Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Атаһынан отҡан шөғөлөн
Атаһынан отҡан шөғөлөнХалҡыбыҙҙың “атанан күргән – уҡ юнған” тигән тапҡыр һүҙҙәре нәҡ Мирҡәсим Шәймәрҙәнов хаҡында әйтелгән тиерһең. Умартасы шөғөлө уға атаһы Мулланур Хөснимәрҙән улынан күскән. Ҡала мөхитендә йәшәүенә ҡарамаҫтан, милләттәшебеҙ инде дүрт тиҫтә йыл умарта тота, татлы һәм шифалы ризыҡ менән ғаиләһен, туғандарын һәм дуҫ-иштәрен ҡыуандыра.
Мирҡәсим Мулланур улы сығышы менән Краснокама районының боронғо ауылдарының береһе Иҫке Йәнйегеттән. Ағиҙелдең Камаға ҡойған ерендәге был биләмәләр тарихтан Гәрәй ырыуы баш­ҡорттарының аҫаба ерҙәре булараҡ билдәле. Мирҡәсим — Совет осоронда алдынғы хужалыҡ булып танылған “Ағиҙел” колхозын үҫтереүгә күп көс һалған Тутыя апай менән Мулланур ағай Шәймәрҙә­новтарҙың биш балаһы араһында нәҡ уртансыһы.
Тиҙҙән алты тиҫтәһен тултырасаҡ ир-уҙамандың тормошо йәштәштәренән әллә ни айырылмай. Йорт-ҡуралағы үҙенә төш­кән эштәрҙе теүәлләгәс, йәйҙәрен тиҫтер­ҙәре менән Ағиҙелдә һыу ҡойоноп, балыҡ ҡармаҡлап, яҡындағы урман-ҡырҙарҙа бәшмәк һәм еләк йыйып, ҡыштарын сана һәм саңғы шыуып, сәкән һуғып үҫә. Бар яҡтан да тиерлек маҡталып, һигеҙенсе класты тамамлай. Был тарафтарҙа “ҡара алтын” һәм газ сығарыусыларҙың ҡеүәтле техникаһы ныҡ һоҡландырған үҫмер егет автомеханик булыу теләге менән ата-әсәһе фатихаһын ала ла Нефтекамалағы нефть техникумына юллана.
Һайлаған һөнәрен яратып үҙләштергәс, хәрби бурысын үтәп ҡайта. Артабан биш йыл яһалма күн етештереү берекмәһендә мастер булып эшләй, шунан тиҫтә ярым йыл ғүмерен бөтә илгә билдәле “КамАЗ” машиналары эшләп сығарған автозаводҡа бирә: ябай слесарҙан алып цех начальнигы урынбаҫары вазифаһына тиклем күтәрелә, дәртләнеп профсоюз ойошма­һына ла етәкселек итә. Ҡыҫҡаһы, тулы ҡанлы тормош менән йәшәй.
Уҙған быуаттың 90-сы йылдарындағы яңыса иҫкән заман елдәре заводҡа ҡыҫҡартыуҙар алып килгәс, инде ике балалы ғаилә башлығы булған һәм бишенсе тиҫтәһенә аяҡ баҫҡан Мирҡәсим Мулланур улы үҙ эшен асып ебәрә. Еңел автомо­билдәрҙе техник хеҙмәтләндереү һәм төҙәтеүҙе бөгөн дә уңышлы дауам итә.
Замандашыбыҙҙың рәсми хеҙмәт юлын шулай ентекләп тасуирлауҙың сәбәбе ни­мәлә тиерһегеҙ. Яуап ябай: әрменән ҡайт­ҡас та егет күңеле тартҡан тағы бер шөғөл­гә – бал ҡорто бағыуға ныҡлап тотона һәм, ҡала шарттарының ҡыйынлыҡтарына ҡарамаҫтан, бына 40 йыл уны төп эше менән бергә алып бара. Башланғыстарын бар йәһәттән дә хуплап ҡабул иткән хәләл ефете Рәйлә Әбүбәкер ҡыҙы менән ныҡлап кәңәшләшкәндән һуң, бына тигән фатирын Нефтекаманың яңы биҫтәһен­дәге шәхси йортҡа алмашыуы ла шул нескә билдәрҙе хәстәрләүҙән.
Ауылда үҫкән ир-уҙаманға яңы йәшәү урынында киң мөмкинлектәр асыла. Өйөн заманса итеп йыһазландыра, ер эштәрен үҙ иткән ҡатыны өсөн емеш-еләк баҡсаһы йәйелдерә, мунса һәм гараж йүнләй. Иң мөһиме — бал ҡорттарын ҡышлатыу өсөн махсус урын булдыра, умарта кәрәк- ярағы яһау өсөн оҫтахана хәстәрләй. Ваҡытында атаһынан, ниндәйҙер кимәлдә ҡайныһынан үҙләштергәндәрҙе үҙ эшендә ныҡлап ҡуллана башлай.
Балдың файҙаһына күптән инанған ҡортсо бер яҡтан күңеленә яҡын шөғөлдән оло ҡәнәғәтлек алһа, икенсе яҡтан яҡындарын һәм дуҫ-иштәрен татлы ризыҡ менән ҡыуандыра. Етештергән балын һатыу өсөн мәшәҡәтләнеп тә йөрөмәй ул: намыҫлы хеҙмәт емешен бер татып ҡарағандар үҙҙәре өйөнә килә. Сит ил вәкилдәренең дә балын һоратып алдырыуҙарын ғәҙәти хәл тип ҡабул итә Мирҡәсим Мулланур улы. Теләгәндәргә прополис һәм уның нигеҙендә үҙе әҙерләгән май, кәрәҙле бал да тәҡдим итә татлы шөғөл оҫтаһы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 332

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 387

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 270

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 342

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 293

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 364

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 365

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 336

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 326

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 265

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 503