Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Автономияның яҙмышы Башҡорт корпусынан айырылғыһыҙ

Милли музей урынлашҡан йортҡа ике дәүләт эшмәкәре иҫтәлегенә таҡтаташ ҡуйыу фарыз.

Башҡортостан автономияһын иғлан итеүҙә төп роль уйнаған Башҡорт корпусы ойошторолоуға 100 йыл тулды. Тарихсы, Башҡортостан Милли архивының бүлек етәксеһе Азат Шәкирйән улы ЯРМУЛЛИН уның халҡыбыҙ яҙмышында тотҡан урыны хаҡында уртаҡлашты.

– Азат Шәкирйән улы, Баш­ҡортостан Республикаһына ла, Башҡорт корпусына ла – 100 йыл. Ошо ике датаның бер-береһенә бәйлелеген, айырылғыһыҙ булыуын нисек аңлатыр инегеҙ?

– Башҡорт корпусы – Башҡорт­остан хөкүмәтенең ғәскәре, шуға ла улар тығыҙ бәйләнештә. Берен­сенән, уны Башҡорт корпусы тарихына ғына бәйләргә ярамай. Ғөмү­мән, 1917 йылда, Башҡорт­остан автономияһы төҙөү маҡсаты бар­лыҡ­ҡа килгәс, милли ғәскәр булдырыу идеяһы ла тыуа. Был фекер һауанан алынмай, сөнки унан алда, XVIII-XIX быуаттарҙа, башҡорт ғәскәре була. Ул Башҡорт иррегуляр ғәскәре тип атала. Уны 1863 йылда тараталар, шуға күрә лә 1917 йылда революция башланғас, автономия менән бер рәттән башҡорт халҡы быға тиклем булған ғәскәрҙе тергеҙеү тигән маҡсатын ҡуя. Шулай итеп, автономияның бер өлөшө булараҡ, Милли ғәскәр барлыҡҡа килә. Был хаҡта ҡарар 1917 йыл­дағы III Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында ҡабул ителә.

Ҡарарҙы тормошҡа ашырыу маҡсатында 1918 йылдың ғинуа­рында бер төркөм башҡорт офицер­ҙары Бөрйән-Түңгәүер кантонының Таналыҡ-Баймаҡ ауылына килә. Ғәскәр төҙөү эшен башлайҙар. Ырым­бурҙа 1918 йылдың 17 февра­ленә ҡараған төндә Башҡортостан хөкүмәте ҡулға алынғас, большевиктар Баймаҡтағы 400 кешенән торған отрядты ла ҡыуып тарата, офицерҙары атыла. Былтыр, 11 октябрҙә, ошо фажиғәле ваҡиғаның иҫтәлегенә Баймаҡ ҡалаһында Башҡорт отрядының штабы торған йортта гранит мемориаль таҡтаташ ҡуйылды.

Апрель айында Әмир Ҡара­мышев етәкселегендәге башҡорт партизан отрядтары Дутов казактары менән бергә Башҡортостан хөкүмәтен Ырымбур төрмәһенән азат итә.

Июнь айында Башҡортостан хөкүмәте Силәбе ҡалаһында яңы­нан эш башлай. Был осорҙа илдә Граждандар һуғышы тоҡанған була. Һуғыш шарттарында автономияның мәнфәғәттәрен ғәскәрһеҙ яҡлап булмаясағын яҡшы аңлаған баш­ҡорт етәкселәре тәү сиратта милли армия төҙөү эшенә тотона. Силәбе­лә Башҡорт хәрби шураһы ойошторола. Ул Башҡорт ғәскәренең штабы функцияһын үтәй. Тиҙ арала Башҡорт хәрби шураһы Ҡыҫҡа мобилизация планын тәҡдим итә. Уға ярашлы, башҡорт ғәскәр­ҙәре ике дивизиянан (һигеҙ полктан) торған корпус төҙөргә тейеш була.

