Милли музей урынлашҡан йортҡа ике дәүләт эшмәкәре иҫтәлегенә таҡтаташ ҡуйыу фарыз.
Башҡортостан автономияһын иғлан итеүҙә төп роль уйнаған Башҡорт корпусы ойошторолоуға 100 йыл тулды. Тарихсы, Башҡортостан Милли архивының бүлек етәксеһе Азат Шәкирйән улы ЯРМУЛЛИН уның халҡыбыҙ яҙмышында тотҡан урыны хаҡында уртаҡлашты.
– Азат Шәкирйән улы, Башҡортостан Республикаһына ла, Башҡорт корпусына ла – 100 йыл. Ошо ике датаның бер-береһенә бәйлелеген, айырылғыһыҙ булыуын нисек аңлатыр инегеҙ?
– Башҡорт корпусы – Башҡортостан хөкүмәтенең ғәскәре, шуға ла улар тығыҙ бәйләнештә. Беренсенән, уны Башҡорт корпусы тарихына ғына бәйләргә ярамай. Ғөмүмән, 1917 йылда, Башҡортостан автономияһы төҙөү маҡсаты барлыҡҡа килгәс, милли ғәскәр булдырыу идеяһы ла тыуа. Был фекер һауанан алынмай, сөнки унан алда, XVIII-XIX быуаттарҙа, башҡорт ғәскәре була. Ул Башҡорт иррегуляр ғәскәре тип атала. Уны 1863 йылда тараталар, шуға күрә лә 1917 йылда революция башланғас, автономия менән бер рәттән башҡорт халҡы быға тиклем булған ғәскәрҙе тергеҙеү тигән маҡсатын ҡуя. Шулай итеп, автономияның бер өлөшө булараҡ, Милли ғәскәр барлыҡҡа килә. Был хаҡта ҡарар 1917 йылдағы III Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында ҡабул ителә.
Ҡарарҙы тормошҡа ашырыу маҡсатында 1918 йылдың ғинуарында бер төркөм башҡорт офицерҙары Бөрйән-Түңгәүер кантонының Таналыҡ-Баймаҡ ауылына килә. Ғәскәр төҙөү эшен башлайҙар. Ырымбурҙа 1918 йылдың 17 февраленә ҡараған төндә Башҡортостан хөкүмәте ҡулға алынғас, большевиктар Баймаҡтағы 400 кешенән торған отрядты ла ҡыуып тарата, офицерҙары атыла. Былтыр, 11 октябрҙә, ошо фажиғәле ваҡиғаның иҫтәлегенә Баймаҡ ҡалаһында Башҡорт отрядының штабы торған йортта гранит мемориаль таҡтаташ ҡуйылды.
Апрель айында Әмир Ҡарамышев етәкселегендәге башҡорт партизан отрядтары Дутов казактары менән бергә Башҡортостан хөкүмәтен Ырымбур төрмәһенән азат итә.
Июнь айында Башҡортостан хөкүмәте Силәбе ҡалаһында яңынан эш башлай. Был осорҙа илдә Граждандар һуғышы тоҡанған була. Һуғыш шарттарында автономияның мәнфәғәттәрен ғәскәрһеҙ яҡлап булмаясағын яҡшы аңлаған башҡорт етәкселәре тәү сиратта милли армия төҙөү эшенә тотона. Силәбелә Башҡорт хәрби шураһы ойошторола. Ул Башҡорт ғәскәренең штабы функцияһын үтәй. Тиҙ арала Башҡорт хәрби шураһы Ҡыҫҡа мобилизация планын тәҡдим итә. Уға ярашлы, башҡорт ғәскәрҙәре ике дивизиянан (һигеҙ полктан) торған корпус төҙөргә тейеш була.
