Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Айыттан ҡайттыҡ байып
Бишбүләк районы Башҡортостандың сигендә урынлашҡан. Әллә шуға инде, әллә башҡа сәбәп менән бында зыялыларҙың да, журналистарҙың да юлы һирәк төшә. Ә бит был данлыҡлы төбәктә халҡыбыҙҙың арҙаҡлылары тыуған, үҫкән. Театр белгесе, актер Булат Имашев, шағир Фәтих Кәрим, драматург Ғабдулла Әхмәтшин, дипломат Кәрим Хәкимов – ошо яҡтыҡы. Беҙ аяҡ баҫҡан ҙур тарихлы башҡорт ауылдарының береһе Айытта тыуғандар ҙа инде бер туған Кәримовтар.


Ҡанға, йөрәккә һалынған тойғо

Ауылдың тарихын өйрәнгән яҙыусы Фәнис Янышев Айыт тураһында ваҡытлы матбуғатта даими рәүештә мәҡәләләр баҫтырып тора. Шуларҙың береһендә, ревизия документтарына һылтанып, ошондай мәғлүмәт бирелгәйне: “Иң тәүҙә ауылдың тарихы менән танышабыҙ. 1795 йылғы ревизия документтарында күренеүенсә, Ырымбур гу­бернаһы Бәләбәй өйәҙе Күл иле Меңле улысы, хәҙерге Бишбүләк районы, Айыт ауылында 218 башҡорт йәшәгән. Башҡа милләт вәкиле юҡ (РГАДА.Ф.1355. Оп.1. Д 929, 932, 935, 938, 940, 1871, 1874, 1876, 1881, 1884, 1886). 1834 йыл – Айытта 395, ә 1859 йыл - 82 йортта 648 кеше теркәлгән. Бөтәһе лә башҡорттар (ЦГИД РБ.Ф. 138 Оп. 2. Д. 431, Д. 738)”.
Тарихи сығанаҡтар беҙгә төбәк халҡының тәрән тамырҙары хаҡында һөйләй. Эйе, бөгөнгө мәғлүмәттәрҙе эҙләп, Интернет селтәренә күҙ һалһаң, ауылда башҡорттарҙың һаны бик аҙ күрһәтелеүе күҙәтелә. Тарихсылар Аҙнай, Айыт, Дүсән, Бикҡол, Иҫәкәй, Күсей, Ҡаныҡай, Ҡасҡын, Мораҙым, Аҡъяр, Йылболаҡтамаҡ, Туҡай, Тулыбай, Яңы Бикташты башҡорт ауылдары тип иҫәпләй. Айыт ауылына 1766 йылда (башҡа мәғлүмәттәр буйынса 1744 йылда) Ҡазан даруғаһы Ҫарылы-Мең улысы (хәҙерге Татарстандың Сарман районы) Һарыһаҙ Тәкермән ауылы башҡорттары Нуғай даруғаһы Күл Иле-Мең улысы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә ҡәрҙәшлек килешеүе буйынса нигеҙ һала. 1753 йылда ҡәрҙәшлек килешеүе буйынса Нуғай даруғаһының Һарайлы-Мең башҡорттары килеп урынлаша. 1795 йылда — 218 кеше, ә 1865 йылда 707 кеше йәшәгән. 1906 йылда ике мәсет, ике мәҙрәсә, дүрт һыу тирмәне, тимерлек, ике бакалея һәм мануфактура кибете теркәлгән. Бөгөн 1050 кеше йәшәй. Ир-егеттәрҙең Себергә йөрөп эшләүен иҫәпкә алһаң, ҡайһы саҡ был һан артып та китә. Ауыл ҙур, ҡеүәтле!
Беҙҙе Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның юбилейына арналған сараға саҡырҙылар. Һис көтөлмәгәнсә, байрам бер нисә этаптан һәм төрлө конкурстарҙан торған ярышҡа әйләнеп китте. Мәктәптә бөгөн 246 бала белем ала, өс филиал бар: Дүсән, Боголюбовка, Алексеевка. Бында Социалистик Хеҙмәт Геройы Ғабдулла Ғәҙелшин белем алған. Мәктәпкә ингән ерҙә үк ошо хаҡта белгертеп, иҫтәлекле таҡтаташ эленгән. Ул да үҙ эшен башҡарып тора, минеңсә. Ә мәктәптең Ф. Кәрим исемен йөрөтөүен иҫәпкә алғанда, балалар ошо ерлектә үҫкән шәхестең тормошон, ижад юлын өйрәнеп кенә түгел, ғорурланырлыҡ батырлығын танып үҫә.