Мобилизация планында ниндәй кантонда, өйәҙҙә, улыста нисә башҡорт полкы кәрәклеге күрһәтелә. Мәҫәлән, Силәбе башҡорттарынан 1-се һәм 2-се Башҡорт пехота полктары төҙөлә. Златоуст өйәҙендәге мил­ләт­тәштәребеҙ 3-сө Башҡорт пехота полкына ойоша. 1-се Баш­ҡорт кавалерия һәм 5-се Башҡорт пехота полктары Башҡортос­тандың Тамъян-Ҡатай кантонында берләшә. Унда Әбйәлил, Белорет һәм Учалы райондарынан яугирҙәр инә.

1-се Башҡорт кавалерия полкы 1918 йылдың октябренән үҙенең беренсе сардары Әмир Ҡарамышев исемен йөрөтә (Ә. Ҡарамышев 1918 йылдың 7 авгусында һәләк була). 4-се Башҡорт пехота полкы Ырымбур ҡалаһында барлыҡҡа килә. Ул Туҡ-Соран башҡорттары һәм Баш­ҡортостандың Күгәрсен, Көйөргәҙе, Мәләүез райондары башҡорт­та­рынан ойошторола. Аҙаҡ инде был полктар 1-се һәм 2-се Башҡорт пехота дивизияларына берләш­терелә.

1918 йылдың сентябрендә ошо ике дивизиянан айырым Башҡорт корпусы үҫеп сыға. Уның командиры итеп батша армияһында генерал дәрәжәһенә еткән башҡорт сардары Хажиәхмәт Ишбулатов ҡуйыла. Бынан тыш, 1918 йылдың октябрендә башҡорт ғәскәрҙәре тағы ике полк, Ғабдулла Иҙелбаев исемендәге 2-се Башҡорт кавалерия һәм 6-сы Башҡорт пехота полктары менән көсәйтелә. Әйткәндәй, 2-се Башҡорт кавалерия полкына 1918 йылдың мартында Баймаҡта большевиктар тарафынан һәләк ителгән Башҡорт­остан хөкүмәте ағзаһы, офицер Ғабдулла Иҙелбаевтың исеме ҡушыла.

– Тарихтан мәғлүм булыуынса, Башҡорт корпусын аҡтар ҙа, ҡыҙылдар ҙа хупламаған. Бындай ҡараш ҡайҙан килә?
– Аҡтар тәүҙә Башҡортостан хөкүмәтенең ғәскәрен булдырыуға риза булһа ла, аҙаҡ уның артыуын, көсәйеүен күреп, ҡаршылыҡ күрһәтә башлай, сөнки аҡтар, Башҡорт ғәскәрен полк кимәлендә генә бригадалары, дивизиялары составына индереп, үҙ ҡарамағында ғына ҡулланырға уйлай. Ғөмүмән, көслө автономия уларға, әлбиттә, кәрәк­мәй, шуға күрә лә Башҡорт ғәскә­ренең үҙаллылығын нисек булһа ла юҡ итеү өҫтөндә эш башлайҙар.

1918 йылдың октябрендә Аҡ армияның баш командованиеһы 2-се Башҡорт дивизияһын һәм айырым Башҡорт корпусын таратырға тигән фарман бирә. Шулай уҡ аҡтар Башҡорт хәрби шураһын, Башҡорт ғәскәри идаралығын, кантондарҙағы башҡорт хәрби начальнигы идара­лығын бөтөрөргә бойороҡ ҡыла һәм ғәскәрҙәрҙе Дутов ҡарамағына күсерергә мәжбүр итә. Тик Башҡорт­остан хөкүмәте бының менән тулы­һынса ризалашмай. 10 ноябрҙә Әхмәт­зәки Вәлиди Башҡорт корпусын һәм уның 2-се дивизияһының штабтарын таратыуға күнә. Бойороҡ үтәлмәгән осраҡта аҡтар Башҡорт ғәскәрен ҡорал менән тәьмин итеүҙе туҡтатырға уйлай. Башҡорт уҡсы полк­тары, 1-се Башҡорт дивизия­һына тупланып, Дутов ҡарамағына күсерелә.