Мобилизация планында ниндәй кантонда, өйәҙҙә, улыста нисә башҡорт полкы кәрәклеге күрһәтелә. Мәҫәлән, Силәбе башҡорттарынан 1-се һәм 2-се Башҡорт пехота полктары төҙөлә. Златоуст өйәҙендәге милләттәштәребеҙ 3-сө Башҡорт пехота полкына ойоша. 1-се Башҡорт кавалерия һәм 5-се Башҡорт пехота полктары Башҡортостандың Тамъян-Ҡатай кантонында берләшә. Унда Әбйәлил, Белорет һәм Учалы райондарынан яугирҙәр инә.
1-се Башҡорт кавалерия полкы 1918 йылдың октябренән үҙенең беренсе сардары Әмир Ҡарамышев исемен йөрөтә (Ә. Ҡарамышев 1918 йылдың 7 авгусында һәләк була). 4-се Башҡорт пехота полкы Ырымбур ҡалаһында барлыҡҡа килә. Ул Туҡ-Соран башҡорттары һәм Башҡортостандың Күгәрсен, Көйөргәҙе, Мәләүез райондары башҡорттарынан ойошторола. Аҙаҡ инде был полктар 1-се һәм 2-се Башҡорт пехота дивизияларына берләштерелә.
1918 йылдың сентябрендә ошо ике дивизиянан айырым Башҡорт корпусы үҫеп сыға. Уның командиры итеп батша армияһында генерал дәрәжәһенә еткән башҡорт сардары Хажиәхмәт Ишбулатов ҡуйыла. Бынан тыш, 1918 йылдың октябрендә башҡорт ғәскәрҙәре тағы ике полк, Ғабдулла Иҙелбаев исемендәге 2-се Башҡорт кавалерия һәм 6-сы Башҡорт пехота полктары менән көсәйтелә. Әйткәндәй, 2-се Башҡорт кавалерия полкына 1918 йылдың мартында Баймаҡта большевиктар тарафынан һәләк ителгән Башҡортостан хөкүмәте ағзаһы, офицер Ғабдулла Иҙелбаевтың исеме ҡушыла.
– Тарихтан мәғлүм булыуынса, Башҡорт корпусын аҡтар ҙа, ҡыҙылдар ҙа хупламаған. Бындай ҡараш ҡайҙан килә?
– Аҡтар тәүҙә Башҡортостан хөкүмәтенең ғәскәрен булдырыуға риза булһа ла, аҙаҡ уның артыуын, көсәйеүен күреп, ҡаршылыҡ күрһәтә башлай, сөнки аҡтар, Башҡорт ғәскәрен полк кимәлендә генә бригадалары, дивизиялары составына индереп, үҙ ҡарамағында ғына ҡулланырға уйлай. Ғөмүмән, көслө автономия уларға, әлбиттә, кәрәкмәй, шуға күрә лә Башҡорт ғәскәренең үҙаллылығын нисек булһа ла юҡ итеү өҫтөндә эш башлайҙар.
1918 йылдың октябрендә Аҡ армияның баш командованиеһы 2-се Башҡорт дивизияһын һәм айырым Башҡорт корпусын таратырға тигән фарман бирә. Шулай уҡ аҡтар Башҡорт хәрби шураһын, Башҡорт ғәскәри идаралығын, кантондарҙағы башҡорт хәрби начальнигы идаралығын бөтөрөргә бойороҡ ҡыла һәм ғәскәрҙәрҙе Дутов ҡарамағына күсерергә мәжбүр итә. Тик Башҡортостан хөкүмәте бының менән тулыһынса ризалашмай. 10 ноябрҙә Әхмәтзәки Вәлиди Башҡорт корпусын һәм уның 2-се дивизияһының штабтарын таратыуға күнә. Бойороҡ үтәлмәгән осраҡта аҡтар Башҡорт ғәскәрен ҡорал менән тәьмин итеүҙе туҡтатырға уйлай. Башҡорт уҡсы полктары, 1-се Башҡорт дивизияһына тупланып, Дутов ҡарамағына күсерелә.