Сараның бер нисә ярышы беҙ килгәнгә ҡәҙәр үк уҙғарылғайны, йәғни балалар изложение яҙған, һүрәттәр төшөргән, күсереүҙәр эшләгән.
Шулай итеп, халыҡ яҙыусыһының әҫәрҙәренә нигеҙләнеп, изложение яҙыу буйынса еңеүселәр – Дилара Нафиҡова – беренсе, Ҡәҙриә Мөхтәсимова – икенсе, Лилиә Әхмәҙиева – өсөнсө урында.
Уҡытыусылар халыҡ яҙыусыһының ижадын бар тулылығында еткерергә тырышҡан һәм уҡыусыларҙан алған белемдәрен конкурс мәлендә файҙаланыуҙы талап иткән. Контроль күсереү буйынса ярышҡан башланғыс класс балалары араһында беренсе урынға – Азалия Ғабдуллина, икенсе урынға – Ҡәҙриә Әлмөхәмәтова, өсөнсө урынға Эльвир Шиһапов лайыҡ булды.
Өлкәндәр араһында урындар түбәндәгесә: беренсе урынды Арина Ғимазетдинова, Азалия Хәсәнова, икенсе урынды – Лилиә Хисмәтова, өсөнсө урынды Вилдан Арыҫланов яуланы. Диктантты Ирина Иҫәнғолова (беренсе урын), Регина Саниева (икенсе урын), Гөлназ Йәрмөхәмәтова (өсөнсө урын) уңышлы яҙған. Зәйнәб Биишева ижады буйынса презентация эшләгән Индира Гәрәева беренсе урынды яуланы. Зәйнәб Биишева әҫәрҙәрен уҡып, һүрәттәр төшөргән балалар араһында урындар түбәндәгесә билдәләнде: Денис Вилданов – беренсе, Илнар Хафизов – икенсе, Ралина Хафизова – өсөнсө урында. Был башланғыстар күрһәткесе.
Өлкәндәр араһында беренсе урынға Алия Арыҫланова, икенсегә – Юлиә Әлимова, өсөнсөгә Айлина Ғәйнетдинова сыҡты.
Бишбүләк районы башҡорттары ҡоролтайы етәксеһе Ришат Әхмәтшин уҡыусыларҙың һүрәтендәге ҡылҡәләм оҫталығына ғына түгел, миллилеккә лә иғтибар итергә саҡырҙы. Ысынлап та, балалар һүрәттәрендә башҡорт ерлегенең милли һыҙаттарын кейемдәр, йолалар күренеше аша бирергә тырышҡан.
Тасуири уҡыу буйынса конкурс иң ҡыҙыҡлы, йәнлеһе булды. Күрһәгеҙ, балалар нисек матур итеп шиғыр уҡый! Күҙҙәре янып торған, тәрән ҡарашлы ауыл балалары. Уларҙы күрергә, нисек шиғыр уҡығандарын тыңларға кәрәк! Бер һөйләм менән генә бер ни ҙә аңлатып булмаҫ төҫлө. Тасуири уҡыу буйынса башланғыс кластарҙа Азалия Ғабдуллина, Байрас Батраев беренсе, Милана Ишмөхәмәтова, Рамаҙан Бәшәров, Замир Нафиҡов – икенсе, Элиза Әхмәҙиева өсөнсө урын яулаһа, өлкән кластарҙа Айрат Батраев, Айлина Ғәйнетдинова беренсе, Регина Саниева, Алһыу Мөхтәсимова – икенсе, Лилиә Хисмәтова өсөнсө урынға лайыҡ булды.