Башҡортостан хөкүмәте ҡарама­ғында 1-се, 2-се Башҡорт кавалерия полкы һәм 6-сы Башҡорт уҡсы полк­тары ҡала. Улар автономияның ныҡ­лы терәге була. Дутов ҡарама­ғындағы башҡорт дивизияһы иһә унда оҙаҡ тормай.

1918 йылдың декабрендә Әхмәт­зәки Вәлидиҙең йәшерен фарманы менән Башҡорт полкы командир­ҙары, дивизия фронт һыҙығы үткән Баймаҡ, Йылайыр, Бөрйән райондарына килеп ҡалған ғәскәрҙәр менән ҡушыла. Шулай итеп, Дутов етәкселегендәге дүрт полктан торған (1-се, 2-се, 4-се, 5-се Башҡорт полктары) дивизияны, дүрт мең тирәһе кешене, кире ҡай­та­рып ала. 1919 йылдың 26 ғинуа­рында иһә Әхмәтзәки Вәлиди үҙен рәсми рәүештә Башҡорт ғәскәре командующийы тип иғлан итә. Бөтә етәкселекте үҙ ҡулына ала: Башҡорт ғәскәрҙәре штабын, Башҡорт корпусын тергеҙеү тураһында фарман сығара. Полктар элеккесә ике диви­зияға бүленә. Был ваҡытта Башҡорт ғәскәрҙәре фронт һыҙығын Мәләүез, Стәрлетамаҡ, Ырымбурға яҡын-тирәлә тотһа, уның уң яғында Көн­байыш армия була. Ырымбур яғында Дутовтың Ырымбур армия­һы тора. Шулай итеп, 1919 йылдың ғинуар аҙағында Әхмәтзәки Вәлиди, башҡорт ғәскәр­ҙәрен ҡабаттан бер урынға туплап, Башҡорт корпусын тергеҙеүгә өлгәшә.
– Башҡортостан хөкүмәтен һәм ғәскәрен ҡыҙылдар яғына нимә күсергә мәжбүр иткән тип иҫәпләйһегеҙ?

– Әйтеп үткәнемсә, Колчак та, Дутов та Башҡортостан автономия­һын һәм Башҡорт ғәскәрҙәрен танымай. Улар “башҡорт һалдаттары аҡ армияның полктары составында ғына булырға тейеш, автономия тураһында һүҙ булыуы ла мөмкин түгел” ти. Шуға Башҡортостан хөкү­мәте яйлап ҡына Ырымбурҙан Бай­маҡ­ҡа күсә. Ошо мәлдә аҡтар яғын­да автономия алыуға өмөттәрен өҙөп, советтар менән һөйләшеүҙәр башлана.

30 ғинуарҙа Муллайән Халиҡов Өфө большевиктары менән бәйлә­нешкә инә. Улар иһә туранан-тура Мәскәүгә сыға һәм баш­ҡорттарҙың тәҡдимен еткерә. Мәскәүҙән 4 февралдә Ленин менән Сталин исеменән “башҡорттарға автономияны бирергә ризабыҙ” тигән ышаныс белдергән телеграмма һуғыла. Муллайән Халиҡов уны ҡулына алғас ҡына Темәскә ҡайта. Бында Башҡортостан хөкүмәте ғәскәрҙәре етәкселегенең ултырышы була. Унан һуң Башҡортостан хөкүмәте делегацияһы Өфөгә юллана: Мөхә­мәтхан Ҡулаевты, Муллайән Халиҡовты, Әбдрәшит Бикбауовты килешеү төҙөргә ебәрәләр. Әхмәт­зәки Вәлиди үҙе бармай, сөнки ул ғәскәрҙәр менән етәкселек итә.