Башҡортостан хөкүмәте ҡарамағында 1-се, 2-се Башҡорт кавалерия полкы һәм 6-сы Башҡорт уҡсы полктары ҡала. Улар автономияның ныҡлы терәге була. Дутов ҡарамағындағы башҡорт дивизияһы иһә унда оҙаҡ тормай.
1918 йылдың декабрендә Әхмәтзәки Вәлидиҙең йәшерен фарманы менән Башҡорт полкы командирҙары, дивизия фронт һыҙығы үткән Баймаҡ, Йылайыр, Бөрйән райондарына килеп ҡалған ғәскәрҙәр менән ҡушыла. Шулай итеп, Дутов етәкселегендәге дүрт полктан торған (1-се, 2-се, 4-се, 5-се Башҡорт полктары) дивизияны, дүрт мең тирәһе кешене, кире ҡайтарып ала. 1919 йылдың 26 ғинуарында иһә Әхмәтзәки Вәлиди үҙен рәсми рәүештә Башҡорт ғәскәре командующийы тип иғлан итә. Бөтә етәкселекте үҙ ҡулына ала: Башҡорт ғәскәрҙәре штабын, Башҡорт корпусын тергеҙеү тураһында фарман сығара. Полктар элеккесә ике дивизияға бүленә. Был ваҡытта Башҡорт ғәскәрҙәре фронт һыҙығын Мәләүез, Стәрлетамаҡ, Ырымбурға яҡын-тирәлә тотһа, уның уң яғында Көнбайыш армия була. Ырымбур яғында Дутовтың Ырымбур армияһы тора. Шулай итеп, 1919 йылдың ғинуар аҙағында Әхмәтзәки Вәлиди, башҡорт ғәскәрҙәрен ҡабаттан бер урынға туплап, Башҡорт корпусын тергеҙеүгә өлгәшә.
– Башҡортостан хөкүмәтен һәм ғәскәрен ҡыҙылдар яғына нимә күсергә мәжбүр иткән тип иҫәпләйһегеҙ?
– Әйтеп үткәнемсә, Колчак та, Дутов та Башҡортостан автономияһын һәм Башҡорт ғәскәрҙәрен танымай. Улар “башҡорт һалдаттары аҡ армияның полктары составында ғына булырға тейеш, автономия тураһында һүҙ булыуы ла мөмкин түгел” ти. Шуға Башҡортостан хөкүмәте яйлап ҡына Ырымбурҙан Баймаҡҡа күсә. Ошо мәлдә аҡтар яғында автономия алыуға өмөттәрен өҙөп, советтар менән һөйләшеүҙәр башлана.
30 ғинуарҙа Муллайән Халиҡов Өфө большевиктары менән бәйләнешкә инә. Улар иһә туранан-тура Мәскәүгә сыға һәм башҡорттарҙың тәҡдимен еткерә. Мәскәүҙән 4 февралдә Ленин менән Сталин исеменән “башҡорттарға автономияны бирергә ризабыҙ” тигән ышаныс белдергән телеграмма һуғыла. Муллайән Халиҡов уны ҡулына алғас ҡына Темәскә ҡайта. Бында Башҡортостан хөкүмәте ғәскәрҙәре етәкселегенең ултырышы була. Унан һуң Башҡортостан хөкүмәте делегацияһы Өфөгә юллана: Мөхәмәтхан Ҡулаевты, Муллайән Халиҡовты, Әбдрәшит Бикбауовты килешеү төҙөргә ебәрәләр. Әхмәтзәки Вәлиди үҙе бармай, сөнки ул ғәскәрҙәр менән етәкселек итә.