Тасуири уҡыу конкурсы шул тиклем йәнле барҙы, хатта балаларҙың ҡайһыһына ниндәй урын бирергә һуң, тип тә аптыраштыҡ. Балалар бик етди әҙерләнгән конкурсҡа. М. Аҡмулла музейы директоры, яҙыусы Фәнис Янышев балаларҙы тәбрикләгәндә Зәйнәб Биишеваның ижады, тормошо хаҡында ла һөйләне. Төрки донъяһында тәүгеләрҙән булып ҡеүәтле романдар яҙған әҙибәнең балалар өсөн дә бик ҡыҙыҡлы әҫәрҙәр яҙып ҡалдырыуын, уҡыусылар шулар нигеҙендә һүрәттәр төшөрөүен, шиғриәтенең иң матур өлгөләрен бөгөн сәхнәгә алып сығыуҙарын маҡтап телгә алды.
“Беҙҙә бындай сара тәүге тапҡыр ойошторола, шуға күрә етешһеҙлектәре булһа, кисерегеҙ”, – тип әйткән мәктәп директоры Илмир Рәшит улы Шафиҡовтың һүҙҙәрен уҡыусыларын маҡтатырға теләүеме икән әллә, тип тә уйланыҡ. Ихлас аралашҡан, сығыш яһаған балаларҙы күреп, туған телдәрендә шиғыр ятлауҙарын ишетеп, беҙ сикһеҙ ҡыуандыҡ ҡына! Ә мәктәптә бөтә балалар ҙа башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнә. Ҡасҡын ауылынан килеп уҡыған Вәлинур Хәсәнов менән Филүс Хәбибуллин туған тел булараҡ та уҡырға теләк белдергән. Афарин, егеттәр! Ошонан башҡа ни әйтәһең был уҡыусыларға! Туған телде указ менән дә, бойороҡ менән дә уҡытып булмай, ул кешенең ҡанына, йөрәгенә һалынған тойғо булырға тейеш. Башҡа телдәрҙе үҙ итеп, беҙ бит уларҙыҡы булып китмәйбеҙ. Әгәр һин донъяға йүкә булып яралғанһың икән, ниңә япраҡтарҙы алыштырып, буяп, ҡайын булырға тырышырға?!. Унан ғына тамырҙарың ҡайындыҡы булып китмәй бит. Ә инде төбөм-тамырым менән йолҡоноп, ҡайынға ҡушылып үҫәм тигәндәр милләтен генә түгел, ә иң тәүҙә үҙен һәләк итә. Әйткәндәй, урыҫ милләтле Варвара Овсянникова (5-се класс уҡыусыһы) конкурста халыҡ яҙыусыһының шиғырын башҡортса ятлап бөтәбеҙҙе таң ҡалдырҙы. Уны айырым бүләкләнек! Был мәктәптә башҡорт телен бар тулылығында, моңонда яңғыратҡан уҡыусылар менән осрашып, беҙ милләтебеҙҙең киләсәгенә өмөтөбөҙ артып ҡайттыҡ. Сараны ойошторған уҡытыусылар Эльза Мөхтәсимова менән Зәлифә Хафизова маҡтауға лайыҡ.
Маҡтау ҡағыҙҙары менән бергә сара һуңында балаларға башҡорт яҙыусыларының китаптары бүләк ителде. Уларҙы ошо ауыл егете, тыуған яҡты, шәжәрәләрҙе өйрәнеүгә ҙур иғтибар биргән, отставкалағы полиция подполковнигы Альфред Шәймәрҙәнов алып ҡайтҡан.
— Ҡәҙерле балалар, һеҙҙең менән, ауылдаштар менән киләсәктә лә осрашып торорға теләк ҙур. Тырышып уҡығыҙ, башҡорт яҙыусыларының, донъя әҙәбиәте өлгөләрен өйрәнегеҙ, ә беҙ, үҙ сиратыбыҙҙа, һеҙгә бүләктәр алып ҡайтып, иң әүҙем, тырыштарҙы билдәләп торорбоҙ. Айытта Шәжәрә байрамы ойоштороп ебәрһәк, бик яҡшы булыр ине, – тине Альфред Әхтәм улы.