16 февралдә Темәс ауылында тағы бер шундай ултырыш үтә. Унда Әхмәтзәки Вәлиди, килешеү­ҙәрҙең һөҙөмтәһен көтмәйенсә, 18 февралдә Советтар яғына сығырға тигән ҡарарға ҡул ҡуя. Уның ни өсөн шундай ҡарар ҡабул иткәнен аңларға мөмкин, сөнки был хаҡта хәбәр тиҙ тарала. Халыҡ араһында хөсөт таратмаһындар өсөн ҡарарҙы тиҙ ҡабул итергә кәрәк була. Етмәһә, аҡтар яғынан ҡаршылыҡ күрһә­телеү ихтималлығы ла булған. Икенсенән, Башҡорт ғәскәрендә байтаҡ ҡына аҡ офицерҙар хеҙмәт итә. Шуға ҡы­ҙылдар яғына сығыу эше оператив атҡарыла. Ул, аҡтарҙың ҡурҡы­тыуына ҡарамаҫтан, Айырым Баш­ҡорт корпусын төҙөп, Башҡорт ғәскә­ре ҡыҙылдар яғына ойошҡан рәүештә сыға.

Башҡортостан автономияһының үҙ ғәскәре булғанға ғына ҡыҙылдар республиканың мөстәҡиллеген танырға ризалаша. Хәрби көсөбөҙ булмаһа, Башҡортостан хөкүмәте менән берәү ҙә иҫәпләшмәҫ ине. Шуға күрә лә Башҡорт ғәскәренә, унда хеҙмәт иткән һалдаттарға беҙ рәхмәт әйтергә тейешбеҙ. Ошондай ҡатмарлы һәм ауыр мәлдә лә уларҙың берҙәм булып күтәрелеп сығыуы арҡаһында, Башҡортостан автономияһы үҙенең статусын һаҡлап ҡалған.

Башҡорттоң ҡанындағы ғәскәри традициялар халҡыбыҙҙың тиҙ генә ойошоп, ҡыҫҡа ваҡытта тупланыуына булышлыҡ итә. Документ­тар­ҙан күренеүенсә, Башҡорт армия­һына мобилизация иғлан ителгәс, күп­селек дәррәү күтәрелеп, ҡуш­ҡанды тыңлап, ғәскәргә тупланған.

– Граждандар һуғышында ил халҡы икегә бүленеп, бер-бере­һенә ҡаршы сыҡҡан осраҡтар ҙа була. Бөгөн дә автономияны шик аҫтына ҡуйып, тарихты боҙоп күрһәтергә тырышҡандар бар...
– Башҡортостан автономияһын төҙөү ваҡыты тип 1917 йылды ла, 1919 йылды ла атайҙар. Датаның береһен алып, икенсеһен инҡар итергә ярамай, сөнки ул – дөйөм процесс. Автономияны тәүҙә 1917 йылда ноябрҙә иғлан итәләр, шунан Әхмәтзәки Вәлиди: “Беҙ автономияны законлы рәүештә төҙөнөк. Ҡоролтай йыйып”, – тип яҙа.

Был ҡарар сәйәси төркөмдөң ихтыяжы ғына түгел, халыҡ ихтыяры менән ҡабул ителгән. Уның буйынса III Дөйөм Башҡорт ҡоролтайында ойош­тороу эше алып барыла һәм раҫлана. Референдум формаһында була, сөнки Ҡоролтайҙа халыҡ һай­лап ебәргән вәкилдәр ҡатнаша, һәм улар ризалығын бирә, тәүге милли Хөкүмәт төҙөйҙәр. Шулай уҡ респуб­ликаның юғары закондар сығарыу органы – Кесе ҡоролтайы булдырыла.
Автономияны тормошҡа ашырыу мәсьәләһе үҙенсәлекле ваҡиға – Башҡортостан автономияһы бөтә башҡорт ерҙәрендә лә иғлан ителә. Унда Өфө, Ырымбур, Пермь, Һамар губерналарындағы башҡорт ерҙәре республиканың автономиялы өлөшө тиелә.