16 февралдә Темәс ауылында тағы бер шундай ултырыш үтә. Унда Әхмәтзәки Вәлиди, килешеүҙәрҙең һөҙөмтәһен көтмәйенсә, 18 февралдә Советтар яғына сығырға тигән ҡарарға ҡул ҡуя. Уның ни өсөн шундай ҡарар ҡабул иткәнен аңларға мөмкин, сөнки был хаҡта хәбәр тиҙ тарала. Халыҡ араһында хөсөт таратмаһындар өсөн ҡарарҙы тиҙ ҡабул итергә кәрәк була. Етмәһә, аҡтар яғынан ҡаршылыҡ күрһәтелеү ихтималлығы ла булған. Икенсенән, Башҡорт ғәскәрендә байтаҡ ҡына аҡ офицерҙар хеҙмәт итә. Шуға ҡыҙылдар яғына сығыу эше оператив атҡарыла. Ул, аҡтарҙың ҡурҡытыуына ҡарамаҫтан, Айырым Башҡорт корпусын төҙөп, Башҡорт ғәскәре ҡыҙылдар яғына ойошҡан рәүештә сыға.
Башҡортостан автономияһының үҙ ғәскәре булғанға ғына ҡыҙылдар республиканың мөстәҡиллеген танырға ризалаша. Хәрби көсөбөҙ булмаһа, Башҡортостан хөкүмәте менән берәү ҙә иҫәпләшмәҫ ине. Шуға күрә лә Башҡорт ғәскәренә, унда хеҙмәт иткән һалдаттарға беҙ рәхмәт әйтергә тейешбеҙ. Ошондай ҡатмарлы һәм ауыр мәлдә лә уларҙың берҙәм булып күтәрелеп сығыуы арҡаһында, Башҡортостан автономияһы үҙенең статусын һаҡлап ҡалған.
Башҡорттоң ҡанындағы ғәскәри традициялар халҡыбыҙҙың тиҙ генә ойошоп, ҡыҫҡа ваҡытта тупланыуына булышлыҡ итә. Документтарҙан күренеүенсә, Башҡорт армияһына мобилизация иғлан ителгәс, күпселек дәррәү күтәрелеп, ҡушҡанды тыңлап, ғәскәргә тупланған.
– Граждандар һуғышында ил халҡы икегә бүленеп, бер-береһенә ҡаршы сыҡҡан осраҡтар ҙа була. Бөгөн дә автономияны шик аҫтына ҡуйып, тарихты боҙоп күрһәтергә тырышҡандар бар...
– Башҡортостан автономияһын төҙөү ваҡыты тип 1917 йылды ла, 1919 йылды ла атайҙар. Датаның береһен алып, икенсеһен инҡар итергә ярамай, сөнки ул – дөйөм процесс. Автономияны тәүҙә 1917 йылда ноябрҙә иғлан итәләр, шунан Әхмәтзәки Вәлиди: “Беҙ автономияны законлы рәүештә төҙөнөк. Ҡоролтай йыйып”, – тип яҙа.
Был ҡарар сәйәси төркөмдөң ихтыяжы ғына түгел, халыҡ ихтыяры менән ҡабул ителгән. Уның буйынса III Дөйөм Башҡорт ҡоролтайында ойоштороу эше алып барыла һәм раҫлана. Референдум формаһында була, сөнки Ҡоролтайҙа халыҡ һайлап ебәргән вәкилдәр ҡатнаша, һәм улар ризалығын бирә, тәүге милли Хөкүмәт төҙөйҙәр. Шулай уҡ республиканың юғары закондар сығарыу органы – Кесе ҡоролтайы булдырыла.
Автономияны тормошҡа ашырыу мәсьәләһе үҙенсәлекле ваҡиға – Башҡортостан автономияһы бөтә башҡорт ерҙәрендә лә иғлан ителә. Унда Өфө, Ырымбур, Пермь, Һамар губерналарындағы башҡорт ерҙәре республиканың автономиялы өлөшө тиелә.