Ергә бай бында мәктәп

Мәктәптең үҙ ере лә бар икән – ете гектар. Былтыр ғына унда 1 мең 400 төп ағас ултыртҡандар. Орлоғон да үҙҙәрендә етештерәләр. Оҙаҡ йылдар биология уҡытҡан Дания Фәхретдинова уҡыусылары менән был ер майҙанында төрлө тәжрибәләр үткәрә, нимә генә тимә, етәкселек уның өҫтөндә бит. Беҙ ҡыш барҙыҡ, шуға бында үҫкән үҫентеләрҙе күрә алманыҡ инде. Ә бына унда йәйен булған шағирә Зөһрә Ҡотлогилдина “Бай баҡса” тапшырыуын әҙерләгән һәм гладиолус, ирис, ләлә, лилиә, петуния, астра, цинния, портулак, ипомея, ҡырағай виноград, рауза кеүек гөлдәрҙең сәскә атып ултырыуына шаһит булған. Бынан тыш, кишер, сөгөлдөр, ҡыяр, помидор, кәбеҫтә, һуған, һарымһаҡ, картуф, ташҡабаҡтан үткән көҙ 3,5 тонна уңыш йыйып алғандар. Барыһы ла мәктәп ашханаһына оҙатыла. Апрель башы, ә бында үҙ ерҙәрендә үҫтерелгән йәшелсә һаҡланған әле.
Шулай уҡ Башҡортостандың билдәле дарыу үләндәре белгесе Михаил Гордеевтың тәжрибә түтәлдәре лә бар икән. Йәнә лә питомниктарында үҙҙәре сәсеп, ағастар һәм ҡыуаҡлыҡтар үҫтерәләр – алмағас, груша, слива, ҡарағат, крыжовник, виноград, декоратив үҫентеләр. Ауылға килгән билдәле шәхестәрҙең ағас ултыртыу йолаһы бар: Башҡортостандың беренсе Президенты Мортаза Рәхимовтың, йырсы Айҙар Ғәлимовтың ҡарағайҙары ла үҫә икән.
Шуныһы ҡыуаныслы, район хакимиәте башлығы Наил Ғатауллин мәктәптең юбилейына мотоблок бүләк иткән. Хәҙер уҡыусыларға түтәлдәрҙе ҡул менән ҡаҙырға кәрәкмәй.
Баҡса бер ҡыҙыҡлы донъя булһа, Айыт мәктәбенең подвалында гумус етештерәләр. Энциклопедияға ҡарап, һүҙҙең теүәл аңлатмаһын эҙләйем: humus (тупраҡ, ҡара ер) — тупраҡтың төп органик ҡатламы, ул 85—90 % үҫемлектәр өсөн кәрәк булған туҡлыҡлы матдәләрҙән тора. Беҙҙе гумус етештереү процесы менән таныштырҙылар. Был эштең иң төп хеҙмәтсәндәре – селәүсендәр. Әммә тиреҫ янмаһын өсөн, уны ваҡытында һыу менән һуғарып торорға ла кәрәк. Ә инде ваҡыты еткәс алып, иләп, махсус полиэтилен тоҡтарға тултыралар.
Был мәктәп үҙенә күрә айырым бер дәүләт кеүек. Күңел үҫеп, сәмле, йондоҙ ҡарашлы балаларҙы күреп, байып ҡайттыҡ. Күп нәмә етәксенән дә тора бит: ҡайһы бер урындарҙа балаларға ни ашатырға белмәй ултырғанда, бында балалар мәктәп яны биләмәһендә хеҙмәт тәрбиәһен алып, тәбиғәт менән үҙ-ара йылы мөнәсәбәттә үҫә. Совет мәктәбендәге уҡытыусыларҙың мөғәллимлек һәләте менән хужаларса оҫталығына һәр саҡ һоҡландым. Һеҙ шундай һирәк уҡытыусыларҙың, мәғариф етәкселәренең береһе, хөрмәтле Илмир Рәшит улы!

Бишбүләк районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 059

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 424

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 955

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 860

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 607

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 214

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 438

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 952

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 408

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 488

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 317

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 504