Башҡорт милли хәрәкәте етәксе­ләре – бик аҡыллы, алдан күрә белгән кешеләр. Улар “беҙгә ошо автономияны тулыһынса тормошҡа ашырыу ауыр булыр” тип уйлай, сөнки Көньяҡ Башҡортостан яҡтарында башҡорттар бер урында күпләп йәшәй, башҡа милләттәр менән ҡатнашмай, ә Башҡортос­тандың көнбайышында ҡатнаш халыҡтар көн күрә. Шуға ла был мәсьәләне хәл итеүе еңел булмаясағын аңлап, үҙаллылыҡты ике этапта тормошҡа ашырырға уй­лайҙар. Беренсе этапта, йәғни 1917 йылда, Ырымбур һәм Пермь губер­наһындағы баш­ҡорт территорияларында (улыстарында) автономия идараһы инде­релә, ул аҙаҡ Бәләкәй Башҡорт­остан исемен ала. Ә инде икенсе этапта, 1918 йылда, Көнба­йыш Башҡортостанда (Өфө губер­на­һының көнбайышында) автономияны бойомға ашырыу ҡарала.

Бының өсөн 1918 йылдың ғинуа­рында Өфө, Стәрлетамаҡ, Бөрө, Бә­ләбәй, Минзәлә өйәҙҙә­рендә ҡоролтайҙар үткәреп, ошо өйәҙҙәрҙе демократик рәүештә, халыҡ ҡарары менән Башҡортостан автономия­һына ҡушыу планлаштырыла. Әммә 1918 йылдың февра­лендә Баш­ҡортостан хөкүмәте большевиктар тарафынан ҡулға алынғас, милли хәрәкәт һүнеп ҡала, был процесс та туҡтатыла.

Тәү сиратта быға Иҙел-Урал штабы яҡлылар тарафынан көслө ҡаршылыҡтар күрһәтелә. Улар ғинуарҙа үткән башҡорт ҡоролтай­ҙарын провокация, ошаҡ, больше­виктарҙы ҡаршы ҡуйыу ысулы менән таратыуға өлгәшә.

Тик бының менән генә башҡорт милли хәрәкәтен һүндерә алмайҙар. 1918 йылдың мартында Борай башҡорттары күтәрелә. Улар Борай ауылында Борай башҡорт кантонын иғлан итә, Борай башҡорт милли шу­раһын ойоштора. Уларҙы башҡа төньяҡ-көнбайыш башҡорттары хуп­лай. Борай башҡорт кантонына тирә-яҡтағы ете улыс берләшә. Шулай итеп, 1918 йылда Башҡортостан автономияһына ҡушылырға әҙер Борай башҡорттары, большевик­тарға ҡаршы баш күтәреп, үҙҙәре­нең ерҙәрен Башҡортостан автоно­мияһының Борай кантоны тип иғлан итә. Уларҙың милли хәрәкәте бер ай тирәһе була, һуңынан Өфөнән ғәскәр килеп, большевиктар власы урынлаштырыла.

– Башҡортостан автономияһы ныҡлап ҡасан формалашып бөтә тип уйлайһығыҙ?
– Дөйөм алғанда, был процесс 1922 йылда тамамлана, тип әйтергә була. Уны Муллайән Халиҡов тамамлап ҡуя, тип әйтһәк тә, хата тү­гел. 1918 йылда уҡ Бәләкәй Баш­ҡорт­остан сиктәрендә үҙал­лылыҡ бойомға ашырыла: бында 13 кантон булдырыла, урындағы власть органдары – кантон баш­ҡармаһы, диуаны, милиция барлыҡ­ҡа килә, шуға күрә лә Советтар менән килеш­кәндә, тап ошо Бәләкәй Башҡорт­остан сиктәрендәге автономия раҫлана, ә Оло Башҡортос­тан проекты тороп ҡала. Милли хәрәкәт эшмәкәре Әхмәҙулла Бейешев яҙыуынса, 1919 йылдың мартында килешеү төҙөгәндә, Оло Башҡортос­тан сиктәрендәге автономияны булдырыу мәсьәләһе күтәрелә, ләкин һуғыш барыу сәбәпле, ул аҙаҡҡа ҡалдырыла.