Башҡорт милли хәрәкәте етәкселәре – бик аҡыллы, алдан күрә белгән кешеләр. Улар “беҙгә ошо автономияны тулыһынса тормошҡа ашырыу ауыр булыр” тип уйлай, сөнки Көньяҡ Башҡортостан яҡтарында башҡорттар бер урында күпләп йәшәй, башҡа милләттәр менән ҡатнашмай, ә Башҡортостандың көнбайышында ҡатнаш халыҡтар көн күрә. Шуға ла был мәсьәләне хәл итеүе еңел булмаясағын аңлап, үҙаллылыҡты ике этапта тормошҡа ашырырға уйлайҙар. Беренсе этапта, йәғни 1917 йылда, Ырымбур һәм Пермь губернаһындағы башҡорт территорияларында (улыстарында) автономия идараһы индерелә, ул аҙаҡ Бәләкәй Башҡортостан исемен ала. Ә инде икенсе этапта, 1918 йылда, Көнбайыш Башҡортостанда (Өфө губернаһының көнбайышында) автономияны бойомға ашырыу ҡарала.
Бының өсөн 1918 йылдың ғинуарында Өфө, Стәрлетамаҡ, Бөрө, Бәләбәй, Минзәлә өйәҙҙәрендә ҡоролтайҙар үткәреп, ошо өйәҙҙәрҙе демократик рәүештә, халыҡ ҡарары менән Башҡортостан автономияһына ҡушыу планлаштырыла. Әммә 1918 йылдың февралендә Башҡортостан хөкүмәте большевиктар тарафынан ҡулға алынғас, милли хәрәкәт һүнеп ҡала, был процесс та туҡтатыла.
Тәү сиратта быға Иҙел-Урал штабы яҡлылар тарафынан көслө ҡаршылыҡтар күрһәтелә. Улар ғинуарҙа үткән башҡорт ҡоролтайҙарын провокация, ошаҡ, большевиктарҙы ҡаршы ҡуйыу ысулы менән таратыуға өлгәшә.
Тик бының менән генә башҡорт милли хәрәкәтен һүндерә алмайҙар. 1918 йылдың мартында Борай башҡорттары күтәрелә. Улар Борай ауылында Борай башҡорт кантонын иғлан итә, Борай башҡорт милли шураһын ойоштора. Уларҙы башҡа төньяҡ-көнбайыш башҡорттары хуплай. Борай башҡорт кантонына тирә-яҡтағы ете улыс берләшә. Шулай итеп, 1918 йылда Башҡортостан автономияһына ҡушылырға әҙер Борай башҡорттары, большевиктарға ҡаршы баш күтәреп, үҙҙәренең ерҙәрен Башҡортостан автономияһының Борай кантоны тип иғлан итә. Уларҙың милли хәрәкәте бер ай тирәһе була, һуңынан Өфөнән ғәскәр килеп, большевиктар власы урынлаштырыла.
– Башҡортостан автономияһы ныҡлап ҡасан формалашып бөтә тип уйлайһығыҙ?
– Дөйөм алғанда, был процесс 1922 йылда тамамлана, тип әйтергә була. Уны Муллайән Халиҡов тамамлап ҡуя, тип әйтһәк тә, хата түгел. 1918 йылда уҡ Бәләкәй Башҡортостан сиктәрендә үҙаллылыҡ бойомға ашырыла: бында 13 кантон булдырыла, урындағы власть органдары – кантон башҡармаһы, диуаны, милиция барлыҡҡа килә, шуға күрә лә Советтар менән килешкәндә, тап ошо Бәләкәй Башҡортостан сиктәрендәге автономия раҫлана, ә Оло Башҡортостан проекты тороп ҡала. Милли хәрәкәт эшмәкәре Әхмәҙулла Бейешев яҙыуынса, 1919 йылдың мартында килешеү төҙөгәндә, Оло Башҡортостан сиктәрендәге автономияны булдырыу мәсьәләһе күтәрелә, ләкин һуғыш барыу сәбәпле, ул аҙаҡҡа ҡалдырыла.
