Уҡытыусыларға ҙур ышаныс бағлана.
Бәхетленең байрамы бер көндө тигәндәй, Уҡытыусылар һәм Республика көнө уңайынан 33 уҡытыусы 200 меңешәр һумлыҡ сертификаттар менән бүләкләнде. Улар Рәсәй Президентының “Алдынғы уҡытыусыларҙы аҡсалата дәртләндереү тураһында”ғы Указына ярашлы ойошторолған конкурс нигеҙендә һайлап алынған. Быйыл унда һикһәнгә яҡын педагог ҡатнашҡан. Әйткәндәй, конкурс илдә 2006 йылдан бирле уҙғарыла, шул ваҡыт эсендә барлығы 1750 педагог бүләкләнгән.
Иҫтәлекле байрамдар айҡанлы үткәрелгән бүләкләүгә шулай уҡ дәүләт наградаларына лайыҡ булған 13 мәғариф хеҙмәткәре саҡырылғайны. Араларынан Республика инженер лицей-интернатының химия уҡытыусыһы Айнур Ғүмәров иң йәше булараҡ айырылып торҙо. “Йәш күренһәм дә, 60 йылдан ашыу стажым бар тиергә мөмкин”, – тип кинәйәләп һөйләй уҡытыусы үҙенең эшмәкәрлеге тураһында. Айнур Мансур улы Хәйбулла районының Сиҙәм ҡасабаһында тыуып үҫә, 1999 йылда әле үҙе эшләп йөрөгән лицей-интернатҡа уҡырға килә. Шунда ул Лидиә Әһәҙуллинаның дәрестәре аша химия донъяһы менән таныша. Лидиә Ҡыям ҡыҙы – бар илгә билдәле педагог. Ул йөҙҙән ашыу олимпиада еңеүсеһен әҙерләгән, һәләтле балалар менән эшләү буйынса үҙ алымдарын уйлап сығарған. 87 йәшлек остаз әле лә сафта – ҡасандыр үҙе мәктәптә уҡытҡан химия уҡытыусыларына консультация уҙғара, балаларҙы олимпиадаға әҙерләшә. 2016 йылда Кремлдә Лидиә Әһәҙуллинаға “Рәсәй Федерацияһының халыҡ уҡытыусыһы” исеме бирелде. Башҡортостанда ул бер үҙе ошо юғары исемде йөрөтә. Хеҙмәт стажы тураһында һүҙ йөрөткәндә, йәш педагог Айнур Ғүмәров уңыштары нигеҙендә яратҡан остазының хеҙмәтен күҙ уңында тотҡан.
Бүләкләнеүселәр араһында Әлшәй районы Раевка ҡасабаһындағы Мөхәмәтша Буранғолов исемендәге башҡорт лицейы уҡытыусыһы Зөфәр Гәрәев тә бар ине. Ул Рәсәй халыҡтарының рухи-әхлаҡи мәҙәниәте нигеҙҙәре, Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте дәрестәрен алып бара. Һуңғы өс йылда Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте буйынса олимпиадаларға алты призер әҙерләгән, быйыл Әхмәтзәки Вәлиди һәм Муллаян Халиҡов уҡыуҙарында уҡыусылары беренсе урындарҙы яулаған. Ошо һәм башҡа уңыштары өсөн 200 мең һумлыҡ бүләк алған уҡытыусы тантанаға Санкт-Петербург ҡалаһынан тура килгәйне. Ул унда “Оло Рәсәйҙең ауыл уҡытыусыһы” конкурсында ҡатнашып ҡайтҡан. “802 кеше араһынан финалға 30 уҡытыусы сыҡтыҡ. Коллегаларҙың тәжрибәһен күреп, яңы маҡсаттар ҡуйып ҡайтып барам”, – тине Зөфәр Йәғәфәр улы.
Аҡсалата бүләк алыусылар араһында ни бары ике башланғыс кластар уҡытыусыһы булды. Уларҙың береһе – Ағиҙел ҡалаһының башҡорт гимназияһы хеҙмәткәре Гөлназ Ғәлеева. Әсәһе һәм өләсәһе юлын дауам иткән мөғәллимә былтыр “Башҡортостандың иң яҡшы педагогтар династияһы” конкурсында III урынды яулаған. “Башланғыс кластар уҡытыусылары әүҙемерәк булһын, төрлө конкурста ҡатнашһын”, – тигән теләген еткерә Гөлназ Рауил ҡыҙы. Ул уҡыусыларын да бәләкәйҙән үҙҙәрен һәр яҡлап һынарға, ҡыйыу булырға, йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашырға өйрәтә. Быйыл яҙ балалар приютына барып, башҡорт телендә “Тирмәкәй” әкиәтен сәхнәләштергәндәр, сентябрҙә ҡала урамдарының береһендә экологик өмә үткәргәндәр. Тынғыһыҙ уҡытыусы тағы ла башланғыс класс уҡыусылары өсөн “Мин – тикшеренеүсе” түңәрәген алып бара. Башҡорт, татар, урыҫ, мари, сыуаш балаларына башҡорт телендә шиғырҙар, йырҙар өйрәткән мөғәллимәнең хеҙмәте, ысынлап та, ҙур баһаға лайыҡ.
Республиканың алдынғы уҡытыусылары Хөкүмәт йортондағы тулҡынландырғыс минуттарҙа ла уҡыусыларын бер мәлгә лә онотманы. Уңыштарының сере ана шул фиҙакәрлектә, балаларҙы эскерһеҙ ярата белеүҙәлер, моғайын.