Граждандар һуғышы, аслыҡ кеүек ауыр мәлдәр бер аҙ артҡа сиккәс, сығышы менән Бүздәк районының Аҡтау ауылы башҡорто, БАССР хөкүмәте рәйесе Муллайән Халиҡов, Башҡортостан автоно­мияһына инмәй ҡалған төньяҡ-көнбайыш башҡорттары вәкиле булараҡ, 1921 йылда тәү башлап Оло Башҡортостан мәсьәләһен күтәреп сыға. Уның тырышлығы һөҙөмтәһендә Өфө губернаһы, йәғни төньяҡ-көнбайыш башҡорт­тары, үҙ дәүләтселегенә ҡушыла. Муллайән Халиҡовтың тәҡдимдәре бик үҙенсәлекле була, ул Ырымбур ҡалаһын да, Минзәлә башҡорт­тарын да берләштереү тәҡдиме менән Мәскәүгә мөрәжәғәт итә. Тик Үҙәк Совет власы 1920 йылда Татар АССР-ы ойошторолоп, яңы респуб­ли­ка­ға күскән Минзәлә башҡорт­тарын Башҡортостанға ҡайтарырға ҡыймай.

1897 йылдағы халыҡ иҫәбен алыу ваҡытында Өфө губернаһын­да йә­шәгән халыҡтың күпселеге башҡорт булыуы теркәлгән: улар 40 процент тәшкил иткән, урыҫтар – 37 процент, ә ҡалғандары – башҡа халыҡтар. Шуға ла уны ҡушыу буйынса бер ниндәй ҙә һорау тыумай, әммә Минзәлә һәм Бөгөлмә башҡорттары ғына ситтә тороп ҡала. 1926 йылда халыҡ иҫәбен алғанда, уларҙы тулыһынса татар тип яҙалар.

– Башҡорт ғәскәрен аҡтар ҙа аямаған, советтар яғына күскәс иһә, уларҙы ҡыҙылдар ҡырған...
– Был мәлдә ер мәсьәләһе киҫкен тора, сөнки революциянан алда Столыпин реформаһы үтә. Шул саҡта Башҡортостанға күпләп күс­кен­селәр килеп төпләнә. Батша власы уларға башҡорт ерҙәренә күсеүҙә ярҙам итә. Ерҙе арзан хаҡҡа һаттыр­ғандар йә ҡурҡытып, һатыу документтарына ҡул ҡуйҙырт­ҡандар. Рево­люция булғас, урындағы ха­лыҡта күскенселәрҙе кире ҡайтарыу теләге уяна. Башҡорт халҡы менән улар араһында ер мәсьәләһе буйынса ҡырҡыу хәл тыуа.

Ҡыҙыл Армия килгәс, күскен­се­ләр үҙ ирке менән уларға күпләп яҙыла башлай һәм, мәлен фай­ҙаланып, башҡорттарҙан үс алған.
Икенсе яҡтан, Ҡыҙыл Армияның урындарҙағы етәкселәре Башҡорт­остан автономияһына ҡаршы була, шуға ла улар үҙҙәре яғына сыҡҡан Башҡорт ғәскәрен тиң һанамай. Милли ғәскәрҙе таратыуҙы ла талап итеп хатта бойороҡ та сығарғандар. Һөҙөмтәлә офицерҙар ҡала, ә ҡалғандар ирекмән булып яҙыла. Ҡаңғырыҡ китә, ҡоралды һалырға тигән шарт ҡуйыла.

Башҡорттарҙы ҡоралһыҙ­ланды­рып таратҡандан һуң, Смоленск полкы урындағы халыҡты йәберләй башлай. Ул саҡта Муса Мортазин полкы ҡыҙылдар яғында һуғышып йөрөгән була. Уның түҙемлеге ҡал­май, 24 мартта тегеләрҙең бер бата­реяһын ҡыйрата ла аҡтар яғына сыға. Тағы ла 1-се Башҡорт уҡсы полкының бер батальоны, 2-се Башҡорт кавалерия полкының бер эскадроны яңынан аҡтарға ҡушыла. Ошондай ауыр һәм фажиғәле мәл­дәр ҙә була халҡыбыҙ яҙмышында.