Граждандар һуғышы, аслыҡ кеүек ауыр мәлдәр бер аҙ артҡа сиккәс, сығышы менән Бүздәк районының Аҡтау ауылы башҡорто, БАССР хөкүмәте рәйесе Муллайән Халиҡов, Башҡортостан автономияһына инмәй ҡалған төньяҡ-көнбайыш башҡорттары вәкиле булараҡ, 1921 йылда тәү башлап Оло Башҡортостан мәсьәләһен күтәреп сыға. Уның тырышлығы һөҙөмтәһендә Өфө губернаһы, йәғни төньяҡ-көнбайыш башҡорттары, үҙ дәүләтселегенә ҡушыла. Муллайән Халиҡовтың тәҡдимдәре бик үҙенсәлекле була, ул Ырымбур ҡалаһын да, Минзәлә башҡорттарын да берләштереү тәҡдиме менән Мәскәүгә мөрәжәғәт итә. Тик Үҙәк Совет власы 1920 йылда Татар АССР-ы ойошторолоп, яңы республикаға күскән Минзәлә башҡорттарын Башҡортостанға ҡайтарырға ҡыймай.
1897 йылдағы халыҡ иҫәбен алыу ваҡытында Өфө губернаһында йәшәгән халыҡтың күпселеге башҡорт булыуы теркәлгән: улар 40 процент тәшкил иткән, урыҫтар – 37 процент, ә ҡалғандары – башҡа халыҡтар. Шуға ла уны ҡушыу буйынса бер ниндәй ҙә һорау тыумай, әммә Минзәлә һәм Бөгөлмә башҡорттары ғына ситтә тороп ҡала. 1926 йылда халыҡ иҫәбен алғанда, уларҙы тулыһынса татар тип яҙалар.
– Башҡорт ғәскәрен аҡтар ҙа аямаған, советтар яғына күскәс иһә, уларҙы ҡыҙылдар ҡырған...
– Был мәлдә ер мәсьәләһе киҫкен тора, сөнки революциянан алда Столыпин реформаһы үтә. Шул саҡта Башҡортостанға күпләп күскенселәр килеп төпләнә. Батша власы уларға башҡорт ерҙәренә күсеүҙә ярҙам итә. Ерҙе арзан хаҡҡа һаттырғандар йә ҡурҡытып, һатыу документтарына ҡул ҡуйҙыртҡандар. Революция булғас, урындағы халыҡта күскенселәрҙе кире ҡайтарыу теләге уяна. Башҡорт халҡы менән улар араһында ер мәсьәләһе буйынса ҡырҡыу хәл тыуа.
Ҡыҙыл Армия килгәс, күскенселәр үҙ ирке менән уларға күпләп яҙыла башлай һәм, мәлен файҙаланып, башҡорттарҙан үс алған.
Икенсе яҡтан, Ҡыҙыл Армияның урындарҙағы етәкселәре Башҡортостан автономияһына ҡаршы була, шуға ла улар үҙҙәре яғына сыҡҡан Башҡорт ғәскәрен тиң һанамай. Милли ғәскәрҙе таратыуҙы ла талап итеп хатта бойороҡ та сығарғандар. Һөҙөмтәлә офицерҙар ҡала, ә ҡалғандар ирекмән булып яҙыла. Ҡаңғырыҡ китә, ҡоралды һалырға тигән шарт ҡуйыла.
Башҡорттарҙы ҡоралһыҙландырып таратҡандан һуң, Смоленск полкы урындағы халыҡты йәберләй башлай. Ул саҡта Муса Мортазин полкы ҡыҙылдар яғында һуғышып йөрөгән була. Уның түҙемлеге ҡалмай, 24 мартта тегеләрҙең бер батареяһын ҡыйрата ла аҡтар яғына сыға. Тағы ла 1-се Башҡорт уҡсы полкының бер батальоны, 2-се Башҡорт кавалерия полкының бер эскадроны яңынан аҡтарға ҡушыла. Ошондай ауыр һәм фажиғәле мәлдәр ҙә була халҡыбыҙ яҙмышында.
