була 16.04.2026 // Йәмғиәт

Аҙ һыу: Ни өсөн Башҡортостанда ҙур ташҡын һирәк була...

Тотош уҡырға 1

Радий Хәбиров балаларҙы иҫкәртеү системаһын үҫтереүҙә иң мөһимен әйтте
Өфө уҡытыусыһы Лидия Бажанова 107 йәшен билдәләй

Өфө уҡытыусыһы Лидия Бажанова 107 йәшен билдәләй 15.04.2026 // Йәмғиәт

Өфө уҡытыусыһы Лидия Бажанова 107 йәшен билдәләй...

Тотош уҡырға 1

Республикала II кварталға торлаҡтың бер квадрат метрының уртаса баҙар хаҡы раҫланды
Владимир Путин Рөстәм Нәбиевты Рәсәйҙең Йәмәғәт палатаһы составына индерҙе

Владимир Путин Рөстәм Нәбиевты Рәсәйҙең Йәмәғәт палатаһы составына индерҙе 15.04.2026 // Йәмғиәт

Владимир Путин Рөстәм Нәбиевты Рәсәйҙең Йәмәғәт палатаһы составына индерҙе...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда пилотһыҙ хәүеф режимы иғлан ителде

Башҡортостанда пилотһыҙ хәүеф режимы иғлан ителде 15.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда пилотһыҙ хәүеф режимы иғлан ителде...

Тотош уҡырға 2

Республикала -6 градусҡаса һалҡынайта

Республикала -6 градусҡаса һалҡынайта 15.04.2026 // Йәмғиәт

Республикала -6 градусҡаса һалҡынайта...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда Торатауға илткән юл 50 миллион һумға төҙөкләндерелә

Башҡортостанда Торатауға илткән юл 50 миллион һумға төҙөкләндерелә 14.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда Торатауға илткән юл 50 миллион һумға төҙөкләндерелә...

Тотош уҡырға 2


Комментарий өҫтәргә