Артабан Башҡортостан ғәскәре ҡыҙылдар яғында автономия хаҡына Украинала, Петроградта, Ҡаҙағстанда, Польшала ҡан ҡоя.
Башҡортостан Совет Республи­каһы хөкүмәте, большевик­тарҙан айырмалы рәүештә, үҙаллы иҡтиса­ди сәйәсәт алып бара. Башҡа төбәк­тәрҙә большевиктар, продотрядтар төҙөп, крәҫтиәндең бөтә әйберен тартып алып йөрөй йә тапшырырға мәжбүр итә, ирекле сауҙаны ла тыя. Ә Башҡортостан Совет Республика­һы хөкүмә­те үҙенең территория­һында иһә сауҙаны рөхсәт иткән, халыҡты талауҙы тыйған. Шуға ла күрше Ырымбур губернаһындағы хатта урыҫ ауылдары ла сходтар йыйып, “беҙ Башҡортостан Респуб­ликаһына ҡушылырға теләйбеҙ” тип ҡарарҙар ҡабул итә башлаған. Большевиктар, әлбиттә, иртәме-һуңмы был үҙал­лы­лыҡты юҡ итер ине, тик 1919 йыл­да уларға аҡтар менән һуғыш ҡына ҡамасаулай. Деникинды, Колчакты ҡыйратҡас, большевиктар 1920 йылдың майында сығарған декрет менән Башҡортос­тан автоно­мия­һының хоҡуҡтарын ҡырҡа сик­ләй. Иҡтисади һәм сәйәси үҙаллы­лыҡты юҡ итәләр. Быға ри­заһыҙлыҡ белдереп, 1920 йылдың июнь айында Башҡортостан хөкү­мәте ағза­лары коллектив отставкаға китә. Улар, Әхмәтзәки Вәлиди кәңә­ше буйынса, Төркөстанға барып, милли хәрәкәткә ҡушыла. Әйткән­дәй, Башҡортостан етәкселәре Әхмәтзә­ки Вәлиди менән Харис Йо­мағолов йыл башында уҡ Мәскәүгә саҡыртып алына һәм уларҙы рес­публикаға ҡайтыу хоҡуғынан мәхрүм итәләр. Төркөстанда милли хәрәкәт тар-мар ителгәс, күп кенә башҡорт эшмәкәрҙәре кире ҡайта һәм йәш Башҡортостан Республикаһын нығы­тыуға ҙур көс һала. Шуларҙың береһе – хөкүмәт рәйесе Муллайән Халиҡов 1917 йылдың декабрендә 3-сө Дөйөм Башҡорт ҡоролтайы ҡабул иткән Оло Башҡортостанда автономия идараһын индереү ҡарарын бойомға ашыра. 1922 йылда Үҙәк Совет хөкүмәте Өфө губер­наһын Башҡортостанға ҡуша, төнь­яҡ-көнбайыш башҡорттары, ниһа­йәт, милли автономияла йәшәү хоҡуғын ала.

БашЦИК рейесе итеп тәғәйен­ләнгән арҙаҡлы милли хәрәкәт эшмә­кәре Хафиз Ҡушаев Башҡорт­остан дәүләтселегенең аяҡҡа баҫ­ҡан осоронда ҙур эштәр башҡара: милли матбуғат, әҙәби тел, театр, мәғариф үҫеш ала. Ҡыҙғанысҡа ҡар­шы, Муллайән Халиҡов һәм Хафиз Ҡушаевҡа бер иҫтәлекле таҡ­таташ та ҡуйылмаған. Заманында Башҡортостан Хөкүмәтенең бинаһы булған, бөгөн Милли музей урын­лашҡан йортҡа ошо ике дәүләт эш­мә­кәренең иҫтәлегенә таҡтаташ ҡуйылырға тейеш, тигән фекерҙә­мен.