Артабан Башҡортостан ғәскәре ҡыҙылдар яғында автономия хаҡына Украинала, Петроградта, Ҡаҙағстанда, Польшала ҡан ҡоя.
Башҡортостан Совет Республикаһы хөкүмәте, большевиктарҙан айырмалы рәүештә, үҙаллы иҡтисади сәйәсәт алып бара. Башҡа төбәктәрҙә большевиктар, продотрядтар төҙөп, крәҫтиәндең бөтә әйберен тартып алып йөрөй йә тапшырырға мәжбүр итә, ирекле сауҙаны ла тыя. Ә Башҡортостан Совет Республикаһы хөкүмәте үҙенең территорияһында иһә сауҙаны рөхсәт иткән, халыҡты талауҙы тыйған. Шуға ла күрше Ырымбур губернаһындағы хатта урыҫ ауылдары ла сходтар йыйып, “беҙ Башҡортостан Республикаһына ҡушылырға теләйбеҙ” тип ҡарарҙар ҡабул итә башлаған. Большевиктар, әлбиттә, иртәме-һуңмы был үҙаллылыҡты юҡ итер ине, тик 1919 йылда уларға аҡтар менән һуғыш ҡына ҡамасаулай. Деникинды, Колчакты ҡыйратҡас, большевиктар 1920 йылдың майында сығарған декрет менән Башҡортостан автономияһының хоҡуҡтарын ҡырҡа сикләй. Иҡтисади һәм сәйәси үҙаллылыҡты юҡ итәләр. Быға ризаһыҙлыҡ белдереп, 1920 йылдың июнь айында Башҡортостан хөкүмәте ағзалары коллектив отставкаға китә. Улар, Әхмәтзәки Вәлиди кәңәше буйынса, Төркөстанға барып, милли хәрәкәткә ҡушыла. Әйткәндәй, Башҡортостан етәкселәре Әхмәтзәки Вәлиди менән Харис Йомағолов йыл башында уҡ Мәскәүгә саҡыртып алына һәм уларҙы республикаға ҡайтыу хоҡуғынан мәхрүм итәләр. Төркөстанда милли хәрәкәт тар-мар ителгәс, күп кенә башҡорт эшмәкәрҙәре кире ҡайта һәм йәш Башҡортостан Республикаһын нығытыуға ҙур көс һала. Шуларҙың береһе – хөкүмәт рәйесе Муллайән Халиҡов 1917 йылдың декабрендә 3-сө Дөйөм Башҡорт ҡоролтайы ҡабул иткән Оло Башҡортостанда автономия идараһын индереү ҡарарын бойомға ашыра. 1922 йылда Үҙәк Совет хөкүмәте Өфө губернаһын Башҡортостанға ҡуша, төньяҡ-көнбайыш башҡорттары, ниһайәт, милли автономияла йәшәү хоҡуғын ала.
БашЦИК рейесе итеп тәғәйенләнгән арҙаҡлы милли хәрәкәт эшмәкәре Хафиз Ҡушаев Башҡортостан дәүләтселегенең аяҡҡа баҫҡан осоронда ҙур эштәр башҡара: милли матбуғат, әҙәби тел, театр, мәғариф үҫеш ала. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Муллайән Халиҡов һәм Хафиз Ҡушаевҡа бер иҫтәлекле таҡтаташ та ҡуйылмаған. Заманында Башҡортостан Хөкүмәтенең бинаһы булған, бөгөн Милли музей урынлашҡан йортҡа ошо ике дәүләт эшмәкәренең иҫтәлегенә таҡтаташ ҡуйылырға тейеш, тигән фекерҙәмен.
– Азат Шәкирйән улы, был тәҡдим бик урынлы. Ул ғәмәлгә ашыр тип уйлайбыҙ.