– Азат Шәкирйән улы, был тәҡ­дим бик урынлы. Ул ғәмәлгә ашыр тип уйлайбыҙ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә

  1. Рамиля Хакимова
    Рамиля Хакимова от 19.02.2019, 14:30
    Башҡортостандың оло байрамын билдәләгәндә, милли үҙаллылыҡ нигеҙен һалыу өсөн күп көс һалған Зәки Вәлиди һәм Ҡарамышовтарҙың роле бик ҙур. Шул турала онотолоп китте, ахыры, Ишембай районы хакимиәте бүлек мөдирҙәре ниндәй саралар үткәрергә йыйыналар икән? Зәки Вәлидиҙең дә, Ҡарамышевтарҙың да туғандарының сафы һирәгәйеп бара бит! Уларҙың иҫтәлектәрлә бер ваҡыт бик ҡәҙерле булыр бит!






Азатлыҡ һөйгән милләттәшебеҙ
Туған телеңде белеү донъяға ҡарашты киңәйтә

Туған телеңде белеү донъяға ҡарашты киңәйтә 29.03.2019 // Башҡорт донъяһы

Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса фонд төҙөлдө, Башҡортостан Башлығының гранты булдырылды....

Тотош уҡырға 1 251

Шүлгәнде лә күрҙек беҙ

Шүлгәнде лә күрҙек беҙ 23.03.2019 // Башҡорт донъяһы

“Башҡортостан” дәүләт концерт залы фойеһында республиканың ҡаҙаныштарын сағылдырған махсус...

Тотош уҡырға 1 089

Ырып-ырып башҡорт тарихы яҙылған ул Ырымбурҙың нигеҙ ташына
Тормошоғоҙ  йыр булһын...

Тормошоғоҙ йыр булһын... 01.03.2019 // Башҡорт донъяһы

Бөгөн – башҡорт ғаиләһе көнө. Даланлы һәм уңған ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың береһе, “Баш­ҡортостандың...

Тотош уҡырға 1 471

Бөтөү хәүефе янай тиһәләр ҙә...
Беҙ ғаиләлә башҡортса аралашабыҙ. Ә һеҙ?

Беҙ ғаиләлә башҡортса аралашабыҙ. Ә һеҙ? 20.02.2019 // Башҡорт донъяһы

Әйҙәгеҙ, үҙ милләтебеҙ менән ғорурланайыҡ....

Тотош уҡырға 11 541

Бер ҡайҙа ла уҡыу бәхете теймәһә лә...

Бер ҡайҙа ла уҡыу бәхете теймәһә лә... 15.02.2019 // Башҡорт донъяһы

Бынан бер быуат элек Башҡортостан дәүләтселеген булдырыуҙа һәм уны артабан нығытыуҙа тәүҙә –...

Тотош уҡырға 1 405

Эй, Аҡтаныш, яҡты һинең асман,  Ал ҡан менән тарих яҙылған!..
Күлдәр иле Ҡоншаҡта ҡот бар

Күлдәр иле Ҡоншаҡта ҡот бар 25.01.2019 // Башҡорт донъяһы

Милләттәштәребеҙҙең асылға тоғролоғона һоҡландыҡ....

Тотош уҡырға 2 119

“Башҡортостан, тиһәм, ҡанатланам, Башҡортостан, тиһәм, йән әрней...”

“Башҡортостан, тиһәм, ҡанатланам, Башҡортостан, тиһәм, йән әрней...” 23.01.2019 // Башҡорт донъяһы

Күренекле замандашыбыҙ Гөлсинә Батыршинаның республикалағы эшмәкәрлеген ситтән тороп күҙәттем: ул...

Тотош уҡырға 2 102

“Беҙ булмаһаҡ, кем?”

“Беҙ булмаһаҡ, кем?” 22.01.2019 // Башҡорт донъяһы

Силәбе башҡорттарының эшмәкәрлегенә һоҡланып бөтөрлөк түгел....

Тотош уҡырға 11 624